+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Октябрь 2020, 08:37

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ Хикәйә Беренсе бүлек

Зиннур менән Иҙрис икеһе бер мәктәпте тамамланылар. Һөнәрселек училищеһында уҡып, һәйбәт кенә һөнәр үҙләштерҙеләр, армиянан йөрөп ҡайттылар, хатта бер мәл икеһе лә Себергә нефть сығарырға ла уҡталып ҡарағайны, кире ҡайтырға, үҙҙәренең йәшлеге үткән ҡалала төпләнергә тура килде. Икеһенә лә берәр бүлмәле бәләкәй генә фатир эләктерҙеләр. Бик үк ярышып мал тупламаһалар ҙа, уларҙың матди хәле икеһенең дә бер сама. Зиннур күпме генә һөнәр алыштырып ҡарамаһын, ҡайҙа барһа ла, яңынан металл эшкәртеүгә әйләнеп ҡайтты. Был һөнәргә ихтыяж хәҙер юҡ кимәлендә. Элек ҙур-ҙур цехтар эшкәрткән күләмде бер нисә кеше еренә еткереп эшләй ҙә ҡуя. Зиннур – тап шундайҙарҙың береһе. Хәҙер заводтар өсөн иң кәрәк булған деталдәрҙе ул бер үҙе ҡыра ла ҡуя. Ҡәҙерен беләләр, эш хаҡын түләйҙәр. Ә Иҙрискә килгәндә, уның көндәр буйы эйелеп тимер эшкәртергә барымы булманы. Эше ауыр, аҡсаһы әҙ, тип зарланды ул иртәнән алып кискә тиклем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәшәү кимәле лә бер сама. Ҡатындары ла, үҙҙәренә оҡшап, оҙон аҡса эҙләп, баҙарында ла сауҙа итеп ҡаранылар, ҡарауылда ла торҙолар, мохтажлыҡ булғас, иҙән дә йыуҙылар. Хәҙер иһә ошо ике ғаиләнең матди хәлен тулыраҡ сағылдырған транспорт сараларына иғтибар итәйек.



ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ
Хикәйә
Беренсе бүлек
Зиннур менән Иҙрис икеһе бер мәктәпте тамамланылар. Һөнәрселек училищеһында уҡып, һәйбәт кенә һөнәр үҙләштерҙеләр, армиянан йөрөп ҡайттылар, хатта бер мәл икеһе лә Себергә нефть сығарырға ла уҡталып ҡарағайны, кире ҡайтырға, үҙҙәренең йәшлеге үткән ҡалала төпләнергә тура килде. Икеһенә лә берәр бүлмәле бәләкәй генә фатир эләктерҙеләр. Бик үк ярышып мал тупламаһалар ҙа, уларҙың матди хәле икеһенең дә бер сама. Зиннур күпме генә һөнәр алыштырып ҡарамаһын, ҡайҙа барһа ла, яңынан металл эшкәртеүгә әйләнеп ҡайтты. Был һөнәргә ихтыяж хәҙер юҡ кимәлендә. Элек ҙур-ҙур цехтар эшкәрткән күләмде бер нисә кеше еренә еткереп эшләй ҙә ҡуя. Зиннур – тап шундайҙарҙың береһе. Хәҙер заводтар өсөн иң кәрәк булған деталдәрҙе ул бер үҙе ҡыра ла ҡуя. Ҡәҙерен беләләр, эш хаҡын түләйҙәр.
Ә Иҙрискә килгәндә, уның көндәр буйы эйелеп тимер эшкәртергә барымы булманы. Эше ауыр, аҡсаһы әҙ, тип зарланды ул иртәнән алып кискә тиклем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәшәү кимәле лә бер сама. Ҡатындары ла, үҙҙәренә оҡшап, оҙон аҡса эҙләп, баҙарында ла сауҙа итеп ҡаранылар, ҡарауылда ла торҙолар, мохтажлыҡ булғас, иҙән дә йыуҙылар. Хәҙер иһә ошо ике ғаиләнең матди хәлен тулыраҡ сағылдырған транспорт сараларына иғтибар итәйек.
Зиннур иң тәүҙә машина һатып алды, хәҙер тыуған ауылына өр-яңы “Солярис”та ҡайтып йөрөй. Сит илдеке, өҫтәүенә, өр-яңы, көнләшеп ҡараусылар ҙа барҙыр инде. Әлбиттә, Көньяҡ Корея автопромы вәкилен Иҙристең “унлыһы” менән һис тә сағыштырып булмай. Иҙрис сәмләнә, эстән дә, тыштан да һөйләнә, етмәһә, ҡатыны, Ниса, ауыр һүҙҙәр әйтеп, ирҙе сығарынан сығара. Ҡатынының ҡайҙа эшләгәне бик билдәле түгел, кафела аш бешергәне лә, баҙарҙа сауҙа иткәне лә күренеп ҡала, йәшәргә кәрәк бит. Ә Зиннурҙың Сәлимәһе әрһеҙ. Көнө-төнө аяҡ өҫтө. Ҡайҙа ғына эшләмәй ҙә, нимәлә генә күрмәй. Әле бына “Водоканал”да оператор булып ултыра, тәүлек эшләй, ике тәүлек ярым ял итә, ә ҡалған ваҡытын баҙарҙа сауҙа итергә лә, ауылына ҡайтып килергә лә, ата-әсәһенә ярҙам итергә лә өлгөрә. Ҡайҙа ғына бармаһын, Зиннурҙың сығып машинаһын ҡабыҙғанын, салонын йылытҡанын көтөп тормай, һелкетә баҫып, сыға ла йүгерә.
Иҙрис, ҡатынына асыуы килһә, һәр ваҡыт Сәлимә менән сағыштыра. Китә быныһы туҙып! Әйтмәгән һүҙ ҡалдырмай. Иргәләшеп, төрткөләшеп, аҙналар буйы һөйләшмәҫлек хәлә етәләр. Уның ҡарауы, Иҙрискә ҡаршы көрәшкәндә Зиннур – Ниса өсөн иң көслө аргумент – был йортта унан да уңған ир юҡ! Бар эште ул ғына белә, аҡсаны көрәп ташый, етмәһә, ашарға шәп бешерә икән. Шуға электән дуҫ булған Зиннур менән Иҙристең араларын бик үк яҡшы, тип әйтеп булмай. Зиннур өндәшмәһә лә, Иҙрис уның хаҡында, мөмкин булған һайын, һөйләргә генә тора. Ул – ялҡау икән, бер көндә бер деталде эшләй ҙә, аҡсаһын ҡутарып ала икән. Зиннур ул хаҡта бер ишетеп ҡалғас, Иҙрискә яһиллашып ҡарағайны, тегеһе машинаһынан үҙе эшләгән пистолетты килтерҙе лә сығарҙы. “Әгәр күҙемә күренеп, ҡамасаулап йөрөһәң, үҙеңде атам да ҡуям!”
Зиннур ҡурҡыуын ҡурҡманы, ләкин бер ҙә юҡҡа туҡмалып, йәки атылып ятыуы эш түгел бит инде.
Һуңғы арала Зиннурҙы икенсе бәлә һағалап торған икән. Бер подъезда йәшәгәс, электән таныш булғас, ул хаҡта әйтеүе лә уңайһыҙ, Ниса Зиннурға күңел һалған икән. Осраған һайын, һүҙ ҡуша, үҙен маҡтай, ирен яманлай. Нимә менән бөтөр, билдәһеҙ. Ғәҙәттә, ундай яҡынайыуҙар бер ҙә яҡшылыҡҡа илтмәй. Бына бөгөн дә Зиннур ишеген асам, тип ҡулын кеҫәһенә тығыуға, Ниса килеп тә сыҡты. Ну, йылан инде был бисә, йылан! Һүҙҙәрен дә таба, әүрәттә был ирҙе, әүрәтә.
– Их, – ти ҡатын, уның эргәһенә киилеп, хушбуй еҫтәрен аңҡытып, – һинең һымаҡ бер иргә кейәүгә сығып булманы бит! Бына үҙемдең имгәк менән интегәм.
Зиннур уңайһыҙлана, аҫҡға ла ҡарай, өҫкә лә күҙ ташлай, берәйһе килеп сыҡта, күреп ҡалһа-маҙар, ғәйбәт тарала ла ҡуя инде.
Уф! Зиннур шыбыр тир булды. Асҡысын эҙләп, ҡарамаған ер ҡалдырманы. Һуңынан иҫенә төштө: кисә сүп-сар түгәм, тип сыҡҡанда фатир асҡысын үҙе менән алғайны, кеҫәһенә кире һалырға онотҡан. Ә ҡатыны әле гәне бер тәүлеккә эшкә китте. Иртәгә кис ошо ваҡытта ғына ҡайтып, ишеген асасаҡ. Ниса асҡыҡыстың юҡлығын белгәс, юғалып ҡалған ирҙе ҡултыҡлап уҡ алды.
– Юҡ, –тине ул, – йонсоп йөрөмә, хәҙер Иҙрис ҡайта. Һөйләшеп ултырырбыҙ, күптән күрешкәнебеҙ юҡ. Сәйе лә бар, мәйе лә бар.
Ни эшләһен Зиннур, ризалашты. Бисәһе лә әйтеп тора бит, Иҙрис тә хәҙер ҡайта, тине. Керҙеләр, ултырҙылар, ә Иҙрис юҡ та юҡ. Сәйен ҡанатты, йомортҡаһын ҡурҙы, колбасаһын телеп һалды, етмәһә, бер ярты* асты. Һыйлай, эсерә белә был ҡатын. Нимә ти? Һинең һымаҡ ир менән бер ултырып эсеү – үҙе бер ғүмер! Ниңә тартынып тораһың? Иҙрис һине шул тиклем ярата, хөрмәт итә. Зиннур, Зиннур ағайым, тип кенән тора икән. Ошолайтып һыйлап торғанда, ниңә баш тартырға? Шыпа ышанды Зиннур. Икеһенә бер яртыны кәктеләр ҙә ҡуйҙылар. Күптән эскәне юҡ ине, өнәмәй, эсергә яратмай Зиннур. Ҡара әле, түштәрен аса биреберәк, был Ниса, Зиннурҙың алдына уҡ менеп бара түгелме һуң? Ир белә. Иҙрис ҡоралланған. Үткәнендә үҙе күрһәтеп торҙо. Фатирындаа – бер пистолет, машинаһында бер пистолет ята. килеп керһә, күреп ҡалһа, атыр ҙа, йығыр. Ә Ниса һаман һыйлай! Ә уның ҡәһәр һуҡҡан ире, Иҙристе әйтә, Зиннурҙан көнләшә, күрә алмай, уның һымаҡ булдыра алмағанға йәне көйә. Хатта подъездалдында ултырған “Солярис”ына тәмәкет төпсөгө ташлай икән. Бына һиңә – дуҫ, бына һиңә – күрше. Ә ниңә ул һаман ҡайтмай әле?
– Ҡайтмаясаҡ! – тине Ниса. – Мин уны ҡыуып сығарҙым. Йөрөмәһен, йәндекөйҙөрөп.
Зиннур аҙмы-күпме тынысланды. Тағы берҙе күтәреп эсеп ҡуйҙы һәм Нисаның иркә бесәй һымаҡ алдына менеп ултырыуын һәм ирендәренән һурып үбеүен генә һиҙеп ҡалды. Ҡалғанын Зиннур, хет үлтер, хәтерләмәй.
Уянып китһә, ялан һымаҡ ят карауат, әллә нимәләр төшөрөлгән ят түшәм һәм эргәһендә – шәрә ҡатын. Ҡатын тигәне күршеһе Ниса икән. Уныһы, уяна һалып, ас бесәй һымаҡ, ирҙең өҫтөнә тағы һикермәһенме! Һиҙә Зиннур был хыянаттың эҙһеҙ-ниһеҙ үтмәйәсәген. Нисаның был хаҡта һөйләнеп йөрөрөн дә, кеше араһында таратырын да һиҙә, ләкин туҡтай алмай. Эх, асҡысты юҡҡа онотҡан!
Зиннур өйҙән көс-хәл менән сығып ҡасты. Теге бисә талпан һымаҡ бит, йәбеште лә ҡуйҙы. Ҡуй инде, саҡ ҡотолдо. Ҡайҙа ҡотолдо? Әле ҡайтҡайны, ишеге төбөндә тора.
– Бөттө, етте, тине Зиннур. Дауамы булмаясаҡ.
– Нисек булмаясаҡ? – тип һырпалана ҡатын. – Дауамы бик тә буласаҡ.
– Ә һин минең ауырға ҡалғанымды беләһеңме?
Был һүҙҙәр Зиннурҙы тамам шаңғытты. Бәй, былай булһа, эш ҙурға китә лә баһа! Ҡайҙан керҙе, ҡайҙан йоҡларға ҡалды?
Зиннур көс-хәл менән өйөнә инеп ҡасты. Оҙаҡ та үтмәй, ҡатыны ҡайтты, киске тамаҡҡа ашарға ултырҙылар. Шул ваҡыт ишкте шаҡынылар һәм ҡатыны барып асһа, Иҙрис менән Ниса килеп инде. Зиннур, былай ҙа йыуаш нәмә, ҡото ғына осто инде! Бер ярты тотҡан булғандар, етмәһә, Ниса өҫтәл аҫтынан ғына Зиннурҙың аяғына типкеләп ултыра. Ҡатын кешене алдап буламы инде, Сәлимә һиҙенгән, күрәһең, быларҙың ни өсөн килеп кереүен бер нисек тә аңлата алманы. Бер эйәләштерһәң... Икенсе көнөнә Ниса үҙе генә килеп керҙе. Сәлимәнең бер тәүлеккә эшкә киткәнен белә шул.
– Хәҙер шулай буласаҡ! – тип өҙөп әйтте Ниса. – Мин һине берыбер бисәңдән айыртып алам. Әгәр айырмаһаң, балаңды керетеп, фатирыңда ҡалдырып китәм. Зиннур былай ҡурҡаҡтарҙан түгел. Баяғы, быға тиклем ышанысынан сыҡҡаны юҡ ине. Уңайһыҙлана инде ҡатыны алдында, төндәр буйы шул хаҡта уйлай, ҡотолоу юлдарын эҙләй.
Зиннурҙың өҙгөләнеүҙәрен Сәлимә лә һиҙеп ҡалды:
– Әйт, эсеңдә йөрөтмә, һиңә нимәлер булды, – тине ул иренә. – Мин аңлармын,бәлки ярҙам итермен.
– Эх, кәләш, ти эстән генә Зиннур. – Һин ярҙам итерһең дә ул, тик үҙемә уңайҙһыҙ бит әле.
Үҙе менән шулай көрәшә Зиннур. Күпме генә көрәшмәһен, Нисаһы өҫкә сыға ла ҡуя.
Иҙрисе бер көн кис кереп ултырҙы. Ярай, Сәлимә эштә ине.
– Һин күрше, минең ҡатын менән ипләп! Әгәр арағыҙҙа бер-бер хәл булһа, ике ҡулымда ике пистолет, икегеҙҙе лә атам да ҡуям!
Нимә тип әйтһен инде былай ҙа йыуаш Зиннур. Ултыра инде шунда, аҡлы-күкле булып, йөрәк кенәһен усында йомарлап. Ә Иҙрисе һаман һөйләнә:
– Һине иҫкә алмаған көнө юҡ. Һин – яҡшы, һин – матур, һин – батыр... Ут менән уйнайһың, күрше! Ай-һай, ут менән!
Етмәһә, пистолетын сығарып һалала, күҙ йомоп, һүтеп ташлап, таҙарта башлай. Шунан һуң кире йыя ла, Зиннурға тоҫҡап, сыртлата ла, сыртлата. Зиннур ҡурҡаҡтарҙан түгел, айныҡ булһа, бер һүҙ әйтер, өндәшер ине, юҡ, иҫерек бит. Иҫереккә әйттең ни, әйтмәнең ни.
Иҙрис шулай ҡартайта Зиннурҙы. Көндөҙ иһә бисәһенә күренермен тимә, “Солярис”ы килеп туҡтау менән, йүгерә лә сыға: шунда барып килоәйек, бында барып киләйек. Хәҙер мин йәйәү йөрөй алмайым, сирләп ҡуйһам, бәләле булаһың бит, һ.б, һ.б.
Бер көн кис Зиннур менән Сәлимә күңелле генә итеп сәй эсеп ултыралар ине, ишек шаҡынылар. Зиннур барып аҫһа, әпәт күрешләр килгән. Күренеп тора, Иҙрис асыулы, ә тегеһе күҙҙәрен йәшерә.
– Асыҡлайыҡ әле, беҙ Сәлимә менән көнө-төнө эштә, ә бында уның ире, минең ҡатыным – аҙып-туҙып йөрөйҙәр икән? – тип һүҙ башланы Иҙрис. – Хәҙер Нисаны ауырлы, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, эште олоға ебәрмәй генә, асыҡлап, мәсьәләне ябып ҡуяйыҡ. Йә, бисәкәй, нимә әйтерһең? – тине ҡатынына уҫал ҡарашын ташлап.
Ә бисәһе иланы ла ебәрҙе:
– Һин, Иҙрискәйем, командировкаға киткәйнең, Сәлимә эштә ине, – тине Нисаһы илай-илай. – Фатирыма килеп инде, бер яртыны талап алып эсте. Шунда үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, аңымды томаланы ла ҡуйҙы.
Сәлимә ултыра, ах та ох килеп, нимә тип әйтергә лә белмәй.
Иҙрис уҫал итеп ҡарап:
– Үскә-үс, бисәгә-бисә, – тине һәм үҙенең шартын әйтте, – Һин бер төнгә хәләлеңде миңә биреп тораһың. Юҡ икән,юҡ. Мин һине ултыртам!
Сәлимәһе аһ итте, битен ҡапланы, һикереп торҙо ла, тиҙ генә кейенә һалып, фатирҙан сығып китте.
------------
*“Һәнәк” журналы редакцияһы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: