+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Октябрь 2020, 10:00

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ. Хикәйә. Беренсе бүлек.

Зифа ҡабалана, өлгөрмәй. Ярай, алдын әҙерләп ҡуйған билмәне бар ине. Ире, сығып китер алдынан ғына, иҫенә төшкән һымаҡ, өндәште: – Төшкә ҡарай киләбеҙ, биш кеше булабыҙ, – тине. Әллә бойорҙо, әллә үтенде. Кисә бик кәйефһеҙ ҡайтты Сәғир. Йүнләп ашап та торманы, урынына ҡоланы. Ярай, Зифаның ялы тура килде. Ул эшләгән предприятиела Яңы йылға тиклем ялдарҙы алып бөтөргә ҡуштылар. Шуның рәхәтен күрә Зифа Нуриман ҡыҙы. Белергә ине, Сәғир ниңә кәйефһеҙ икән? Йыл аҙағы, отчет, командировкалар. Өфө буйлап бүләк таратып сығыу, түрә-ҡараның күңелен күреү – үҙе бер мәшәҡәт. Ә тышта матур итеп ҡар яуа. Зифа ҡыуана-ҡыуана өс ҡатлы йорттарының әле бер, әле икенсе тәҙрәһенән урамға ҡарай. Килеп еттеләр, ахыры. Урамда минивен күренде. Урам йыйыштырыусы Нурғәле ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән гаражды саҡ асып өлгөрҙө. Ысынлап та, бишәү килделәр. Сәғир менән компанияның адвокаты Наум Петрович, өсөнсөһө – һаҡ начальнигы Зубровский һәм ике ят ир. Хәйер, ят түгел, улары компания президентының тән һаҡсылары. Нисә ҡарама, алмашлап, ишек төбөндә торалар. Сәғир, ни эшләптер, ҡап-ҡара. Әллә эшендә бер-бер хәл булдымы икән? Бишәүләп өс ҡатлы йортто арҡыры-буй йөрөп сыҡтылар. Нимә хаҡындалыр кәңәшләшеп алдылар. Зифа уларҙың эшенә ҡыҫылмай. Ирҙәр йыйылған урында ҡатындарға урын юҡ. Шулай ҙа, һаҡ начальнигының “Яңы йылға тиклем өлгөрәһегеҙме?” – тигән һорауы ғына ишетелеп ҡалды. Теге икәү бер туҡтауһыҙ фотоға һәм видеоға төшөрҙөләр. Хатта бер нисәүһендә Зифа үҙе лә эләгеп ҡалды, шикелле. Кемгә эшләйҙәр икән? Матур күренһә, ярар ине. Ике сәғәтләп йөрөгәндәрҙер йорт буйлап. Билмән һыуына башланы. Шунан һуң төшкө ашҡа ултырҙылар. Һәр береһе үҙ уйына күмелеп, өндәшмәй генә ризыҡландылар. Зифа виски* тәҡдим итте, баш тарттылар. Эш ваҡыты.



БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ.
Хикәйә.
Беренсе бүлек.
Зифа ҡабалана, өлгөрмәй. Ярай, алдын әҙерләп ҡуйған билмәне бар ине. Ире, сығып китер алдынан ғына, иҫенә төшкән һымаҡ, өндәште:
– Төшкә ҡарай киләбеҙ, биш кеше булабыҙ, – тине. Әллә бойорҙо, әллә үтенде. Кисә бик кәйефһеҙ ҡайтты Сәғир. Йүнләп ашап та торманы, урынына ҡоланы. Ярай, Зифаның ялы тура килде. Ул эшләгән предприятиела Яңы йылға тиклем ялдарҙы алып бөтөргә ҡуштылар. Шуның рәхәтен күрә Зифа Нуриман ҡыҙы. Белергә ине, Сәғир ниңә кәйефһеҙ икән? Йыл аҙағы, отчет, командировкалар. Өфө буйлап бүләк таратып сығыу, түрә-ҡараның күңелен күреү – үҙе бер мәшәҡәт. Ә тышта матур итеп ҡар яуа. Зифа ҡыуана-ҡыуана өс ҡатлы йорттарының әле бер, әле икенсе тәҙрәһенән урамға ҡарай.
Килеп еттеләр, ахыры. Урамда минивен күренде. Урам йыйыштырыусы Нурғәле ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән гаражды саҡ асып өлгөрҙө. Ысынлап та, бишәү килделәр. Сәғир менән компанияның адвокаты Наум Петрович, өсөнсөһө – һаҡ начальнигы Зубровский һәм ике ят ир. Хәйер, ят түгел, улары компания президентының тән һаҡсылары. Нисә ҡарама, алмашлап, ишек төбөндә торалар.
Сәғир, ни эшләптер, ҡап-ҡара. Әллә эшендә бер-бер хәл булдымы икән? Бишәүләп өс ҡатлы йортто арҡыры-буй йөрөп сыҡтылар. Нимә хаҡындалыр кәңәшләшеп алдылар. Зифа уларҙың эшенә ҡыҫылмай. Ирҙәр йыйылған урында ҡатындарға урын юҡ. Шулай ҙа, һаҡ начальнигының “Яңы йылға тиклем өлгөрәһегеҙме?” – тигән һорауы ғына ишетелеп ҡалды. Теге икәү бер туҡтауһыҙ фотоға һәм видеоға төшөрҙөләр. Хатта бер нисәүһендә Зифа үҙе лә эләгеп ҡалды, шикелле. Кемгә эшләйҙәр икән? Матур күренһә, ярар ине. Ике сәғәтләп йөрөгәндәрҙер йорт буйлап. Билмән һыуына башланы. Шунан һуң төшкө ашҡа ултырҙылар. Һәр береһе үҙ уйына күмелеп, өндәшмәй генә ризыҡландылар. Зифа виски* тәҡдим итте, баш тарттылар. Эш ваҡыты.
Ә Сәғир үҙ уйҙарына батҡан. Хатта ҡатыны яғына боролоп та ҡарамай. Әйтерһең, ул юҡ һәм бер ваҡытта ла булмаясаҡ. Сәғирҙең кәйефе юҡ. Кисәге көн уның өсөн бик ауыр булды. Тәүҙә эштә булырға, бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа һәм көтөргә ҡуштылар. Үҙе белешеп ҡарағайны, компанияның президенты, Радион Әхтәм улы, уның менән осрашып һөйләшергә теләк белдергән. Ярты көн көттөрҙө, ләкин ҡабул итергә биш минут ваҡыт таба алманы. Сәғирҙең күңеле нимәлер һиҙә ине. Сөнки бер нисә көн элек һөйәркәһе Анжелла Радион ҡыҙы: “Сәғир, ҡәҙерлем, һине эштә ҙур үҙгәрештәр көтә”, – тип әллә шаяртып, әллә ысынлап киҫәтеп ҡуйғайны. Президенттың ҡыҙы нимәлер ишеткәндер, моғайын. Анжелла әллә шаярттымы икән? Уның атаһы кейәү булаһы тейеш кешене ҡабул итмәне. Көнө буйы көтөргә тура килде. Ә сәғәт биштәрҙә тиҙ генә генераль директор Алмаев Ҡадир Ризаевич янына саҡырҙылар. Сәғир Низам улы Алмаевтың кабинетына килеп ингәндә унда егермеләп кеше ҡыҙып-ҡыҙып кәңәшмә үткәрә ине. Сәғир килеп ингәс, директорҙың бер ҡул һелтәүе булды, барыһы ла сығып бөттө. Алмаев бөгөн беренсе тапҡыр Сәғирҙе үҙенең төпкө бүлмәһенә саҡырҙы. “Эш хаҡың күпме? Балаларың нисәү? Ҡатының ни хәлдә?” тигән һымаҡ ваҡ-төйәк һорауҙар бирҙе, ваҡыт-ваҡыт, телмәр тоторға әҙерләнгән һымаҡ, алдындағы ҡағыҙҙарға ҡараны.
– Һине бөгөн президент ҡабул итергә тейеш ине. Күптән танышырға теләй, – тине генераль директор. – Тик һуңғы мәлдә был эште миңә ҡушты. Ҡыҫҡаһы, ошо бер нисә сәғәт эсендә һинең яҙмышың хәл ителә. Мин һине ҡотҡарып ҡалырға тырыштым, ләкин минең мөмкинлектәр ҙә сикләнгән. Һин бында үҙең ғәйепле. Әгәр үҙеңде аҡыллы ғына тотһаң, ошо минутта һин компанияның президентының иң артҡы бүлмәһендә виски һемереп ултырыр инең. Ә һин беләһеңме, һинең айлыҡ эш хаҡы Рәсәй Президентының йыллыҡ эш хаҡынан күберәк? Был аҡсаны һиңә ни өсөн түләгәндәрен төшөнәһеңме? Компанияның мәнфәғәтттәрен эҙмә-эҙһлекле яҡлаған өсөн. Ә һин нимә эшләгәнһең? Мәғрифәт фондына мәрхәмәтлек иғәнәһе итеп 100 миллион һум күсергәнһең, аҙаҡтан, яртыһын, тип әйтерлек, тартып алғанһың.
Сәғир Низамович мөңгөрләй башланы:
– Унда бит мин генә түгел...
– Исмаһам, өндәшмә һәм аҡланма! – тип директор финанс буйынса урынбаҫарҙың аяғына еңелсә тибеп алды һәм күҙ ҡыҫып, ҡарашын түшәмгә йүнәлтте, беҙҙе тыңлайҙар, тип әйтеүе инде. – Бөтә ҡаланы аптыратып, ике гектар ер менән илле миллион һумға өй һатып алғанһың. Балаларың юҡ, ул хәтле өй һиңә нимәгә? Сама белергә кәрәк! Ҡыҫҡаһы, президент һинең эшең менән ҡәнәғәт түгел һәм һинең алдыңда бер генә юл бар – һин уны беләһең. Мин, мәҫәлән, президенттың ҡыҙы Анжелла Радионовна менән бәйләнешеңде хуплайым. Ләкин президент та, мин дә Анжелла Радионовнаның һинең улың Эдуардты яңғыҙ үҫтереүен хупламайбыҙ. Радион Әхтәмович та, мин дә һинең ике йылдан ашыу өйләнергә вәғәҙә итеп йөрөүеңде беләбеҙ. Шулай уҡ өс ҡатлы йортоңдо һуғыш ветераны булған атайыңа яҙҙырыуың, машиналарыңды ҡустыларыңа рәсмиләштереүең беҙгә мәғлүм. Һин иң тәүҙә яуап бир: Анжелла Радионовна менән һеҙ ҡасан ЗАГС-ҡа бараһығыҙ?
Сәғир шыбыр тир булды, тыны ҡыҫылды һәм: “Яңы йылдан һуң...” – тип мөңгөрләй башлағайны:
– Бер ниндәй ҙә Яңы йылдан һуң түгел! – тине директор, хатта аяғы менән иҙәнгә тибеп ҡуйҙы. – Хәҙер! Бөгөн ҡатыныңа ҡайтып иғлан итәһең, илап ҡалыр балаң юҡ. Һеҙҙе нимә бәйләй? Ә һинең йәш ярымлыҡ малайың үҫә, берәү ҙә ҡаршы түгел, был була торған хәл. Иртәгә ҡатының сығып китә, кисен Анжелла Радион ҡыҙы һиңә күсеп килә. Хәйер, күсеп килмәй, үҙең барып алаһың.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Сәғир ни үле, ни тере өйөнә ҡайтып ҡоланы. Ашау түгел, сәй эсерлек тә хәле юҡ ине.
Иң ауыр минуттар етте. Хәҙер ул ошо хаҡта иғлан итергә тейеш. Ирҙәр ҡабалана. Сәйҙе аяҡ өҫтө, тигәндәй, эстеләр һәм эш бүлмәһенә үттеләр. Зифа бер нимә лә һиҙмәй һәм белмәй. Ҡайҙан белһен, хатта билмәнен дә ашап бөтмәнеләр. Сәғирҙең эш бүлмәһендә өҫтәлде түңәрәкләп ултырҙылар. Һаҡ начальнигы Зубровский:
– Сәғир Низамович, Зифа Нуримановнаны саҡырығыҙ, – тине.
Сәғир көс-хәл менән аяҡтарын һөйрәп, аш бүлмәһенә үтте һәм ҡатынын саҡырҙы. Ни эшләптер, ҡатынын эргәһенә түгел, ҡаршыһына ултыртты. Адвокат Наум Петрович ҡатындың алдына бер бит ҡағыҙ һәм ҡәләм һалды һәм эйәге менән генә Сәғиргә ымланы:
– Башлағыҙ, Сәғир Низамович!
Сәғир аҫҡа ҡараны, күҙҙәрен йәшерҙе һәм нимә әйтергә белмәй ултырғанда, кисә директор Алмаевтың уға әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Төшөрҙө лә, сатнатып, һөйләй башланы:
– Үҙең күреп тораһың, Зифа Нуримановна, – тине ул һәр һүҙен теш араһынан сығарып, – донъя үҙгәреп тора. Ун йыл йәшәнек, ләкин беҙҙе бәйләп торған бер нимә лә юҡ. Һин минең талаптарыма яуап бирмәйһең. Бер бала ла табып бирә алманың. Хәҙер беҙҙең ғаиләне һаҡларлыҡ бер уртаҡлыҡ та юҡ. Һин беҙҙең тормоштоң шулай бөтөрөн һиҙгәнһеңдер һәм көткәнһеңдер, тип уйлайым. Бына минең менән эшләгән коллегаларым – адвокат һәм һаҡ начальнигы – беҙҙең йортоң мөмкинлектәрен ҡарап сыҡты. Мин бында үҙемдең яңы ғаилә менән күсәм. Бына, кешеләр алдында таныйым, һуңынан минең өҫтөмдән йөрөгән, тип әйтерлек булмаһын. Минең ҡатыным бар һәм ике йәшлек улым үҫә. Шулай булғас, һин мине түлһеҙлектә ғәйепләй алмайһың. Мөлкәт мәсьәләләре һиндә шикләнеү тойғоһо уятырға тейеш түгел. Черниковкала минең бер бүлмәле фатирым бар, һин был хаҡта беләһең, мин уны һиңә бүләк итәм. Бер үҙеңә күп талап ителмәй. Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, мин һине финанстарҙан бер ваҡытта ла өҙмәнем, быйылға дотация кимәлен элекке күләмдә ҡалдырам. Ләкин шуны бел, Зифа Нуримановна, һеҙ судлашҡан осраҡта, миңә ҡаршы акциялар булһа, мин һиңә аҡсалата ярҙамды туҡтатам. Ошо минуттан беҙҙең никахты тарҡатыу эше башланды һәм был ошо бер нисә көн эсендә йәки Яңы йылға тиклем хәл ителеп бөтөргә тейеш.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Зифа бер нимә лә аңламай. Ул ручкаһын тотҡан да, шаңғыған һымаҡ ултыра. Хатта бер нимә лә яҙмаған, ҡайҙа яҙыу, ул ишетерлек һәм нимәлер аңларлыҡ хәлдә лә түгел. Бәлки был төштөр, йә ире шаярталыр? Ә улай булһа, йәки шаяртһа, адвокат, ике тән һаҡсыһы, һаҡ начальнигы бында нимә эшләп ултыра һуң?
– Бөгөнгә һөйләшеү тамам, – тине адвокат. – Ике көндән судта беҙҙең осрашыу мөмкинлеге бар. Әгәр һорауҙарығыҙ булһа, кәңәш кәрәкһә, ошо телефон буйынса шылтырата алаһығыҙ...
Бер нисә минуттан өс ҡатлы фатирҙа Зифа яңғыҙы ғына ултырып ҡалды.
------------
*“Һәнәк” журналы редакцияһы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: