-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Октябрь 2020, 17:41

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ Хикәйә Өсөнсө бүлек

Сәй ҙә эсмәнеләр, икеһе бүлмәнең ике мөйөшөндә ятып йоҡланылар. – Хәҙер минең кейем-һалымды кем йыуыр, кем ашарға бешерер, – тип баш ватты Зиннур. – Иҙәнен дә йыуырға, ағай-эне килһә, ҡунаҡ итергә лә кәрәк бит әле. – Әлдә генә туҡмаманы, берҙе генә лә һуҡманы, был хәтле эштән һуң бер-ике һелтәп алһа ла була ине, – тип ҡыуанды Сәлимә ирен иҫкә төшөрөп, икенсе мөйөштә. Иртәгәһен таң менән бер-береһенән ҡасып, тигәндәй, фатирҙарынан сығып олаҡтылар. Зиннурҙы эштә көтәләр, бик мөһим заказ бара икән. Ә Сәлимәһенең көнө булмаһа ла, эшләгән еренә барып, кемде булһа ла күргеһе, мәшәҡәттәрен һөйләгеһе килә. – Эй, тапҡанһың ҡайғырыр нәмә, – тип тынысландырҙы Сәлимәне эшендә йыйыштырыусы Хәмдиә, – хәҙер сығып, бер һыҙғырайым, унлабы теҙелеп торасаҡ. Һайлап ҡына алырһың. – Юҡ, – тип өҙөп әйтте быныһы. – Миңә үҙемдекен яңынан ҡаратып алырға кәрәк. Яратҡан аштарын бешереп булһа ла, эргәһендә йөрөрмөн әле. Зиннур эшкә килгәс, уны баш инженер саҡыртып алды, токарҙың йонсоған ҡиәфәтенә ҡарап: “Хәлдәрең нисек?” – тип һораны. Тегеһе бирешмәй, һаман, яҡшы, тип ышандырырға тырыша. – Ҡыҫҡаһы, бик мөһим заказ алдыҡ, – ти инженер. – Был эште һин генә үтәй алаһың, ағай. Беренсенән, металл бик ҡиммәтле, икенсенән, эше бик ҡатмарлы. Шулай булғас, кәйефең күтәренке, тамағың туйған булырға, һәм бармаҡтарың ҡалтырамаҫҡа тейеш.

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ
Хикәйә
Өсөнсө бүлек
Сәй ҙә эсмәнеләр, икеһе бүлмәнең ике мөйөшөндә ятып йоҡланылар.
– Хәҙер минең кейем-һалымды кем йыуыр, кем ашарға бешерер, – тип баш ватты Зиннур. – Иҙәнен дә йыуырға, ағай-эне килһә, ҡунаҡ итергә лә кәрәк бит әле.
– Әлдә генә туҡмаманы, берҙе генә лә һуҡманы, был хәтле эштән һуң бер-ике һелтәп алһа ла була ине, – тип ҡыуанды Сәлимә ирен иҫкә төшөрөп, икенсе мөйөштә.
Иртәгәһен таң менән бер-береһенән ҡасып, тигәндәй, фатирҙарынан сығып олаҡтылар. Зиннурҙы эштә көтәләр, бик мөһим заказ бара икән. Ә Сәлимәһенең көнө булмаһа ла, эшләгән еренә барып, кемде булһа ла күргеһе, мәшәҡәттәрен һөйләгеһе килә.
– Эй, тапҡанһың ҡайғырыр нәмә, – тип тынысландырҙы Сәлимәне эшендә йыйыштырыусы Хәмдиә, – хәҙер сығып, бер һыҙғырайым, унлабы теҙелеп торасаҡ. Һайлап ҡына алырһың.
– Юҡ, – тип өҙөп әйтте быныһы. – Миңә үҙемдекен яңынан ҡаратып алырға кәрәк. Яратҡан аштарын бешереп булһа ла, эргәһендә йөрөрмөн әле.
Зиннур эшкә килгәс, уны баш инженер саҡыртып алды, токарҙың йонсоған ҡиәфәтенә ҡарап: “Хәлдәрең нисек?” – тип һораны. Тегеһе бирешмәй, һаман, яҡшы, тип ышандырырға тырыша.
– Ҡыҫҡаһы, бик мөһим заказ алдыҡ, – ти инженер. – Был эште һин генә үтәй алаһың, ағай. Беренсенән, металл бик ҡиммәтле, икенсенән, эше бик ҡатмарлы. Шулай булғас, кәйефең күтәренке, тамағың туйған булырға, һәм бармаҡтарың ҡалтырамаҫҡа тейеш.
Зиннур ҡулдарын сығарып, бармаҡтарын ҡараны. Әллә тағы, урынында һымаҡ. Бер аҙ ҡалтырай, кисә насар йоҡланым, тип әйтһә, заказды икенсе кешегә бирәсәктәр. Ә металын дөрөҫ ҡырмай, берәй ерҙә хата ебәрһә, аҡсаһын түләтеп ҡуйырҙар. Эх, бынауы Сәлимәһе, ваҡытһыҙ эште уйҙы.
Шулай ҙа Зиннур заказ менән танышып сыҡты һәм бында эш өс-дүрт көнгә һуҙылыуы мөмкин, тип иғлан итте.
– Һиңә өс-дүрт көн түгел, бер аҙна ваҡыт бирәбеҙ, – тине баш инженер. – Ошонда ҡуна ятып йөрөйәсәкһең. Көн һайын өс тапҡыр бушлай ашатабыҙ, сәй, күпме кәрәк, үҙең теләгәнсе.
Ҡул бирештеләр, килешеү төҙөнөләр, Зиннур эшкә тотондо.
Бер көн ҡайтмай Зиннур, ике көн, өйҙөң йәме китте. Сәлимә хәҙер аптырана. Зиннуры булмағас, донъяһының йәме юҡ. Өҫтәүенә, Ниса килеп сыҡты ла, Сәлимә:
– Элек ҡайһылай күңелле йәшәгәнбеҙ! Теләгән ваҡытта кереп, һөйләшеп ултыра инек. Хәҙер баш төртөрлөк кеше лә ҡалманы. Мин бер үҙем. Кискә кер, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө. Ишектән Иҙристең килеп сыҡҡанын күреп, эшенә ҡаса һалды.
Ә Иҙрис:
– Улар менән аралашыу бөттө! – тип Сәлимә атлаған яҡҡа ҡарап ҡалды.
Зиннур эштә, Зинурҙың кәйеф күтәренке, ул эш тураһында ғына уйлай. Иртән ашаталар, төш ашаталар, кис ашай. Хатта төндә кереп, станоктағы металды барлап сыға. Эргәһендә һаҡсыһы тора. Бына шундай мөһим кешегә әйләнеп китте Зиннур. Бер көн директор, эргәһенә килеп, тимер киҫәгенә бик етди ҡарап торҙо. Зиннур Сәлимәһен иҫкә лә төшөрмәй, ә ҡатыны өйҙә өҙгөләнә. Ашарға ҡайтмай, әллә берәйһенә йортҡа индеме икән? Оҙаҡламай, аҙна була бит? Инһә лә, ғәжәп түгел. Сәлимә бер көн түҙмәне, завод тирәһен йөрөп әйләнде, хатта проходнойға уҡ үтергә самалап ҡуйҙы, ләкин батырсылыҡ итмәне. Ял етәрәк, тағы Ниса менән осраштылар.
– Ирең ҡайтымы? – тигән була, белгеһе килә инде.
– Ҡайтманы шул, –ти Сәлимә, үҙе иларҙай булып тора.
– Ниңә шылтыратмайһың? Трубкаһын алмаймы? – ти Ниса, һаман төпсөшә.
– Телефоны өйҙә ҡалған, – тине ҡатыны. – Уға, минән башҡа, шылтыратҡан кеше лә юҡ.
Һуңынан Ниса менән Сәлимәгә кереп, сәй эстеләр. Зиннурҙың яҡшы яҡтарын иҫкә төшөрөп ултырҙылар.
Был хәбәр Иҙрискә лә барып еткән икән.
– Дауахана тирәһен ҡараһын, – тип кәңәш бирҙе ул, – Бәлки унда белеүселәр барҙыр.
Юҡ, тойолмай. Тамам юғалды ла ҡуйҙы. Йома кис подъезд алдында Зиннурҙың “Солярис”ы пәйҙә булды. Унан ауыр атлап, хужаһы төштө. Ҡырынмаған, хатта бер аҙ һурығып киткән һымаҡ. Зиннур иң тәүҙә тәҙрәләренә күҙ һалды. Тимәк, өйҙә ултыра. Бер үҙе булһа, ярар ине. Ҡайҙан бер үҙе булһын, икенсе ҡаттан,подъезд өҫтөндәге аш бүлмәһендәге тәҙрә асыҡ, Иҙристең гөрһөлдәп һөйләнгәне ишетелә. Бәй, былар эсеп ултыра түгелме һуң? Ҡара, хайуан! Зиннур сығып та өлгөрмәне, уның урынын был кереп тә алған икән. Күптән ымһынып йөрөй ине. Шулай була инде, үҙең аҙна буйы юғалып йөрөһәң. Иҙрис нимә һөйләй? Дауаханала булдым, моргка керҙем, бер ҡайҙа ла юҡ, – ти. Эшем эйәһе, нимә эҙләп йөрөгән булды икән? Хәҙер үҙен елтерәтеп ҡыуып сығармаһамы! Ҡабаланма, көтөп тор! Ул бандиттың бер түгел, ике пистолеты бар. Эскән нәмә, атып йыҡмаҫ, тимә. Ә берәр ҡорал кәрәк бит. Эх,машинала күҫәк йөрөтмәгән! Туҡта, бер монтировка ята, шикелле. Шуны булһа ла, алайым. Монтировканы алды, ишек төбөнә килде. Ҡара,бикләмәгәндәр ҙә бит әле! О, былар иркен ултыра, иркен!
Зиннур, монтировкаһын йәтешләп тотоп, аш бүлмәһе яғына аҡрын ғына ыңғайлағайны, әмәлгә ҡалғандай, барлыҡ йортта ут һүнде лә ҡуйҙы. Урамдан төшкән ут яҡтыһында күрә Зиннур, күршеһе пистолеттарҙың береһен сығарып, тәтеһенә баҫҡансы, көбәгенән ут күренде, йорт хужаһы ҡулына һуғып та ебәрҙе.
Бына шулай Иҙрис ҡулһыҙ ҡала яҙҙы. Дүртәүләшеп күңелле итеп сәй эсеп ултыралар. Мәйен ҡуҙғатып торманылар, эсеп йөрөр заман түгел. Теге ваҡыт бик күңелле булды бит, Зиннур сығарып һелтәне, пистолеты осоп китте, уты сыҡты, Иҙрис ҡулға оҫта бит, пистолет түгел, газ тоҡандырырға зажигалка яһаған икән. Бер түгел, икәүҙе яһаған. Береһен Зиннурға бүләк итте. Ниса әйтә:
– Иҙрис электән үк һиңә яһап, бүләк итәм, тип йөрөй ине, – ти.
Ярай, бәхәстәре тәрәнгә китмәне, тиҙ яраштылар! Иҙрис ни, уҫал күренһә лә, тиҙ ҡайта икән. Эсендәге – тышында, тигәндәй, үҙе ғәфү үтенде. Нимә тигән була?
– Мин үҙемдең мөмкинлекәремде юғарыраҡ баһалағанмын һәм саманы онотҡанмын.
Иҫән-һау йәшәп яталар. Шулай була күрһен инде!
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: