+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Октябрь 2020, 09:00

АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Һигеҙенсе бүлек.

Күҙ менән ҡаш араһында юғалдылар ҙа ҡуйҙылар. Полицияға ғариза яҙырға ынтылғайнылар, улары, бер аҙна үтмәйенсә, кәүҙәләре табылмайынса, эҙләү ҙә, енәйәт эше лә булмаясаҡ, тип тынысландырып сығарып ебәрҙеләр. Нәғимә менән Айзат “Пежо” менән көньяҡҡа ынтылғандарҙыр, Ҡырымға, йә самолет менән, һис юғы Тунисҡа осҡандарҙыр, тип уйлағандар хаталаналар. Уларҙың палаткаһы ике аҙна буйы Талҡаҫ күле буйында елберләп ултырҙы. Айзат Талҡаҫты күреү хаҡында ғүмер буйы хыялланған икән. Ә инде ошо ваҡыт эсендә Нәғимә үҙен юҡтан бар яһаусы, Иҫән магазинының барлыҡ ассортиментынан бына тигән аш өлгөләре бешереп күрһәтте. Әлбиттә, уҡыусылар араһында “Пежо” менән нисек барып еткәндәр, полиция ҡыҙыҡһынмағанмы, тигән һорауҙар тыуыр. Дөрөҫ шикләнәһегеҙ. Ләкин страховка алдан уҡ Наҡыя менән Нәғимә исеменә яҙылғайны. Инде ҡайтыр ваҡыт та етеп килә, ике аҙна үтеп бара. Нәғимәнең йөрәге өлпөлдәп ҡуйһа ла, Айзат бар тип тә белмәй: – Минең, һинән башҡа, матурым, юғалтыр бер нәмәм дә юҡ, – ти ул. – Мин һине урламаным, киреһенсә, һин мине, “Пежо”ға ултыртып, урланың. Мин һиңә бының өсөн рәхмәтлемен. Миндә үкенес тойғоһо юҡ. Ниһайәт, мин үҙемдең ғүмерлек мөхәббәтемде таптым. Мин уның менән тау аҡтарырға ла, ошо күлдең һыуын күнәкләп ташып бөтөрөргә лә әҙер. – Ә Наҡыя апайым менән ни эшләрбеҙ икән? – тип ҡалтырана һеңлеһе. – Ул беҙҙе ғәфү итерме икән?

АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+)
Хикәйә.
Һигеҙенсе бүлек.
Күҙ менән ҡаш араһында юғалдылар ҙа ҡуйҙылар. Полицияға ғариза яҙырға ынтылғайнылар, улары, бер аҙна үтмәйенсә, кәүҙәләре табылмайынса, эҙләү ҙә, енәйәт эше лә булмаясаҡ, тип тынысландырып сығарып ебәрҙеләр. Нәғимә менән Айзат “Пежо” менән көньяҡҡа ынтылғандарҙыр, Ҡырымға, йә самолет менән, һис юғы Тунисҡа осҡандарҙыр, тип уйлағандар хаталаналар. Уларҙың палаткаһы ике аҙна буйы Талҡаҫ күле буйында елберләп ултырҙы. Айзат Талҡаҫты күреү хаҡында ғүмер буйы хыялланған икән. Ә инде ошо ваҡыт эсендә Нәғимә үҙен юҡтан бар яһаусы, Иҫән магазинының барлыҡ ассортиментынан бына тигән аш өлгөләре бешереп күрһәтте.
Әлбиттә, уҡыусылар араһында “Пежо” менән нисек барып еткәндәр, полиция ҡыҙыҡһынмағанмы, тигән һорауҙар тыуыр. Дөрөҫ шикләнәһегеҙ. Ләкин страховка алдан уҡ Наҡыя менән Нәғимә исеменә яҙылғайны.
Инде ҡайтыр ваҡыт та етеп килә, ике аҙна үтеп бара. Нәғимәнең йөрәге өлпөлдәп ҡуйһа ла, Айзат бар тип тә белмәй:
– Минең, һинән башҡа, матурым, юғалтыр бер нәмәм дә юҡ, – ти ул. – Мин һине урламаным, киреһенсә, һин мине, “Пежо”ға ултыртып, урланың. Мин һиңә бының өсөн рәхмәтлемен. Миндә үкенес тойғоһо юҡ. Ниһайәт, мин үҙемдең ғүмерлек мөхәббәтемде таптым. Мин уның менән тау аҡтарырға ла, ошо күлдең һыуын күнәкләп ташып бөтөрөргә лә әҙер.
– Ә Наҡыя апайым менән ни эшләрбеҙ икән? – тип ҡалтырана һеңлеһе. – Ул беҙҙе ғәфү итерме икән?
– Борсолма, матурым. Ул беҙҙе ғәфү итмәйәсәк. Әммә уның ғәфү итеүе беҙгә кәрәк түгел. Шулай булғас, тормош яҙмыш һыҙған юлдан алға барасаҡ. Ҡайтҡас, матур ғына итеп туй үткәрербеҙ. Әйткәндәй, әсәйең биргән аҡсаны тотоноп бөтмә. Беҙ уны туй мәшәҡәттәренә ебәрербеҙ.
– Әйҙә, былай һөйләшәйек, – тине Нәғимә. – Мин аҡса тота белмәйем. Минең ҡулдағы аҡсаның шундай үҙенсәлеге бар: күпме генә бирмәһендәр, ул аҡса, ҡом һымаҡ, минең бармаҡтарым араһынан ҡойолоп бөтөүгә һәләтле. Ә һиңә аҡса ла тота белмәгән ҡатын нимәгә кәрәк? Һин миңә әҙ-әҙләп кенә – икмәккә, күлдәккә генә – бирерһең һәм шул мине ҡәнәғәтләндерәсәк. Икәүләшеп палатканы яңғыратып көлдөләр.
***
Нәғимәнең атаһы, Батыр, шәхси детективтарға мөрәжәғәт иткәйне, ике көн дә үтмәне, тулы отчет менән килеп тә еттеләр. Бына Талҡаҫ буйы. Фотола – күлдең үҙе, таныш “Пежо” ултыра. Ҡара әле, номерын да ҡаплап ҡуймағандар бит әле! Бына – палатка һәм ҡояшта ҡап-ҡара булып янған ҡыҙ менән егет. Шашлык көйҙөрәләр. Ярай, тамаҡтары туҡ икән, тип һығымта яһаны өлкән Бөкө.
Ят кешеләр сығып китеү менән, Батыр эргәһенә Әлиә керҙе. Һуңғы көндәрҙәге билдәһеҙлектән ҡатын шыпа ябыҡты, хатта күҙ төптәре ҡап-ҡара булды. Көнө буйы эш, фирма мәшәҡәттәре. Хәҙер төндәрен дә йоҡлай алмай, ҡыҙын уйлай.
Батыр, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ҡатыны алдына фотоларҙы сығарып һалды.
– Ҡайҙа инде улар?
– Баймаҡ районында, Талҡаҫ күле буйында.
– Унда барырға йыраҡмы?
– Һинең джип менән Ҡолғана-Түбә аша – өс сәғәт, Өфө аша – дүрт сәғәт.
– Әллә барып киләйекме? – тип иренә инәлеп ҡараны ҡатыны.
– Мин риза, – тине ире, бер аҙ уйлағандан һуң, – ләкин мин бармаҫҡа кәңәш итер инем.
– Ни өсөн?
– Әле минән сыҡҡан детектив һөйләп китте, улар үҙҙәрен бик бәхетле тоя икән. Балаларҙың юлына төшкөм килмәй. Улар беҙ түгел, бөтөнләй икенсе төрлө фекер йөрөтәләр. Ярай, барып төштөк, ти, тотоп алдыҡ, бәйләп һалдыҡ. Артабан нимә? Үҙҙәре сығып китте, үҙҙәре ҡайтып инерҙәр.
Бер аҙ уйлағандан һуң, Әлиә лә ризалашты:
– Ярай, атаһы, мин – риза, – тине ул.
– Ә Айзатҡа килгәндә, миндә һығымта шул килеш ҡала: ныҡыш, әрһеҙ, бер нимә алдында ла туҡтап ҡалмай торған кеше менән эш итәбеҙ. Үҙең беләһең, беҙ түгел, ул һайлай. Шулай булғас, кейәүгә һайланыу мөмкинлеге бирәйек. Аҙаҡтан уға ла, беҙгә лә үкенерлек булмаһын.
***
Ә инде Рәмзиә менән Рифмир улдарының Нәғимәне алып сығып китеүен бер тәртәгә лә һыйырлыҡ түгел ваҡиға тип таптылар. Былай барһа, Рәмзиәнең ғәләмәт ҙур планы юҡҡа сыға һәм Бөкөләр менән туғанлашырға тура килә инде.
Шул ваҡыт Рәмзиәнең әхирәте Гөлсирә килеп инде. Ниңәлер был юлы ҡыҙын эйәртмәгән.
Сәй эсеп, тамаҡ ялғағас, Гөлсирә, ауыл ҡатындарына ғына хас ябайлыҡ менән:
– Мин үҙемдең ҡыҙымды һеҙҙең улығыҙға бирмәҫкә булдым. Ҡыҙым Өфөгә йыйына, эшкә урынлаша, медицина институтына уҡырға инергә теләй. Эшләһен, уҡыһын, табип дипломы менән кейәү табыла ул, – тине.
Быны ишеткәс, Рәмзиәнең йәне көйөп китте:
– Ә ниңә кеше ышандырып йөрөнөгөҙ инде? – тине ул.
– Ниңә, үҙең һораның да инде, Айзатым кәләш таба алмай, Әлиәнең ҡыҙҙарына өйләнергә итә, тинең, – тип аҡланды әхирәте.
– Сеү! Был хаҡта онот, әхирәткәйем, – тине Рәмзиә тирә-яҡҡа күҙ һалып. – Ярай, берәү ҙә ишетмәне, шикелле.
– Айзатығыҙ табылдымы һуң әле? – тине Гөлсирә. – Берәй хәбәр бармы?
– Бер хәбәр ҙә юҡ, – тине Рәмзиә. – Һыуға төшкән һымаҡ булдылар ҙа ҡуйҙылар!
– Бәлки, ысынлап та, һыуға төшкәндәрҙер, – тине Гөлсирә кинәйәле генә итеп. – Минең ҡыҙыҡайҙы әйтәм, Хәбирә, кисә телевизор ҡарап ултырғайны, Талҡаҫ күле буйында ҡырағай ял итеүселәр хаҡында “Яңылыҡтар”ҙа һөйләгәндәр. Шунда Айзатҡа оҡшаған берәү күренеп ҡалған, – тине бышылдап ҡына.
Рәмзиә һиҫкәнде. Уф, ошо халыҡтан бер нәмә йәшереп булмай. Телевизор ҡарайҙар, радио тыңлайҙар, гәзит уҡыйҙар. Ул тиклем мәғлүмәт нимәгә кәрәк инде?
– Йөрөһә, йөрөрҙәр инде, – тине Рәмзиә, – үҫкәндәр, үҙ көндәрен үҙҙәре күрерлек.
– Шулайын шулай ҙа ул, – тине Гөлсирә. – Тик анауы, Бөкөләрҙең килене, Әлиәне әйтәм, был Бүкәндәрҙең Айзаты ҡайҙан килеп сыҡты, ҡыҙҙарымдың башын әйләндереп тик йөрөй, тип һөйләнгән.
– Һөйләнһен! – тине Рәмзиә. – Ул тиклем байлығым булһа, мин дә шым ултырмаҫ инем.
***
Икенсе көнөнә кисен Бүкәндәрҙең ихатаһына ап-аҡ “Пежо” килеп инде һәм оялған һымаҡ ҡына, Рәмзиәнең тутыҡҡан “алтылы”һы эргәһенә һыйынды. Хәйер, көндөҙөрәк Айзат, атаһына шылтыратып, киҫәтеп ҡуйғайны: “Мин ҡайтам, атай, төндә көтөгөҙ!” – тине. “Ҡайт. Үҙең беләһең, ҡапҡа һәр ваҡыт асыҡ”, – тине атаһы.
Кискә Батырға шылтыратып, был хаҡта әйтеп ҡуйырға ла онотманы Рифмир. Ни булһа ла, баяғы, туғанлашырға йөрөйҙәр, ниңә күрәләтә, ҡоҙалашмаҫ борон, мөнәсәбәттәрҙе боҙорға?
Йәштәр йорт хужалары менән сәй эскәндән һуң бесәнлеккә йоҡларға инеп китте.
Рифмир Батырға СМС-ка ебәрҙе. “Улар өсөһө лә беҙҙә ял итәләр”, – тип яҙылғайны унда. Күп тә үтмәне, һорау килде: “Кем – өсөнсөһө?”. “Уныһы – “Пежо”, “алтылы”ның ҡосағында, әгәр тутыҡҡан һәм үтә күренә, тип ғәйеп тапмаһағыҙ”, – тип өҫтәне. Яуап урынына ауыҙын йырған смайлик ҡына килде.
Батыр ҡатынын ҡыуандырырға ашыҡты:
– Өсөһө лә ҡайтҡан, юғалтыуҙар юҡ.
Әлиәнең һорауҙары юҡ ине. Ул хатта “өсөһө лә ҡайтты” тигән һүҙгә лә иғтибар итмәне.
Аҙаҡтан, тағы бер нисә аҙна үткәс, ваҡиғалар һилләнгәс, “өсөһө лә” тигән һүҙ төп дәлилгә әйләнәсәк һәм хәлдәр артабан да ҡатмарлаша башлаясаҡ.
------------
Хикәйәбеҙҙе уҡыусылар “16+”-кә иғтибар иткәндер, интернетҡа көнөнә икешәр тапҡыр инеүебеҙҙе лә күргәндер, тип өмөт итәбеҙ. Ҡулланыусылар араһында иғтибарҙың көндән-көн һәм сәғәт һайын артыуы беҙҙе ҡыуандыра һәм “16+” тамғаһын ҡуйырға, көсөргәнешлерәк эшләргә мәжбүр итә. “Был һантыйҙар нимә яҙыр икән?” – тип аптырамағыҙ. Сөнки мөнәсәбәттәр киҫкенләшәсәк, ваҡиғалар ҡуйырасаҡ, унда иһә, һеҙҙең дә, беҙҙең дә бер ғәйебебеҙ ҙә юҡ. Барыһына ла Бөкөләр һәм Бүкәндәр ғәйепле.
Тағы бер иҫкәрмә. Иғтибар иттегеҙме икән, беҙҙең геройҙарыбыҙ – һеҙҙең һәм үҙебеҙҙең ауылдаштарыбыҙ, эргәбеҙҙә йөрөгән кешеләр. Ә улар араһында тиҫкәре образдар юҡ, тип әйтерлек. Рәхмәт! Бергә ҡалайыҡ!
Иҫән-һау булығыҙ!
Дауамы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: