+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Октябрь 2020, 18:50

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ Хикәйә Икенсе бүлек

Зиннур өйөнә ҡайтып, ишеген шаҡый башлаһа, асыусы ла, керетеүсе лә юҡ. Һөйләшә-аңлаша торғас, бер үҙе икәнен асыҡлағас, Сәлимәһе ишекте саҡ асты. – Ҡотом ҡалманы, мине шул ғифритҡа тоттороп ебәрәһең икән, тип торам, – тип һыйынды ул Зиннурына. – Яҡын да килтермә! Смотри! Һатыушала башлаһаң, сығам да китәм! – тип үҙенең ныҡ тороуын иҫбатлай бисәһе. – Килеп кенә ҡараһын! – ти Зиннур. – Башын яра һуғырмын! Үҙе, ит саба торған бәләкәй генә балтаһы бар, шуны үткерләп ултырған була. Эх, хәҙер кемгә ышанырға ла белмәҫһең. Ҡоҙам полицияла эшләй, тип маҡтанғаны ла бар. – Ниңә Ниса хаҡында миңә электән үк әйтмәнең? – тип үпкәләй ҡатыны. – Ул бит электән шулай мутлашып, кеше алдап, аҡса йыйып йөрөй. – Ә һин миңә ышанаһыңмы? – ти Зиннуры Сәлимәһенең күҙҙәренә туп-тура ҡарап.


ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ
Хикәйә
Икенсе бүлек
Зиннур өйөнә ҡайтып, ишеген шаҡый башлаһа, асыусы ла, керетеүсе лә юҡ. Һөйләшә-аңлаша торғас, бер үҙе икәнен асыҡлағас, Сәлимәһе ишекте саҡ асты.
– Ҡотом ҡалманы, мине шул ғифритҡа тоттороп ебәрәһең икән, тип торам, – тип һыйынды ул Зиннурына. – Яҡын да килтермә! Смотри! Һатыушала башлаһаң, сығам да китәм! – тип үҙенең ныҡ тороуын иҫбатлай бисәһе.
– Килеп кенә ҡараһын! – ти Зиннур. – Башын яра һуғырмын!
Үҙе, ит саба торған бәләкәй генә балтаһы бар, шуны үткерләп ултырған була. Эх, хәҙер кемгә ышанырға ла белмәҫһең. Ҡоҙам полицияла эшләй, тип маҡтанғаны ла бар.
– Ниңә Ниса хаҡында миңә электән үк әйтмәнең? – тип үпкәләй ҡатыны. – Ул бит электән шулай мутлашып, кеше алдап, аҡса йыйып йөрөй.
– Ә һин миңә ышанаһыңмы? – ти Зиннуры Сәлимәһенең күҙҙәренә туп-тура ҡарап.
– Ышанмай, ҡайҙа барайым? – ти Сәлимәһе. – Үҙең күреп тораһың бит, былар беҙҙе, оятһыҙлашып еңергә итә. Юҡ, былай булмай, беҙгә полицияға мөрәжәғәт итергә генә ҡала. Хәҙер миңә ҡасан килеп йәбешә, тип көн һайын ҡурҡып ултырырғамы ни? Әйҙә, Зиннур, фатирҙы, алыштырайыҡ та, берәй яҡҡа китәйек, йә һатайыҡ.
– Юҡ инде, уйлама ла, – ти ире, – шулар беҙгә яҫҡына, тип фатир алыштырып, фатир һатып йөрөйөм тағы! Үлһәм, үләм, ошонда үләсәкмен! Һине лә бирмәйем!
Ә өҫкө ҡатта Иҙристең ауыр аҙымдары ишетелеп-ишетелеп ҡала. Бына шаҡылдатып нимәгәлер һуҡты. Ҡурҡытырға итәлер инде, мөртәт! Ә был аҙым уларға таныш. Көн һайын ишетеп, тыңлап йөрөгәс, әллә ҡайҙан танылып тора.
– Бәй, мин дауаханаға барайым, – ти Сәлимә. – Унда бит минең һеңлекәш эшләй. Ниса ҡаралырға килгәнме, юҡмы, шуны асыҡлайыҡ. Тик мин сығырға ҡурҡам, әйҙә, бергә барайыҡ.
Барҙылар, күрҙеләр ҡоҙасаны, шарабы менән шоколадын тотторҙолар. Бер-ике сәғәт тә үтмәне, уныһы яуап та бирҙе. Нисаның бында булғаны юҡ, тимәк, ул буш хәбәр һөйләй.
Зиннурҙың баш күтәрелде, түш кирелде. Хәҙер Иҙрис менән ҡаты, иркен тороп һөйләшә ала. Ошо этлектәренән һуң үҙен тотоп, судҡа бирмәһәме? Үҙен дә, бисәһен дә! Гәзиттә яҙғанса, әхлаҡи зыянды ҡаплатмаһамы?
Бик оҙаҡ һөйләшкәндән һуң, улар урамда осрашты. Иҙрисе күршеләренә уҫал итеп ҡарай, ҡулдарын кеҫәһенән алмай. Кеҫәһенән ниндәй тауыш сыға инде? Сырҡ-сырҡ иткән тауыш сыға, теге пистолет тауышы инде.
– Иҙрис! – тине Зиннур.
Ҡайҙан килә был батырлыҡ? Кисә генә мөңгөрләп торған ир, бөгөн бисәһенә һәм үҙенә ҡағылғайны, талаптарын да теүәл һәм аныҡ итеп ҡуя белә бит әле:
– Беҙҙең ғаиләбеҙҙе тарҡатырға маташҡанығыҙ өсөн мин һеҙҙе судҡа бирәм!
– Ә һин минең ҡатын менән йоҡлағанһың! – ти Иҙрис, ҡулдарын кеҫәһенән алмай ғына. – Беҙ һине алиментҡа бирәбеҙ! Аҡсаңды әҙерлә!
– Ә Һинең Нисаң алдай. Ул бер ниндәй ҙә бала көтмәй! – тип сатнатып әйтте Сәлимә һәм шунда уҡ иренең киң арҡаһына йәшенде.
Бала тураһында һүҙ сыҡҡас, Иҙристең йөҙө шунда уҡ үҙгәрҙе һәм ул ҡатынына боролдо:
– Дөрөҫмө был хәбәр? – тине.
Ниса ағарынды-күгәренде, тик йылан, ҡара йылан һаман бирешмәй бит әле:
– Ә һеҙҙең дауахананан минең хаҡта мәғлүмәт алырға хаҡығыҙ юҡ! – тип әйтмәһенме!
Сәлимәһе лә бирешә торғандарҙан түгел, яуаптың да шәбен тапты:
– Һүҙеңдең буш икәнлеге йөҙөңдән күренеп тора. Алдаҡсы! Ай ярым үтте, тиһең, һанай башла. Теүәл ете ай ярымдан һиңә бәпес үҫтерергә үҙебеҙ киләбеҙ, балалар коляскаһы бүләк итәбеҙ, йә судҡа повестка көт! – тине.
Шундайыраҡ йөкмәтке менән тамамланыр ине был һөйләшеүҙәр, әгәр Иҙрис Нисаһына боролоп, ваҡиғаларҙы бөтөнләй башҡа йүнәлешкә бороп ебәрмәһә:
– Никахыбыҙға ун биш йыл, һин мине шунса ғүмер алдатып йөрөткәнһең була түгелме һуң? Ана балам, бына балам, тип йөрөүеңә байтаҡ булды, ә һөҙөмтә ҡайҙа?
Тегеһе лә бирешмәй, өйрәнеп бөткәндер инде, Иҙристән ҡурҡмауын әйт әле:
– Һөҙөмтә, тиһеңме? Һөҙөмтә – һин үҙең инде! Йөкмәткеһе лә үҙеңдә!
Ике пар икеһе ике яҡҡа китте. Зиннур менән Сәлимә өйгә инделәр. Фатир хужаһы әлеге алыш тәьҫораттарынан арынып бөтмәгәйне әле. Шулай ҙа үҙе ҡәнәғәтләнеүен йәшермәй. Бирешмәне, ҡурҡманы, ҡасманы, Иҙристең үҙе менән типә-тиң айҡашты бит. Һин уның ҡатынын әйт әле, Нисаһын, ҡайһылай яһиллашып, үҙгәреп киткән! Элек бит һис тә улай түгел ине.
Иренең уйҙарын аҡ ҡағыҙҙан уҡыған һымаҡ, Сәлимә лә үҙ һүҙен әйтеүҙе кәрәк тип тапты:
– Тормош кешене шулай үҙгәртәме икән? Нисаһы ла, Иҙрисе лә элек күҙгә генә ҡарап торалар, әҙәмсә һөйләшәләр ине. Иҙрисен әйтәм, йылы һүҙен дә таба, осраған һайын хәлде белешә, кеше һымаҡ була торғайны.
– Туҡта, туҡта, һин нимә һөйләйһең? – тине Зиннур. – Һин шул бандитты, кешегә һанап, һөйләшә торғайныңмы? Сәләмен ҡабул итә инеңме?
– Уның нимәһенә ғәжәпләнәһең? – тине Сәлимә, аҡлана башланы: – Нисә йыл бергәбеҙ, йомоштары булһа, улар беҙгә килә, беҙгә берәр нәмә кәрәкһә, уларға барабыҙ.
– Да... Ә мин бер нимә лә белмәй йөрөгәнмен икән! – тип асыш яһаны Зиннур. – Тимәк, һеҙ электән бер-берегеҙгә йөрөшә инегеҙме? Мин, мәҫәлән, Нисаныңбеҙгә килеп йөрөгәнен, нимәлер һорағанын, йомошлағанын хәтерләмәйем һәм кәрәкмәй ҙә!
– Йә, ярай, бөтөрәйек, – тине Сәлимәһе, был һөйләшеүҙең бер яҡшылыҡ менән дә бөтмәүен аңғарып.
– Һин бөтөрәйек, тинеңме? – тип ярһыны ире. – Нисек бөтөрәйек? Әле беҙ башламаныҡ! Сөнки мин үҙем өсөн әле генә ҙур яңылыҡ астым. Ирең эш тип саба, көнө-төнө тимер ҡыра, аҡса эшләй, ғаилә ҡарай, машина һатып ала, ә һин күршеләреңде маҡтап тораһың.
– Һуң, ниндәй маҡтау тураһында һүҙ булһын? – тип аҡлана ҡатыны. – Ну, килгәндәрҙер, бәлки йылына бер килгәндәрҙер, йылына ике килгәндәрҙер.
– Уф, бөтөрҙөң! Бөтәһен дә һөйләп бөттөң! Ниңә шуларҙы үҙеңдә генә ҡалдырманың инде? Эх! Ах! Бынан һуң нисек йәшәргә? Бер кешегә ышаныс юҡ. Ни эшләп донъя шулай ҡоролған ул?
– Һуң, Зиннур, тыңла әле, миҫал өсөн генә әйттем бит, – тине ҡатыны, шаярттым, тиһә ни булған инде.
Юҡ, шул тиклем бер ҡатлы бисә булыр икән! Бөтәһен дә һөйләне лә ҡуйҙы. Телеңде тыйып торһаң, нимә булған?
– Зиннур, аҡыллым, һин миңә үпкәләнеңме? – тип Сәлимә һаман да мөнәсәбәттәрҙе көйләргә тырыша.
Юҡ, быныһы битен һыпырҙы, маңлайын тотҡолап ҡараны, саталы мөгөҙҙәр сыҡмағанмы, йәнәһе. Шул ғына етмәгәйне, үкереп, илап ебәрҙе.
– Һин мине харап иттең! Һуңғы өмөтөмдө юҡҡа сығарҙың, – тип һулҡылданы ул. – мин былай йәшәй алмайым. Беҙгә айырылышырға тура килер. Фатир һиңә ҡала, машинаны үҙемә алам.
Парлашып ултырып сәй эсербеҙ, тигәйнеләр, сәй онотолдо.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: