+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Октябрь 2020, 19:26

АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Етенсе бүлек.

Айзат һыҙлашып, көс-хәл менән иртәнге етеләрҙә үк уянды. Уянмай, бөтә кәүҙәһе туҡмалған һымаҡ. Биле ауырта, ҡул-аяҡ быуындары таралып төшөргә торғандай. Кисә ныҡ эшләнеләр шул. Һай, был мең ярым һум уға бик ҡиммәткә төшә түгелме һуң? Булыр-булмаҫ ҡәйнәгә бер гөлләмә алып бирер өсөн, көнө буйы бил бөгөү кәрәктеме икән? Кинәт төнгө һөйләшеү иҫенә төштө. Кисә иң һуңынан кемдәр килде әле ул?! Күптәнге ғаилә дуҫтары Гөлсирә апай менән ҡыҙын хәтерләй. Исеме нисек булды әле? Хәбирә. Эйе шул, Хәбирә! Теге ваҡыт дискотекала үҙен бейергә саҡырҙы, икенсе көнөнә оҙатып барҙы, өсөнсө көнөнә ҡайҙа йоҡланы әле ул? Айзаттың ҡолағына Хәбирәнең: “Мин үҙем генә, яңғыҙым. Әсәйем өйҙә юҡ, иртәгә кис кенә ҡайта”, – тигән ҡайнар бышылдауы ишетелеп ҡалғандай булды. Туҡта, кисә ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы, уға өйләнеү хаҡында һөйләшмәнеләрме? Юҡ! Һәр бер ауырлы ҡыҙға өйләнә башлаһаң, ҡайҙа китә, ти ул? Хәбирәгә уның бер хис-тойғоһо ла юҡ. Үпте, ҡосто, юғалды һәм онотто. Хәҙер заманаһы шундай. Ә инде Нәғимә булһа инде, икенсе мәсьәлә. Ә ул һаман Айзатты үҙенә саҡырған һымаҡ.

АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+)
Хикәйә.
Етенсе бүлек.
Айзат һыҙлашып, көс-хәл менән иртәнге етеләрҙә үк уянды. Уянмай, бөтә кәүҙәһе туҡмалған һымаҡ. Биле ауырта, ҡул-аяҡ быуындары таралып төшөргә торғандай. Кисә ныҡ эшләнеләр шул. Һай, был мең ярым һум уға бик ҡиммәткә төшә түгелме һуң? Булыр-булмаҫ ҡәйнәгә бер гөлләмә алып бирер өсөн, көнө буйы бил бөгөү кәрәктеме икән? Кинәт төнгө һөйләшеү иҫенә төштө. Кисә иң һуңынан кемдәр килде әле ул?!
Күптәнге ғаилә дуҫтары Гөлсирә апай менән ҡыҙын хәтерләй. Исеме нисек булды әле? Хәбирә. Эйе шул, Хәбирә! Теге ваҡыт дискотекала үҙен бейергә саҡырҙы, икенсе көнөнә оҙатып барҙы, өсөнсө көнөнә ҡайҙа йоҡланы әле ул? Айзаттың ҡолағына Хәбирәнең: “Мин үҙем генә, яңғыҙым. Әсәйем өйҙә юҡ, иртәгә кис кенә ҡайта”, – тигән ҡайнар бышылдауы ишетелеп ҡалғандай булды. Туҡта, кисә ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы, уға өйләнеү хаҡында һөйләшмәнеләрме? Юҡ! Һәр бер ауырлы ҡыҙға өйләнә башлаһаң, ҡайҙа китә, ти ул? Хәбирәгә уның бер хис-тойғоһо ла юҡ. Үпте, ҡосто, юғалды һәм онотто. Хәҙер заманаһы шундай. Ә инде Нәғимә булһа инде, икенсе мәсьәлә. Ә ул һаман Айзатты үҙенә саҡырған һымаҡ.
Юҡ, Гөлсирә апай менән Хәбирәнең килеүен асыҡлап ҡуйырға кәрәк! Әсәһе нимә тип әйтер икән? Әсәһе ни, ана, һөт айырғысын геүелдәтеп тә ултыра. Күпме әйтте, үҙең эшләмә, берәйһен ялла, тип. Әсәһе нимә тине? Ялларға аҡса юҡ, килен алып ҡайт, ул эшләр, үәт, тине. Их, әсәй... Хәҙерге килендәр хеҙмәтсе булып йөрөгә өйрәнмәгән шул. Үҙеңде эшкә екмәһәләр, бик хуш.
Айзат һыҙлана-һыҙлана урынынан торҙо, көс-хәл менән кейемдәрен кейҙе һәм әсәһе эргәһенә сыҡты.
– Хәйерле иртә, әсәй, – тине ул, мөмкин тиклем тыныс һәм яғымлы булырға тырышып.
– Хәйерле иртә, хәйерле иртә, – тине әсәһе бошонҡо ғына. – Хәйерле иртә булһа ғына ярар ине.
– Ә нимә булды һуң, әсәй?
Әсәһе боролоп улына ҡараны:
– Ҡотлайым, улым! Һин – атай, беҙ олатай-өләсәй буласаҡбыҙ. Ҡара уны, беҙ ҡаршы түгел. Гөлсирәне күптән беләбеҙ, үҙебеҙҙең кеше. Ярай, ҡыҙы замансараҡ та инде, нисек тә күнербеҙ әле.
Әсәһенең һүҙҙәре Айзатты тоҡандырып ебәргән һымаҡ булды:
– Һин нимә һөйләйһең, әсәй? Мин ул ҡыҙҙы ни бары өс тапҡыр күрҙем. Өйләнеү хаҡында ниндәй һүҙҙең булыуы мөмкин?
– Үҙең барғанһың, улым, уларҙа ҡунғанһың. Бәлки бер тапҡырҙыр, бәлки биш тапҡырҙыр. Ләкин эш үткән, бик ҡыйын булһа ла, һиңә өйләнергә тура киләсәк.
– Ә мин кисә нимә тип әйттем? – тине улы. – Көтһөн, балаһын тапһын, ДНК-ға анализ эшләтербеҙ. Әгәр бала минеке булһа, рәхим ит, мин уныҡы.
– Уф, улым, ҡайһылай ныҡ тораһың! – тине әсәһе. – Беҙ бит һине өйләндерергә теләйбеҙ. Һиңә күптән тәртәгә керергә ваҡыт. Һинең йәштәштәрең, ана, күптән өйләнеп, балалар үҫтерә.
– Һәм дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәрен раҫлай, – тип ҡушылды Айзат. – Ун бере өйләнде, алтауһы айырылышты. Әсәй, һиңә айырылған ул, етем үҫкән ейәнең кәрәкме?
– Кәрәкмәй, – тине әсәһе. – Беҙ һиңә бәхет теләйбеҙ.
– Ә мин бәхетле инем, әсәй. Беләһеңме ҡасан? Мәктәпте тамамлап, институтҡа уҡырға ингәс. Беҙ Наҡыя менән өйләнешергә тейеш инек. Ә һин барыһын да юҡҡа сығарҙың. Һин мине бәхетһеҙ иттең, әсәй. Әллә күрмәй, тип уйлайһыңмы, һин бит мине Наҡыяға йә Нәғимәгә өйләндермәҫкә, тағы ла бер һынауға дусар итергә теләйһең. Был юлы, әсәй, мин теләгәнсә буласаҡ! Мин кемгә теләйем, шуға өйләнәсәкмен. Әсәй, беләһеңме, Нәғимә Наҡыяның йәш сағына оҡшаған. Мин бәлки алданамдыр, йә хаталанамдыр, ләкин Нәғимә мине ымһындыра. Ул миңә шул тиклем ышаныс менән ҡарай...
Әсәһе, ни әйтергә лә белмәй, улына йәш тулы күҙҙәре менән ҡарап:
– Апалы-һеңлеле икеһе лә һине ярата. Әгәр һин береһен алып, икенсеһенән баш тартһаң, улар мәңгелек дошманға әйләнәсәк һәм һин үҙең иң тәүҙә бындай мөнәсәбәттең емештәрен татыясаҡһың. Аҡылыңа кил, улым, беҙ әйткәнде тыңла! Үҙең беләһең бит, Наҡыя менән Нәғимәне бик иркәләп үҫтерҙеләр. Улар – байҙар. Беҙҙе уларҙың байлығы ымһындырмай. Үҙебеҙ тапҡан үҙебеҙгә етә. Атайың да шулай ти. Улар үҙҙәренең байлығы менән беҙҙе шаңғытасаҡ, хатта ҡоллоҡҡа төшөрәсәк һәм мәңге бурыслы итәсәк. Әсәләренә ҡара, Әлиәне әйтәм, торғаны бер байбисә бит. Беҙ улар алдында үҙебеҙҙе бик хәйерсе тоясаҡбыҙ. Ундай тормош беҙгә кәрәкмәй.
Айзаттың был хаҡта уйлағаны бар. Эйе, мәктәптә уҡығанда уҡ Наҡыя бик иркен йәшәне. Хатта тегендә-бында концертҡа барырға тура килһә, билетты үҙе һатып ала, байрамдарҙа затлы ғына бүләк тоттора, хатта ҡайһы ваҡыт кафела ла үҙе түләй торғайны. Ул – элек, ә хәҙер ҡайһыһына өйләнһәң дә, икенсе, ят, өр-яңы, күптәрҙе ҡыҙыҡтырырлыҡ тормош башлана.
***
Әлиә менә Батыр йоҡоларынан яңы тороп йөрөйҙәр ине. Иртәнге сәйгә ултырҙылар.
– Айзат күренәме? – тип ҡыҙыҡһынды Батыр ҡатынынан, бышылдап, тигәндәй.
– Күренә. Кисә лә килеп китте. Ана, гөлләмә уныҡы, миңә килтергән. Тырыша ла ул, – тине күңелһеҙ генә итеп Әлиә, – тик ҡайһыһын һайларға белмәй, шикелле...
Батыр эсеп ултырған сәйен ситкә этеп ҡуйҙы:
– Туҡта, нимә һөйләйһең һин? Нисек ҡайһыһын һайларға белмәй? Бында кәләштәр магазины юҡ! Өйләнһә, апаһына өйләнә! Ә Нәғимә үҙенең тиңдәшен эҙләһен.
Әлиә тағы ла бер уфтанды:
– Һиңә әйтмәм, тигәйнем. Мөхәббәттәре ҡатмарлыланып, ҡатлы-ҡатлыға әйләнде шул.
– Юҡты һөйләмә! – тип өҙҙө ире. – Мөхәббәт ҡатлы-ҡатлы булмай! Апаһына өйләнә! Туй үткәрәбеҙ! Үҙең беләһең, беҙгә, кейәүҙән бигерәк, инженер кәрәк! Ә ул малайҙа йөкмәтке бар. Эшкиндереп алырға мөмкин. Әгәр мөмкинлек булһа, мин уны бөгөндән саҡырып алып, эшкә ҡушыр инем, күңел тартмай. Кеше, айырылған ҡыҙын кейәүле итер өсөн эшкә алды, тип һөйләнәсәк. Ә мин улар менән ҡатнашыуҙың ғәйбәттән башланыуын теләмәйем! Бүкәндәр улар үҙҙәренә күрә түгел! Бер тиҫкәре булһалар, һис яратып булмай, ныҡ халыҡ. Мин уларҙы хөрмәт итәм. Бына һиңә задание. Айзат Наҡыяға өйләнергә тейеш! Ә Нәғимәне берәр яҡҡа ял итергә оҙат, йонсоп йөрөмәһен. Бер ике-өс аҙна күренмәй торһа, үҙ яйы менән хәл ителер.
***
Нәғимә апаһының карауаты эргәһенә килеп тубыҡланды:
– Апай, апаҡайым, апайым! Әйҙә, тиҙ генә ҡалаға сығып киләйек әле, үҙеңдең “Пежо”ңда мине, үткәнендәге һымаҡ итеп, йөрөтөп алып кил. Сауҙа үҙәгенә кереп сығырға кәрәк.
Наҡыяны быға тиклем турһайып йөрөгән, уға күренмәҫкә тырышҡан һылыуының иркә һүҙҙәре ҡыуандырғандай булды. Һеңлеһе мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға йыйына түгелме һуң?
– Миңә лә кәрәк әйберҙәр бар ине, – тине апаһы, урынынан шунда уҡ ҡалҡынып. – Әйҙә, әсәйҙе лә алып, өсәүләп сығайыҡ.
– Ҡуй, әсәйҙе мәшәҡәтләмәйек, уның бит эше күп. Кисә лә, хакимиәткә барырға кәрәк, тип һөйләнеп ултырҙы.
Ысынлап та, әсәләре бушамай икән:
– Барығыҙ, – тине ул ҡыҙҙарына, мул ғына аҡса ла тотторҙо, шунан һуң Нәғимәгә өндәште, – Ҡыҙым, атайың һиңә бер-ике аҙнаға путёвка ҡарарға ҡушты, уҡырға китер алдынан бер аҙ ял итеп алһын, тине.
– Ой, әсәкәйем, ҙур рәхмәт! – тине Нәғимә.
– Бына аҡсаһы, үҙеңә оҡшаған ергә бараһың, – тине әсәләре.
Наҡыя менән Нәғимә, тиҙ генә кейенеп-яһандылар ҙа, ҡала яғына ыңғайланылар.
– Шәберәк, шәберәк! – тип ҡабаландыра апаһын Нәғимә.
Юҡ инде, хәҙер рулдә бөтөнләй икенсе Наҡыя ултыра. Ул аҡрын ғына, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе еренә еткереп үтәп, үҙ баһаһын белеп кенә бара.
– Әйҙә, тиҙерәк! Һуңлайбыҙ! – тип ашыҡтыра уны һеңлеһе.
Бына сауҙа үҙәгенә килеп еттеләр. Парковкала урын бар. Икенсе ҡатҡа, һуңынан өсөнсөһөнә күтәрелделәр.
– Уф! Сумкам машинаңда тороп ҡалған! – тине Нәғимә. – Бынауында сәй эсә тор, мин хәҙер, төшөп, алып менәм.
– Аҙаҡ бикләп ҡалдырырға онотма! – тип ҡысҡырып ҡалды апаһы.
Наҡыя бер-бер артлы ике сынаяҡ сәй эсте. Ҡабаланмай ғына барыһы хаҡында ла уйланы. Был ҡыҙыҡай ипкә килә түгелме һуң? Бәлки апаһы алдында йәш һәм көсһөҙ икәнлеген, ниһайәт, аңлағандыр. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, Наҡыяның күңелендә ниндәйҙер шик яралды. Ул Нәғимәгә шылтыратты. Телефоны яуап бирмәй. Наҡыя тәүҙә атлап, һуңынан йүгереп, тигәндәй, парковка яғына ыңғайланы. Ике тапҡыр урып сыҡты, ләкин автомобиль ҡалдырған урынында юҡ ине. Һаҡ хеҙмәте уға ике-өс минут эсендә видеокамера күҙәтеүенә эләккән ап-аҡ “Пежо”ның ярты сәғәт элек сығып китеүен күрһәтте.
Ә Нәғимә ҡайҙа инде? Ҡайҙа булһын, Айзаттарҙың өйө эргәһендә.
– Мин килдем, батырым, һин ҡайҙа? – тип шылтыратты ул.
– Мин өйҙә, һинең аҡбуҙатыңды көтәм.
Өйҙән, ике ҙур сумка күтәреп, Айзат килеп сыҡты һәм тоҡтарын “Пежо”ның багажнигына ырғытты.
– Ҡана, үҙем йөрөтөп ҡарайым әле, – тине ул, машинаның тәгәрмәстәренә еңелсә типкеләп.
Оҙаҡламай, “Пежо”нан ҡалған саң да таралып бөттө.
Дауамы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: