-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Октябрь 2020, 14:43

МИНЕ УЛАРҒА БИРМӘ, ӨЛӘСӘЙ! – 2 Хикәйә

Үткәнендә ошо исемдәге тәүге сәхифә сығыу менән, шылтыратмаған кеше ҡалманы. Беҙҙең халыҡ йомшаҡ күңелле бит, ҡайғыралар, борсолалар, ярҙам итергә теләйҙәр. Теге ваҡыт Салауаттан бергә ҡайтҡан өләсәйҙең исеме Әнисә икән. Телефондарыбыҙҙы алышҡайныҡ, кеше бик ҡыҙыҡһынғас, шылтыратып, хәлен белергә булдым. Онотмаған. Кәйефе лә бер сама. Былай һеҙҙең хаҡта яҙғайным, ҡыҙыҡһыныусылар күп булды, тип сурытып торманым. Интернет тирәһендә йөрөгән, компьютер менән эшләгән кешегә оҡшамаған. Алдан һөйләшкәйнек, бер көн үҙе килеп инде. Мәрхүмә ҡыҙы Киров районында теркәлгән икән. Шул йомошо менән беҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡан. Ваҡытым бар ине, Әнисә менән оҙаҡлап ултырып сәй эстек. Кәйефе һаман шул, элеккесә, бер сама. Нимә генә һөйләһә лә, һүҙ ейәне һәм ҡыҙы тураһында килә лә сыға. Ә ейәнен алып киткән кейәүе менән ҡоҙағыйы араһында аҙмы-күпме бәйләнеш урынлашҡан икән. Осрашыу булмаҫ ине, әгәр үҙҙәре эҙләп килмәһә. Улының, теркәлмәгән булһа ла, никахы бар икән. Килендәренең ҡыҙы тыуған. Хәҙер Вәкилде, талап, тигәндәй, алып ҡайттылар бит инде. Ир менән ҡатын, ЗАГС-ҡа барып, никах таныҡлығы алып, яңы тыуған ейәнсәрҙәрен һәм Вәкилде теркәтеп, икенсе бала тыуғандан һуң бирелә торған әсәлек капиталын алырға йөрөйҙәр икән.– Килеп сығырмы, белмәйем, бер ҡаршылығыбыҙ ҙа юҡ, – тине Әнисә. – Әгәр кәрәк булһа, ярҙам итергә әҙербеҙ. Һуңғы килгәндәрендә Вәкилде лә алып килделәр. Шул тиклем күңелебеҙ булды, көнө буйы беҙҙең менән булырға рөхсәт иттеләр бит. Балаҡайым уйынсыҡтарына тиклем һағынған, хатта уйнап туя алмай. Әнисә менән сәй эсеп, байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҡулымдан килгәнсә шик-шөбһәләрен таратырға тырыштым. Ана бит, һөйләшә башлағандар. Алла бойорһа, тағы ла яҡынайырһығыҙ әле, тип тынысландырҙым.– Аҡсаға дәғүә итеүҙәрен баштан уҡ белдерһәләр, үҙебеҙ ярҙам итер инек. Бик мохтаж булһалар, кәрәкһә, тип тотҡан аҡсам да бар, ярҙам итер инем әле. Шулай ҙа Вәкилде еренә еткереп ҡарайҙармы икән, тигән шигем ҡалды. Тәүге килгәндәрендә үк Вәкил, мине күреү менән: “Өләсәй, асыҡтым!” – тип хәбәр һалмаһынмы!Ҡоҙағыйыбыҙҙың төҫө боҙолоп китте, хатта күҙенең ағын әйләндереп: “Эй, ошо бала, туя белмәне инде!” – тип асыуланды. Юл буйына “Пепси” эсеп, “Лайс” кимереп килдең, шул да етмәнеме ни?” – тип тиргәне. “Өләсәй, асыҡтым!” – тине бит балаҡайым. Иҙән уйылып, йөрәгем төшөп киткән һымаҡ булды. Беҙҙең өйҙә “Лайс”тар, газлы һыуҙар ғүмерҙә булманы. Ҡоҙағый һымағыраҡ кешемә шуны ипләп кенә аңлатып ҡарайым, юҡ, ҡолағына ла элмәй. “Ниңә баланы мәхрүм итергә, бөтәһе лә ашай бит”, – ти. Ашайҙарҙыр инде, ашҡаҙандары тимерҙән булғас. Ул таш һымаҡ нәмәне балаларҙың һаулығын бөтөрөр өсөн генә сығараларҙыр инде. Әнисә апай әйтеүенсә, тегеләр әсәлек капиталын эләктереүгә бик ныҡыш тотонғандар. Хәҙер Вәкил ҡайҙа теркәлгән, ниндәй матди ярҙам алған, әле быға тиклем әсәлек капиталын юллағандармы әллә алғандармы, шул хаҡта белешмә кәрәк икән. Хөкүмәттең һәр һумы иҫәпле, ҡурҡалар инде, был етем малай тағы ла әсәлек капиталы алып, илде бөлдөрөп ҡуймаһын, тиҙәрҙер.– Вәкил улым ҡоҙағый менән һуңғы килгәнендә уйынсыҡтарының ҡайһыларын һорап алды. “Ал, ҡайһыһын теләйһең, ал, килгәнеңдә уйнарлыҡтарын ғына ҡалдыр”, – тинем. Һуң, мин уның теленән тартаммы ни инде, тағы алдыма килде лә: “Өләсәй, мин асыҡтым!” – тине. Берәү күрһә, өйрәтеп ҡуйғандар, тиер. Ҡоҙағыйым тағы туҙынды ла китте, малайҙы этеп ебәрҙе. “Ниндәй туя белмәгән бала булды был!?” – тип асыуланды. Өндәшмәнем, түҙҙем. Нимә тип әйтәйем инде.

МИНЕ УЛАРҒА БИРМӘ, ӨЛӘСӘЙ! – 2
Хикәйә
Үткәнендә ошо исемдәге тәүге сәхифә сығыу менән, шылтыратмаған кеше ҡалманы. Беҙҙең халыҡ йомшаҡ күңелле бит, ҡайғыралар, борсолалар, ярҙам итергә теләйҙәр. Теге ваҡыт Салауаттан бергә ҡайтҡан өләсәйҙең исеме Әнисә икән. Телефондарыбыҙҙы алышҡайныҡ, кеше бик ҡыҙыҡһынғас, шылтыратып, хәлен белергә булдым.
Онотмаған. Кәйефе лә бер сама. Былай һеҙҙең хаҡта яҙғайным, ҡыҙыҡһыныусылар күп булды, тип сурытып торманым. Интернет тирәһендә йөрөгән, компьютер менән эшләгән кешегә оҡшамаған.
Алдан һөйләшкәйнек, бер көн үҙе килеп инде. Мәрхүмә ҡыҙы Киров районында теркәлгән икән. Шул йомошо менән беҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡан.
Ваҡытым бар ине, Әнисә менән оҙаҡлап ултырып сәй эстек. Кәйефе һаман шул, элеккесә, бер сама. Нимә генә һөйләһә лә, һүҙ ейәне һәм ҡыҙы тураһында килә лә сыға.
Ә ейәнен алып киткән кейәүе менән ҡоҙағыйы араһында аҙмы-күпме бәйләнеш урынлашҡан икән. Осрашыу булмаҫ ине, әгәр үҙҙәре эҙләп килмәһә. Улының, теркәлмәгән булһа ла, никахы бар икән. Килендәренең ҡыҙы тыуған. Хәҙер Вәкилде, талап, тигәндәй, алып ҡайттылар бит инде. Ир менән ҡатын, ЗАГС-ҡа барып, никах таныҡлығы алып, яңы тыуған ейәнсәрҙәрен һәм Вәкилде теркәтеп, икенсе бала тыуғандан һуң бирелә торған әсәлек капиталын алырға йөрөйҙәр икән.
– Килеп сығырмы, белмәйем, бер ҡаршылығыбыҙ ҙа юҡ, – тине Әнисә. – Әгәр кәрәк булһа, ярҙам итергә әҙербеҙ. Һуңғы килгәндәрендә Вәкилде лә алып килделәр. Шул тиклем күңелебеҙ булды, көнө буйы беҙҙең менән булырға рөхсәт иттеләр бит. Балаҡайым уйынсыҡтарына тиклем һағынған, хатта уйнап туя алмай.
Әнисә менән сәй эсеп, байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҡулымдан килгәнсә шик-шөбһәләрен таратырға тырыштым. Ана бит, һөйләшә башлағандар. Алла бойорһа, тағы ла яҡынайырһығыҙ әле, тип тынысландырҙым.
– Аҡсаға дәғүә итеүҙәрен баштан уҡ белдерһәләр, үҙебеҙ ярҙам итер инек. Бик мохтаж булһалар, кәрәкһә, тип тотҡан аҡсам да бар, ярҙам итер инем әле. Шулай ҙа Вәкилде еренә еткереп ҡарайҙармы икән, тигән шигем ҡалды. Тәүге килгәндәрендә үк Вәкил, мине күреү менән: “Өләсәй, асыҡтым!” – тип хәбәр һалмаһынмы!Ҡоҙағыйыбыҙҙың төҫө боҙолоп китте, хатта күҙенең ағын әйләндереп: “Эй, ошо бала, туя белмәне инде!” – тип асыуланды. Юл буйына “Пепси” эсеп, “Лайс” кимереп килдең, шул да етмәнеме ни?” – тип тиргәне. “Өләсәй, асыҡтым!” – тине бит балаҡайым. Иҙән уйылып, йөрәгем төшөп киткән һымаҡ булды. Беҙҙең өйҙә “Лайс”тар, газлы һыуҙар ғүмерҙә булманы. Ҡоҙағый һымағыраҡ кешемә шуны ипләп кенә аңлатып ҡарайым, юҡ, ҡолағына ла элмәй. “Ниңә баланы мәхрүм итергә, бөтәһе лә ашай бит”, – ти. Ашайҙарҙыр инде, ашҡаҙандары тимерҙән булғас. Ул таш һымаҡ нәмәне балаларҙың һаулығын бөтөрөр өсөн генә сығараларҙыр инде.
Әнисә апай әйтеүенсә, тегеләр әсәлек капиталын эләктереүгә бик ныҡыш тотонғандар. Хәҙер Вәкил ҡайҙа теркәлгән, ниндәй матди ярҙам алған, әле быға тиклем әсәлек капиталын юллағандармы әллә алғандармы, шул хаҡта белешмә кәрәк икән. Хөкүмәттең һәр һумы иҫәпле, ҡурҡалар инде, был етем малай тағы ла әсәлек капиталы алып, илде бөлдөрөп ҡуймаһын, тиҙәрҙер.
– Вәкил улым ҡоҙағый менән һуңғы килгәнендә уйынсыҡтарының ҡайһыларын һорап алды. “Ал, ҡайһыһын теләйһең, ал, килгәнеңдә уйнарлыҡтарын ғына ҡалдыр”, – тинем. Һуң, мин уның теленән тартаммы ни инде, тағы алдыма килде лә: “Өләсәй, мин асыҡтым!” – тине. Берәү күрһә, өйрәтеп ҡуйғандар, тиер. Ҡоҙағыйым тағы туҙынды ла китте, малайҙы этеп ебәрҙе. “Ниндәй туя белмәгән бала булды был!?” – тип асыуланды. Өндәшмәнем, түҙҙем. Нимә тип әйтәйем инде.
– Өндәшмә, Әнисә апай, түҙ. Булғанына шөкөр ит. Үҙегеҙ барығыҙ, үҙҙәре килһендәр, ыңғайына һыпырығыҙ. Бәләкәй генә бәхәс, юҡ ҡына низағ һеҙҙең үҙ-ара аралашыуығыҙға нөктә ҡуясаҡ. Һеҙ Вәкилде яратаһығыҙ, ул һеҙгә кәрәк. Улар шуны белә һәм бик оҙаҡ файҙаһын күрергә ынтыласаҡ. Был осраҡта иң яҡын ярҙамсы – ваҡыт. Киләһе йылға Вәкил мәктәпкә барасаҡ. Әгәр алһалар, әсәлек капиталын тотоноп бөтәсәктәр. Шунан һуң инде Вәкилдең уларға, дөрөҫөн әйткәндә, кәрәге бөтәсәк. Улар ейәнегеҙҙе үҙҙәре һеҙгә килтереп ҡалдырмағайҙары. Тик түҙегеҙ, саҡ ҡына көтөгөҙ.
– Ысынлап әйтәһеңме? Шулай булырмы икән? Ҡайһылай шәп булыр ине, – тип апайҙың күҙҙәре йәшләнеп китте. – Эй, һеңлем, ошо йылы һүҙең өсөн рәхмәт! Һинеңсә генә булһа ярар ине.
– Ә Вәкил әсәһен онотмағанмы әле? – тип һораным.
– Онотмаған. Ике тапҡыр килде, икеһендә лә түшәмгә, йә һауаға ҡарап тик йөрөй. “Нимә эҙләйһең унда, улым?” – тим. Эргәмә килде лә, миңә ҡолағыма ғына бышылдап: “Өләсәй, хәтерләйһеңме, һин миңә әсәйең хәҙер һауала йөрөй, һинең һәр аҙымыңды күҙәтеп, күреп тора, һине һағына, ләкин эргәңә килә генә алмай, тип әйткәйнең. Мин әле уны, күренмәйме икән, тип ҡарайым. Ә ниңә тегендә барғас, мин күрмәйем уны? Төшкә лә кермәй?” – тип аптырана. Ҡоҙағыйым тыңлап торған була, баланың башын бутап бөттөләр, тиҙер инде. Ейәнемә былай тип әйттем: “Әсәйең һине күреп тора, ул һинең тәртибеңдән ҡәнәғәт. Ул да, һин уны һағынған һымаҡ, һине һағына”. Мин, инде өлкән йәштәге кеше, ейәнемдең кисерештәрен аңлайым. Өләсәй, асыҡтым, тип әйтеүе лә ас ултырыуҙан түгелдер. Ул беҙҙең тормошобоҙға, мин бешергән аштарға өйрәнгән. Ә уға йәшәү рәүешен, хатта, ғаимдар әйтмешләй, туҡланыу рационын ҡапыл үҙгәртергә тура килде. Хәҙер үҙем дә күндем инде. Бала бит ул, бер-ике йылдан вис кенә онотоп бөтөр инде. Тик иҫән-һау булһын, беҙ уға бәхет теләйбеҙ. Ара-тирә беҙгә күрһәтеп, һағышыбыҙҙы баҫып йыуандырһалар, миңә шул еткән.
– Шулай, Әнисә апай, һин бит өлкән кеше, түҙерһең. Ана бит, ҡоҙағыйың кейәүең менән, исмаһам, һөйләшә башлағанһығыҙ. Артабан да шулай ыңғай килер, – тип йыуаттым апайҙы.
“Үҙәк баҙар” туҡталышында тора инем, ямғыр яуа башлағайны, туҡталыш эсенә үтһәм, күптән күренгәне юҡ ине, Әнисә апай менән йөҙгә-йөҙ осраштыҡ. Күҙҙәре нурланып, йәшәреп киткән һымаҡ. Мине күргәс, ҡосаҡлап уҡ алды. Эргәһендә, һыйынып, бәләкәй генә бер малай тора.
– Ни эш бөтөрөп йөрөйһөң, апай? – тим.
– Вәкил 20-се гимназияға уҡырға төштө бит, беренсе класҡа, шуны алып ҡайтып киләм.
– Бәй, апай, ейәнең хәҙер һеҙҙәме ни? – тим аптырап.
– Һеҙҙәме ни, тип һораған була тағы. Үҙең былтыр уҡ киләсәктә нисек булырын, күрәҙә һымаҡ, вис һөйләп бөттөң бит инде. Барыһы ла һин әйткәнсә булды. Телефоныңды юғалтҡанмын. Шылтыратырмын, тигәйнем, әлдә үҙең килеп сыҡтың.
Ул арала ямғыр тымды, кешеләр туҡталыштан сығып бөттө. Шунда мөйөштә генә тороп, байтаҡ һөйләшеп өлгөрҙөк.
– Тегеләр менән тәки үҙ-ара аңлаштыҡ бит, – ти апай ҡыуанып, – аҙаҡ ҡоҙағыйым да ипкә килгән һымаҡ булды. Байрамдар етһә, билет алып, автобусҡа ултырта ла ебәрә, мин бында ҡаршы алып торам. Күңелем шул хәтле булды, – ти ул.
– Ярай, яҡшы булған, – тип мин дә ҡыуандым. – Үҙегеҙ ҙә бик ярҙам итә инегеҙ, әсәлек капиталын да алғандарҙыр инде, – тинем мин.
– Уныһын белмәйем, – тине Әнисә апай. – Мин һорашманым, улар өндәшмәне. Үҙем, аҡсаһын алып, мәнфәғәтен күрһәләр генә ярар ине, тип теләйем. Төпсөшөргә уңайһыҙландым. Мин һорармын, улар мине был аҡсаға өмөт итә, тип иҫәпләр, тағы боҙолошорбоҙ. Һиңә рәхмәтем ҙур. Теге ваҡыт алдан әйткән һүҙҙәрең әле лә ҡолағымда яңғырап тора. Түҙемле булырға, шөкөр итергә кәрәк икән шул. Бына хәҙер улыбыҙ үҙем менән, донъябыҙ түңәрәк, Вәкил хәҙер үҙенең уйынсыҡтарына әйләнеп ҡайтты. Ҡоҙағыйҙарҙы әйтәһеңме? Юҡ, йәй башында нисек килтереп һалдылар, шул килеш оноттолар. Шылтыратып, хәл дә белгәндәре юҡ. Ҡуй, ҡуй, шылтыратмаһындар инде. Тағы берәй һылтауын табырҙар, йонсота башларҙар.
Тормошта үҙ мәғәнәһен тапҡан, берҙән-бер ейәнен бағыу мөмкинлеген көтөп алған өләсәйҙән дә бәхетлерәк кеше бармы икән?
Иҫән-һау булығыҙ! Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: