+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Октябрь 2020, 09:00

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ. Хикәйә. Унынсы бүлек.

Бына шулай тамамланып бара йыл билдәле компанияларҙың береһендә. Алмаев менән Ғүмәровты тыйып буламы һуң инде, икәүләшеп эште яҡшыртыу, компанияның килемен арттырыу буйынса береһенән-береһе шәберәк фекерҙәр менән уртаҡлаштылар, икәүләшеп уртаҡ идеяларын президентҡа еткереү хаҡында баш ваттылар. Айырыуса, Сәғир тырышты. Белә, улар бында бөгөн икәүләп шешә бушытып ултырһалар ҙа, ҡайҙалар эргәлә йәки юғарыла уларҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаусы, ҡағыҙға теркәүсе һәм уны хужаларға еткереүсе бар. Ә былар тырыша. Һүҙҙәренең тәғәйен урынына барып етеренә ышана. Кем тыңлай, шул уяу һәм һиҙгер. Ә бына Сәғир йонсоғайны. Һуңғы көндәрҙең көсөргәнешлеге уны ныҡ ҡаҡшатты. Алмаев менән һөйләшкәндә ваҡыт-ваҡыт ойоп та киткеләй. Уныһының әллә телефоны шылтыраны, әллә телефонға саҡырҙылар, Сәғир шул мәлдә бәжене лә ҡуйҙы... Бер үҙе түгел. Яҡты, йылы, ҙур, уңайлы кабинет. Уны арҡыры ла буй Сәғир үлсәп йөрөй. Һай-һай, был бит йөҙ квадрат метр булыр! Унға ун. Белергә ине, кемгә бирерҙәр икән? Ә ниңә унан үлсәтәләр? Ә ниңә ул ялан аяҡ? Президент кейәүе һынлы кешенең ботинкаларын сисергә ҡушмағандарҙыр ҙа инде? Бына тағы берәү килеп инде. Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ-туҡ. Бейек осло туфлиҙары менән шул хәтле иҙәнде тишкеләмәһә, нимә булған инде? Бүлмәнең майҙанын үлсәп аҙапланған Сәғир таныш туфлиҙарҙы күреп, боролоп ҡарарға ла ҡурҡып, мөйөшкә һырышты. – Ҡасан кереп алдың? Барлыҡ туфлиҙарың беҙҙә ятып ҡалды ла инде? – тине ул һәм аҡрын ғына башын күтәрҙе. Тештәрен ҡыҫып, күҙҙәренән ут осоҡондары сәсрәтеп, Зифа тора. Һиңә генә Зифа ул, ә башҡаларға – Зифа Нуриман ҡыҙы. Бына ул йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарғандай итте. “Йә, ни хәлдәр бөтөрәһең? –тине ул Сәғиргә, йылмайып ҡарап. – Минән һуң донъя көтөп буламы?”


БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ.
Хикәйә.
Унынсы бүлек.
Бына шулай тамамланып бара йыл билдәле компанияларҙың береһендә. Алмаев менән Ғүмәровты тыйып буламы һуң инде, икәүләшеп эште яҡшыртыу, компанияның килемен арттырыу буйынса береһенән-береһе шәберәк фекерҙәр менән уртаҡлаштылар, икәүләшеп уртаҡ идеяларын президентҡа еткереү хаҡында баш ваттылар. Айырыуса, Сәғир тырышты. Белә, улар бында бөгөн икәүләп шешә бушытып ултырһалар ҙа, ҡайҙалар эргәлә йәки юғарыла уларҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаусы, ҡағыҙға теркәүсе һәм уны хужаларға еткереүсе бар. Ә былар тырыша. Һүҙҙәренең тәғәйен урынына барып етеренә ышана. Кем тыңлай, шул уяу һәм һиҙгер. Ә бына Сәғир йонсоғайны. Һуңғы көндәрҙең көсөргәнешлеге уны ныҡ ҡаҡшатты. Алмаев менән һөйләшкәндә ваҡыт-ваҡыт ойоп та киткеләй. Уныһының әллә телефоны шылтыраны, әллә телефонға саҡырҙылар, Сәғир шул мәлдә бәжене лә ҡуйҙы...
Бер үҙе түгел. Яҡты, йылы, ҙур, уңайлы кабинет. Уны арҡыры ла буй Сәғир үлсәп йөрөй. Һай-һай, был бит йөҙ квадрат метр булыр! Унға ун. Белергә ине, кемгә бирерҙәр икән? Ә ниңә унан үлсәтәләр? Ә ниңә ул ялан аяҡ? Президент кейәүе һынлы кешенең ботинкаларын сисергә ҡушмағандарҙыр ҙа инде? Бына тағы берәү килеп инде. Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ-туҡ. Бейек осло туфлиҙары менән шул хәтле иҙәнде тишкеләмәһә, нимә булған инде? Бүлмәнең майҙанын үлсәп аҙапланған Сәғир таныш туфлиҙарҙы күреп, боролоп ҡарарға ла ҡурҡып, мөйөшкә һырышты.
– Ҡасан кереп алдың? Барлыҡ туфлиҙарың беҙҙә ятып ҡалды ла инде? – тине ул һәм аҡрын ғына башын күтәрҙе. Тештәрен ҡыҫып, күҙҙәренән ут осоҡондары сәсрәтеп, Зифа тора. Һиңә генә Зифа ул, ә башҡаларға – Зифа Нуриман ҡыҙы. Бына ул йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарғандай итте. “Йә, ни хәлдәр бөтөрәһең? –тине ул Сәғиргә, йылмайып ҡарап. – Минән һуң донъя көтөп буламы?”
Нимә тип әйтһен инде Сәғир. Юҡ, Зифанан һуң донъяның рәте китте. Барыһын да ул ғына тотоп торған икән. Ни әйтһәң дә, үҙ бисәңә етмәй шул, айырыуса, тәүгеһенә. Быға тиклем йәшәгәндәре бәхет булған икән! Ә бит бәхет үҙенең ҡулында, эргәлә генә ине! Йә, иҫеңә төшөр әле, нисегерәк сығарып ебәрҙең һин ҡатыныңды? Иҫең-аҡылың китерлек! Үҙеңде кеше иткән, күтәргән, юғарылыҡҡа мендергән ҡатынды, юҡ ғәйептәр тағып, өйөңдән ҡыуалап, тигәндәй, сығар әле!
– Эх, Зифа, Зифаҡайым! Һин мине ғәфү итерһеңме?
– Юҡ, әлбиттә, – тине ҡатын тимер тауыштары сығарып. – Сөнки мин гонаһһыҙ булған һымаҡ, һинең дә минең алдымда ғәйебең юҡ. Эйе, һин үҙеңдең самаһыҙ, нәфселе икәнлегнеңде күрһәттең, ләкин мин һинең менән низағлашҡым килмәй. Һиңә әле эшләргә, йәшәргә, малайыңды үҫтерергә кәрәк.
– Зифа Нуримановна! Һеҙ ниндәй малай һөйләйһегеҙ? Ул минең малай түгел! Миңә уны таҡтылар, ҡуштылар, талап иттеләр генә.
– Белмәйем, ул малай һиңә ниндәй юлдар менән килеп юлыҡҡандыр, мине быныһы ҡыҙыҡһындырмай. Ә унда һинең фамилияң яҙһылған бит – Эдуард Сәғир улы Ғүмәров. Атаһы – Сәғир Низам улы Ғүмәров. Ә инде, аҡҡа төшкәнһең икән, тимәк, – һин. Үҙеңдең киләсәгеңде хәстәрләһәң, улыңды уйлаһаң, минән бер кәңәш: ошо фаразға йәбешеп ят. Быға тиклем һине мин килтерҙем, хәҙер улың – һинең барлыҡ өмөтөң һәм ышанысың.
– Кеше көләсәк бит, нимә эшләйем икән? – ти Сәғир.
Шул ваҡыт кемдәрҙер хихылдашҡан һымаҡ булды. Иҙрәп йоҡлап ятҡан Сәғир уянды. Ҡараһа, Алмаев, уның секретаршаһы сәй эсәләр. Ә ниңә уның, Сәғирҙең, сәй эсергә лә хоҡуғы юҡмы ни? Бар, әлбиттә. Сәйен уға ла ҡойҙолар. Эс, әйҙә.
Ҡайтырға сыҡтылар. Завод идаралығының бер тәҙрәһендә лә ут янмай. Түрәләр ял итә. Хатта уларҙы оҙатып ҡуйырға тейешле автомобилдәр ҙә юҡ икән. Сәғир эстән генә һыҙлана. Хәҙер ул ошо көнгә төштөмө инде? Былай булһа, йәйәү йөрөгә генә ҡала түгелме һуң? Ярай, эштәр генә көйләнһен, кәрәктәрен бирер әле.
Ул арала булмай, такси килеп туҡтаны.
– Һин нимә, Ҡадир Ризаевич, Алмаев башың менән ошо жигулиға ултырып ҡайтаһыңмы? Миңә, тисе, мин бит уға һыймайым.
– Салондың артҡы рәтенә һуҙылып ятырһың.
Сәғир һаман баш вата: тик ҡайҙа барып йоҡларға? Кеҫәләрен ҡапшап ҡарағайны, элекке фатирының асҡысы килеп сыҡты. Ҡала ситендәге коттеджына ҡайтыуҙан фәтеүә юҡ, унда байрам итәләр. Ә байрам өҫтәлендә уға урын ҡаралмаған.
Нисауа, хужалар иҫән-һау булһын! Ул эшләйәсәк һәм ышанысты кире яулаясаҡ әле! Шундай уйҙар менән ҡайтып бара Сәғир Ғүмәров үҙенең ҡала уртаһындағы фатирына. Күнергә тура килә, заманаһы шулай. Башыңдан аша һикереп булмай.
Тап ошо минуттарҙа компанияның президенты сираттағы ҡәһүәһен аҡрынлап һемерә-һемерә, ойошманың киләсәген фаразлай һәм йыллыҡ һығымталарҙы яһай. Рәсәй ниндәй генә тетрәнеүҙәр кисермәһен, унда йәшәгән халыҡтың әрһеҙлегенә, һерелегенә хайран ҡалырлыҡ. Компанияның ойоштороусыһы һәм хужаһы, Радион Насиров, ниңә йәшерергә һәм уның хеҙмәттәрен баһалап еткермәҫкә, заманында күптәрҙең ҡулынан килмәгәнде эшләне – предприятиены һаҡлап алып ҡалды, таралған мөлкәтен берләштерҙе һәм хәҙерге кимәлгә күтәрҙе. Әгәр үҙең уяу булмаһаң, тешең-тырнағың менән тырышмаһаң, әлеге уңыштар килмәҫ ине. Ул да ҡартайып бара. Урынына берәй йәшерәк кешене тапҡанда, һәйбәт булыр ине. Иң аҡыллы фекер – ваҡытында китә белергә кәрәк. Нәфсеңде туйҙыра алмай, тормошоңдо етәкселектән башҡа күҙ алдына килтермәй, тәхеткә йәбешеп ятыу ай-һай, ҙур юғалтыуҙарға килтерә. Ҡомһоҙлоғоңдо ауыҙлыҡлай алмай, урыныңды кешенән ҡыҙғанып, йәбешеп ятыу ваҡ-төйәк булып тойолор. Юҡ шул, бейектә ултырғандарҙың бәләкәй генә хаталары ла, улар вазифаһын ҡалдырғас, ғәйәт ҙур, халыҡ интегерлек, илдәр тетрәнерлек бәләгә әүерелә лә ҡуя. Бына, Уставҡа нимә яҙғандар: “Компанияға көндәлек идаралыҡты – президент, ул юҡта вице-президент башҡара”. Ә Радион вице-президент һайлатып торманы. Ни өсөн һайлатып торманы? Сөнки был ҡамытты кейерлек, компанияға етәкселек итерлек кеше тапманы. Ни өсөн тапманы? Сөнки эҙләмәне. Ниңә, үҙе – баш, үҙе – түш, идара итергә берәү ҙә ҡамасауламай. Ярай, иртәгә – һуңғы йыйын, Яңы йылды ҡаршылау буйынса байрам, бөтәһе лә шунда билдәле булыр. Филдәрҙе лә, аттарҙы ла шунда өләшерҙәр.
О, ул байрам! Күрмәгәнеңде күрәһең, ишетмәгәнеңде ишетәһең, мең ярым кеше һыйышлы мәҙәниәт һарайы шығырым тулы. Биҙәктәрҙән һәм сағыу кейемдәрҙән ялт итеп тора. Музыка уйнай, көлмәгән, йылмаймаған кеше юҡ. Улар араһында Сәғир ҙә бар, уның урыны ситтәрәк, үҙе һымаҡтар менән, ишек төбөндәрәк. Ни хәл итәһең, иң алда йөрөгән саҡтары ла, президиумда ултырған ваҡыттары ла булды. Әлегә түҙһен, Анжелла ла дөрөҫ әйтә: “Элекке вазифаң әлегә булмаясаҡ, ләкин беҙ һине завод идаралығында һаҡлап ҡала яҙҙыҡ”, – тине.
Оҙон ғүмерле булыр, ана президент үҙе килә ята. Бөтәһе менән дә иҫәнләшә, ике ҡулын күтәреп, сәләмләй. Байрам бит. Ана, халыҡ үҙен нисек ярата! Эргәһендә кемдәр бар? О, эргәһендә яңы кешеләр күренә! Ә президент эргәһендә йылмайып торған ҡатын кем ул? Сәғирҙең тыны ҡыҫылды, йөрәге йыш-йыш типте, аяҡ быуындарын саҡ тотоп ҡалды...
Һүҙҙе президентҡа бирҙеләр:
– Ханымдар һәм әфәнделәр! Тағы бер йыл артта тороп ҡалды! Тарих сәғәте быйылғыһының һуңғы секундтарын ваҡлай. Беҙ быйыл яҡшы эшләнек һәм һәйбәт йәшәнек. Әйҙәгеҙ, шул уңышты киләһе йылға ла ҡабатлайыҡ!
Халыҡ риза, халыҡ тағы ла яҡшыраҡ йәшәргә, тағы ла яҡшыраҡ эшләргә теләй! Президент телмәрен дауам итә:
– Компанияға идара итеүҙе яҡшыртыу, һөҙөмтәле итеү маҡсатында, электән ҡабул ителгән Уставҡа ярашлы, беҙ вице-президент вазифаһын индерергә булдыҡ. Хәҙер һүҙҙе компанияның вице-президенты Зифа ханым Нуриман ҡыҙы Ғүмәроваға бирәбеҙ!..
Ә халыҡ уны белә икән. Гөрләтеп ҡул саптылар, президенттың һүҙҙәрен дә аңланылар, киләсәктә ҙур үҙгәрештәр юранылар.
Сәғир шат йылмайып, ихлас ҡул сапҡан байрам алҡыштарына сумған кешеләргә ҡараны һәм ғәжәпкә ҡалды. Бәй, ул ултырған өҫтәл ишек төбөндә генә тора түгелме һуң? Ярай, торһон, тип тынысландырҙы ул үҙен. Ишектең тышында түгел бит, әлегә – эсендә. Тышҡа сығарып ебәрмәгәс тә, бик хуш! Ә байрам дауам итә.
Беҙ һеҙгә тиҫтәләрсә, меңдәрсә предприятие һәм заводтарҙың береһенән көндәлек тормоштоң бер кескәй генә өлөшөн күрһәтергә ынтылдыҡ. Унда күпме хаҡиҡәт, уйҙырма һәм ысынбарлыҡ нисбәтен һиҙгер уҡыусы үҙе генә аңлар. Юғарылағыларҙың тормошо беҙҙә әлегә бик асылып бармай. Ундағы серҙәр ете йоҙаҡ артына йәшеренгән. Беҙ бары тик күренер-күренеҫ биттәрен генә сырамытып ҡалырға тырышабыҙ.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: