Ирҙәр сығып киткәндән һуң Зифа урынынан тора алмай, ҡараңғы төшкәнсе ултырҙы. Хатта дворник Нурғәленең ишек шаҡыуын да ишетмәне. Зифаның аңы аҡрынлап асылды. Тимәк, уның иренең ғаиләһе бар һәм унда улы үҫә. Ҡыҙыҡ, исемен кем тип ҡуштылар икән? Хәйер, уның исеме һиңә нимәгә кәрәк инде? Ул бит һинеке түгел. Былай булғас, Сәғир үҙенең түлһеҙ түгеллеген раҫланы булып сыға инде? Шуныһына рәхмәт, әзмәүерҙәй ирҙәр алдында ҡатынын түлһеҙ, тип иғлан итмәне.
Ә был нимә булды һуң әле? Төшмө, әллә берәй китапмы?
Бер йыл Сәғир Зифаны һунарға алып сыҡты. Ҡатынға нимәгә кәрәк булғандыр, эйәреп барыуын әйт әле. Саңғы менән ярты көн йөрөнөләр, ҡуян эҙенән башҡа, бер нимә лә күрмәнеләр. Ҡар яуа башланы. Ә Сәғир оҫта ғына һунарсы икән. Йөрөй торғас, барыбер тапты.
– Сеү! – тине ул ҡатынын ҡосаҡлап, биноклен тотторҙо һәм ағастар яғына йүнәлтте.
– Унда нимәләр бар тағы? Зифа бинокле аша күпме ҡарамаһын, күрмәй ҙә ҡуя.
– Саҡ ҡына аҫҡараҡ төшөр, – тине ире.
Ҡатын ҡараһа, ҡулынан бинокль төшөп китә яҙҙы. Урман ситендә бер нимә белмәй, бер нәмәгә иғтибар итмәй, ҡоралайҙар уйнап йөрөй. Һикереп-һикереп йүгерһендәрме, осоп китһендәрме. Аҡ ҡар араһында бар донъяны һоҡландырып уйнауҙарын әйт әле.
– Ҡарап туйҙыңмы? – тип һорай Сәғир.
– Ҡайһылай матурҙар! – тине ҡатыны. – Юҡ, быны ҡарап туйып булмайҙыр ул!
– Ҡарап туймағанды, ашап туйып буламы? – тип шым ғына көлдө ире.
Ә Зифа һаман ҡомһоҙланып ҡоралайҙарҙы күҙәтә. Ана, берәүһе бигерәк һомғол буйлы, матур, үҙе олпат. Шым ғына, үҙ баһаһын белеп кенә тора. Их, үҙен фотоға төшөрөп алырға, тип Зифа уйлап өлгөрмәне, эргәләге атыу тауышынан ҡолап китте. Асыуланып, иренә ташланды:
– Ниңә уларҙы ҡурҡытаһың?
– Нисек ҡурҡытаһың? Лицензиям бар, аҡсаһы түләнгән. Эргәһенә барып еткәндә, баяғы, һомғол буйлы ата ҡоралай үлгәйне инде. Зифа был ҡоралайҙың итен ашай алманы.
Тас шул ҡоралай һымаҡ хис итте үҙен ҡатын. Нимә тинеләр әле? Кискә тиклем был йорт һинеке, нимә кәрәк, әйберҙәреңде ала алаһың. Кәрәк булһа, “Газель” йә “Камаз”, һеҙ шылтыратыу менән, килеп етәсәк. Транспорт йөк ташыусылар менән тәьмин ителәсәк. Тимәк, Зифа хәҙер үк сығып китергә тейеш. Ул ике ҙур сумканы һайлап алды ла, гардероб бүлмәһенә инеп, кейемдәрен барлай башланы. Ошо ҡалаға килгәнсе, Сәғир менән танышҡансы һатып алған пуховигы бар ине. Әллә ике, әллә өс ҡыш яратып кейгәйне. Иң тәүҙә шуны алды һәм кейеп ҡараны. Бәләкәйерәк тә, ярай инде. Ә бынау шәшке тундар, дубленкалар яғына боролоп та торманы. Сәғирҙе белеп буламы ни, тышта һаҡсылары ултыралыр, систереп алып ҡалһа ла, ояты ни тора! Ҡатын ҡабалана, үҙе ҡалтырана. Бер ыңғай ҡайһы кейемдәрен алыу, ҡайҙа сығып китеү, кемгә ҡунырға барыу хаҡына баш вата. Һайларлыҡ кейемдәре әллә ни күп тә түгел икән, бер мөйөштө генә алып тора. Әлбиттә, ике рәт булып теҙелеп торған Сәғирҙең гардеробы менән сағыштырып булмай. Ул кейенә белә. Иң мөһиме, кейенергә ярата. Бөгөн бында ҡайтырмы икән, йә йәш ҡатынына китерме? Уны яратҡанда ниндәй йылы һүҙҙәр әйтә икән? Ҡатындың аңында көнсөллөк тойғоһо уянды. Ә кем икән ул ҡатын, араларына кереүсе һәм уларҙы айырыусы? Йә инде, Зифа күпме тырышты, күпме дауаланып ҡараны, табиптар барыһы ла бер һүҙҙән: “Һеҙҙең һаулығығыҙ һәйбәт, хатта башҡалар көнләшерлек. Ә ирегеҙ тураһында уйлағыҙ. Кәрәк тип тапһағыҙ, табип тәҡдим итә алабыҙ”, – тинеләр. Ана бит, улы үҫә икән. Тимәк, ғәйеп унда түгел. Ярай, табиптар Зифаны иҫән-һау тиһәләр ҙә, ғаиләнең балаһыҙ булыуын һәм бына килеп, тарҡалыуын нисек аңлатырға? Зифа был һорауға яуап таба алмай. Киске алты булды, ишек алдына бер йөк ташый торған “Газель” килеп ултырғайны. Уныһы, ҡараңғы төшкәс кенә ҡуҙғалып китте. Зифа үҙенең шәхси сейфын асты, документарын алды. Күҙенә ире бүләк иткән йөҙөктәр, муйынсаҡтар салынды. Барыһын һыпырып, сумкаһына төшөрөргә уйлағайны, кире уйланы. Ә юллап йөрөһәләр тағы? Зифа нимә эшләгәнен дә белмәй, бишме, алтымы ҡағыҙға, уҡып та торайынса, ҡул ҡуйҙы. Унда әллә нимәләр яҙылғандыр әле. Йә инде, ошонда ханбикә сифатында йөрөй ине, хәҙер ҡыуылған асарбаҡ һымаҡ сығып китә. Ни өсөн? Уның ни ғәйебе бар? Бәлки ысынлап тороп, көрәшергә кәрәктер? О! Ул үҙен ниндәй бәхетле тоя ине! Матур донъя, етеш тормош, нимә тураһында һөйләмә, шунда уҡ алдына килеп ята. Бер тапҡыр кис телевизор ҡарағанда Мальдив утрауҙарын күрһәттеләр. Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Ул утрауҙар ҡайҙа икән?” – тип кенә ҡыҙыҡһынды. “Мин дә, һинең һымаҡ, географиянан көсһөҙмөн”, – тип кенә аҡланды ире. Ә иртәгәһе кис йоҡо бүлмәһендәге тумба өҫтөндә ике юллама ята ине. Икешәр аҙнаға. Әлбиттә, Мальдив утрауҙарына. Зифа никах балдағын сисеп һалды. Тағы нимәләр яңы тормошта кәрәк булыр икән?..
Ә был ваҡытта Алмаевтың кабинетына Сәғирҙе саҡырҙылар. Ир, тыны тарығып, өлтөрәп килеп ингәндә кем менәндер телефон аша һөйләшә ине. Ике һүҙҙең береһендә: “Шулай, Радион Әхтәмович!”, “Эшләрбеҙ, Радион Әхтәмович!”, “Бына үҙе бында ултыра! Бөтәһе лә һеҙ әйткәнсә буласаҡ, Радион Әхтәмович!” – ти.
Директор трубканы ҡулы менән һөрттө һәм һаҡ ҡына һалып ҡуйҙы. Үҙе йүгереп, Сәғир эргәһенә сыҡты һәм рәхмәтле йөҙө менән ирҙең ҡулын ҡыҫты:
– Рәхмәт, Сәғир Низамович! – тине ул ҡулдарын еңелсә һелкетеп. – Һеҙ мине бик ҙур бәләнән ҡотҡарҙығыҙ! Наум Петрович һөйләне, Зубровский ҙа һеҙҙең менән ҡәнәғәт. Үҙеңде бик дөрөҫ тотҡанһың: ирҙәрсә, егеттәрсә, кешеләрсә. Үҙең беләһең, Сәғир Низамович, беҙ бында мәңгелеккә килмәгәнбеҙ. Донъя һеҙгә, йәштәргә ҡаласаҡ. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Шунда ара-тирә беҙгә шылтыратып, ярҙам итһәгеҙ, юлда осрағанда ултыртып алһағыҙ, беҙгә шул еткән. Һеҙҙең алда киң офоҡтар асыла, хөрмәтле Сәғир Низамович! Шуны онотмағыҙ, әгәр маҡсат ҡуйғанһығыҙ икән, бер ниндәй кәртә алдында ла туҡтап тормай, ары атлағыҙ. Хәҙер шундайҙар заманы килде. Әгәр икеләнеп, уйлап, йәлләп торһағыҙ, һеҙҙән бер нимә лә сыҡмаясаҡ. Әйткәндәй, Радион Әхтәмович һеҙҙең менән осрашыуҙан баш тартмай. Әле лә шул хаҡта әйтеп өлгөрҙө. Кем белә, бәлки ул һеҙҙе өйөнә саҡырырға теләйҙер? Мин,мәҫәлән, уның өйөндә булғаным юҡ, ә һин буласаҡһың! Ул һиңә генә түгел, беҙгә, барлыҡ компания өсөн яҡшы! Яйы сыҡһа, минең хаҡта бер-ике йылы һүҙ әйтеп ебәрә алһағыҙ, мин бик шат буласаҡын.
Сәғир уңайһыҙланып ҡына, һорамай,түҙә алманы:
– Ә президентты әйтәм, ҡасан саҡырыр икән?
– Һәр ваҡыт әҙер бул! Бөгөн, биш минуттан, ун минуттан, хатта бер минуттан саҡырыуы бик ихтимал. Уның эше күп. Сөнки һин уның күңелен күтәрҙең бөгөн. Президент хәҙер ябай президент түгел. Ул – олатай, һинең улыңдың олатайы. Ә ундай хис-тойғо һинең өсөн ят. Мин нимә икәнлеген беләм, сөнки үҙемдең ейәнем, ейәнсәрем үҫә. Уларҙың йүгерешеп килеп, һине ҡосаҡлап алыуҙары, иркәләнеүҙәре... Ә һин ошо көнгә тиклем президентты шундай шатлыҡтан мәхрүм итеп килдең. Бына, күҙ алдыңа килтер. Бер нисә йылдан һинең улың, Радион Әхтәмовичтың ейәне, Мәскәүгә элиталы мәктәкә уҡырға бара. Әйткәндәй, улыңдың исеме нисек әле?
– О! Эдуард Сагирович! Яңғырай бит! Әллә һин ундай мәктәптә Эдуардтың исем ҡағыҙында атаһы урынына һыҙыҡ ҡуйырҙар, тип көткәйнеңме?
– Рәхмәт, Сәғир Низамович, беҙҙе ҡыуандырҙың, президенттың кәйефен күтәрҙең! Адвокат , Наум Петровичты әйтәм, бөтәһен дә бик еңел аңлатты. Ҡатынығыҙ, ғәфү итегеҙ, элекке ҡатынығыҙ, артыҡ дәғүәләр ҡуймаған икән. Һеҙ уға Черниковкалағы бер бүлмәле фатирығыҙҙы биргәнһегеҙ, шикелле.
– Эйе, асҡысын, документтарын ҡалдырҙым, Яңы йылдан һуң рәсмиләштереп ҡуйырҙар.
– Ә былай еңел ҡотолғанһығыҙ, Сәғир Низамович! Ғәҙәттә, бындай никахтар тарҡалғанда ер тетрәп тора, мәңге бөтмәҫ тамашаға әйләнә. Бына быныһы – һеҙҙең файҙаға. Тимәк, һеҙ хәл-ваҡиғаларҙы контролдә тота алаһығыҙ.
Зифа такси саҡырҙы ла, сумкаларын күтәреп, ҡапҡа алдына сыҡты. Эргәһенә Нурғәле йүгереп килде:
– Бында кемдер күсенергә йыйынамы әллә? Бер “Газель” килде лә, көттө-көттө лә, китте. Мин бер нәмә лә белмәйем.
– Нурғәле ағай, ишетмәнеңме ни? Мин күсенәм, – тине Зифа. Нисек күсенәһең? Дворниктың ҡулынан һеперткеһе төшөп китте.
– Белмәйем, Нурғәле ағай, шулай килеп сыҡты инде. Мин дә һеҙҙең һымаҡ, бында хеҙмәтсе булып йөрөгәнемде яңы ғына белеп ҡалдым.
– Ә, ҡыҙым, шулай буламы ни? – тине Нурғәле аптырап.
– Була икән шул, – тине Зифа, ауыр һулап. Ул арала булмай, такси килде. Таксист, сыға һалып, Зифаның әйберҙәрен багажникка урынлаштырҙы һәм ҡатындың өҫтөндәге иҫке пуховикка күҙ ташлап:
– Нисек белмәйһегеҙ? Үҙегеҙ такси саҡырғанһығыҙ, ҡайҙа барырға икәнлеген дә белмәйһегеҙ.
– Мине берәр ҡунаҡханаға алып барығыҙ, – тине Зифа. Хаҡы арзан, транспорт йөрөгән төбәк булһын.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"