+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Октябрь 2020, 08:52

Эт һуғарыусы. Икенсе бүлек

Кем уйлаған, Шамил беҙҙең ойошмаға килеп, эшкә урынлашты ла, үҙ кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Беҙҙә эш хаҡы әллә ни юғары түгел, ләкин уның пенсияһы мул икән. Шулай булғас, кейенеү яғынан уның өсөн аҡса мәсьәләһе кәртә булып тормай. Матур кейенеп йөрөй, костюм-салбарын йыш алыштыра. Бәй, был бит коммунист булған да инде, белмәй йөрөгәнбеҙ! Йыйылыштарҙа – партия ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу, аҙағыраҡ билдәлелек, тиҙләнеш һәм башҡа талаптар хаҡында дөрөҫ итеп телмәрҙәр тота башланы. Нимә тип һөйләй инде? “Мин, – ти, –намыҫым ҡушҡанса эшләйем. Кемдәр менән эшләһәм дә, һыйырҙар йә һарыҡтар булһынмы, йә эттәр араһына илтеп ҡушһындармы, ҡулымдан килгәнсә эшләргә һәм файҙалы булырға тырышам”.



ЭТ ҺУҒАРЫУСЫ.
Икенсе бүлек.
Кем уйлаған, Шамил беҙҙең ойошмаға килеп, эшкә урынлашты ла, үҙ кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Беҙҙә эш хаҡы әллә ни юғары түгел, ләкин уның пенсияһы мул икән. Шулай булғас, кейенеү яғынан уның өсөн аҡса мәсьәләһе кәртә булып тормай. Матур кейенеп йөрөй, костюм-салбарын йыш алыштыра. Бәй, был бит коммунист булған да инде, белмәй йөрөгәнбеҙ! Йыйылыштарҙа – партия ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу, аҙағыраҡ билдәлелек, тиҙләнеш һәм башҡа талаптар хаҡында дөрөҫ итеп телмәрҙәр тота башланы. Нимә тип һөйләй инде? “Мин, – ти, –намыҫым ҡушҡанса эшләйем. Кемдәр менән эшләһәм дә, һыйырҙар йә һарыҡтар булһынмы, йә эттәр араһына илтеп ҡушһындармы, ҡулымдан килгәнсә эшләргә һәм файҙалы булырға тырышам”.
Нисек әйтергә, һүҙҙәре былай яңғырауыҡлы инде, әлбиттә. Ҡаршылығым юҡ, ул һүҙҙәрҙе барыбер кемдер әйтергә тейеш. Ә инде ул һүҙҙәрҙең беҙгә яҡын кешенең ауыҙынан сығыуы яуаплылыҡты беҙгә лә өҫтәй. Ҡайһы бер етешһеҙлектәре лә күренгеләп ҡалды. Беҙҙә эш мәсьәләһе иркенерәк. Һуңлап килергә, алдан китергә, дауаханаға барам, тигән һылтау менән юғалырға ла мөмкин. Ә Шамил улай түгел. Йөкмәтелгән эшенә лә, вазифаһына ла тоғро. Ныу, ситкә тибеп булмай бит инде үҙен. Күҙеңә генә ҡарап тора, “һеҙ” тип һөйләшә, отпускыға киткәндә оҙатып ҡала, ялдан сыҡҡанда ҡаршы алып тора. Был йәш пенсионер һәм өмөтлө белгес шыпа үҙ кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Директорыбыҙҙың беренсе һәм берҙән-бер урынбаҫары дәүләт һәм Хөкүмәт алдында үҙенең бурысын үтәп, хаҡлы ялға йыйына башланы. Уның урынына әлеге Ҡаҙанбаевтың кандидатураһы ныҡлап ҡарала икән, тигән хәбәрҙәр ишетелеп ҡалды. Күҙ алдында коллектив икегә бүленде. Беренсе төркөм, шул иҫәптән, бән фәҡирегеҙ, Шамил өсөн тырышһа, икенсе төркөм үҙҙәренең кешеһен этә башламаһынмы! Беҙҙә лә шул урынды эләктереү, үҙебеҙҙең кешене ҡуйыу ҡомары тоҡанып китте. Ниңә бына тигән тәжрибәле кеше барҙа, ул урынды кемдер биләргә тейеш әле? Юҡ. Шамил был вазифа өсөн иң ҡулайы. Юғарыла ла уның иҫәбенә мәрәйҙәр күберәк. Фирҡә ағзаһы булыуы ла беҙҙең файҙаға булыуы хаҡында йылы хәбәрҙәр таралып өлгөрҙө. Бына бит, юғиһә, партия бөтөүгә юл алған, бөтә яҡта деполитизация бара, тип торғанда, коммунистҡа ышаныс белдереүҙәре киләсәктең ул тиклем үк ышанысһыҙ булмауын иҫбатлағандай күренде.
Был урынға ике-өс кеше дәғүә итәсәк. Урынды йәшерен һайлауҙар ярҙамында коллектив хәл итәсәк, тигән хәбәр таралғас, урынбаҫар вазифаһына ымһынып йөрөүсе ике-өс кеше тыныс һәм әҙәпле генә итеп һайлау алды көрәше лә үткәреп алды. Быныһы инде үҙе бер мәрәкә булды. Коллектив ҙур түгел, утыҙмы, утыҙ икеме кеше. Тимәк, һәр тауыш иҫәптә һәм хәл иткес булыуы бик тә ихтимал.
Шамилыбыҙ беҙҙең аша ла үтте. “Әйҙә, әйҙә, ҡыйыуыраҡ! – тип дәртләндерәбеҙ беҙ уны. – Һинеке һымаҡ тәжрибә,башҡарыу оҫталығы бөтәһендә лә юҡ. Һинең еңеүеңә өмөт итәбеҙ!”
Үҙе менән икәү генә саҡта, өҫтәп, яңы кәңәштәремде бирҙем, элеккеләрен ҡабатланым: “Беҙ иркен йәшәп өйрәнгәнбеҙ. Һәр бер етешһеҙлекте юллап йөрөмә, кешеләргә кеселекле бул. Улар һиңә ышана һәм эштә талапсанлыҡты эҙәрлекләүгә алыштырмаҫ, тип уйлай. Ә инде элекке эшләгән эштәреңә килгәндә, һыйырҙар, һарыҡтар булһынмы, йәки эттәреңде алайыҡ, һин уларҙы онот һәм үҙең өсөн өр-яңы, юғары талаптар ҡуй”.
Бик иғтибарлап тыңланы, яҙып алды, һорауҙар бирҙе, ойошманың эшен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәремде ишетергә теләк белдерҙе.
Былай уртаҡ телде тиҙ таптыҡ. Баяғы, үҙегеҙ беләһегеҙ, ир-ат менән ир-ат, ҡатын-ҡыҙ менән ҡатын-ҡыҙ бер-береһен тиҙ аңлай торған.
Һайлауҙар бик ҡыҙыу үтте. Һуңғы көндәрҙә шул тиклем көсөргәнешле барҙы, хатта бер нисә кешебеҙ һуңғы сәғәттәрҙә, тип әйтерлек, Ҡаҙанбаевтан баш тартып, теге яҡҡа күсте. Ә теге яҡтан дүрт кеше, киреһенсә, беҙҙең яҡҡа һикерҙе. Шамилыбыҙ хатта ябығып китте. “Стресты төшөрәм”, тигән һылтау менән, үҙе яҡлыларҙы йыйып, шул иҫәптән мин дә, иртәнән кискә тиклем кәңәшләшәбеҙ, еңеү юлдарын барлайбыҙ һәм конкуренттарҙың йомшаҡ яғын табырға тырышабыҙ.
“Һеҙҙең был кешегеҙҙән бер мәғәнә лә сыҡмаясаҡ! – тине миңә ошонда ғүмер буйы эшләгән Хөрмәт Хәсәнович. – Эт һуғарып пенсияға сыҡҡан кешене беҙҙең эшкә яҡын ебәрергә яраймы ни? Эх, егеттәр! Уның элекке эшләгән ойошмаһында минең танышым бар, шул һөйләне: эшләгән урынына килеп инһә, барлыҡ эттәр ҡурҡыштарынан тын ҡалып, ҡойроҡтарын бот араһына ҡыҫтырып, йәшенеп бөтә икән. Беҙ бит эт түгел, йәшенеп ултыра, йәки өрөп, ризаһыҙлыҡ белдерә алмайбыҙ. Беҙҙе кешеләр һымаҡ һөйләшеп, фекерҙәребеҙҙе ишеттерергә өйрәттеләр”.
Һайлауҙар иртән башланғайны, кискә тиклем дауам итте. Ике яҡтан да мутлашыу осраҡтары теркәлде. Төштән һуң ғына икенсе тур булды. Шуға инандым, был һайлау тигәндәре кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, сәкәләштереү өсөн генә уйлап табылған нимә икән! Кисенә беҙҙең еңеүебеҙ мәғлүм булды. Шамилдың шатланыуын күрһәгеҙ! Башҡортостандың Президент һайлауҙарында еңгәнме ни!? Еренә еткереп йыуҙыҡ, теүәл генә таралыштыҡ.
Бер нисә көндән өр-яңы тормош башланыуын беҙ күҙ алдына ла килтермәй инек. Иртән эшкә килеүебеҙгә, беҙҙе бығаса күренмәгән, хатта беҙ танымаған Шамил Ҡаҙанбаев ҡаршы алды. Ҡаштар емерелгән, ҡиәфәт асыулы:
– Һеҙ нимә, егеттәр, – тине ул, һүҙҙәрен теш аша үткәреп. – Үҙегеҙ һайлап ҡуйҙығыҙ ҙа, хәҙер шуның ҡоһорон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Мин ошо көнгә тиклем меңдәрсә һыйыр һәм һарыҡ, йөҙҙәрсә эт менән идара иттем. Улар һәр береһе минең күҙҙәремә генә ҡарап торҙо. Һәр һүҙем закондан көслөрәк булды. Ләкин береһе лә миңә ҡаршы булып, һуңлап килеп, кәйефемде боҙманы. Шуны белегеҙ: ойошма тарихында өр-яңы осор башлана. Эшкә һуңлау, иртә китеү, дауаханаға барыу һылтауы менән, баҙар һәм сауҙа нөктәләрен барлау хаҡында онотоғоҙ!
Уның ҡоро һәм асыулы йөҙөнә ҡарап, киләсәктә элекке тормошобоҙҙо юҡһынасағыбыҙҙы күҙ алдыма килтерҙем.
Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, яңы урынбаҫарҙың мине саҡырыуы хаҡында хәбәр килеп төштө. Саҡырһа ла, ғәжәп түгел, ул еңһен, вазифаны биләһен өсөн элекке дуҫтарым менән низағлаштым, хәҙер улар, мин осрағанда, күрмәмеш була, эргәһенән үткәндә, ҡул да бирмәй. Кереү менән, Шамилды ҡотлап, уңыштар теләнем.
– Ҡотлауҙарҙы мин кисә үк ҡабул итеп бөттөм. Һуңлап әйтелгәндәре иҫәпләнмәй. Минең ғәҙел һәм демократик ҡарашлы кеше икәнлегемде беләһегеҙҙер. Элекке панибратик мөнәсәбәттәр бөгөндән юҡҡа сыға. Төп урында – эш, хеҙмәт тәртибен теүәл үтәү һәм яуаплылыҡ тора. Ә инде минең элекке эштәремә килгәндә, зоотехник булыуым юҡҡа сыға һәм һеҙгә лә, миңә лә өр-яңы тормош башлана.
Мин ул көндө беренсе тапҡыр насар йоҡланым, дөрөҫөрәге, йоҡлай алманым. Хатта йөрәгем сәнсеп ҡуйҙы. Әллә яңы эш эҙләргә кәрәкме икән, тип уйларға мәжбүр булдым.

Дауамы бар.

------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: