+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Октябрь 2020, 10:23

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ. Хикәйә. Дүртенсе бүлек.

Йыраҡтан ҡарағанда нисә ҡатлы икәнлеге лә бик күренеп тормаған йорт алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып торған һымаҡ. Төп ваҡиғалар ошонда барасаҡ һәм күрше-тирәне генә түгел, матбуғат сараларын да ҡыҙыҡһындырасаҡ. Аңлашылмаусанлыҡтар тәүге иртәлә үк башланды. Йорт хужаһы Сәғир Низамович ғәҙәте буйынса иртүк тороп, физик күнекмәләр яһап, йыуынып сыҡҡандан һуң аш бүлмәһенә инеп, иртәнге ризыҡты ҡабул итәйем тиһә, бында шыш та, пыш та юҡлығын күреп, ауыҙы һәленеп төштө. Шунан хәтерләне: аш-һыу тирәһендәге барлыҡ эште элекке хужабикә Зифа үҙе башҡара торғайны бит. Ярай, бер иртәгә түҙербеҙ, тип үҙен тынысландырҙы хужа. Йомортҡа ҡурырлыҡ ҡына тәжрибәһе бар. Һуңғы сиктә, эшкә барғас та ҡапҡылап алырға мөмкин. Бер иртәгә асҡа үлмәҫ. Арлы-бирле ашап, гардероб бүлмәһенә үтһә, уны икенсе, ҡатмарлыраҡ тетрәнеү көтә ине. Көн һайын тәғәйен урынында бөгөн эшкә кейергә тейешле костюм-салбары ла, күлдәге лә, галстугы ла, хатта ҡулъяулығы ла юҡ. Нисәмә йылдар буйына көндән көнгә, аҙнанан аҙнаға, айҙан айға Зифа тарафынан һалынған тәртип күҙ алдында ҡойолоп төштө. Сәғир үҙенең хәлен аңлай. Был хаҡта әйтеү түгел, уйларға ла ярамай. Анжелланы әле һаман белеп бөтә алмаған, аңламаған ир ҡатындан түгел, уның атаһынан, атаһынан да бигерәк, әсәһенән нығыраҡ ҡурҡа һәм шикләнә. Әле бер нисә кеше генә белгән, яңы төҫмөрләнгән Сара Моисеевна һәм Наум Петрович төҙөгән “Вариҫ” операцияһы, ваҡытында үтекләнмәгән күлдәк, йә әҙерләнмәгән иртәнге аш арҡаһында ғына, юҡҡа сыҡмай бит инде. Күптәргә мәғлүм, СССР-ҙың тарҡалыуы, 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар һәм үҙләштереүҙәр Рәсәйҙе бөлгөнлөккә төшөрһә лә, бик күп аҡыллы баштар байып ҡалды. Хәҙер уға сик ҡуйылды, тип иҫәпләнә. Ләкин элекке һымаҡ байлыҡҡа өмөт итеүселәр заводтар-фабрикалар тирәһендә эркелешеп йөрөй һәм законһыҙ юлдар менән ҡалған милекте йолҡҡоларға тырыша. Ләкин бөгөн Сәғирҙе ул милек түгел, эшкә нимә кейеп барыу мәсьәләһе нығыраҡ борсой. Аптырағас, үҙе гардеробҡа кереп китте. Бында, һалдаттар һымаҡ, береһенән-береһе ҡиммәтерәк костюмдары, күлмәктәре теҙелеп тора. Гардеробты тулыһынса тип әйтерлек алып торған кейемдәр тик уныҡы ғына. Ә бынауы ике шәшке тун, дубленка, кейем-һалым Зифаныҡылыр инде. Үҙе лә һиҙмәҫтән, сағыштырып ҡараны һәм тағы ла бер асыш яһаны: уның элекке ҡатыны кейем-һалымға битараф һәм бик баҫалҡы булған түгелме һуң?


БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ.
Хикәйә.
Дүртенсе бүлек.
Йыраҡтан ҡарағанда нисә ҡатлы икәнлеге лә бик күренеп тормаған йорт алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып торған һымаҡ. Төп ваҡиғалар ошонда барасаҡ һәм күрше-тирәне генә түгел, матбуғат сараларын да ҡыҙыҡһындырасаҡ.
Аңлашылмаусанлыҡтар тәүге иртәлә үк башланды. Йорт хужаһы Сәғир Низамович ғәҙәте буйынса иртүк тороп, физик күнекмәләр яһап, йыуынып сыҡҡандан һуң аш бүлмәһенә инеп, иртәнге ризыҡты ҡабул итәйем тиһә, бында шыш та, пыш та юҡлығын күреп, ауыҙы һәленеп төштө. Шунан хәтерләне: аш-һыу тирәһендәге барлыҡ эште элекке хужабикә Зифа үҙе башҡара торғайны бит. Ярай, бер иртәгә түҙербеҙ, тип үҙен тынысландырҙы хужа. Йомортҡа ҡурырлыҡ ҡына тәжрибәһе бар. Һуңғы сиктә, эшкә барғас та ҡапҡылап алырға мөмкин. Бер иртәгә асҡа үлмәҫ. Арлы-бирле ашап, гардероб бүлмәһенә үтһә, уны икенсе, ҡатмарлыраҡ тетрәнеү көтә ине. Көн һайын тәғәйен урынында бөгөн эшкә кейергә тейешле костюм-салбары ла, күлдәге лә, галстугы ла, хатта ҡулъяулығы ла юҡ. Нисәмә йылдар буйына көндән көнгә, аҙнанан аҙнаға, айҙан айға Зифа тарафынан һалынған тәртип күҙ алдында ҡойолоп төштө. Сәғир үҙенең хәлен аңлай. Был хаҡта әйтеү түгел, уйларға ла ярамай. Анжелланы әле һаман белеп бөтә алмаған, аңламаған ир ҡатындан түгел, уның атаһынан, атаһынан да бигерәк, әсәһенән нығыраҡ ҡурҡа һәм шикләнә. Әле бер нисә кеше генә белгән, яңы төҫмөрләнгән Сара Моисеевна һәм Наум Петрович төҙөгән “Вариҫ” операцияһы, ваҡытында үтекләнмәгән күлдәк, йә әҙерләнмәгән иртәнге аш арҡаһында ғына, юҡҡа сыҡмай бит инде.
Күптәргә мәғлүм, СССР-ҙың тарҡалыуы, 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар һәм үҙләштереүҙәр Рәсәйҙе бөлгөнлөккә төшөрһә лә, бик күп аҡыллы баштар байып ҡалды. Хәҙер уға сик ҡуйылды, тип иҫәпләнә. Ләкин элекке һымаҡ байлыҡҡа өмөт итеүселәр заводтар-фабрикалар тирәһендә эркелешеп йөрөй һәм законһыҙ юлдар менән ҡалған милекте йолҡҡоларға тырыша.
Ләкин бөгөн Сәғирҙе ул милек түгел, эшкә нимә кейеп барыу мәсьәләһе нығыраҡ борсой. Аптырағас, үҙе гардеробҡа кереп китте. Бында, һалдаттар һымаҡ, береһенән-береһе ҡиммәтерәк костюмдары, күлмәктәре теҙелеп тора. Гардеробты тулыһынса тип әйтерлек алып торған кейемдәр тик уныҡы ғына. Ә бынауы ике шәшке тун, дубленка, кейем-һалым Зифаныҡылыр инде. Үҙе лә һиҙмәҫтән, сағыштырып ҡараны һәм тағы ла бер асыш яһаны: уның элекке ҡатыны кейем-һалымға битараф һәм бик баҫалҡы булған түгелме һуң?
Был хаҡта уйларға ваҡыт юҡ, тиҙерәк эшә китергә кәрәк. Сәғир иң ситтә торған пинжәкте эләктерҙе, салбарын кейҙе, күлдәк, галстук ҡарап алды һәм эшкә ашыҡты. Кабинетына кереп, иртәнге кофеһын да эсеп өлгөрмәне, уны Алмаевҡа саҡырҙылар. Ағымдағы эштәрҙе хәл итеп бөтөүгә, өр-яңылары килеп инде. Күп тә үтмәне, Алмаевҡа президент шылтыратты, тағы эш хаҡында һөйләштеләр. Аҙаҡ директор Сәғиргә күҙ һирпеп алды. Тимәк, һөйләшеү уның хаҡында. Кем белә, бәлки бөгөн саҡырып та алыр әле. Ана, кисә Анжелла шылтыратып, кейәүенең барлығы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Президент менән һөйләшеп бөткәс, Алмаев креслоһына һуҙылып ятты һәм бик оҙаҡ итеп Сәғиргә ҡараны. Шунан һуң башын һелкеп, аптыранып ҡуйҙы.
– Хөрмәтле Сәғир Низамович! – тине ул ниндәйҙер аныҡ булмаған тон менән. – Компания һеҙҙе бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләне, тип иҫәпләйем. Һәр хәлдә, бәхет һеҙҙең эргәлә генә. Һеҙҙең ғаилә статусын үҙгәртеү, ҡайһы бер ауыр ғына мәшәҡәттәрҙе хәл итеү һәм башҡа эштәр өсөн президент шәхсән үҙенең фатихаһын бирҙе. Миңә мәғлүм булыуынса, һеҙҙең икеме, өсмө ҡатлы йортоғоҙ бар һәм ундағы ер атайығыҙ исемендә булһа ла, һеҙ уға хужа, шулай булғас, үҙегеҙҙе хужа итеп тотоғоҙ. Ни өсөн һеҙҙең йортоғоҙҙағы, Ғүмәров әфәнде, иртәнән алып кискә тиклем һәр мәсьәлә, мәҫәлән, ашнаҡсы, йыйыштырыусы, дворник, водитель һәм башҡалар буйынса президент һәм генеральный директор кимәлендә хәл ителергә тейеш? Әллә һин президенттың һәм генераль директорҙың башҡа эше, юҡ тип уйлайһыңмы? Беренсеһе – шул. Икенсеһе. Һин, Ғүмәров әфәнде, ҡайҙа эшләгәнеңде онотма! Өҫтөңә ҡара, ҡапсыҡ һымаҡ пинжәк кейеп килгәнһең. Нимә, әллә һин үҙеңде ҡарай белмәйһеңме? Һинең эш хаҡың күпме әле? Ужас! Һин бит Рәсәй Президентының йыллыҡ эш хаҡын бер айҙа алаһың. Нимә, үҙеңә йыйыштырыусы, гардеробсы яллай алмайһыңмы? Һинең иғтибарыңа, президент әле генә миңә шул хаҡта һөйләне һәм үҙенең аптыраныуын белдерҙе.
Был һөйләшеү Сәғир Ғүмәровты дөмбәҫләп һалған һымаҡ булды. Бәй, хәҙер үҙенә эшкә тотонорға тура килә түгелме һуң? Етмәһә, йыл аҙағы, отчет менән ҡыҫалар. Киләһе йылға ҡалдырмай торған финанс документтары өйөлөп ята һ.б., һ.б. кабинетына керһә, ҡабул итеү бүлмәһендә Наум Петрович ултыра.
– Сәғир Низамович, һөйләшкәнсә, иртәгә сәғәт өскә – судҡа, – тип ҡыуандырҙы ул.
– Шуны минһеҙ генә хәл итеп булмаймы?
– Әлбиттә була, ләкин Ғүмәрова ханым һуңынан дәғүә белдереүе ихтимал.
Уф, бында Зифа бар бит әле. Уның менән тағы осрашырға тура килә инде. Сәғирҙең шунда уҡ кәйефе боҙолдо. Бөтә эштәрҙән бигерәк, уны Зифа менән осрашыу нығыраҡ борсой, борсоуҙан бигерәк, ҡурҡыта ине. Сәғир ҙә кеше, ҡатынының күҙҙәренә нисек ҡарар? Уның менән һүҙгә килешергә тура килер әле. Уларға нимә тип яуап бирер?
***
Ә Зифа Ғүмәрова был ваҡытта әхирәтенең фатирында ял итә. Вәсилә менән Фәрит икеһе лә эштә. Улар кисһеҙ ҡайтмай. Көндө нисек үткәрергә белмәй аптыранған ҡатын еңдәрен һыҙғанды ла, өйҙө йыйыштыра башланы. Теге өйөндә йәшәгәндә лә ул йыйыштырырға ярата торғайны. Һис буш ултырғаны булманы. Иртәнән алып кискә тиклем иҙән йыуһынмы, мебелде һөрткөләһенме, ҙур өйҙә эше табылып тора. Үҙе лә һиҙмәҫтән Сәғирҙе хәтеренә төшөрҙө. Иртәгә бит суд, осрашырға тура киләсәк. Ни хәлдә донъя көтә икән йәш ҡатын менән? Хәйер, хәҙер ҡыҙыҡһындың ни, ҡыҙыҡһынманың ни, киҫелгән икмәк башҡа йәбешмәй, тиҙәр. Хәҙер алға ҡарарға, киләсәкте хәстәрләргә кәрәк. Шул ваҡыт үҙенең эше иҫкә төштө. Барып килермен, тигәйне, кире уйланы. Ғүмәровтар хаҡында хәбәрҙәр унда ла барып еткәндер. Хәҙер әхирәттәре ҡыҙыҡһына, һораша башлар. Өйөн ҡалдырған ваҡытта Зифа Сәғирҙең эш бүлмәһендәге китапханаһынан, ял иткәндә уҡырмын, тип инглиз телендә “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән китапты алғайны. Китап ҡалын түгел, ләкин йөкмәткеһе ҡыҙыҡлы ғына. Сәғир китапты ҡат-ҡат уҡыған, күрәһең. Урыны-урыны менән һыҙғылап, ҡалын нөктәләр ҡуйып, төрлө төҫтәге маркерҙар менән һыҙғылап танышҡан. Фатирҙы йыйыштырып бөткәс, Зифа китап менән танышып сыҡты. Был – китап ҡына түгел, үҙенә күрә бер ҡулланма, илде таларға теләүселәр өсөн инструкция сифатында эшләнгән. Бына нимә яҙа улар: “Рәсәйҙе талау иҫәбенә байырға теләүселәр бында бүлешерлек мөлкәт ҡалманы, тип иҫәпләһә, хаталана. Рәсәйҙең ҙурлығы, тәбиғи байлыҡтарының күплеге әле һаман күптәрҙе ылыҡтыра һәм яңынан-яңы үҙләштереү алымдарын табырға ярҙам итә”.
Зифа бик илтифат бирмәй генә китапты тәүҙә бер уҡып сыҡты, бер ыңғай инглиз теленән электән өйрәнгәндәрен иҫкә төшөрҙө. Насар түгел. Бик ҡыҙыҡлы китап. Был китаптың беҙгә ниндәй мөнәсәбәте булһын инде, уны ситкәрәк алып ҡуйҙы.
***
Төшкө аш ваҡытында һаҡ начальнигы Зубровский Сәғир эргәһенә килеп: “Сәғәт өстә һеҙҙең янға егерме минутҡа инергә мөмкинме?” – тип ҡабул итеүен һораны.
– Әлбиттә, әлбиттә. Ҡыуанып ҡабул итәсәкмен, – тине Сәғир.
Полковниктың күҙҙәренә ҡарап: “Һин генә ҡалғайның. Башҡа эшең юҡмы ни? ” – тип әйтеп булмай бит инде. Кабинетына инеүгә, йылдың тамамланыуына күҙ аллауҙар килтереп һалдылар. Компания уңышлы һәм табышлы эшләй. Финанс күрһәткестәре лә шул хаҡта һөйләй. Йыл йомғаҡтары буйынса премия ла быйыл мул ғына булмаҡсы. Ашығыс эштәрҙе хәл итеүгә, Зубровский үҙе лә килеп инде.
– Һеҙ ҡала ситендәге йортоғоҙға персонал ҡабул иткәндә мотлаҡ беҙҙең менән кәңәшләшергә тейешһегеҙ, – тип башланы һүҙен отставкалағы полковник. Беренсенән, президенттың ғаилә ағзалары йәшәгән йорттарҙа хеҙмәтләндереүселәр беҙҙең аша ғына ҡабул ителә. Был тиҙ эшләнә торған эш түгел. Беҙ белешмәләр йыябыҙ,
Элек ҡайҙа эшләгәндәрен барлайбыҙ. Шулай уҡ, финанстар өсөн яуап биреүсе, һеҙ булаһығыҙ инде, Сәғир Низамович, даими беҙҙең ҡурсалау шарттарында йәшәй.
Сәғиргә бит бөгөн иртән хеҙмәткәрҙәр ҡабул итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушылғайны, ә ул бер нимә лә эшләмәне. Хәҙер Анжелла ярай ҙа миңә генә шылтыратһа. Атаһына шылтыратта башлаһа, әсәһенә хәбәр итһә, эш харап.
Ул арала булмай, кеҫә телефоны телгә килде һәм Анжелла Радионовнаның шылтыратыуы билдәле булды.
– Һин, ҡәҙерлем, беҙҙе оноттоң! – тип башланы ул иламһырап. – Беҙ – иртәнән бирле ашамаған. Бында что за бардак? Йыйыштырыусы, аш бешереүсе, гардеробты хеҙмәтләндереүсе лә юҡ. Әгәр донъяң әҙер түгел икән, һин беҙҙе бында нимәгә килтерҙең? Юғиһә, мин хәҙер атайыма ҡайтып китәм. Ә ул кис минән һораһа, мин нимә тип яуап бирәм?
– Ҡәҙерлем, Анжелла, мөхәббәтем минең! – тип йылы һүҙҙәрен йәлләмәне Сәғир. Әгәр һин атайыңа хәбәр итһәң, миңә бик ҡыйынға тура киләсәк. Икенсенән, президенттың кәйефен боҙғом килмәй. Һин уға өндәшмә. Бына беҙ шул мәсьәләләрҙе хәл итеп ултырабыҙ. Бөгөн-иртәгә һиндә ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы буласаҡ.
Сәғир эстән генә үҙе баш вата. Быға тиклем Зифа менән икәү генә йәшәнеләр. Ул бөтәһенә лә өлгөрә торғайны. Ашы бешкән, өйө йыйыштырылған, баҡсаһы ҡаралған. Теге дворник ағай кем әле... Нурғәле булды шикелле, ул һепереп, ҡар көрәп кенә тора ине. Сәғир полковникка мөлдөрәп ҡарап:
– Бөгөн миңә иң кәмендә ике кеше – ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы – кәрәк, – тип талап ҡуйҙы.
– Был мөмкин түгел! – тине полковник. Кешеһен табырбыҙ, тик берәү ҙә, һин беҙҙәге бюрократияны беләһең, бер нисә көн эсендә наркологтан, психиатрҙан, эске эштәр министрлығынан төрмөлө ултырмағанлығы хаҡында белешмә килтереп еткерә алмаясаҡ. Мин үҙемә ундай яуаплылыҡ ала алмайым. Һеҙ эшкә алырһығыҙ, ә ул элек хөкөм ителгән, йә фән тарафынан иҫбатланмаған маньяктыр? Юҡ инде, мин үҙемдең карьерам менән шаярмайым. Бында һүҙ һеҙҙең именлек хаҡында бара.
Бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Зубровский ваҡытылыса ике кеше биреп торорға булды. Уларҙы ҡала эргәһендәге ҡунаҡхананан килтерергә ҡарар иттеләр.
Ғүмәровтарҙың йортона кеше табылды, ләкин бының менән мәсьәлә хәл ителде, тип уйлағандар хаталана. Сөнки иң мөһимдәре яңы башлана ғына.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: