-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Октябрь 2020, 13:05

ТАМУҠТЫҢ ТУПҺАҺЫНДА Хикәйә Өсөнсө бүлек

Директоры, йышыраҡ кил, тип һайрай башланы, тип ғәжәпләнде Саттар. Тағы берәй нимә ҡыйланырға итәме икән, тип аңламай тора. Урамға сыҡҡас та, Саттар пансионаттың һары, шөҡәтһеҙ бинаһына ҡарап торҙо. Әллә, ысынлап та, атаһын бында килтереп, бындағыларға ышанып, хаталандымы икән? Ә атай бит үҙе тыуған яҡтарына – Күркәлегә ынтылды. Шунда ҡайтып, һуңғы төйәген табырға теләгәйне. Бәлки теге ваҡыт әсәһе менән икеһен нигеҙҙәренән ҡуҙғатмаҫҡа ла булғандыр. Аҡсаһын түләһәң, ауылда ла ҡарт-ҡороно тәрбиәләрлек кешеләр бар бит. Ана, күпме кеше эшһеҙ йөрөй? Әсәһе менән атаһын бында килтереүҙән берәү ҙә отманы. Мандыманылар. Әсәйемде ҡарайым, дауалайым, тип бизнесын юғалтты, ҡатыны менән мөнәсәбәттәре боҙолдо, ғаиләһен юҡ итте. Һөҙөмтәлә, әсәй ҙә, эш тә юҡ. Бына, сыҡты ла, тора. Ҡайҙа барып ҡунырға? Ярай, машинаһы үҙенең исемендә ине, һаҡлап алып ҡалды. Хәҙер ҡайҙа барырға? “Тойота”һы менән аҡрын ғына оло юлға сығып барғанда, ҡапыл Саттарҙың хәтеренә төштө: ниңә баш ватырға? Уның бит Күркәлеһе бар. Заманында атаһы менән әсәһенә өйҙө үҙе ныҡтан төҙөтөп биргәйне. Газы, һыуы, ваннаһы бар, ниңә шунда ҡайтып йәшәмәҫкә? Иҫке балта боҙ сабырға ярай, тигән һымаҡ, бәлки берәй эше лә табылыр. Ҡайтһын, ҡараһын, шунан һуң атаһын алып ҡайтыр. Ниңә былай, миллионлы ҡала буйлап меҫкенләнеп, ҡунырға урын эҙләп йөрөргә? 250 саҡырымды хәҙер ике-өс сәғәттә үтә ул! Бензин тултыртты, кәрәк булһа, тип күстәнәс алды. Күркәленең үренә күтәрелгәндә күҙ бәйләнә лә башламағайны әле. Машинаһы менән геүләтеп, тыуған йорт эргәһенә килеп туҡтаны. Күршелә Зөбәйҙә инәйгә асҡыс ҡалдырған икән атаһы, инәйгә күстәнәс тотторған һымаҡ иткәйне, әллә ҡайһы арала табын әҙерләп өлгөрҙө. Ауылдаштары ярата Саттарҙы. Хәл белергә, күрешергә килеп еттеләр. “Әйҙә, эшкә ҡайт. Элекке һымаҡ ер һөрөп, иген үҫтереп, яңынан йәшәй башлайыҡ”, – тип ҡоторталар. Әлегә өндәшмәй Саттар, вәғәҙә бирмәй. Һүҙ биргәнһең икән, үтәргә кәрәк. Шым ғына ҡараштыра, мөмкинлектәрен барлай, кеҫәһенә һуҡҡылай. Берәй грант эләктергәндә, бәлки инвестор ҙа килеп сығыр. Күпме ер һөрөлмәй-сәселмәй ята, бында эш сығарып булыр ине. Һуңғараҡ Хәлиулла бабай килеп ултырҙы.– Минең Ғәфиәт ҡорҙаш ни хәлдә? Алып ҡайтмайһың, күрһәтмәйһең, – тип үпкәләп алды.

ТАМУҠТЫҢ ТУПҺАҺЫНДА
Хикәйә
Өсөнсө бүлек
Директоры, йышыраҡ кил, тип һайрай башланы, тип ғәжәпләнде Саттар. Тағы берәй нимә ҡыйланырға итәме икән, тип аңламай тора. Урамға сыҡҡас та, Саттар пансионаттың һары, шөҡәтһеҙ бинаһына ҡарап торҙо. Әллә, ысынлап та, атаһын бында килтереп, бындағыларға ышанып, хаталандымы икән? Ә атай бит үҙе тыуған яҡтарына – Күркәлегә ынтылды. Шунда ҡайтып, һуңғы төйәген табырға теләгәйне. Бәлки теге ваҡыт әсәһе менән икеһен нигеҙҙәренән ҡуҙғатмаҫҡа ла булғандыр. Аҡсаһын түләһәң, ауылда ла ҡарт-ҡороно тәрбиәләрлек кешеләр бар бит. Ана, күпме кеше эшһеҙ йөрөй? Әсәһе менән атаһын бында килтереүҙән берәү ҙә отманы. Мандыманылар. Әсәйемде ҡарайым, дауалайым, тип бизнесын юғалтты, ҡатыны менән мөнәсәбәттәре боҙолдо, ғаиләһен юҡ итте. Һөҙөмтәлә, әсәй ҙә, эш тә юҡ. Бына, сыҡты ла, тора. Ҡайҙа барып ҡунырға? Ярай, машинаһы үҙенең исемендә ине, һаҡлап алып ҡалды. Хәҙер ҡайҙа барырға? “Тойота”һы менән аҡрын ғына оло юлға сығып барғанда, ҡапыл Саттарҙың хәтеренә төштө: ниңә баш ватырға? Уның бит Күркәлеһе бар. Заманында атаһы менән әсәһенә өйҙө үҙе ныҡтан төҙөтөп биргәйне. Газы, һыуы, ваннаһы бар, ниңә шунда ҡайтып йәшәмәҫкә? Иҫке балта боҙ сабырға ярай, тигән һымаҡ, бәлки берәй эше лә табылыр. Ҡайтһын, ҡараһын, шунан һуң атаһын алып ҡайтыр. Ниңә былай, миллионлы ҡала буйлап меҫкенләнеп, ҡунырға урын эҙләп йөрөргә? 250 саҡырымды хәҙер ике-өс сәғәттә үтә ул! Бензин тултыртты, кәрәк булһа, тип күстәнәс алды.
Күркәленең үренә күтәрелгәндә күҙ бәйләнә лә башламағайны әле. Машинаһы менән геүләтеп, тыуған йорт эргәһенә килеп туҡтаны. Күршелә Зөбәйҙә инәйгә асҡыс ҡалдырған икән атаһы, инәйгә күстәнәс тотторған һымаҡ иткәйне, әллә ҡайһы арала табын әҙерләп өлгөрҙө. Ауылдаштары ярата Саттарҙы. Хәл белергә, күрешергә килеп еттеләр. “Әйҙә, эшкә ҡайт. Элекке һымаҡ ер һөрөп, иген үҫтереп, яңынан йәшәй башлайыҡ”, – тип ҡоторталар. Әлегә өндәшмәй Саттар, вәғәҙә бирмәй. Һүҙ биргәнһең икән, үтәргә кәрәк. Шым ғына ҡараштыра, мөмкинлектәрен барлай, кеҫәһенә һуҡҡылай. Берәй грант эләктергәндә, бәлки инвестор ҙа килеп сығыр. Күпме ер һөрөлмәй-сәселмәй ята, бында эш сығарып булыр ине. Һуңғараҡ Хәлиулла бабай килеп ултырҙы.
– Минең Ғәфиәт ҡорҙаш ни хәлдә? Алып ҡайтмайһың, күрһәтмәйһең, – тип үпкәләп алды.
Саттар шуға иғтибар итте, ауылдаштар хәҙер элекке түгел. Һәр береһе үҙ донъяһына бикләнгән. Элек ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ көслө була торғайны, Ана бит, атаһының дуҫы, Хәлиулла ҡарт та, ҡырыҫ, этеп-төртөп һөйләшә, хатта асыуланған һымаҡ.
– Һаулыҡ нисек, Хәлиулла ағай? – тип һораша Саттар.
– Насар, хәҙер беҙ ҡартайҙыҡ. Балалар, һинең һымаҡ, һирәк ҡайта, бар тип тә белмәйҙәр. Элек баҡса тултырып картуф ултырта инек, хәҙер ташланым, быйыл бер тоҡ ҡына сәстем. Улым әйтә, һатып алабыҙ, ти. Һатып алабыҙ, тимәй, һинең хеҙмәтең кәрәкмәй, ти ул миңә. Һатып алғас, алығыҙ. Һыйырҙы ла бөтөрҙөм, ауылда хәҙер көтөү ҙә юҡ. Белмәйем, нимә менән бөтөр?
– Ә ауылда эшләрлек кеше бармы? – тип ҡыҙыҡһына Саттар.
– Юҡ, – ти бабай. – Хәҙер кем эшләһен? Эшләгән кеше кәрәкме ни? Беҙ ни, заманында эшләнек, атайың да эшләне? Ә атайың нимәгә ҡайтманы? Ниңә алып ҡайтманың? – тип әллә һораша, әллә асыулана, белмәҫһең.
– Атай сирләп тора, инсульт үткәрҙе. Былай ҡарайбыҙ. Тормоштан ҡәнәғәт, – тип мыңғырланы Саттар.
– Атайым ҡәнәғәт, тиһеңме? Нисек ҡәнәғәт булһын, һин бит атайыңды ҡарттар йортона япҡанһың! Әллә һин беҙҙе иҫәр, тип беләһеңме?
Ишек алдына байтаҡ кеше йыйылғайны, Хәлиулланың туҙынғанын ишетеп, тын ҡалдылар. Был ҡарт ҡала ҡунағын бешә генә!
– Үҙем эш менән булам, – тип аҡланды Саттар. – Атайҙы пансионатҡа урынлаштырҙым. Унда бөтә шарттар ҙа бар.
– Бөтә шарттар ҙа бар? – тип бот сапты Хәлиулла. – Һин беҙҙе, телевизор ҡарамай, гәзит уҡымай, интернетты күҙәтмәй, тип уйлайһыңмы? Өфөлә йәшәмәһәк тә, ошонда ятып, Өфөлә нимә барғанын вис беләбеҙ. Хәйер, һин белмәйһеңдер, элек тә белмәнең, үҙеңдең мәнфәғәттәреңде ҡайғыртып, партбилетыңа ышыҡланып йөрөнөң, – тип һаман ҡыҙа ҡарт.
– Ҡуйсы, Хәлиулла ағай, бөтә бәләне миңә таҡма. Бына ҡарарға ҡайттым. Бер аҙ арлы-бирле итәм дә, атайҙы алып, бында ҡайтам. Бәлки берәй эшкә тотонормон.
– Эй, ҡарағыҙ әле, берәү эшкә тотона, – тип үсекләшә Хәлиулла ҡарт. – Хәҙер ҡайтырға һуң инде. Элегерәк, көслөрәк сағыңда уйларға кәрәк ине. Оноттоңмо ни, атайың менән әсәйең нигеҙ эргәһендә нисә көн илап ултырҙы, Өфөгә бармайбыҙ, йорт-еребеҙҙе ташламайбыҙ, тип? Ә һин тыңламаның, алып киттең! Алып киттең дә, харап иттең. Бына миңә атайың менән бер сама. Ул нисектер, белмәйем, ә мин бында аҡрынлап булһа ла, йөрөйөм. Эшен эшләйем, кәзәһен ҡыуам. Әҙ булһа ла, картуфын ҡарайым. Ә һинең атайың менән әсәйең нимә эшләй? Сәй эсеп ултырамы? Ғүмер буйы эшләп, көс түгеп йәшәгән кеше, бер ике көнгә генә хәрәкәтһеҙ ҡалһа, ҡата башлай, ҡустым. Иҫән сағында атайыңды алып ҡайта һал, унда, ҡалала, харап итмә, ғүмерлек үкенес булыр. Үҙең дә ҡайт, бәлки берәй эш сығарырһың. Ай-һай, ергә хужалар күбәйҙе хәҙер. Ә береһе лә эшләргә теләмәй. Хужа булырға, һатып ебәрергә йөрөйҙәр. Әүәлдән билдәле, ерҙә
эшләйһең икән, ерҙә аяҡтарың менән ныҡ баҫып торорға кәрәк! Ат аҫырайһың икән, һин ат һымаҡ булырға тейешһең! Һыйыр тотаһың икән, һыйыр һымаҡ әрһеҙ бул! Ҡустым, әйткәнемә үпкәләмә, мин һинән өлкәнерәк. Ошо йәшкә еткәс кенә ерҙә теләһә-кемдең эшләй аламауына төшөндөм.
Саттар бик ныҡ тыңланы. Ризалашмаһа ла, өндәшмәне. Хәлиулла ағайҙы еңеп булмай. Саттар үҙе лә белә, ҡарттың әйткәндәренең күбеһе дөрөҫ. Ул әле ныҡ баҫып торған Хәлиуллаға ҡараны, бәлтерәп бөткән атаһын иҫкә төшөрҙө. Юҡ, әлегә һуң түгелдер. Хакимиәткә барыр, арлы-бирле йомоштарын йомошлар, таныштарының хәлен белер, киләһе аҙналарға Өфөгә барыр ҙа, атаһын алып, бында кире ҡайтыр. Халыҡ ауылда тәртипле, өйөнөң бер нимәһенә теймәгәндәр. Мунсаға, тип атаһы ярып ҡалдырған утынға тиклем, өйөлөп ята.
Саттар электән эскегә бик әүәҫ булманы. Шулай ҙа, бер ҡайтҡас, ара-тирә тотҡоларға тура килде.Таныштары ла килеп сыҡты. Киләһе дүшәмбе кире Өфө яғына ыңғайларға ҡарар итте. Был яҡта шуныһы ғына насар, кеҫә телефоны насар тота. Өҫтәүенә, зарядкаһын онотоп ҡалдырған. Ун көн буйына телефондың нимә икәнлеген онотоп, тыныс ҡына йөрөнө лә ҡуйҙы. Берәү ҙә эҙләмәй ҙә, шылтыратмай ҙа, мәшәҡәтләмәй ҙә.
Дүшәмбе таң менән ҡуҙғалғайны, сәғәт туғыҙҙарға баш ҡалаға килеп тә инде. Иң тәүҙә телефонына зарядка һатып алды, уныһы, тоташырыуға, байтаҡ йыйылған икән, туҡтауһыҙ шылтырай башланы. Ҡайһыһына яуап бирергә лә белмәй.
Саттар шылтыратыуҙарҙың иң күбе пансионат директорыныҡы икәнлеген һиҙеп ҡалды һәм күңеле, ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ фажиғә алдында торған һымаҡ, шомланып ҡуйҙы. Бына – СМС-ка, директорҙан. Хәбәрҙә: “Атайығыҙ вафат булыу сәбәпле, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Ерләү эштәрен ойоштороу өсөн, тиҙ арала килеп етеүегеҙҙе һорайбыҙ”, – тип яҙылғайны.
Саттар, нимә эшләргә белмәй, шаңғыны ла ҡуйҙы. Көс-хәл менән нисек пансионатҡа барып етеүен дә аңғарманы. Сәмиғуллин, Саттарҙың килеп туҡтауын күреү менән, директор яғына йүгерҙе. Ҡаршыһына директор килеп сыҡты.
– Нимә булды? – тине Саттар шым ғына.
– Полиция, табиптар үҙен ҡараны, енәйәт осрағы түгел, бәхетһеҙлек осрағы, тип теркәнеләр. Атайығыҙ, мәрхүм, ҡайҙалыр барырға йыйынған. Сумкаһына әйберҙәрен һалып алған. Шунан, ҡапҡа бикле булғас, ҡойма аша сығырға теләгән. Шунда пинжәге таҡтаға эләгеп, мәрхүм, быуылып, үлгән. Беҙ ғәйебебеҙҙе таныйбыҙ. Ул көндө дежурҙа торғандар эштән ҡыуылды. Ерләү эштәрен беҙ пансионат иҫәбенә атҡарып ҡуйҙыҡ...
– Ниндәй ерләү эштәре?! Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ?!
– Эйе, беҙ уны бында һаҡлай алмайбыҙ. Моргтағы хәлдәрҙе үҙегеҙ беләһегеҙ. Көндәр ҙә эҫе тора. Ә һеҙҙе беҙ эҙләнек, иртәнән алып, кискә тиклем эҙләнек. Мин үҙем көн һайын өс-дүрт тапҡыр шылтыраттым. Һеҙ ниңә атайығыҙҙы ташлап киттегеҙ? Беҙҙең ғәйеп юҡ. Беҙ уның өсөн, һеҙҙең өсөн, һеҙ һорағанға, барыһын да эшләнек.
Саттарҙың хәле бөттө, башы шауланы. Ул, директорға ҡарап: “Һыу, һыу бирегеҙ”, – тип кенә әйтә алды. Тиҙ генә һыу килтерҙеләр, йүгереп табип килеп инде. Тиҙ ярҙамға шылтырата һалдылар. Ләкин һуң ине. Саттар бер-ике генә һелкенеп, тартышып ҡуйҙы. Хатта бер тапҡыр: “Эх, атай”, – тип әйткәндәй булды.
Сыҡмаған йәне бар ине әле Саттарҙың. Санитарҙар уны, һаҡ ҡына, эргәләге яҡҡа, ауыр хәлдәгеләр эргәһенә, индереп һалдылар.
Директор янына бүлек мөдире килеп етә һалды:
– Атаһының да әллә күпме бурысы ҡалды, бының өсөн кем түләр икән? – тип ныҡлы ҡыҙыҡһынды.
– Башыңды ҡатырма! – тине директор уҫал ғына. – Нимә, тере кешене урамға сығарып һалырға итәһеңме? Ҡулыңдан килгәнсә, дауала! Фәҡир кеше түгел. Тере ҡалһа, түләр, ә инде булмаһа, ни хәл итәһең, ул тиклем генә юғалтыуҙар була инде. Бына – асҡысы. Әлегә машинаһын кертеп ҡуйығыҙ.
Ауыр хәл бөтәһен дә тигеҙләй шул. Бая ғына мөһәбәт кәүҙәле булып күренгән Саттар көс-хәл менән, йыш-йыш тын алып, ҡаҡ матрац өҫтөндә тапланып бөткән юрған ябынып ята. Бер-ике укол ҡаҙанылар, тамсыға тоташтырҙылар. Ә был ваҡытта Саттар Күркәгә ҡайтҡан да, ялан аяҡлап, һыу буйында йөрөй. Ауылда ҡайһылай рәхәт һәм тыныс, ти ул. Ана, атаһы менән әсәһе килеп сыҡты, уларға Хәлиулла ҡарт эйәргән. “Хәлең нисек?” – ти атаһы...
Саттар өндәшмәй, сөнки атаһына әйтер һүҙе юҡ. Атаһының ҡайҙа йөрөгәнен дә, ҡайҙа ерләнгәнен дә белмәй ул. Эргәһендә генә кемдәрҙер ыңғыраша, ярҙам һорай: “Һыу, бер стакан һыу!” – ти кемелер.
Саттар өндәшмәй. Уға хәҙер бер нимә лә кәрәк түгел.
Аҙағы.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: