Ә ни өсөн Шамил Ҡаҙнабаев беҙгә эшкә килгән, тип беҙ үҙебеҙҙең йылы ултырғыстарыбыҙҙы һыуытырға тейеш әле?
Эш буйынса мине йыш ҡына саҡыртып ала һәм бәлки үҙе лә аңлап бөтмәгән күрһәтмәләр бирә. Иң ҡыҙығы шул, ул һөйләгәндә, йәки өндәшкәндә миңә бер тапҡыр ҙа ҡарамай. Буш урынға фекерен еткергән һымаҡ, үҙ алдына ләпелдәп тик ултыра. Аҙаҡ ҡына төшөндөм. Баҡ тиһәң, ул фекерен әйтмәгән, ниндәйҙер эш ҡушмаған, ә үҙ алдына ҡысҡырып уйланған икән.
Беҙҙә эшләй башлағас, быға тиклем билдәле булмаған ҡайһы бер һыҙаттары ла асыла төштө. Яңы урынбаҫар шешә төбөнә ҡарарға ярата икән. Был ғәҙәт күңелле мәжлестәр, икәү үҙ-ара эске ойоштороу түгел, ә уның эш стиленең һәм йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ бер өлөшө икән. Әле булһа аңлап етмәйем, әллә миңә мөнәсәбәте үҙгәрҙеме, әллә һынамаҡҡа, бер тапҡыр уның менән миңә лә шешә уртаҡлашырға тура килде. Ни хәл итәйем, мин – буйһонған кеше, “яланды”, йәғни өҫтәлде минең иҫәпкә ҡорҙоҡ. Берме, икеме һауытты бушатҡас, ул әле һин дә мин ине. Аҙағыраҡ теле сиселде, хатта туҡтатып булмай торған радиоға әйләнде:
– Эх, дуҫ! Һин белмәйһең минең нимәләр кисергәнемде, – тине ул. –Ышанмаҫһың. Мин бит үҙемде һеҙҙең арала һөргөнгә ебәрелгән, нахаҡҡа төрмәгә ябылған кеше һымаҡ итеп тоям. Минең элекке тормошомда, әлбиттә, һыйырҙар, һарыҡтар, хатта эттәр күберәк булды. Бәлки миңә уларҙан айырылмаҫҡа булғандыр. Бына, һеҙҙең араға килеп керҙем дә, үҙемде бөтөнләй кеше итеп тоймайым. Беләһеңме, нимә етмәй миңә? Һыйырҙар мөңрәүе, һарыҡтар баҡырыуы, эттәр өрөүе.
Бындай бер тәртәгә лә һыймаған асылыуҙарҙан һуң мин өсөнсөһөн асырғамы, юҡмы, тигән шик менән йонсой башланым.
Юҡ, яңылыҡ күрмәйем мин бында.
Шундайыраҡ хәл беҙҙең ауылда 30-сы йылдарҙа яманатлы раскулачивание ваҡытында булған, тип һөйләгәйнеләр. Кулактарҙың һәм байҙарҙың малдарын, ерҙәрен, игендәрен, шул иҫәптән кейем-һалымдарынн тартып алғандан һуң, ул ҡама тундарҙы, йылы шәлдәрҙе һәм башҡа кейем-һалымды ҡайҙа ҡуйғандар тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, иң тәүҙә кемдәр талап алған, шулар үҙ-ара бүлешкән. Фатима инәйҙең иң ҙур байрамдарҙа ғына кейә торған тунын ауылдың яңы Комбед (Комитет бедных) хужаһы ҡатыны Хөмәйрәгә эләктергән. Үҙ ғүмерендә бындай затлы тун кеймәгән ҡатын тунын һыуға барғанда ла, мал ҡарағанда ла, хатта йоҡлағанда ла сисмәй икән. Аҙаҡ тунды Фатима инәйгә үҙе килтереп биргән: “Ҡуй, еңгә, үҙең генә туҙҙыр инде. Һыу ташыһаң, һөйрәлә, мал ҡарағанда ауыр, йоҡлағанда тирләтә”, – тип аңлатҡан ул был аҙымын.
Шамилдың был ҡылығында тап шул осраҡ күҙәтелде. Таныш осраҡ, була торған хәл. Кеше яңы шарттарға яраҡлаша алмай.
– Йә, миңә ниндәй кәңәш бирерһең? – тине ул ныҡ иҫергәндән һуң мәғәнәһен юғалтҡан күҙҙәрен минең аша ҡайҙалыр йүнәлтеп. – Был осраҡта миңә һин генә ярҙам итә алаһың.
Ҡара, уға минең ярҙамым кәрәк булған икән. Әле үткән кәңәшмәлә генә мине бер сәбәпһеҙ тәнҡитләп, мәсхәрәләп ултырғанда бөтөнләй башҡа төрлө һайрай ине.
– Һуң, нимә тип әйтәйем инде? Эйе, һыйырҙар, һарыҡтар, эттәр менән эш итеү күпкә еңелерәк. Улар, ҡайҙа ҡыуһаң, шунда бара, кемгә һөсләтһәң, шуға өрә. Ә хәҙер һинең үҙеңә ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итергә, башҡарылған эштәр өсөн яуап бирергә тура килә. Ләкин беҙҙәге эш шарттары бөтөнләй икенсе. Һиңә мөмкин тиклем элекке эшеңдән ҡотолорға, хатта оноторға һәм яңы ысынбарлыҡта йәшәй башларға кәрәк. Онотһаң, иҫеңә төшөрәбеҙ, беҙ һине үҙебеҙ һайлап ҡуйҙыҡ. Шуның менән беҙ һинең өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Ә һин нимә эшләнең? Бына ғәжәп, һин һаман элекке эшеңде һағынып һөйләп тик ултыраһың.
Ҡыҙып алһа, кешенең теле сиселә, ҡыйыулана, самалар ҙа онотола.
Дөрөҫөн әйткәндә, Шамилдың уңға-һулға тайпылып, үҙен эҙләүе, эш өсөн яныуы миңә оҡшаған һымаҡ ине. Юғары белемле, төрлө етәксе вазифаларҙа эшләгән, үҙен ыңғай яҡтан да күрһәткән. Шулай булғас, уның һәр һүҙенә ҡолаҡ һалмаҫҡа бер сәбәп тә юҡ һымаҡ. Ләкин күпме генә эсмә, кеше өсөн үҙен үҙе һаҡлау тойғоһо, ябай ғына итеп әйткәндә, ҡурҡыу хисе хас.
Ни хәл итәйем, мин уның һарыҡтыҡы һымаҡ күҙҙәренә, һыйырҙыҡғы һымаҡ ауыҙына, эт өргән һымаҡ өндәшеүенә, һин ғүмерең буйы шулар менән эшләгәнһең, уларҙың холоҡ-фиғеле һинең ҡаныңа һеңгән. Ошо хәл – һинең яҙмышың, һин унан мәңге ҡотола алмаясаҡһың. Шуға күрә, бер ҙур батырлыҡ ҡыл, үҙ ихтыярың менән урыныңды ҡалдыр ҙа, беҙҙең хатабыҙҙы төҙәт һәм башҡа бер ваҡытта ла кеше араһында күренмә, тип сатнатып әйтә алмайым бит инде.
Ә ул минең нимә уйлауымды һиҙгән һымаҡ, өҫтәленең эргәһендәге тумбаның кәштәһен бер асып, бер ябып ҡуя. Ә унда нимә ятҡанын мин беләм. Сөнки ҡаҙылыҡ телгәндә Шамил уны йыш ҡына килтереп сығара һәм эшкә тотонор алдынан ҡулында уйнатып ала.
– Эштә бүләк иттеләр, – ти ул, – башҡа берәүҙә лә юҡ.
Булмаһын. Хәйер, эш өҫтәлен аш өҫтәле урынына файҙаланған һәм ҡул осонда ғына хәнйәр тотҡан кешенән ниндәй яҡшылыҡ көтәһең?
Ошо ваҡиғаларҙан һуң байтаҡ йылдар үткәс, мин уны йыш ҡына үҙебеҙҙең яҡта күрә башланым. Мине күрһә, ситкә китә, өндәшмәй һәм танымамыш була. Үҙе һымаҡ тағы ла икәү менән санаға тултырылған макулатура, йә тимер-томор ташығанда быға тиклем ишеткеләгән ҡыҫҡа-ҡыҫҡа эт эргән һымаҡ бойороҡтарынан, уның бында хужа һымаҡ икәнлегенә төшөндөм. Ғәҙәт буйынса, эргәһенән, һүҙ ҡушмаһам да, баш ҡағып үтеп китәм. Ул быны күрә, ләкин өндәшмәй. “Нимә беҙҙе мәшәҡәтләп йөрөйһөң бында? Күрһәйһеңме ни, ҙур эштәр менән шөғөлләнәбеҙ”, – тигән һымаҡ була ул, үҙенең өндәшмәүе менән. Һәр хәлдә, бындай көнгә төшөүен оят тойғоһо менән ҡабул итәлер, тип уйламайым. Алдымдан ғына үтеп бара. Ә бит, ентекләп ҡараһаң, әле ҡасан ғына ул беҙҙең менән ине. Ҡыҙыҡ. Белергә ине, теге хәнйәре ҡайҙа икән? Бәлки бер заман был һорауға ла яуапты ишетербеҙ. Әлегә ул туп-тура ҡарап, ниндәйҙер мөһим эш ҡырған ҡиәфәт менән, тауыш-тын сығармай ғына, атлап килә.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"