+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Октябрь 2020, 10:06

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ. Хикәйә. Алтынсы бүлек.

Рәсәйҙә әүәл-әүәлдән раҫланмаған, ләкин киң таралған ҡанун йәшәй. Бәләкәй генә ауылдың иң бәләкәй генә түрәһе лә үҙенән өҫтә торған түрәнең йомшаҡ булыуын теләй һәм етәксегә ҡарата ике генә баһа бирелә: яҡшы йәки насар. Әгәр вазифа биләүсе талапсан булмаһа, илке-һалҡы эшләүҙәрен күрмәһә, өҫтәүенә, эш хаҡын ваҡытында һәм мул түләһә, ул – һәйбәт. Ә инде талапсан, эшһеҙҙәрҙе һәм ялҡауҙарҙы күрә алмаған, эш хаҡын да самалап ҡына түләгән етәксе икән, ул – насар. Оҙаҡ йылдар – директор урынбаҫары, һуңынан – директор, хәҙер килеп, компанияның президенты вазифаһын биләүсе Радион Әхтәм улы берәүҙәргә яҡшы тойолһа, икенселәр өсөн насар була белде. Ярай, заманында ваҡытты бушҡа үткәрмәнеләр. Үҙҙәренең аҡсаларын ҡушып, арзан ғына хаҡҡа ваучерҙар йыйыштырып, Мәскәүҙәге дуҫтарын йәлеп итеп, ошо ябылыр-ябылмаҫ заводты эшкиндереп, компания тигән яңғырауыҡлы исем ҡушып, акционерлаштырғайнылар. Белә Радион Әхтәмович, ишеткәне бар, компанияға ҡарап ялманыусылар өйөрө менән йөрөй. Уларҙан ҡотолоу юлы юҡ. Берҙән-бер юл – сафтарҙы тығыҙ тоторға һәм һәр ҡурҡынысты юҡҡа сығарып барырға. Зубровский керетеп һалған ҡағыҙҙар менән “ҡарт бүре” бик ентекләп, ҡат-ҡат уҡып танышты һәм шундай һығымта яһаны: был – фетнә, һинең ғүмерлек хеҙмәтеңде юҡ итеү һәм иң яратҡан мөлкәтеңде тартып алыу. Ә кемдәр тартып алырға итә һуң? Үҙенекеләр. Сит-яттар юҡ, тип әйтерлек. Эргәһендә ярты быуатҡа яҡын ятҡан ҡатыны, уның ағай-энеләре, үҙенең дуҫ-иштәре... Радиондың күп йыллыҡ етәкселек итеү тәжрибәһе шул хаҡта һөйләй, уңышлы һәм табышлы эшләгән компаниялар, ғәҙәттә, һиҙгерлекте юғалта, уяулыҡ хаҡында онота һәм иң яҡын дуҫтарҙың ҡорбанына әүерелә. – Йә, Петя, былар барыһы ла дөрөҫмө? – тине ул Зубровскийға ҡарап.


БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ.
Хикәйә.
Алтынсы бүлек.
Рәсәйҙә әүәл-әүәлдән раҫланмаған, ләкин киң таралған ҡанун йәшәй. Бәләкәй генә ауылдың иң бәләкәй генә түрәһе лә үҙенән өҫтә торған түрәнең йомшаҡ булыуын теләй һәм етәксегә ҡарата ике генә баһа бирелә: яҡшы йәки насар. Әгәр вазифа биләүсе талапсан булмаһа, илке-һалҡы эшләүҙәрен күрмәһә, өҫтәүенә, эш хаҡын ваҡытында һәм мул түләһә, ул – һәйбәт. Ә инде талапсан, эшһеҙҙәрҙе һәм ялҡауҙарҙы күрә алмаған, эш хаҡын да самалап ҡына түләгән етәксе икән, ул – насар. Оҙаҡ йылдар – директор урынбаҫары, һуңынан – директор, хәҙер килеп, компанияның президенты вазифаһын биләүсе Радион Әхтәм улы берәүҙәргә яҡшы тойолһа, икенселәр өсөн насар була белде. Ярай, заманында ваҡытты бушҡа үткәрмәнеләр. Үҙҙәренең аҡсаларын ҡушып, арзан ғына хаҡҡа ваучерҙар йыйыштырып, Мәскәүҙәге дуҫтарын йәлеп итеп, ошо ябылыр-ябылмаҫ заводты эшкиндереп, компания тигән яңғырауыҡлы исем ҡушып, акционерлаштырғайнылар. Белә Радион Әхтәмович, ишеткәне бар, компанияға ҡарап ялманыусылар өйөрө менән йөрөй. Уларҙан ҡотолоу юлы юҡ. Берҙән-бер юл – сафтарҙы тығыҙ тоторға һәм һәр ҡурҡынысты юҡҡа сығарып барырға.
Зубровский керетеп һалған ҡағыҙҙар менән “ҡарт бүре” бик ентекләп, ҡат-ҡат уҡып танышты һәм шундай һығымта яһаны: был – фетнә, һинең ғүмерлек хеҙмәтеңде юҡ итеү һәм иң яратҡан мөлкәтеңде тартып алыу. Ә кемдәр тартып алырға итә һуң? Үҙенекеләр. Сит-яттар юҡ, тип әйтерлек. Эргәһендә ярты быуатҡа яҡын ятҡан ҡатыны, уның ағай-энеләре, үҙенең дуҫ-иштәре... Радиондың күп йыллыҡ етәкселек итеү тәжрибәһе шул хаҡта һөйләй, уңышлы һәм табышлы эшләгән компаниялар, ғәҙәттә, һиҙгерлекте юғалта, уяулыҡ хаҡында онота һәм иң яҡын дуҫтарҙың ҡорбанына әүерелә.
– Йә, Петя, былар барыһы ла дөрөҫмө? – тине ул Зубровскийға ҡарап.
– Дөрөҫ булмаһа, Радион Әхтәмович, мин уны һеҙгә күрһәтеп тә тормаҫ инем. Беҙ бөгөн ҡылдан нәҙек, бысаҡтан үткер күпер аша үтеп барабыҙ. Бында шикләнерлек бер нимә лә юҡ. Һиҙемләүемсә, был операция “Троя аты” йәки “Вариҫ” исемен йөрөтә.
– Аттары кемдәр инде? – тине президент мыҫҡыллы йылмайып. – Исемләп әйтә алаһыңмы?
– Аттар бер нисәү. Иң бәләкәйенән алып, иң ҙурына тиклем – һеҙҙең эргәлә...
– Полковник, ниңә ҡурҡаһың, исемдәрен әйт!
– Иң бәләкәйе, билдәле, ул да булһа – Эдуард Сәғирович. Унан атаһы, өләсәһе, әсәһе һәм эргәһендәге ваҡ-төйәк ҡолон-ҡолонсаҡтар килә. Был инде яңғыҙ, берәм-һәрәм аттар түгел. Былар бик көслө, ныҡлап уйланған, өйрәтелгән өйөр.
– Петя, һин миңә дөрөҫөн әйт, Эдиктың атаһы кем? Ни өсөн һорайым, Сәғир, кейәүҙе әйтәм, ҡатыны менән ун йыллап йәшәгән, балалары юҡ, ә бында минең ҡыҙым менән таныша, бына һиңә, бәпес әҙер. Шундай бәпес, атаһы менән олатаһын урынынан осороп, Эдуард Сәғировичҡа әйләнергә әҙер.
– Бик сетерекле мәсьәлә, – тип ыңғайға һыпырҙы Зубровский. – Һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың тәртибенә мин дәғүә белдерә алмайым. Уның менән күберәк әсәһе эшләне. Ә мин иһә, шәм тотоп тормағас, белгән осраҡта ла, дөрөҫөн әйтә алмайым, хаталаныуым бар. Ялған һөйләп, гонаһ алғым килмәй.
– Ә был ҡатын да, Зифаны әйтәм, Ғүмәрова, ныу, кейәүҙең элекке ҡатыны була инде, үс алыу йәки ирен ҡайтарыу тойғоһо менән яналыр инде?..
– Юҡтыр, ул ҡатын, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә торған финансист. Ул Сәғирҙән күпкә юғары тора. Беҙҙә эшләп киткән кеше булғас, беҙҙәге өҫтөнлөктәрҙе лә, кәмселектәрҙе лә яҡшы аңлай, – тине Зубровский.
– Петя, һиңә ҡарап-ҡарап торам да, беҙ бер сама фекер йөрөтәрбеҙ. Ул ҡатынды мин бер аҙ хәтерләйем, бында эшләгән эштәре буйынса. Ярай, ҡалғаны – һуңыраҡ. Хәҙер нимә тәҡдим итәһең?
– Тәҡдим итеп торманым, һеҙҙең хуплауығыҙға өмөт итеп, мин мөмкин булған бөтә урында ла һаҡтарҙы көсәйттем, икешәр-өсәр тапҡыр. Әлбиттә, Яңы йылға әҙерләнеү һылтауы менән.
– Ә Ғүмәрованы нисек бәхилләргә уйлайһың?
– Радион Әхтәмович, быныһын һеҙ хәл итегеҙ...
***
Зифаға иртән иртүк заводтан шылтыраттылар. Директор саҡырған, килеп, күренергә ҡушҡан. Яңы йыл менән ҡотлаймы, әллә бүләк тапшырырға итәме? Зифа эшләгән заводтыҡылар һәр ваҡыт Радион Насиров президент булған компанияға көнләшеп ҡарап йәшәнеләр. Уларҙа эш хаҡы ла юғары, технологиялар ҙа яңы, хатта заманында Зифаның элекке заводын ҡалдырып, бында күсеүен бик сәйер ҡабул иттеләр. Директор иһә, күршеләрҙә эштәрҙең нисек, ни рәүешле барыуын бик ентекле күҙәтә. Көндәштәр түгел, икеһе ике йүнәлештә эшләй. Белгеһе килә, етмәһә, тегенән-бынан хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡала. Директор тәүҙә Зифаның үҙенең хәлен һорашты, Яңы йыл менән ҡотланы, бүләген тотторҙо. Һүҙ араһында, һүҙ сығып, күршеләрҙәге хәлдәр менән дә ҡыҙыҡһынды.
– Әллә, бик ҡәнәғәт йөрөйҙәр, – тине Зифа аптыранып.
– Ә Иптәшегеҙҙе әйтәм, Сәғир Низамович, нимәләр һөйләй? – тине директор, Зифаға ентекләп ҡарап.
Белә, ҡайҙандыр ишеткән, ҡыҙыҡһына һәм яңы мәғлүмәт алырға теләй. Директор уралтып-суралтып торманы:
– Һеҙҙең хаҡта ла нимәлер ишетелеп ҡалды, – тип өҫтәне.
– Интернет, компьютерлаштырыу заманы, барҙыр инде, – тип төтөн ебәрҙе Зифа. – Һәр хәлдә, мин уйҙырмалар менән эш итмәҫкә тырышам.
Зифаның сығып, автобус туҡталышына атлауын директор тәҙрәнән үҙе ҡарап торҙо. Ул ҡап-ҡара, тәҙрәләре лә ҡараңғылатылған минивендың килеп сығыуын, күҙ асып йомғансы, Зифаны ултыртып алып китеүен күреп ҡалды һәм уйға ҡалды: шылтыратырғамы полицияға, әллә юҡмы? Директор өндәшмәне. Уның үҙ мәнфәғәттәре бар. Күршеләр ҙурҙан һалдырып эшләй. Әгәр иҫән-һау ҡалайым, тиһәң, күрмәмеш һәм иштмәмеш булыуың хәйерлерәк. Зифа эҙһеҙ юғалды.
***
Ә Сәғир бөгөн үҙенең кабинетына көс-хәл менән үтте. Саҡ ҡына һуңлаһа, бәлки, ҡайтып китергә лә тура килер ине. Ҡайҙа ҡарама, компания яллаған шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙәре. Улар өсөн бөтәһе лә бер иш. Үҙҙәрен бик ябай һәм әҙәпле тотһалар ҙа, үҙ кабиинетыңдан һәм бәҙрәфтән ары бер ҡайҙа ла китә алмайһың. Сәғир Наум Петровичты барып күрәйем әле, тип һылтаулап, генераль директор кабинеты яғына үтергә тырышып ҡарағайны, ҡайҙа инде, бороп ебәрҙеләр. Сәғир шул тиклем ғәрләнде. Ярай, кейәүлеге әлегә раҫланмаған да, ти. Ул бит компанияның финанстары яҙмышын хәл итеүсе. Юҡ, былар менән эшләп булмай! Бына, үҙе ултырып алһа, компания менән идара итә башлаһа инде, барыһын да ҡыуып сығармаһамы! Кабинетына ҡайтып, кофе эсеүҙән башҡа, сараһы ҡалманы. Һәм ғәжәпләнеп шуға иғтибар итте: уның өҫтәлендә бер ҡағыҙ ҙа юҡ. Бөгөн беренсе тапҡыр бер нимә лә керетмәгәндәр ине. Сәғир үҙен ябай һәм бер ҡатлыраҡ күрһәтергә тырышһа ла, хеҙмәттәштәре уға бик үк хөрмәт менән дә ҡарамайҙар, уны артыҡ баһаламайҙар ҙа. Сөнки финанстар шул тиклем ҡатмарлы тармаҡ, ул белем, тәжрибә һәм иғтибар талап итә. Ә Сәғирҙең бар белгәне – күпме продукция һатылған, килем һәм табыш алынған, эш хаҡына шул тиклем бүленгән. Ә ҡалғанын финанс өсөн яуап биреүсе башҡа хеҙмәткәрҙәр хәл итә.
Эшһеҙлектән бик йонсомаған, хатта ниндәйҙер эске ҡәнәғәтлек кисергән Сәғир Ғүмәров бөгөн иртә менән байтаҡ ҡына эштәрҙән үҙенең шым ғына ситләтелеүен белмәй ине. Ләкин “йүкә телефон” аша уға бөгөн иртән өйөнә ҡайтып барған саҡта күрше заводтың финанстар буйынса директор урынбаҫары Зифа Ғүмәрованың ғәйеп булыуы хаҡында хәбәр иттеләр.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: