-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Октябрь 2020, 14:49

ҠАРТТЫ БҮЛЕШКӘНДӘ Хикәйә Беренсе бүлек

Уларҙың танышыуы осраҡлы ғына булды. Райхана ҡарсыҡ баҡсаһынан ҡайтып килә ине. Ике күнәк картуф, биш килолай кишер, ҙур ғына ҡабағын тәгәрмәсле арбаһына тейәп, берәйһе тартып алмаһын, тигән ҡиәфәт менән йөгөн ҡосаҡлап ултыра. Кеше күп, этеш тә төртөш, таушалып бөткән кейемдәге бар ҡарт, килеп кереү менән, балаларҙы этеп-төртөп, эргәләренә ултырҙы. Теге баштан кондуктор килеп еткәнсе, байтаҡ ваҡыт үтте. Райхананың күҙҙәренә ҡарттың әле теге, әле был кеҫәһендә соҡоноуы салынып ҡалды. “Аҡсаһы юҡ, йә юғалтҡан”, – тип һығымта яһап өлгөрҙө ул. Ысынлап та, йыуан кондуктор, ҡарттың эргәһенә килеп етеү менән, аҡса таптыра башланы. Юҡ, тегеһе таба алмай. Шундай көнгә төшмәһә... Утыҙ һум да аҡсаһы юҡ икән. Ҡарт бирешмәй, һаман аҡсаһын эҙләгән була, ә кондуктор, тартыныу-нитеү юҡ, уҫал итеп аҡса ныҡыта. – Ошонда ғына илле тәңкә ята ине, – тип ышандырырға тырыша ҡарт, кеҫәләрен инде нисәнсе ҡат ҡайтарып. – Илле һум? Бына һеҙгә егерме һум сдача, иллелекте бирегеҙ. Юҡ, аҡса күренмәй. Шул ваҡыт Райхана түҙмәне, йөҙ һумын һондо ла: – Бабай өсөн түләйем, – тип өндәшеп өлгөрҙө. Юғиһә кондуктор, хәҙер төшөрөп ҡалдырам, тип янай башлағайны. Бабайға йән инде, ҡат-ҡат Райханаға ҡарап башын эйҙе, рәхмәттәрен уҡыны, хатта эргәһенә үк килеп торҙо. – Ҡайҙа төшәһең? – тине ҡарт ҡарсыҡҡа.


ҠАРТТЫ БҮЛЕШКӘНДӘ
Хикәйә
Беренсе бүлек
Уларҙың танышыуы осраҡлы ғына булды. Райхана ҡарсыҡ баҡсаһынан ҡайтып килә ине. Ике күнәк картуф, биш килолай кишер, ҙур ғына ҡабағын тәгәрмәсле арбаһына тейәп, берәйһе тартып алмаһын, тигән ҡиәфәт менән йөгөн ҡосаҡлап ултыра. Кеше күп, этеш тә төртөш, таушалып бөткән кейемдәге бар ҡарт, килеп кереү менән, балаларҙы этеп-төртөп, эргәләренә ултырҙы. Теге баштан кондуктор килеп еткәнсе, байтаҡ ваҡыт үтте. Райхананың күҙҙәренә ҡарттың әле теге, әле был кеҫәһендә соҡоноуы салынып ҡалды. “Аҡсаһы юҡ, йә юғалтҡан”, – тип һығымта яһап өлгөрҙө ул. Ысынлап та, йыуан кондуктор, ҡарттың эргәһенә килеп етеү менән, аҡса таптыра башланы. Юҡ, тегеһе таба алмай. Шундай көнгә төшмәһә... Утыҙ һум да аҡсаһы юҡ икән. Ҡарт бирешмәй, һаман аҡсаһын эҙләгән була, ә кондуктор, тартыныу-нитеү юҡ, уҫал итеп аҡса ныҡыта.
– Ошонда ғына илле тәңкә ята ине, – тип ышандырырға тырыша ҡарт, кеҫәләрен инде нисәнсе ҡат ҡайтарып.
– Илле һум? Бына һеҙгә егерме һум сдача, иллелекте бирегеҙ.
Юҡ, аҡса күренмәй. Шул ваҡыт Райхана түҙмәне, йөҙ һумын һондо ла:
– Бабай өсөн түләйем, – тип өндәшеп өлгөрҙө.
Юғиһә кондуктор, хәҙер төшөрөп ҡалдырам, тип янай башлағайны.
Бабайға йән инде, ҡат-ҡат Райханаға ҡарап башын эйҙе, рәхмәттәрен уҡыны, хатта эргәһенә үк килеп торҙо.
– Ҡайҙа төшәһең? – тине ҡарт ҡарсыҡҡа.
Ҡарсыҡ өндәшмәй, арбаһын ҡосаҡлап, ситкә ҡарап бара. Утыҙ һумымды түләнем, кондукторҙан ҡотҡарып ҡалдым, тағы нимә кәрәк, ти йоҡомһораған ҡиәфәте. Ә юҡ, бабайҙан еңел генә ҡотолорлоҡ түгел. Эргәһенә килеп үк ике тәгәрмәсле арбаһын тотошоп барырға самалай түгелме һуң? Утыҙ һумыңдың хаҡын сығарам, тимәкселер, ахыры.
– Ҡайҙа төшәһең? – ти ҡарт, әбейгә яҡыныраҡ килеп.
– Мәктәп туҡталышында, – тине ҡарсыҡ, һорауҙарынан ҡотолор өсөн генә.
– Яҡшы, мин дә шунда. Төшөрбөҙ, бергә төшөрбөҙ, мин һиңә ярҙам итәм, – тине ҡарт дәртләнеп.
Йоҡомһорап ултырған йәштәр ҡарт менән ҡарсыҡтың үҙ-ара танышыуын күҙәтә һәм һығымталар яһай. Егет ҡыҙының ҡолағына эйелә биреберәк:
– Күрәһеңме, бабай, әҙәпле генә итеп ҡарсыҡты йәбештерергә итә, – тине.
– Күреп торам, – тине ҡыҙы. – Бабай ҡартыраҡ, төтөнө сығамы икән?
– Әле бабай егеп йөрөрлөк, – тип дауам итте егет.
Оҙаҡламай туҡталышҡа килеп еттеләр. Ҡарағыҙсы, бая ғына бәлтерәп, утыҙ һум аҡса ла таба алмай йонсоған ҡарт күҙ алдында үҙгәреп, йөҙө асылып, күҙҙәре уйнап, бахырҙан батырға әйләнде лә ҡуйҙы. Уның бер ҡулы менән арбаны эләктереүен, икенсеһе менән ҡарсыҡты ҡултыҡлап алыуын халыҡ тын да алмай тамаша ҡалды.
Ҡарсыҡ та һиҙҙе иғтибарҙы. Йә инде, тине ул эстән генә. Буш арба һөйрәп сығып киткәйнем, арба тултырып, өҫтәүенә, бер ҡартты эләктереп, ҡайтып барам. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Бабай был баштараҡ тора икән, икеләнеп торманы, арбаны һөйрәп, ҡарсыҡ менән ары атланы.
– Күсәрҙәре шығырлай, майы бөткән, – тине ул ҡарсыҡҡа, арбаһын күрһәтеп. – Хәҙер һеҙгә барғас, тәгәрмәстәрен майлап бирәм.
Тағы... Шул ғына ҡалмағайны. Бәй, был бит өйгә керергә итә. Унда һиңә нимә ҡалмаған? Дөрөҫ әйтәһең, тәгәрмәстәр майланмағандыр. Бабайының вафатына ла биш йыл булды. Бәлки шул ваҡыттан май күрмәгәндер. Ләкин май күрмәгән күсәрҙәр генә беренсе көндә үк, етмәһә, утыҙ һум түләгәндән һуң өйгә кереүгә дәғүә итеүгә хоҡуҡ бирмәй.
Ҡарсыҡтың күңелендә икенсе кеше бөтөнләй башҡа һүҙҙәр һөйләйсе? Юҡ, тиҫкәре һүҙҙәр һөйләп, ҡартты өркөтөп ҡуйма! Яҙмышығыҙ ҙа оҡшаш, ул да һинең һымаҡ яңғыҙ. Ана, кейеменә ҡара, күренеп тора, ҡатын-ҡыҙ ҡулы тойолғаны һиҙелмәй. Ниңә, бынау пинжәк менән салбарын үтекләп, ботинкаларын таҙартып биреп булмаймы ни? Буй-һынына ҡарағанда, алтмышынсы үлсәм булыр, Эй, уның бит ҡартының пинжәге эленеп тора. Берәү түгел, әллә өсәү-дүртәүме. Үҙе лә белмәй, нимәгә һаҡлайҙыр. Эленеп торалар инде шунда, урын алып, үҙен иҫкә төшөрөп.
Ә ҡарт әллә үҙ алдына, әллә ҡарсыҡҡа һөйләй ҙә, һөйләй:
– Биш күнәк картуф сыҡты, ике күнәкләп кишер, унлап кәбеҫтә элеп ҡуйҙым. Ҡыҙыл сөгөлдөр ҙә байтаҡ. Ярай, һуғанды ҡорола ташығайным. Ошо арала ташып ҡуйырға ине. Юҡ, урламайҙар. Беҙҙә кешенекенә тейеү юҡ. Әлегә балконда һаҡлап торормон, аҙаҡ өйгә керетермен әле. Үҙеңдеке – үҙеңдеке инде, экологичеси чистый. Ейән-ейәнсәрҙәр килһә, кишерҙе таҙартып ҡына өлгөр! Яраталар.
Ҡарсыҡ эстән генә һығымта яһаны. Тимәк, бында кемдәрелер бар. Ныҡлап таныша-нитә ҡалһалар, нимә уйларҙар икән? Бер яйы сыҡҡанда бабайының аҡһыл пинжәген кейҙереп ҡарар ине. Кем белә, бәлки ярап та ҡуйыр. Яңғыҙы ҡыйын бит, шунда йәшәрҙәр ине әле.
– Минең фатир бер бүлмәле, – ти ҡарт, ситкәрәк күрһәтеп. – Әлегә үҙем генә йәшәп ятам. Яңғыҙым ҡыйын. Шуға тәүҙәрәк эҙләштереп ҡараным да, төрлөһө тура килә, бына һинең һымаҡ тыныс, ипле әбей кәрәк ине. Әтеү килеп керәләр ҙә, фатирың приватизациямы, пенсияң күпме, һаҡлыҡта аҡсаң бармы, фатирыңды кемгә яҙҙың, кемгә яҙаһың, үлгәс, кем ерләй, тип төпсөй башлайҙар. Ә мин ашыҡмайым әле. Фатирым кемгә яҙылғандыр, белмәйем, балалар эшләне. Эшләһендәр. Мин бит уны үҙем менән алып китә алмайым, ошонда ҡала. Аҡсам бар, ҡара көнгә, тип тотҡан аҡсам бар. Һәр хәлдә, һуңғы юлға оҙатырға етер, тип уйлайым.
Бына шулай гәпләшә-гәпләшә ҡарсыҡтың өйө эргәһенә килеп еттеләр.
– Ошондамы? – тине ҡарт бер подъездлы, туғыҙ ҡатлы йорттоң ишек алдын, стеналарын байҡап.
Үҙе эстән генә уйлай. Ҡайтарып ебәрерме икән? Фатирының номерын һораһам, килешерме?
– Рәхмәт һеҙгә, – тине ҡарсыҡ.
– Үҙеңә рәхмәт! – тине ҡарт. – Утыҙ һум һиңә бурысҡа ҡалдым. Әтеү анау уҫал кондуктор төшөрөп ҡалдыра ине.
Ҡарт ҡаушай, тотлоға, һаман да фатирға инергә өмөт итә. Арбаны ҡулдан ысҡындырырға теләмәй.
– Нисәнсе ҡат? – тине ул йортҡа тағы бер күҙ ташлап.
– Бишенсе генә, – тине ҡарсыҡ.
– Лифт эшләйме? – тине ҡарт.
– Эшләгәндә, эшләй, эшләмәгәндә, юҡ, – тине ҡарсыҡ. – Әйҙә, ваҡытың булһа, сәй эсереп сығарам.
Саҡырҙы, үҙе өндәште. Ҡарттың йөрәге дарҫлап ҡуйҙы. Юғалтыр нәмәһе юҡ. Был ҡарсыҡ төҫкә-башҡа ла арыу күренә. Ҡарт тағы ла йәшәреп китте һәм арбаны күтәреп, алға атланы.
Өйгә инделәр. Бабай тоҡтарҙы ҡарсыҡ күрһәткән мөйөштәргә урынлаштырҙы һәм күҙ алдында арбаһын һүтеп ташлап, күсәрҙәрен майлап та ҡуйҙы. Ҡарсыҡ сәй эсергә саҡырҙы. Сәй генә түгел инде, әллә ҡайһы арала йомортҡаһын ҡурып, колбасаһын турап һалып, тәм-томон сығарып, матур ғына өҫтәл ҡорған.
Бабай ҡабаланмай ғына, еренә еткереп, икмәгенә май һөртөп, һоғаланмаҫҡа тырышып ашаны. Йә инде, уның ҡарсығы ла ошолай итеп әллә ҡайһы арала, хатта күҙ асып йомғансы, өҫтәл тултыра ла ҡуя торғайны. Ултырып иларлыҡ ҡына шул, хәҙер иҫкә төшһә. Шым ғына ашанылар. Ҡарт түҙмәй һоғаланып ала ла китә. Ҡарсыҡ ҡарттың ашаныуын күрмәмеш, ләкин эстән генә уйлай: үҙ көнөн үҙе күргән яңғыҙ ҡарт был, бахыр. Бына бит ашарға ҡайһылай йәбеште. Ҡоро-һары менән генә мөрхәтһенеп йөрөгәндер был нәмә. Берәү ҙә ҡыумай, тартып алырға йыйынмай, ҡабаланмаһа ла ярар ине.
Ә ҡарттың үҙ уйҙары. Яңғыҙы ҡыйын, ҡарсығы ҡапыл ташланы ла китте. Ни эшләп әбей-һәбейҙәр ошо ҡарсыҡ һымаҡ түгел икән?
Шулай танышты Райхана ҡарсыҡ менән Ғәбделйән ҡарт. Артабан нисек булыр, әле беҙ был хаҡта белмәйбеҙ. Яңғыҙлыҡ күптәрҙең үҙәгенә үтә шул. Дөрөҫөн әйткәндә, Райхана ҡарсыҡ ҡына: йәше сыҡҡан, балалары урынлашып бөткән ул ҡарт нимәгә кәрәк, – тип уйлана, – эх, яңғыҙлыҡ йонсота. Иң ҡарт кешегә лә ара-тирә йомош төшә шул. Ошонда ғына, шым ғына ултырһын, шул да еткән. Хәйер, пенсионер ҡарттың нимәһен алаһың да, унан нимә эшләтәһең?
Ә Ғәбделйән ҡарт ҡабаланмай. Әллә иртәгә баҡсаға бергә барырғамы икән? Ҡалған әйберҙәрен алып ҡайтырҙар. Юл ыңғай ҡарттың фатирын кереп күрерҙәр, сәй эсерҙәр... Өлгөрмәнеләр. Ҡарсыҡтың ейәнсәре килеп инде. Йәштәрсә кейенгән, туҡтауһыҙ телефондан һөйләшә һәм шул арала өләсәйҙең ҡолағына нимәлер бышылдап үтте. Өләсәй залға үтте лә, үҙе генә белгән китап араһынан мең һумлыҡты сығарып һалды. Тегеһе мең һумлыҡты кеҫәһенә тыҡты ла, өләсәйҙе ҡосаҡлап бер үпте һәм ҡолағына:
– Өләсәй, удачи! – тип мут йылмайҙы.
– Гөлназ, ипләп йөрө! –тип кенә өндәшеп ҡалды ҡарсыҡ.
Ә Гөлназ иң тәүҙә әсәһенә шылтыратты:
– Өләсәй бер бабайҙы йәбештереп алып ҡайтҡан, такой прикольный, сразу вижу, у них что-то есть. Вот это ретро-любовь!
Райхана ҡарсыҡ менән Ғәбделйән ҡарттың үҙ-ара танышыуы хаҡында тәүге хәбәрҙәр бына шулай урыҡ-һурыҡ яңғыраны һәм артабанғы мөнәсәбәттәргә нигеҙ һалды. Һиҙәһегеҙҙер, беҙҙең иҫәпсел һәм мал-мөлкәткә генә ҡоролған аяуһыҙ заманда һәр осраҡлы осрашыуҙан әллә ниндәй мәкерле һөҙөмтәләр көтөргә мөмкин. Ошо хаҡта – киләһе һандарҙа.
---------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: