+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Октябрь 2020, 21:03

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ. (16+) Хикәйә. Бишенсе бүлек.

Зифа менән Вәсилә киске туғыҙҙан һуң яҡындағы бер төнгө клубҡа барып ултырырға булдылар. Фәрит һуңлап ҡайта, ул да шунда килергә тейеш. Ә ҡаланың төнгө тормошо бик йәнле икән. Эштә йөрөгән һымаҡ итеп үҙен һауалы тотҡан ҡыҙҙар, кемгә йәбешергә белмәй йөрөгән ирҙәр... Ни хәл итәһең, капитализмды төҙөп бөтмәнек, ә уның емештәре тәүлек әйләнәһенә хужаларына файҙа килтерә. Бер сәғәт эсендә әллә күпме мәхшәрҙең шаһиты булдылар. – Һин бик уйсан күренәһең. Аҡрынлап, был хәлдән сығырға кәрәк, – тине Вәсилә, – бәлки берәйһе менән таныштырырғалыр? Мин шикләнмәйем, һинең менән ҡыҙыҡһыныусылар барҙыр. Финанс буйынса белгестәргә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. – Эштән бигерәк, бер китап ҡыҙыҡһындыра башланы, – тине Зифа. – Сәғир ҡалдырып киткән. Былай эш ҡағыҙҙарын өйгә алып ҡайтмай торғайны, быны – уҡыған. Күренеп тора, юл араларына ҡәләм тейҙергән. – Ә китап нисек атала һуң? – тип һораны Вәсилә. – “Рәсәйҙе нисек таланылар?” Үҙеңдең матди хәлеңде яҡшыртыу йәһәтенән ниндәй йүнәлештә эшләргә. – Ә мин уҡый аламмы китапты? – Ә инглиз телен беләһеңме һуң? – Юҡ. Инглиз телен мин мәктәптә уҡ ҡалдырып киттем. – Улайһа, һиңә профессиональ тәржемәсе кәрәк. – Туҡта әле, инглиз телен Фәрит яҡшы белә, унан һорарбыҙ, ярҙам итәсәк. Оҙон ғүмерле булыр, Фәрит тә килеп етте. Бер үҙе түгел, бер иптәшен эйәртеп алған. Дүртәүләшеп тамаша ҡылдылар, бер аҙ сәй-мәй эскән булдылар. Зифаның Фәриткә һорауы бар икән. – Әле бер китап уҡыйым, бәлки һине лә ҡыҙыҡһындырыр, тик инглиз телендә. Шунда бер һүҙбәйләнешкә иғтибар иттем. “Дуңғыҙҙы һимертеү – Рәсәйҙә борондан килгән ғәҙәт”, – тигән һүҙбәйләнеш бар. Быны нисек аңларға? Сөнки мөхәррирҙәр һүҙбәйләнешкә аңлатма биреүҙе кәрәк тип тапмаған. Дуңғыҙ хаҡында һүҙ сыҡҡас, Фәрит менән уның коллегаһы бер-береһенә ҡарап йылмайыштылар. – Эйе, беҙҙә ҡабан һимертеү традицияһы бар, – тине Фәрит Фуат улы. – Борон, революцияға тиклем үк Себерҙәге төрмәләрҙән катаржандар ҡасҡан. Тайгала бик ауыр, ашарға юҡ. Етмәһә, һирәк кенә осраған ауылдарҙы урап үтергә кәрәк. Асҡа үлмәҫ өсөн төрмәнән ҡасҡан ваҡытта тәжрибәле енәйәтселәр, алдаштырып, үҙҙәре менән таҙа енәйәтселәр ҙә эйәртеп алғандар һәм юл ыңғайы, аҙыҡ-түлек бөтһә, береһен һуйып ашағандар. Был традиция әле лә ваҡыт-ваҡыт күренеп ҡала. Хәҙерге аңлатмаһын Сергей һөйләр. Сергей Николаевич шундайыраҡ иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәшә. – Зифа ханымдың ҡабандар менән ҡыҙыҡһыныуына ғәжәпләнмәйем. Уға ихтыяж енәйәтселәр донъяһында әле лә бар. Ике миҫал. Әйтәйек, теге йәки был заводты ҡулға төшөрөргә кәрәк. Етәкселекте алдаштырып, улар даирәһенә төрлө юлдар менән “ҡабан”ды индерәләр. Уның ағай-эне булыуы, өйләнеүе, кейәү статусына эйә булыуы бик ихтимал. Күпмелер ваҡыттан һуң милектең законлы хужалары уйындан сығарыла һәм власты, кейәү йәки килен ярҙамында, башҡалар үҙ ҡулдарына эләктерә. Икенсе осраҡ та шул сама. Предприятие асыла, ул геүләтеп эшләй, төрлө яҡтан, һуңынан түләү шарты менән, продукция ала, етештереүсене кредит һаҙлығына батыра. Шулай күңелле генә итеп эшләп йөрөгәндә директор вазифаһын үтәүсе, “ҡабан”, көтмәгәндә юҡҡа сыға. Бөтә бурыстар һәм аҡса менән. Уны, әлбиттә, оҙаҡламай табасаҡтар, ләкин ул хәҙер аҙмы-күпме хөрмәт күрһәтеп, ерләү йолаһын үтәүгә генә эшкинә. Әйткәндәй, тәүге осраҡта ла кейәүҙең яҙмышы шулай тамамланыуы бик мөмкин.


БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ. (16+)
Хикәйә.
Бишенсе бүлек.
Зифа менән Вәсилә киске туғыҙҙан һуң яҡындағы бер төнгө клубҡа барып ултырырға булдылар. Фәрит һуңлап ҡайта, ул да шунда килергә тейеш. Ә ҡаланың төнгө тормошо бик йәнле икән. Эштә йөрөгән һымаҡ итеп үҙен һауалы тотҡан ҡыҙҙар, кемгә йәбешергә белмәй йөрөгән ирҙәр... Ни хәл итәһең, капитализмды төҙөп бөтмәнек, ә уның емештәре тәүлек әйләнәһенә хужаларына файҙа килтерә. Бер сәғәт эсендә әллә күпме мәхшәрҙең шаһиты булдылар.
– Һин бик уйсан күренәһең. Аҡрынлап, был хәлдән сығырға кәрәк, – тине Вәсилә, – бәлки берәйһе менән таныштырырғалыр? Мин шикләнмәйем, һинең менән ҡыҙыҡһыныусылар барҙыр. Финанс буйынса белгестәргә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур.
– Эштән бигерәк, бер китап ҡыҙыҡһындыра башланы, – тине Зифа. – Сәғир ҡалдырып киткән. Былай эш ҡағыҙҙарын өйгә алып ҡайтмай торғайны, быны – уҡыған. Күренеп тора, юл араларына ҡәләм тейҙергән.
– Ә китап нисек атала һуң? – тип һораны Вәсилә.
– “Рәсәйҙе нисек таланылар?” Үҙеңдең матди хәлеңде яҡшыртыу йәһәтенән ниндәй йүнәлештә эшләргә.
– Ә мин уҡый аламмы китапты?
– Ә инглиз телен беләһеңме һуң?
– Юҡ. Инглиз телен мин мәктәптә уҡ ҡалдырып киттем.
– Улайһа, һиңә профессиональ тәржемәсе кәрәк.
– Туҡта әле, инглиз телен Фәрит яҡшы белә, унан һорарбыҙ, ярҙам итәсәк.
Оҙон ғүмерле булыр, Фәрит тә килеп етте. Бер үҙе түгел, бер иптәшен эйәртеп алған. Дүртәүләшеп тамаша ҡылдылар, бер аҙ сәй-мәй эскән булдылар. Зифаның Фәриткә һорауы бар икән.
– Әле бер китап уҡыйым, бәлки һине лә ҡыҙыҡһындырыр, тик инглиз телендә. Шунда бер һүҙбәйләнешкә иғтибар иттем. “Дуңғыҙҙы һимертеү – Рәсәйҙә борондан килгән ғәҙәт”, – тигән һүҙбәйләнеш бар. Быны нисек аңларға? Сөнки мөхәррирҙәр һүҙбәйләнешкә аңлатма биреүҙе кәрәк тип тапмаған.
Дуңғыҙ хаҡында һүҙ сыҡҡас, Фәрит менән уның коллегаһы бер-береһенә ҡарап йылмайыштылар.
– Эйе, беҙҙә ҡабан һимертеү традицияһы бар, – тине Фәрит Фуат улы. – Борон, революцияға тиклем үк Себерҙәге төрмәләрҙән катаржандар ҡасҡан. Тайгала бик ауыр, ашарға юҡ. Етмәһә, һирәк кенә осраған ауылдарҙы урап үтергә кәрәк. Асҡа үлмәҫ өсөн төрмәнән ҡасҡан ваҡытта тәжрибәле енәйәтселәр, алдаштырып, үҙҙәре менән таҙа енәйәтселәр ҙә эйәртеп алғандар һәм юл ыңғайы, аҙыҡ-түлек бөтһә, береһен һуйып ашағандар. Был традиция әле лә ваҡыт-ваҡыт күренеп ҡала. Хәҙерге аңлатмаһын Сергей һөйләр. Сергей Николаевич шундайыраҡ иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәшә.
– Зифа ханымдың ҡабандар менән ҡыҙыҡһыныуына ғәжәпләнмәйем. Уға ихтыяж енәйәтселәр донъяһында әле лә бар. Ике миҫал.
Әйтәйек, теге йәки был заводты ҡулға төшөрөргә кәрәк. Етәкселекте алдаштырып, улар даирәһенә төрлө юлдар менән “ҡабан”ды индерәләр. Уның ағай-эне булыуы, өйләнеүе, кейәү статусына эйә булыуы бик ихтимал. Күпмелер ваҡыттан һуң милектең законлы хужалары уйындан сығарыла һәм власты, кейәү йәки килен ярҙамында, башҡалар үҙ ҡулдарына эләктерә.
Икенсе осраҡ та шул сама. Предприятие асыла, ул геүләтеп эшләй, төрлө яҡтан, һуңынан түләү шарты менән, продукция ала, етештереүсене кредит һаҙлығына батыра. Шулай күңелле генә итеп эшләп йөрөгәндә директор вазифаһын үтәүсе, “ҡабан”, көтмәгәндә юҡҡа сыға. Бөтә бурыстар һәм аҡса менән. Уны, әлбиттә, оҙаҡламай табасаҡтар, ләкин ул хәҙер аҙмы-күпме хөрмәт күрһәтеп, ерләү йолаһын үтәүгә генә эшкинә. Әйткәндәй, тәүге осраҡта ла кейәүҙең яҙмышы шулай тамамланыуы бик мөмкин.
Төнгө клубта кешеләр күбәйҙе, тәртип яғы йомшарҙы, Зифалар ҡайтырға булды. Ҡайтҡас, Зифа менән Вәсилә сәй эсеп алырға ултырҙы. Ә Фәрит Фуат улына иртәгә иртүк эшкә икән, ул йоҡларға ашыҡты.
– Һиңә өйҙә генә ултырырға ярамай, – тине Вәсилә Зифаға. – Кеше араһына сыҡ, күңелеңде төшөрмә. Бәлки берәй кейәү ҙә табылыр.
– Мин әле үҙемде айырылған ҡатын итеп тә тоймайым, – тине. – Ни бары ике-өс көн үтте. Сәғир командировкала һәм ул хәҙер килеп инер һымаҡ.
– Һин уны көтәһеңме? – тине Вәсилә.
– Юҡ, көтмәйем. Уға исраф иткән йылдарым ғына йәл. Уға һаулыҡ, улын үҫтереүҙә уңыштар теләйем, – тине Зифа.
– Ә минең, мәҫәлән, уның улына бер аҙ һорауҙарым бар, – тине уйланғандан һуң Вәсилә. – “Хөрмәтле малай, – тип әйтәсәкмен мин уға. – Беҙ һине яратабыҙ, һиңә һаулыҡ, бәхеттәр теләйбеҙ. Бына атайың менән уның элекке ҡатынының бер ваҡытта ла балаһы булмаған, ә һин – бар. Был донъяға нисек тыуҙың?” – тип һорар инем. Берәйһе ярҙам иттеме икән? – тине Вәсилә.
– Юҡ. Был мәсьәлә мине ҡыҙыҡһындырмай, – тине Зифа. Ҡыҙыҡһынып, һорауҙар биреп йөрөгә уйламайым. Сабыйға бәхет теләйем.
– Мин детективтар яратам, әлбиттә, – тине Вәсилә. Баяғы, һин әйткән һимертелгән дуңғыҙ мәсьәләһе Сәғир менән булған осраҡта бик актуаль яңғырай.
– Мин дә шулай уйлайым, – тине Зифа. – Тик ҡайҙан мәғлүмәт алырға, кемгә мөрәжәғәт итергә? Саҡ ҡына ишетеп ҡалдым, Сәғир компания президентының ҡыҙына өйләнеүе бик ихтимал.
– Тимәк, “ҡабан” ролен Сәғир башҡарасаҡ. Уға бик килешер ине был урын. Институтта уҡығанда Сәғирҙең ҡайныһы, Радион Әхтәм улы Насиров, сығыш яһағайны. Бик асыҡ, заманса кешегә оҡшаған. Шуға сығырлыҡ таныштарың юҡмы? Эҙләп ҡарарға кәрәк, – тине Вәсилә. – Ә һин бер заман Сәғир кире ҡайтыр, тип уйламайһыңмы?
– Уйламайым да, көтмәйем дә. Мин уның холҡон бер аҙ беләм. Ул бик уңайлыҡтар ярата. Хәҙер ул үҙен бик бәхетле тоя. Үҙең уйлап ҡара, президенттың кейәүе!
– Ә мин һинең иреңде электән үк ышанысһыҙ, тип тоя инем. Ундай ирҙәр бер ваҡытта ла ҡатындарына тоғро булмай һәм үҙенең маҡсатына ирешеү өсөн иң яҡын кешеләрен дә ҡорбан итеүе бик ихтимал. Улар аҫтыртын һәм мәкерле. Ана, минекен ҡара, Фәритте әйтәм. Маҡтап ебәрһәң, юҡ ҡына эштәрен күрһәң, тағы ла дәртләнеберәк тотона, тауҙар аҡтарып күрһәтә.
Йоҡларға һуң яттылар. Зифа уянып, сәғәтенә ҡараһа, 12 тулып үткән. Уны бит бөгөн бик мөһим суд көтә. Хәйер, мөһим тиһә лә, Сәғирҙе күреп, уның менән айҡашып ултырыу теләге юҡ. Ул нисек әйтә, шулай буласаҡ. Сөнки Наум Петрович менән ярышыу урынһыҙ. Барғас та әйтергә кәрәк булыр, ниндәй шарттарығыҙ бар, мин бөтәһенә лә риза, минең яҡтан бер дәғүә лә юҡ. Ә инде Сәғирҙең Черниковкалағы бер бүлмәле фатирына килгәндә, ҡарарбыҙ. Һәр хәлдә, торлаҡһыҙ интекмәҫ, ҡуртымға булһа ла, алыр. Дөрөҫ, Зифаның Сәғиргә һорауҙары күп. Мәҫәлән, эш хаҡы алған банк картаһы бар ине. Әле тикшереп ҡараһа, унда 20 мең генә аҡса күренә. Айырып ебәргән ҡатынын талаған, тип әйткәндә, хәбәрселәр эләктереп алыр ине инде. Кәрәкмәй, үҙенә булһын. Бөлмәбеҙ, ас та үлмәбеҙ.
Суд ярты сәғәт тә барманы. Наум Петрович һөйләп тә бөттө, яҡтар бер-береһенә көсләп йылмайып, ризалығын белдерҙе, иң аҙаҡтан Сәғир һүҙ һораны һәм ниндәй дәғүәһе бар инде?
– Минең ҡатыным кейемдәрен ҡалдырған. Шуларҙы алырға мәжбүр итеп буламы? – тип судьяға мөрәжәғәт итте. Йәнәһе, күрегеҙ, мин ҡайһылай йомарт. Хатта элекке ҡатынымды хәстәрләйем, тиеүелер.
– Был мәсьәлә ҡаралмай, бындай бәхәсте үҙ-ара хәл итегеҙ, – тине судья. – Зифа ханым Ғүмәрова, һеҙҙең әйтер һүҙегеҙ бармы?
– Минең кейемдәрем генә түгел, ул бүләк иткән ювелир биҙәүестәр ҙә, хатта эш хаҡы ала торған банк картамда һуңғы өс йыллыҡ эш хаҡым да ҡалды. Ғүмәров әфәнде был хаҡта өндәшмәне, әлбиттә. Ә кейемдәрҙе, алтын-көмөштө ҡалдырыуымдың сәбәбе шунда, мин өр-яңынан тормош башларға йыйынам һәм элекке ғүмеремде, Ғүмәров әфәнде менән бәйле булған йылдарымды, бер нимә лә хәтергә төшөрөп торорға тейеш түгел.
Шуның менән суд эше тамамланды. Адвокат менән Сәғир икеһе бер машинала килгәндәр, күрәһең, ҡасып, тигәндәй, китеп барҙылар. Ниндәйҙер йомошо булдымы икән, һуңлабыраҡ һаҡ начальнигы Зубровский килеп сыҡты. Ул Зифаға ҡарап йылмайҙы һәм хушлашты. Машинаһы ситтәрәк икән, шунда икәү йәйәү атланылар. Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Радион Әхтәм улы ни хәлдә? Әгәр мөмкин булһа, минән сәләм әйтегеҙ, – тине һәм сумкаһынан “Рәсәйҙе нисек талайҙар?” исемле китапты сығарып тотторҙо. – Бәлки уға күрһәтерһегеҙ? Минең тойомлауымса, һҙеҙҙең компанияны ҙур үҙгәрештәр көтә. Ошо китап бәлки уны ҡотҡарып ҡалыр.
Зубровский менән Зифа хушлаштылар.
Кабинетына кереү менән, һаҡ начальнигы китаптың һәр бер битенең күсермәһен алды, төп нөсхәһен сейфына һалып ҡуйҙы. Инглиз теленән тәржемә икәнсе көнөнә уның өҫтәлендә ята ине. Сәғирҙең бит һайын ҡуйылған иҫкәрмәләре, төҙәтмәләре әллә ҡайҙан уҡ, беҙ бында, тип һөрәнәләп тора. Зубровский бер тынала китапты уҡып сыҡты һәм, телһеҙ ҡалып, креслоһына ҡоланы.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: