+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Октябрь 2020, 21:17

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ. Хикәйә. Өсөнсө бүлек.

Зифа такси менән оҙаҡ та барманы, ҡала ситендәге дүрт ҡатлы йорт эргәһендә туҡталдылар. Әлегә Зифа ял итергә, иртәгәһе көнгә әҙерләнергә тейеш. Тап ошо минуттарҙа компанияның президенты Зифа менән Сәғирҙең ҡағыҙҙарын ҡарап ултыра ине. Сөнки президент Радион Әхтәмович берҙән-бер ҡыҙының кейәүенең, йәғни ейәненең атаһының кем булыуын белергә тейеш. Күп миллиардлы мөлкәтте урамдан табып алған иргә ҡалдырып булмай ҙа инде. Президент кейәүе менән әле булһа осрашҡаны юҡ. Бәлки осрашыу кәрәкмәҫ тә. Сөнки заманында төрлө структураларҙа һынау үткән “ҡарт бүре” кешенең холҡон былай ҙа бик тиҙ тотоп ала. Хатта уның хаҡында, кешене “үтәнән-үтә күрә икән”, тигән лаҡап та йөрөй. Иң тәүҙә компанияға Сәғирҙең буласаҡ ҡатыны Зифа килгән икән. Бик тырыш, әрһеҙ башҡорт ҡыҙы, барлыҡ кәртәләрҙе үтеп, уңышлы карьера яһаған. Аҡса кәрәккәндер инде, ситтән тороп белем алған студенттарҙы финанс институтында уҡытҡан һәм шунда буласаҡ ире Сәғир менән танышҡан. Мөнәсәбәттәре тәрән булдымы икән, ул Сәғирҙе эшкә саҡырған һәм аҡрынлап, яйлап, карьера баҫҡысы буйлап юғары үрләткән. Бынан бер нисә йыл элек компанияла яңы корпоратив этика ҡағиҙәләре ҡабул ителде һәм, уға ярашлы, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре менән бәйлеләр, ирле-ҡатынлылар юғары һәм яуаплы вазифа биләргә тейеш түгел. Радион Әхтәмовичтың тәҡдиме менән эшләнде ул. Ҡарт көлөмһөрәп ҡуйҙы. Бер нисә көслө кландан ҡотолорға һәм уларҙы тарҡатырға кәрәк ине. Ләкин был ҡағиҙә Зифа һәм Сәғит Ғүмәровтар ғаиләһенә лә ҡағыла һәм финанс эксперттары ҡатынын урынында ҡалдырырға тәҡдим итһә лә, ул, Ғүмәрова, иренең файҙаһына, юғары вазифаһынан баш тарта. Сәғир Низам улының гүзәл заттар менән шаҡтай иркен мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәттәр бар. Ирҙең һаулығына ҡағылышлы белешмә бик буталсыҡ. Мәҫәлән, Ғүмәровтар байтаҡ йылдар бергә йәшәһә лә, уларҙың балалары юҡ. Ул осраҡта Анжелланың Сәғирҙән тыуған малайын нисек аңлатырға?


БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ.
Хикәйә.
Өсөнсө бүлек.
Зифа такси менән оҙаҡ та барманы, ҡала ситендәге дүрт ҡатлы йорт эргәһендә туҡталдылар. Әлегә Зифа ял итергә, иртәгәһе көнгә әҙерләнергә тейеш.
Тап ошо минуттарҙа компанияның президенты Зифа менән Сәғирҙең ҡағыҙҙарын ҡарап ултыра ине. Сөнки президент Радион Әхтәмович берҙән-бер ҡыҙының кейәүенең, йәғни ейәненең атаһының кем булыуын белергә тейеш. Күп миллиардлы мөлкәтте урамдан табып алған иргә ҡалдырып булмай ҙа инде. Президент кейәүе менән әле булһа осрашҡаны юҡ. Бәлки осрашыу кәрәкмәҫ тә. Сөнки заманында төрлө структураларҙа һынау үткән “ҡарт бүре” кешенең холҡон былай ҙа бик тиҙ тотоп ала. Хатта уның хаҡында, кешене “үтәнән-үтә күрә икән”, тигән лаҡап та йөрөй.
Иң тәүҙә компанияға Сәғирҙең буласаҡ ҡатыны Зифа килгән икән. Бик тырыш, әрһеҙ башҡорт ҡыҙы, барлыҡ кәртәләрҙе үтеп, уңышлы карьера яһаған. Аҡса кәрәккәндер инде, ситтән тороп белем алған студенттарҙы финанс институтында уҡытҡан һәм шунда буласаҡ ире Сәғир менән танышҡан. Мөнәсәбәттәре тәрән булдымы икән, ул Сәғирҙе эшкә саҡырған һәм аҡрынлап, яйлап, карьера баҫҡысы буйлап юғары үрләткән. Бынан бер нисә йыл элек компанияла яңы корпоратив этика ҡағиҙәләре ҡабул ителде һәм, уға ярашлы, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре менән бәйлеләр, ирле-ҡатынлылар юғары һәм яуаплы вазифа биләргә тейеш түгел. Радион Әхтәмовичтың тәҡдиме менән эшләнде ул. Ҡарт көлөмһөрәп ҡуйҙы. Бер нисә көслө кландан ҡотолорға һәм уларҙы тарҡатырға кәрәк ине. Ләкин был ҡағиҙә Зифа һәм Сәғит Ғүмәровтар ғаиләһенә лә ҡағыла һәм финанс эксперттары ҡатынын урынында ҡалдырырға тәҡдим итһә лә, ул, Ғүмәрова, иренең файҙаһына, юғары вазифаһынан баш тарта.
Сәғир Низам улының гүзәл заттар менән шаҡтай иркен мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәттәр бар. Ирҙең һаулығына ҡағылышлы белешмә бик буталсыҡ. Мәҫәлән, Ғүмәровтар байтаҡ йылдар бергә йәшәһә лә, уларҙың балалары юҡ. Ул осраҡта Анжелланың Сәғирҙән тыуған малайын нисек аңлатырға?
Радион Әхтәмович үҙен бик уңайһыҙ тоя. Әлбиттә, ул булдырған бизнес даирәһендә әхлаҡ, әҙәп һәм кешесә мөнәсәбәттәр хупланмай һәм яҡланмай. Ниндәйҙер Сәғир Низам улы Ғүмәровтың һаулыҡ мөмкинлектәре ниңә әле уныҡы һымаҡ ҙур һәм ҡеүәтле компанияның ойоштороусыһын һәм хәҙерге хужаһын борсорға тейеш? Юҡ шул, борсоясаҡ. Бәлки бер нисә йылдан компанияны тулыһынса, әгәр табиптар раҫлағанса дөрөҫкә сыҡһа, оҙон буйлы, һомғол, матур, ләкин бабайҙар һымаҡ кәрһеҙ иргә ҡалдырырға тура килмәгәйе. Сәғирҙең мөмкинлектәренең сикләнеүе лә аңлатылған. Ул йәш сағында спорт менән шөғөлләнгән, ә аҙаҡтан ни өсөндөр дауаланыуҙан баш тартҡан.
Ошо мәғлүмәттәр президенттың иғтибарын йәлеп иткәс, уның кейәүен ҡабул итеү түгел, ғөмүмән, күреү теләге лә һүнде. Туҡта, уның ҡәҙерле Анжеллаһы нимә эшләй икән? Ҡайҙа, шылтыратып, хәлен белһен әле.
– Ни эшләп йөрөй минең ҡыҙыҡайым? – тине ул, хатта ауыҙы йырылып, күңеле йомшарып китте.
Ҡыҙыҡайы һайрай башламаһынмы:
– Атай, атаҡайым! Беҙ бына, икәүләшеп, Сәғир менән өр-яңы өйөбөҙҙө ҡарап йөрөйбөҙ. Саф һауа, ялан һымаҡ ере бар, ике-өс ҡатлы өйө. Һин нимә эшләйһең, атай, атаҡайым? Сәғиргә, үҙең бер күрмәгән кешегә, ышандырып тотторҙоң да, хәҙер ул мине ошо ҡараңғы өңгә бикләп ҡуймаҡсы. (Юҡ, юҡ, борсолма, Сәғир, мин шаяртам. Беҙ һәр ваҡыт шулай һөйләшәбеҙ. Һин нимә, ул һинең өсөн президент, ә минең өсөн ул атай, минең улыма – олатай. Айырманы һиҙәһеңме?) Атай, бында бер проблема ла бар. Һинең ҡыҙың һине олатай, әсәйемде өләсәй итте, ә был обоймала ейәнеңдең атаһы, минең ирем, һинең кейәүең бөтөнләй күренмәй. Ҡыҫҡаһы, һиңә тиҙ арала кейәүеңде күрергә лә, уны тынысландырырға кәрәк. Юғиһә, ул һуңғы көндәрҙә бер нисә ҙур батырлыҡ ҡылды. Ҡыҫҡаһы, ҡатынын айырып ебәрҙе, әле ул минең алдымда тубыҡланып тора һәм минең кейәүгә сығыуымды һорай. Һин быға нимә әйтерһең, атай? Юғиһә ул бөгөн төндә йоҡламаясаҡ.
Ҡарттың әйтер һүҙе бар. Һине кеше иткән, үҙенең урынын биргән ҡатыныңды ни йәнең менән урамға ҡыуып сығарҙың һәм хәҙер шатлығыңдан үрле-ҡырлы һикереп, минең ҡыҙымды үҙеңдеке итергә, аҙаҡ бар мөлкәтемде үҙләштерергә итәһеңме, тип һорай алмай бит инде. Ҡарт ҡағыҙҙар араһынан Сәғирҙең фотоһын алып, алдына һалды. Ә был йүләр үҙенә күрә түгел, һөйкөмлө генә күренә бит әле.
– Ҡыҙыҡайым, эшем күп, мин һиңә вәғәҙәмде бирҙем, мин уны ҡабул итәсәкмен. Тик эштә түгел, үҙемдең тыуған “өңөмдә”, әсәйең менән бергә. Ул Яңы йылда булыр.
– Ой! Яңы йылға тиклем алты көн бар бит әле, – тип уфтанды ҡыҙы. – Ярай, ике йыл түҙгәнде, алты көн генә түҙермен.
– Ҡыҙым, унда һиңә оҡшаймы? – тип һораны ҡарт.
– Иҫ киткес! Һоҡланғыс! Сәғирҙең зауығы миңә оҡшай! Ул шундай өй һатып алған! Атаҡайым! Ул һиңә оҡшаясаҡ! Тик шуныһы насар, дворниктан башҡа, персоналдан бер кеше лә юҡ. Беләһеңме, миңә ниндәй эштәрҙе йөкмәттеләр? Әгәр тиҙ арала ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы ялламаһаҡ, миңә үҙемә аш бешерергә, өй йыйыштырыға, хатта иҙән йыуырға тура киләсәк. Һин быларҙы күҙ алдына килтерәһеңме, атаҡайым?
– Юҡ, әлбиттә! Иҙән йыуыу, ашарға бешереү һиңә, ғөмүмән, килешмәй. Был хаталарҙы мин тиҙ арала төҙәтәсәкмен. Әгәр Ғүмәров әфәнде үҙе төҙәтә алмаһа. Бер нисә заводҡа хужа булып, йөҙҙәрсә миллион һум һалым түләп, мин ҡыҙымды хеҙмәтсе урынына тота алмайым. Йәиһә уның ирен ҡыуып сығарам, йә аҫып ҡуям.
Уйынлы-ысынлы шундайыраҡ һөйләшеү булды.
***
Ҡунаҡханаға гастарбайтерҙар килеп тулған. Эсәләр, геүләшәләр, үҙ-ара айҡашалар. Зифаға мөйөштәге бәләкәй генә номерҙы тәҡдим иттеләр. Иң мөһиме, арзан. Ҡатын урамдан кергәс, тәүҙә һиҙмәне, бүлмә һыуыҡ икән. Ҡуй инде, өйөнән йылы кейемдәрен дә алманы бит әле. Ярай, бер көнгә түҙер әле.
Шул ваҡыт әхирәте Вәсилә шылтыратты, уралтып-суралтып торманы, Яңы йылға пландары менән ҡыҙыҡһынды.
– Уйлаған юҡ әле, – тип яуап бирҙе Зифа. – Бәлки бөгөн һөйләшербеҙ, әгәр ҡайтһа, – тип мәғәнә һалып өҫтәне.
Һуңғы һүҙҙәр Вәсиләне ғәжәпләндерҙе, буғай:
– Ә Сәғир ҡайҙа? Әллә командировкаламы? – тип һораны.
– Юҡ. Командировкала түгел, – тине Зифа тыныс ҡына.
Тышта шул ваҡыт дөбөр-шатыр килеп һуғышҡандары, ҡысҡрышҡандары ишетелде. Шаҡ та шоҡ килтереп, Зифа урынлашҡан номерҙың ишегенә һуҡтылар. Берәү атып та ебәрҙе, шикелле. Вәсилә быларҙы ишетеп, тағы ла ғәжәпләнде:
– Һин нимә, Зифаҡайым, – тине ул. – Кино ҡарайһыңмы, әллә һуғышып йөрөйһөмө?
– Һуғышып йөрөйөм, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр, – тине Зифа. – Әле бына береһен атып та йыҡтым.
– Мин аңламайым, һиңә нимә булды? – тип ныҡышты Вәсилә. – Һин өйөңдә түгелме ни? Әллә командировкаламы?
– Мин һөргөндә, – тине Зифа.
– Нисек һөргөндә?
– Сөнки мине өйөмдән һөрөп сығарҙылар.
– Ужас! Ужас! Һине һөрөп сығарғандар!? Бер нимә лә аңламайым. Бәлки аңлатырһың?
– Нимәһен аңлатып тораһың инде, – тине Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән, илап ебәрҙе.
– Әллә һин илайһыңмы? – тип ғәжәпләнде Вәсилә, – мин һиңә ярҙам итә аламмы?
– Һин миңә ярҙһам итә алаһың, ләкин хәҙер һуң инде.
– Хәҙер үк илауыңдан туҡта һәм миңә аңлат. Һиңә нимә булды? Ҡайҙа Сәғир?
– Сәғир хәҙер беҙҙең буй етмәҫлек урында. Минең ирем, дөрөҫөрәге, элекке ирем, бай кешенең ҡыҙына әүрәгән, тип аңланым. Уларҙың хәҙер улдары үҫә. Исемен белмәйем. Бына шулай.
– Һин мине шаңғыттың! – тине Вәсилә. – Мин һине иреңде үҙемдекенә һәр ваҡыт миҫал итеп ҡуя инем. Юҡ, минеке улай түгел! Йүнһеҙ, әлбиттә, хайуани холҡо ла бар, ләкин ул мине ҡыуып сығармаясаҡ. Дөрөҫөн әйт, әле һин ҡайҙа?
– Черниковкала, “Заря” ҡунаҡханаһында гастарбайтерҙарҙың үҙ-ара һуғышҡанына тамаша ҡылам.
– Ишегеңде емереү ҡурҡынысы бармы? – тип һораны Вәсилә.
– Әлбиттә, бар. Бына емереп бөткәндәрен көтөп ултырам.
– Улай булһа, беҙҙе көт, хәҙер килеп етәбеҙ.
Вәсилә такси саҡыртты ла, күптән йоҡларға ятҡан ирен төрткөләп уятып, кейендерҙе лә, ҡала ситендә урынлашҡан “Таң”ҡунаҡханаһын эҙләп сығып та китте. Ире – полиция капитаны Фәрит Фуат улы. Полицейский мөһабәт кәүҙәһе менән ҡунаҡханала күренеүгә, коридорҙа бер кеше лә ҡалманы. Фәрит менән Вәсилә Зифаның номерын эҙләп тапты һәм уны өйҙәренә алып ҡайтып китте. Фәрит өндәшмәй. Зифаның тормошонда ҙур үҙгәрештәр булыуы уға мәғлүм. Ләкин уның – үҙ мәшәҡәттәре һәм ул һорауҙар бирмәй. Вәсилә өйгә ҡайтҡас, Зифаны:
– Күпме кәрәкһә, шул тиклем торасаҡһың. Башҡа үҙеңде әллә ҡайҙағы ҡунаҡханаларҙан гастарбайтерҙар араһынан эҙләтмә! – тип киҫәтеп ҡуйҙы.
***
Радион Әхтәм улы һуң ғына йортона ҡайтҡас, ҡатыны Сара ханым менән Анжелланың яҙмышы хаҡында тағы ла һөйләштеләр. Сөнки президент үҙенә түгел, хатта компанияның именлек хеҙмәтенә лә ышанмый. Сөнки һәр ваҡыт иң дөрөҫ, теүәл мәғлүмәтте ҡатыны Сара ханым бирә.
– Һин миңә дөрөҫөн әйт, Сара, – тине ире. – Сәғир беҙҙең араға ҡайҙан килеп сыҡты ул? Ул һинең кешеме?
– Ҡайҙан минең кеше булһын инде. Мин һинекеләрҙе, ғөмүмән, белмәйем. Уны Наум Петрович тәҡдим итте. Ул килтергән кешеләр, ғөмүмән, “таҙа” була торғайны.
Наум Петрович? Тимәк, был эшкә ул ҡул һалған. Бына һиңә мә! Радион Әхтәм улы шул адвокаттың нәфсеһен ҡәнәғәтләндерер өсөн эшләгән булып сығамы инде? Был бит – хата, ҙур хата!
– Башҡа бындай эштәргә ҡыҫылма! – тине ире ҡатынына уҫал ҡарап. – Хәҙер уны төҙәтеү өсөн бик күп көс һалырға тура киләсәк.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: