+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Октябрь 2020, 18:41

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ. Хикәйә. Туғыҙынсы бүлек.

Бындай тетрәнеүҙәрҙән һуң Сәғирҙең аңын бер генә уй-хыял ялмап алды. Әлеге тетрәнеүҙәрҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы бар. Ул да булһа, тиҙ генә табырға һәм тулғансы эсергә кәрәк. Араҡы*, шарап, виски булмаһа, көмөшкә лә ярай. Бында шарап баҙы ҡайҙа әле ул, тип Сәғир баш ватҡан арала, Анжелла килеп сыҡтты ла, күҙҙәрен шаҡмаҡландырып, Сәғиргә тағы ҡысҡырына башланы: – Һин бында ни эшләп йөрөйһөң һаман? – тине ул ярһып-ярһып. – Тегендә компания яҙмышы хәл ителә! Нимә эшләргә белмәй, атаҡайҙың башы ҡатҡан. Бар, ысҡын шунда, бәлки кәрәк булырһың! Ҡара уны! Ҡайтмаһаң да, бер үпкәм дә юҡ. Хәҙер бында минең әхирәттәрем килә. Минең бында хужабикә булып инеүемде йыуасаҡбыҙ. Сәғир яуап биреп өлгәрмәне, телефоны шылтыраны. Шунда уҡ хәлһеҙләнде. Зубровский шылтырата ине. – Һеҙ ҡайҙа, Сәғир Низамович? – тине ул сәләм дә биреп тормай. – Киске алтыла мин һеҙҙе көтәм. Шәхсән һеҙгә һорауҙарым бар, – тине лә, трубканы һалып ҡуйҙы.

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ.
Хикәйә.
Туғыҙынсы бүлек.
Бындай тетрәнеүҙәрҙән һуң Сәғирҙең аңын бер генә уй-хыял ялмап алды. Әлеге тетрәнеүҙәрҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы бар. Ул да булһа, тиҙ генә табырға һәм тулғансы эсергә кәрәк. Араҡы*, шарап, виски булмаһа, көмөшкә лә ярай. Бында шарап баҙы ҡайҙа әле ул, тип Сәғир баш ватҡан арала, Анжелла килеп сыҡтты ла, күҙҙәрен шаҡмаҡландырып, Сәғиргә тағы ҡысҡырына башланы:
– Һин бында ни эшләп йөрөйһөң һаман? – тине ул ярһып-ярһып. – Тегендә компания яҙмышы хәл ителә! Нимә эшләргә белмәй, атаҡайҙың башы ҡатҡан. Бар, ысҡын шунда, бәлки кәрәк булырһың! Ҡара уны! Ҡайтмаһаң да, бер үпкәм дә юҡ. Хәҙер бында минең әхирәттәрем килә. Минең бында хужабикә булып инеүемде йыуасаҡбыҙ.
Сәғир яуап биреп өлгәрмәне, телефоны шылтыраны. Шунда уҡ хәлһеҙләнде. Зубровский шылтырата ине.
– Һеҙ ҡайҙа, Сәғир Низамович? – тине ул сәләм дә биреп тормай.
– Киске алтыла мин һеҙҙе көтәм. Шәхсән һеҙгә һорауҙарым бар, – тине лә, трубканы һалып ҡуйҙы.
Башланды... Сәғир үҙенә ел-ямғыр теймәҫ, бәлә-ҡаза урап үтер, тип өмөтләнә ине. Юҡ, уны ситтә ҡалдырырға уйлағандары тойолмай. Нимәләр һорашырға итә икән был отставкалағы полковник? Сәғир электән һаҡ начальнигын яратмай. Ҡулынан килһә, уны күптән эшенән ҡыуыр ине. Ҡөҙрәте етмәй шул. Хәҙер инде үҙен дә ҡыуып сығарыуҙары бик ихтимал.
Сәғир сыҡҡан саҡта ҡапҡа алдында ике “крузак”тың ултырғанына иғтибар итте. Машина эсендә ҡырынмаған йөҙлө дүрт-биш ир уҫал ҡиәфәттә ҡарап ултыра ине. Быларға нимә ҡалмаған? Анжелланың кисәһенә килгәндәрме, әллә уны һаҡлап йөрөйҙәрме? Ул джипҡа кереп ултырыуға, “крузак”тарҙың береһе –алдан, икенсеһе арттан төшөп, ҙур тиҙлектә юлға сыҡтылар һәм завод идаралығы яғына йүнәлделәр.
Тик шунда ғына Сәғир үҙенең бик ҙур эшкә, бәләгә ирекһеҙҙән тарыуына һәм тап шул көндәрҙә яҙмышы хәл ителеүенә ышанды. Ярай, күрәһеләре шул булғандыр инде. Нимә булһа ла булыр, ҡылған эштәре өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Сәғир күңеленән генә үҙенә биреләсәк һорауҙарҙы фаразларға, уларға яуап эҙләргә тырышып ҡараны. Эйе, китап бирҙеләр, уҡыным, мәғәнәһен төшөндөрөп бирҙем, тип әйтер. “Кем бирҙе?” – тип һораясаҡтар. Адвокат бирҙе, Наум Петрович. “Был китаптың йөкмәткеһе менән кемдәр таныш?” – тип һораясаҡтар. Шул ваҡыт Сәғирҙең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул, йүләр, китаптың биттәренә үҙенең иҫкәрмәләрен яҙып ҡалдырҙы. Шул иҫкәрмәләргә ярашлы, план төҙөлдө, бурыстар билдәләнде, яуаплылар күрһәтелде. Бәй, былай булһа, уны паровоз итәсәктәр ҙә инде! Ә теге ҡулланмала иҫкә алынған ҡабан һимертеүҙе нисек аңлатырға? Сәғир, әлбиттә, ҡабандың тәғәйенләнешен яҡшы белә. Ул роль уның үҙенә йөкмәтелмәгәйнеме икән? Бик ихтимал. Әлбиттә, паровоз – енәйәтселәрҙең ойошҡан төркөмөнә етәкселек итеүсе – булыуға ҡарағанда, ул ҙур теләк менән ҡабан урынын алыр ине. Бирергә уйлаһалар, әлбиттә. Тәғәйен ваҡыты еткәс, Сәғир, ҡалдырана-ҡалтырана Зубровскийҙың кабинетты эргәһенә килде. Уны шунда уҡ лифтҡа ултыртып, бер нисә ҡат түбән төшөрҙөләр һәм ярым ҡараңғы бүлмә аша бер ҙур ғына бүлмәгә алып керҙеләр, урталағы ултырғысҡа күрһәттеләр. Күп тә үтмәне, эргеһендә – өҫтәл, ә уның өҫтөндә графинда бер нисә эсемлек барлыҡҡа килде. Эсемлектәрҙе ҡуйған егет ҡолағына ғына эйелеп:
– Һеҙгә ҡойоусы булмаясаҡ. Беҙҙә һәр кем үҙен үҙе хеҙмәтләндерә, – тине.
– Рәхмәт, – тине Сәғир.
Әлбитттә, ҡулдары ҡалтырай, ләкин шешә менән рюмкаға ғынна тейҙерерлек. Сәғир инәлтеп торманы, мул ғына ҡойоп, күтәреп ҡуйҙы. Кәйеф күтәрелеп, еңел булған һымаҡ тойолдо. Ә ниңә ҡабатламаҫҡа? Бер нисә минуттан бүлмәнең ҡараңғы мөйөшөндә кешеләр кергәне тойолдо. Ул яҡтағы яҡтыртҡыс бик көслө яна, нисә кеше, кемдәр кергәнен айырырлыҡ түгел. Стена аша кемдеңдер асарғаланып һәм инәлеп үкергәне ишетелде. “Юҡ, юҡ, белмәйем! Мине улар ҡатнаштырманы! – тип үкерҙе ул. – Ҡотҡарығыҙ! Минең бер гонаһым да юҡ!”
Эселгән виски һәм тауыш Сәғирҙең тамам ҡотон алды. Йә, Хоҙа! Былар ҡулына эләккәс, хәҙер ҡотолоу юҡ икән! Йә инде, Наум Петрович менән Ҡадир Ризаевичҡа эйәреп йөрөһәң, шул була инде ул! (Һөрәнләүҙең урындағы театр артисынан яҙып алыныуын Сәғир белмәне) Сәғирҙән һорау алыу төнгө ун икегә тиклем дауам итте. Ул ике тапҡыр иҫереп, ике тапҡыр айныны. Ниндәй генә хәлдә булһа ла, бер нимә лә йәшермәй, һөйләп бирергә, ғәйебен танырға ҡарар итте. Һорауҙарҙың йөкмәткеһенә ҡарағанда, был фетнә менән бәйле, бөтәһен дә беләләр. Улар тик башҡарылған эштең күләмен, кешеләрен һәм мөмкин булған һөҙөмтәләрен генә асыҡларға теләй. Уларҙыҡы һымаҡ компания төшөп ҡалған көмөш тәңкә түгел. Ундағы милек мөнәсәбәттәренең үҙгәреүе шунда уҡ һорауҙар тыуҙырасаҡ һәм сәбәптәрен эҙләү башланасаҡ. Сәғир аңлауынса, түңкәрелеште ойоштороусылар быны “ғаиләнең”, йәғни президенттың яҡындарының ихтыяры сифатында ҡабул иткән.
Һорау алыу бөткәс, Сәғиргә кейенергә һәм өйөнә ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Ләкин ул сығып өлгөрмәне, Һеҙҙе Ҡадир Ризаевич көтә, тип Алмаев эргеһенә алып кереп киттеләр. Алмаев ни иҫерек, ни айныҡ түгел. Ләкин кәйефе һәйбәт һәм ул үҙен бик тыныс тота.
– Булдыңмы? Һөйләнеңме? Һорауҙарына яуап бирҙеңме? – тип ҡаршы алды ул Сәғирҙе.
– ҡара әле, һине туҡмаманылармы? Ой, берәүҙе язаланылар бит! Тауышын ишеттеңме? – тине Алмаев.
– Кем ине ул? Төшкә инеп йонсотормо икән? – тине Сәғир. – Әйткәндәй, мин һинең тауышыңа оҡшаттым.
– Минең тауышҡа? Алмаев асыуланды. Юҡҡа минең тауышыма оҡшатҡанһың. Әле мине ботомдан түшәмгә элеп ҡуйырлыҡ көс юҡ әле. Әгәр ул тауышты һинеке, тип уйлаһам, үпкәләмәҫһеңме? – тине Алмаев.
– Юҡ, мин компания эргәһендәге үҙешмәкәрҙәр түңәрәгендә ҡатнашыусылар репитиция үткәрмәйҙәрме икән? – тип кенә уйлап ҡуйҙым.
– Ну, һин беҙҙе уҡыттың! – тине Алмаев. – Ғүмерлек һабаҡ бирҙең! Керәйек, – тип артҡы бүлмәһенә саҡырҙы.
Өҫтәлдә лә, иҙәндә лә буш шешәләр аунап ята.
Ултырҙылар, тағы шешә сығарҙылар.
– Йә, ниндәй һығымталар яһаның? – тине Алмаев.
– Һығымталар бар, тик улар киләсәктә кәрәк булырмы икән? – тип һөйләнде Сәғир. – Иң беренсеһе – мәктәптә насар уҡырға булған. Шулай булһа, әлеге бейеклеккә күтәрелә лә алмаҫ инем. Инглиз теле уҡытыусыһына үпкәм – икенсеһе. Миңә инглиз теле нимәгә кәрәк? Мин нефтянойға барам, тигәс, нефть институтында инглизсә белгәндәр аҙ, техник тәржемәсе булырһың, тигән булғайны. Макулатураға ташлайһы китаптан ҙур эш астылар ҙа ҡуйҙылар.
– Ә һин үпкәләмә, – тине Алмаев, – киреһенсә, юғарылағыларға рәхмәт уҡы. Бына, мине бәлки кәңәшсе итеп ҡалдырырмын, тине. Машинаһы бар, шоферы беркетелгән. Кәрәкһә, – секретарша. Миңә ҡалғаны хәҙер кәрәкмәй. Ә бына һин болғаттың да, ҡотолдоң, артабан нимә эшләрһең икән?
– Белмәйем, – тине Сәғир, – ҡыуһалар, китербеҙ, саҡырһалар, килербеҙ.
Электән ошо завод тирәһендә йөрөгән кешеләр булғас, был икәүгә нимә булһын инде? Етештереү – технологияла ғына түгел, ҡағыҙ эше лә, осрашыуҙар, кәңәшмәләр,тәжрибә уртаҡлашыуҙар ҙа. Уларҙың һәр береһендә кемдеңдер туранан-тура ҡатнашыуы талап ителә. Алмаев та, Ғүмәров та ғүмерҙәренең күпселек өлөшөн ошонда үткәргәс, үҙҙәренең киләсәген заводтан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.
Оҙаҡламай – Яңы йыл, унан да иртәрәк – йыл һайын үткәрелә торған корпоратив кисә. Шунда күренә инде, кемдең кем икәнлеге. Уны һәр береһе айырыуса тулҡынланып көтә. Йылдың төп һөҙөмтәләре шунда иғлан ителә, яҙмыштар шунда асыҡлана.
------------
*“Һәнәк” журналы редакцияһы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: