+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Октябрь 2020, 19:54

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ. Хикәйә. Етенсе бүлек.

Бөркәүле минивен ҡала буйлап китеп бара һәм егеттәрҙең береһе Зифаға телефон һондо: – Һеҙ борсолмағыҙ, Зифа Нуримановна, – тине. Ҡатын Зубровскийҙың тауышын таныны. – Беҙ һеҙҙең именлек хаҡында хәстәрләргә күрһәтмә алдыҡ. Автомобиль ҡала буйлап байтаҡ эҙ яҙлыҡтырып йөрөгәндән һуң, компанияның ҡала ситендәге ял базаһына килеп туҡтаны. Бик һирәктәр генә белә, Радион Әхтәмович күпселек ваҡытын ошонда үткәрергә ярата. Бында президент ситтән тороп ҙур компания менән етәкселек итә һәм бындағы тынлыҡ, ҙур мегаполистан ситтә тороуы уға оҡшай. Бына әле ул үҙе йәшәгән йорттоң икенсе ҡатынан биләмә эсенә килеп ингән минивенды ҡарап тора. Бында ҡағиҙә шулай ҡуйылған: кемгә рөхсәт юҡ, ул был бинаға бер ваҡытта ла керергә тейеш түгел. Ә былай ҡағиҙә теүәл үтәлә. Автомобиль туҡтаны һәм унан баҙнатһыҙ ғына атлап, бер ҡатын төштө. Радион Насиров уның һәр аҙымын ентекләп күҙәтә. Был ҡатын беләме икән үҙенең нимә эшләгәнен һәм алда үҙен нимә көткәнен? Һуңғы арала донъя баҙарында компания етештергән продукцияға ихтыяж бермә-бер артты. Ара-тирә хәҙер Насировҡа ваҡ-төйәк йомош менән Мәскәүҙең Аҡ йортонан да мөрәжәғәт итәләр. Ләкин компанияға ҡарата ҡыҙыҡһыныу кимәле һуңғы арала ныҡ күтәрелде. Иң тәүҙә төрлө көс структураларына саҡыртып, повесткалары менән йонсоттолар. Был әҙәпле һәм ҡәтғи саҡырыуҙар артында нимә ятҡанын Радион Әхтәм улы белә. Компанияның табышлы эшләүе ҡайһы бер конкуренттарға тыныс ҡына йоҡларға ирек бирмәй. Ошо урында “ҡарт бүре” уйға ҡалды. Рәсәй өсөн бер ҡоролоштан икенсеһенә күсеү еңел булманы. Ябай халыҡ та, байҙар ҙа әҙер булмай сыҡты. Кемдәрҙер сереп байыған ваҡытта, икенселәр уларға көнләшеп ҡарай, хатта финанс көрсөгө теләй. Улай ғына ла түгел, бәләкәй генә ҡан ҡойошло революция көҫәүселәр ҙә юҡ түгел. Радион Әхтәм улы, үҙе яңы ғына ябай халыҡ араһынан сыҡҡан кеше, шуға инанды: әгәр беҙ етеш һәм бәхетле йәшәргә теләйбеҙ икән, заводтар эшләргә, байҙар эшен ойошторорға, ябай халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы түләргә тейеш. Йә, ярай, оҙаҡҡа китте. Был ҡатын аптырағандыр инде. Президент төймәгә баҫыуға, ишек асылды һәм секретаршаһы керҙе. “Ғүмәрованы саҡырығыҙ”, – тине президент һалҡын ғына.


БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ.
Хикәйә.
Етенсе бүлек.
Бөркәүле минивен ҡала буйлап китеп бара һәм егеттәрҙең береһе Зифаға телефон һондо:
– Һеҙ борсолмағыҙ, Зифа Нуримановна, – тине.
Ҡатын Зубровскийҙың тауышын таныны.
– Беҙ һеҙҙең именлек хаҡында хәстәрләргә күрһәтмә алдыҡ.
Автомобиль ҡала буйлап байтаҡ эҙ яҙлыҡтырып йөрөгәндән һуң, компанияның ҡала ситендәге ял базаһына килеп туҡтаны. Бик һирәктәр генә белә, Радион Әхтәмович күпселек ваҡытын ошонда үткәрергә ярата. Бында президент ситтән тороп ҙур компания менән етәкселек итә һәм бындағы тынлыҡ, ҙур мегаполистан ситтә тороуы уға оҡшай. Бына әле ул үҙе йәшәгән йорттоң икенсе ҡатынан биләмә эсенә килеп ингән минивенды ҡарап тора. Бында ҡағиҙә шулай ҡуйылған: кемгә рөхсәт юҡ, ул был бинаға бер ваҡытта ла керергә тейеш түгел. Ә былай ҡағиҙә теүәл үтәлә. Автомобиль туҡтаны һәм унан баҙнатһыҙ ғына атлап, бер ҡатын төштө. Радион Насиров уның һәр аҙымын ентекләп күҙәтә. Был ҡатын беләме икән үҙенең нимә эшләгәнен һәм алда үҙен нимә көткәнен?
Һуңғы арала донъя баҙарында компания етештергән продукцияға ихтыяж бермә-бер артты. Ара-тирә хәҙер Насировҡа ваҡ-төйәк йомош менән Мәскәүҙең Аҡ йортонан да мөрәжәғәт итәләр. Ләкин компанияға ҡарата ҡыҙыҡһыныу кимәле һуңғы арала ныҡ күтәрелде. Иң тәүҙә төрлө көс структураларына саҡыртып, повесткалары менән йонсоттолар. Был әҙәпле һәм ҡәтғи саҡырыуҙар артында нимә ятҡанын Радион Әхтәм улы белә. Компанияның табышлы эшләүе ҡайһы бер конкуренттарға тыныс ҡына йоҡларға ирек бирмәй. Ошо урында “ҡарт бүре” уйға ҡалды. Рәсәй өсөн бер ҡоролоштан икенсеһенә күсеү еңел булманы. Ябай халыҡ та, байҙар ҙа әҙер булмай сыҡты. Кемдәрҙер сереп байыған ваҡытта, икенселәр уларға көнләшеп ҡарай, хатта финанс көрсөгө теләй. Улай ғына ла түгел, бәләкәй генә ҡан ҡойошло революция көҫәүселәр ҙә юҡ түгел. Радион Әхтәм улы, үҙе яңы ғына ябай халыҡ араһынан сыҡҡан кеше, шуға инанды: әгәр беҙ етеш һәм бәхетле йәшәргә теләйбеҙ икән, заводтар эшләргә, байҙар эшен ойошторорға, ябай халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы түләргә тейеш. Йә, ярай, оҙаҡҡа китте. Был ҡатын аптырағандыр инде. Президент төймәгә баҫыуға, ишек асылды һәм секретаршаһы керҙе. “Ғүмәрованы саҡырығыҙ”, – тине президент һалҡын ғына.
Насиров ҡатынды ишек төбөндә үк ҡаршы алды һәм төпкә үтергә саҡырҙы.
– Беҙ һеҙҙең менән байтаҡтан бирле бер-беребеҙҙе беләбеҙ, – тине президент ҡоро ғына. – Ләкин ныҡлап аралашҡаныбыҙ юҡ. Айырыуса, һеҙ көтмәгәндә урынығыҙҙы ирегеҙгә ҡалдырып, икенсе задводҡа күскәндән һуң. Һеҙҙең Зубровский аша әйткән фекерҙәрегеҙ миңә оҡшаны. Шуға һеҙҙең менән осрашыуҙы кәрәк тип таптым. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Зифа Нуримановна, һәр бизнес, айырыуса уңышлы эшләгәне, тетрәнеүҙәрҙән ситтә торорға тырыша. Ләкин һәр уңышлы бизнес көнләшеү, ғәҙел булмаған конкурентлыҡ ҡорбаны булыуы ла ихтимал. Быға тиклем беҙ аҙмы-күпме тыныс йәшәнек. Ләкин һуңғы арала бик үк сәләмәт булмаған ҡыҙыҡһыныу беҙҙе йонсота башланы. Ошо хаҡта һөйләшеп алайыҡ әле.
Зифа Насировтың күҙҙәренән күреп тора: ул үҙе барыһын да белә, тик унан фекерҙәренең раҫлауын ғына көтә.
Ике сәғәткә яҡын барҙы был һөйләшеү. Радион Әхтәм улы барлыҡ һорауҙарға яуаптар, яуап булмаһа, фараздар ишетте. Икеһе өсөн дә бер генә мәсьәлә – Сәғир Ғүмәровтың был заговорҙа ҡатнашыу кимәле, маҡсаттары ҡаралманы. Шулай ҙа Радион Әхтәм улы уның хаҡында фекер алышырға саҡырып, кем әйтмешләй, бер нисә ем һалып ҡарағайны, Зифа элекке иренең эшмәкәрлеген урап үтте, хатта бер һүҙ ҙә әйтмәне. Сөнки “ҡарт бүре” әле рәсмиләштерелмәгән кейәүенең фетнәлә ҡатнашыу кимәлен нығыраҡ, төплөрәк белергә теләй. Әгәр Зифала шәхси үс булһа, ул элекке ирен президент алдында ботарлап ташларға тейеш ине. Ләкин ҡатын ваҡлыҡтарҙан юғары булып сыҡты. Ул Сәғирҙе яманлап бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ғөмүмән, был мәсьәләне урап үтте.
Тимәк, президент уйлауынса, ҡатынды шәхси үпкә түгел, ә ғәҙеллектең һаҡланып ҡалыуы борсой.
Зифаның һәм уның элекке иренең бер-береһенә мөнәсәбәте ҡыҙыҡһындырмай Радион Әхтәмовичты. Бында Сәғир Ғүмәров менән президент араһында тоташтырыусы ролден башҡарыусы уның ҡыҙы һәм ейәне лә бар бит әле. Әллә, ысынлап та, уның яҙмышын ошо ике-өс “Троя аты” хәл итергә йыйындымы икән? Ярай, маҡсаттары тормошҡа ашты, Насировты түңкәреп төшөрҙөләр, уның урынына, үҙ кешеләрен ҡуйҙылар, бар булған байлыҡты үҙ-ара бүлештеләр... Ә бит эш уңышлы эшләгән компанияны ҡулға эләктереү менән генә бөтмәй. Артабан үҫергә, эшләргә, ауырлыҡтарҙы еңергә кәрәк.
Шул ваҡыт Зифа Нуриман ҡыҙы президенттың күҙҙәренә ҡарап, шундай һүҙҙәр әйтте:
– Радион Әхтәмович, компания тормошонда һеҙҙең ниндәй роль уйнауығыҙҙы мин яҡшы беләм. Уның яҙмышы һеҙҙең ҡулда. Етәкселекте тулыһынса алыштырыу түгел, һеҙҙе бер нисә айға ғына эштән ситләштереү һәләкәтле эҙемтәләрге килтерәсәк. Шуның өсөн дә мин власть алышыныу, фетнә – урынһыҙ, тип иҫәпләйем һәм һеҙгә киҫкен саралар күреп, ҡотолоу юлын бергәләп эҙләргә тәҡдим итәм.
Бик оҙаҡ уйлағандан һуң, Радион Әхтәмович, был ҡатын дөрөҫ уйлай, тигән фекергә килде. Бының өсөн Яңы йыл мәшәҡәттәренән дә уңайлыраҡ мөмкинлек табыуы ҡыйын. Кешеләр байрамға әҙерләнә, ҡайҙалыр компанияның етәкселеге алышыныуын һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ һәм битараф буласаҡ.
Һөйләшеүҙең аҙағында Насиров:
– Һеҙҙең именлекте тәьмин итеү өсөн, ошонда туҡталырға тәҡдим итәм. Бында һеҙҙе берәү ҙә борсомаҫ. Әгәр мөмкин булһа, ашығыс һөйләшеүегеҙ булмаһа,һеҙҙән телефонығыҙҙы тапшырыуығыҙҙы һорарҙар. Оҙаҡҡа түгел. Әгәр һөйләшер кешегеҙ булһа, һеҙгә телефон буласаҡ.
***
Сәғир Ғүмәров үҙенең кабинетында ултыра һәм донъяның һиллегенә ҡыуана. Шундай ҙа эш булыр икән! Иртәнән бирле берәү ҙә кермәне, берәү ҙә сыҡманы. Ярай, үҙенең шәхси эше күп ине, төрлө таныштарын, шылтыратып, көн элгәре байрам менән ҡотланы. Ваҡ-төйәк мәсьәләләр буйынса һөйләшмәгән кешеһе ҡалманы. Сәғәт ун икеләрҙә адвокат Наум Петрович килеп керҙе. Уның нимәгәлер борсолғаны, көсөргәнешле уйлағаны күренеп торһа ла, Сәғир быға иғтибар итмәне. Үҙ һүҙен һөйләүен белде. Адвокат эйәге менән генә артҡы яҡ бүлмәгә ишараланы. Унда ла бәҙрәф эргәһендә туҡталды. Шаптырлатып һыуҙы асты.
– Ә һин, Сәғир, компанияла барған үҙгәрештәрҙе күрәһеңме?
– Юҡ, – тине Сәғир, һиҫкәнде, тирә-яҡҡа ҡарап алды.
– Мин һиңә “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән инглиз телендәге китап биргәйнем. Ул ҡайҙа ята? Бындамы?
Үҙ ғүмерендә китап уҡыуға бик өҫтөнлөк бирмәгән Сәғир уйлана башланы. Ниндәй китап? Аҙаҡ иҫенә төштө: өйөндә ул китап!
– Тимәк, өйөңдә, – тине адвокат. Сәғиргә ҡарап, мыҫҡыллы йылмайҙы. – Әле генә мин Зубровский янынан сыҡтым. Ул миңә бер нисә ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыртты. Уның өҫтәлендә һинең өйөңдә ятырға тейеш китаптың, “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән ҡулланманың, күсермәһен күреп ҡалдым. Хәҙер үк өйөңә ҡайтып, шул китапты алып кил. Аҫта һине машина көтә.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: