-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Октябрь 2020, 10:40

Яҙмыш ярсыҡтары ҺӘР КЕМГӘ – ҮҘЕНЕКЕ Хикәйә Икенсе бүлек

Ә ҡарсыҡты ниңә ул ҡарарға тейеш әле? Ошо һорау тәүге көндәрҙә ишетелмәһә лә, ләкин ҡәйнә менән килендең мөнәсәбәттәрен белгән кешеләр күп булғанға, күпселек инде онотола яҙған низағтың ниндәй һөҙөмтә менән бөтөрөн түгел, нисек дауам ителерен көттө. Сөнки килен күҙлегенән ҡарағанда, уның мөнәсәбәте ҡәйнәгә ҡарата һис тә үҙгәрмәгән, бары тик һүнеп кенә торған, быға тиклем быҫҡып булһа ла янған һәм уңайлы көндәрҙе көткән. Юҡ, юҡ, Сәриә ундай ҡатын түгел! Ул ҡәйнәһенә, иренең әсәһенә, быға тиклем ошонда йәшәгән, теркәлгән, тимәк,тулы хоҡуғы булған ҡарсыҡҡа һис ҡасан да ишеккә төртөп күрһәтмәсәсәк, йәғни, ул уны ҡыуалап сығармаясаҡ. Күпме генә ҡалған, тиһең, йәшәһен, Сәриәнең ҡәҙер-хөрмәтен тойһон, фатир ҙур, йоҡларға урын бар, тип тынысландырҙы үҙен килен,тештәрен ҡыҫып булһа ла. Ниңә баш тартырға, ҡарсыҡтың пенсияһы мул ғына, ара-тирә өҫтәлмә түләүҙәр ҙә булып тора. Килен иң ябай һәм мәкерле юлды һайланы. Үҙ маҡсатыңа өлгәшеү өсөн ошо алымдан да уңайлырағы юҡ. Ғүмәр уҡырға китә, улар икәү тороп ҡала. Ҡәйнә үҙ алдына ҡыштырлай, нимәлер эшләй. Тегеләй үтә , былай үтә, аш бүлмәһендә өҫтәл тирәһен ҡараштыра. Сәй булһа ла, эсереүҙәрен көтә.

Яҙмыш ярсыҡтары
ҺӘР КЕМГӘ – ҮҘЕНЕКЕ
Хикәйә
Икенсе бүлек
Хәҙер интернет, компьютер, теләгән мәғлүмәтте, ҡайҙа теләйһең, шунда алып барып еткерә. Ғүмәр үҙ алдына уйланып, уйлағандарын мониторға төшөрөп, үҙенсә байтаҡ ҡына асыштар яһағайны:
“Бына беҙ фатирҙа дүртәүләшеп йәшәйбеҙ – атайым, әсәйем, өләсәйем һәм мин. Минең үҙемдең айырым бүлмәм бар. Синыфташтарымдың күбеһе ғаиләләре менән бер бүлмәлә йәшәй. Сөнки уларҙың мөмкинлектәре шулай. Беҙҙә тормош та шулай ҡоролған. Кемдер яраҡлаша һәм матур итеп йәшәй, һәйбәт ашай, ә икенселәр ғүмер буйы ятаҡта интегә, ашауҙарының да рәте-сираты юҡ. Бына ошо хәл киләсәктә лә дауам итәсәк һәм кешеләрҙең йәшәү рәүешенең индикаторы ролен үтәйәсәк. 90-сы йылдарға тиклемге тормошто беҙ белмәйбеҙ. Әгәр дөрөҫ була, дәүләт һәр береһе хаҡында хәстәрлек күргән. Эшләгән кеше бушлай фатир алған, йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Ә хәҙер ундай мөмкинлек юҡ һәм ундай мөмкинлек кәрәкме? Миңә ҡалһа, һәр кем үҙенең бәхетен үҙе тәьмин итергә, ғаиләһен ҡарарға, уға лайыҡлы йәшәү шарттарын булдырырға, туҡланыуын ойошторорға тейеш. Бына өс бүлмәле фатирҙың ике бүлмәһен миңә уҡыу, йоҡлау, дәрес әҙерләү, физик күнекмәләр өсөн бүлделәр. Атайым менән әсәйемдең айырым бүлмәһе бар. Улар үҙ тормоштарынан ҡәнәғәт. Ә өләсәй аш бүлмәһенең мөйөшөндә торған диванда йоҡлап йөрөргә риза булды. Миндә уңайһыҙланыу тойғоһо бар, ләкин мин үҙемде ғәйепле тоймайым. Сөнки өләсәй үҙе шулай булыуын теләне”.
Әле арҡа һөйәге лә нығынып бөтмәгән, кем әйтмешләй, шылағайы ла кипмәгән малайҙың ошолай фекер йөрөтөүе, әлбиттә, ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, Мәхмүзә ҡарсыҡтың йәшәү шарттары менән танышырға теләү тойғоһо уятты. Үҫмерҙәр тапшырыуы менән телевидение хәбәрселәре килеп еткән! Уларына интернет сайт аша ҡала ғәйбәттәрен таратыусылар эйәргән. Аҙна буйына үҫмер-өләсәй-атай менән әсәй темаһын ҡуйыртып, нимә генә һөйләмәнеләр, нимә генә ишеттермәнеләр. Был хаҡта Рәмистең эш урынында етәксеһе күреп ҡалған. Өҫтәүенә, эштән сығып барғанда, телевизионщиктар тотоп алып, өләсәйҙе рәнйетеүгә ҡағылышлы һорауҙар биргән, ул арала булмай, Сәриәне барып тапҡандар. Уныһы үҙенсә ҡыҙып киткән дә, аңды-тоңдо белмәй хәбәрселәр менән әрләшеп алған.
Бындай шартарҙа ҡәйнә менән килендең бер түшәм аҫтында һыйышып йәшәүен күҙ алдына ла килтереп булмай ине. Ә Ғүмәргә килгәндә, уға хатта бер аҙна мәктәпкә бармайынса, телефонын һүндереп, ҡасып ятырға тура килде. Мәхмүзә ҡарсыҡҡа килгәндә, башы шаулап, ауырыбыраҡ тора ине, нимә тураһында һүҙ барғанын белмәй ҡалды. Уны ҡабаландырып, күрше кварталда ғына урынлашҡан бер бүлмәле фатирға күсереп тә ҡуйҙылар. Ләкин бының менән мәсьәлә хәл ителмәне, киреһенсә, ҡуйыра ғына төштө. Сөнки әлеге яҙа һәм күрһәтә торған хәбәрселәр уны тағы эҙләп таптылар. Уныһының ниндәй шарттарҙа йәшәүен тәфсирләп күрһәттеләр, һорау алыу ойошторҙолар, кешеләрҙең фекерен белделәр. Ул, әлбиттә, һис тә ғаилә файҙаһына түгел ине. Йорт хужаһы, бик оҙаҡ уйлағандан һуң, әсәһен яңынан үҙ фатирына алып ҡайтырға ҡарар итте. Ләкин Мәхмүзә ҡарсыҡтың тәүҙә ҡаршы булыуы, аҙаҡ Сәриәне өгөтләргә тура килеүе оҙаҡҡа һуҙылды. Ярай, көс-хәл менән, тигәндәй, ҡарсыҡты алып ҡайтып, урынлаштырҙылар. Күҙ көйөгө булып ултырмаһын, барыбер бер файҙаһы ла юҡ, тигән һылтау менән, бер бүлмәле фатирҙы һатып ҡуйҙылар һәм аҡсаһын Альбинаға бер бүлмә һатып алыуға бирҙеләр.
Тулҡынланыуҙар, кисерештәр, бик үк ыңғай булмаған фекерҙәр йорт хужаһының һаулығын тамам ҡаҡшатты. Дауаханала диспансерлаштырыу үткән ваҡытта, уның таныш табибы ҡат-ҡат ҡарағандан һуң, бик күңелһеҙ һығымта яһаны: Рәмистең инфаркт үткәреүе, ә үҙенең был хаҡта һиҙмәй ҙә ҡалыуы мәғлүм булды.
Баҡ тиһәң, етеш, мул тормош ҡына кешегә һаулыҡ һәм бәхетле тормош бирмәй икән. Берәү ҙә инҡар итмәҫ, күбеһе үҙеңдән тора. Ошо хаҡта уйлап, Рәмис еңелерәк эшкә күсте. Хәҙер үҙен ҡарап, спорт менән шөғөлләнеп, артыҡ ашаныуҙан да баш тартты. Ләкин, әлеге лә баяғы, был осраҡта һаулыҡты һаҡлау йәһәтенән Рәмис һуңыраҡ тотонған булып сыҡты. Бер көн эшкә кәйефләнеп кенә сығып киткәйне, Төштән һуң Сәриәгә, иреңде бик аур хәлдә дауаханаға алып киттеләр, тип шылтыраттылар. Сәриә, өтәләнеп, дауаханаға сығып китте, юлда уҡ, һеҙҙең ирегеҙ вафат булды, тигән ҡайғылы хәбәр алды.
Тәүге мәлдә кешеләрҙе ҡайғы берләштергән һымаҡ. Үкенескә ҡаршы, был хәл тәүге көндәрҙә генә күҙәтелә һәм оҙаҡҡа бармай. Кешеләр ҡайғырған осорҙа үҙҙәре менән нимә булғанын теүәл генә аңлай алмай, яҡындары араһында теләктәшлек эҙләй һәм бергә булырға ынтыла. Хәҙер фатирҙа Мәғмүзә ҡарсыҡ, уның килене Сәриә һәм Ғүмәр ҡалды. Ғүмәрҙе Нефть техникумына уҡырға индерҙеләр. Атаһы ла нефтсе булғас, улына ла бында уҡыу оҡшай. Иртән уҡырға сығып китә лә, төрлө сараларҙа, секцияларҙа ҡатнашып, һуң ғына ҡайта. Әсәһе, әлбиттә, эштә. Сөнки артабан донъя көтөргә кәрәк, малайҙы эшкиндерергә, ҡарсыҡты ҡарарға кәрәк.
Ә ҡарсыҡты ниңә ул ҡарарға тейеш әле? Ошо һорау тәүге көндәрҙә ишетелмәһә лә, ләкин ҡәйнә менән килендең мөнәсәбәттәрен белгән кешеләр күп булғанға, күпселек инде онотола яҙған низағтың ниндәй һөҙөмтә менән бөтөрөн түгел, нисек дауам ителерен көттө. Сөнки килен күҙлегенән ҡарағанда, уның мөнәсәбәте ҡәйнәгә ҡарата һис тә үҙгәрмәгән, бары тик һүнеп кенә торған, быға тиклем быҫҡып булһа ла янған һәм уңайлы көндәрҙе көткән. Юҡ, юҡ, Сәриә ундай ҡатын түгел! Ул ҡәйнәһенә, иренең әсәһенә, быға тиклем ошонда йәшәгән, теркәлгән, тимәк,тулы хоҡуғы булған ҡарсыҡҡа һис ҡасан да ишеккә төртөп күрһәтмәсәсәк, йәғни, ул уны ҡыуалап сығармаясаҡ. Күпме генә ҡалған, тиһең, йәшәһен, Сәриәнең ҡәҙер-хөрмәтен тойһон, фатир ҙур, йоҡларға урын бар, тип тынысландырҙы үҙен килен,тештәрен ҡыҫып булһа ла.
Ниңә баш тартырға, ҡарсыҡтың пенсияһы мул ғына, ара-тирә өҫтәлмә түләүҙәр ҙә булып тора. Килен иң ябай һәм мәкерле юлды һайланы. Үҙ маҡсатыңа өлгәшеү өсөн ошо алымдан да уңайлырағы юҡ. Ғүмәр уҡырға китә, улар икәү тороп ҡала. Ҡәйнә үҙ алдына ҡыштырлай, нимәлер эшләй. Тегеләй үтә , былай үтә, аш бүлмәһендә өҫтәл тирәһен ҡараштыра. Сәй булһа ла, эсереүҙәрен көтә. Ләкин күпме генә көтмәһен, асҡа ҡаҡланмаһын, килен уны үтәнән-үтә күрмәй. Эргәһенән үтеп йөрөгән, нимәлер һорап мөңгөрҙәгән сағында ла ҡарсыҡҡа өндәшмәй.
Ә был тынлыҡ күрәләтә инҡар итеү, ҡайнап торған тормоштоң уртаһында йәшәп өйрәнгән ҡарсыҡ өсөн иҫ киткес ауыр.
Был хәл күпме дауам итер ине икән, билдәле түгел. Сөнки килен менән ҡәйнә әле иҫән-һау, өнһөҙ көрәш юғалтыуҙарһыҙ, тип әйтерлек, дауам итә һәм уның аҙағы күренмәй. Бындай хәлгә тарырын көтмәгән һәм күҙ алдына ла килтермәгән ҡарсыҡ шундай көндәрҙең береһендә үҙе өсөн ғәфү ителмәҫлек хатаға юл ҡуйҙы. Ул мәрхүм улының ауылда төҙөй башлаған өйөн иҫкә төшөрҙө. Ҡарсыҡтан нисек ҡотолорға белмәй йонсоған хужабикә бындай мөмкинлекте ҡулынан ысҡындыра буламы һуң инде? Хәйер, ул йорт хаҡында үҙе лә онотоп бара ине, барып күргәне лә юҡ ине, ниндәй хәлдә икәнлеген дә белмәй ине. Төҙөлгән, аҡса һалынған, ниңә унан баш тартырға? Бындай мөмкинлекте файҙаланырға һәм ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға кәрәк. Сәриә белә, ҡарсыҡты ауылда төҙөгән йортҡа илтеп ташлау өсөн тәүҙә әҙерлек кәрәк. Мәҫәлән, ҡәйнәм беҙҙең менән йәшәргә теләмәй, улын онота алмай, үҙ аллы тормош талап итә, тип һөйләнеүе ул өйөрөлгән даирәләге кешеләрҙе шаҡтай ышандырҙы.
Сәриә бик һаҡ тормошҡа ашырҙы үҙенең уй-ниәттәрен. Үҙең менән торлаҡ бүлешкән ҡарсыҡ, сығарып ташларға, эт, йә бесәй түгел. Хатта уны ҡарттар йортона илтеп һалыу ҙа Сәриә файҙаһына түгел ине. Быйылға Мәхмүзә ҡарсыҡ ауылда йәшәп торасаҡ, ә киләһе йылға унда бәлки Сәриә лә күсенеп барыр. Юғиһә, атаһынан ҡалған машина, саң баҫып ултыра. Ғүмәр быйыл ҡыш автомобиль йөрөтөүгә таныҡлыҡ аласаҡ һәм ғаилә алдында киң мөмкинлектәр асыласаҡ. Хатта Сәриә һуған, кишер, картуф үҫтереү хаҡында ғүмер буйы хыялланған икән. Һәм бына, ниһайәт, шул теләктәрен тормошҡа ашырыуға мөмкинлек бар.
Улар өсәүләшеп, өләсәйҙең әйберҙәрен тейәп, такси менә килеп төштөләр. Атаһы ныҡ кеше ине, тырышҡан егеттең. Йыуан бүрәнәләр, ныҡлы тәҙрәләр. Ут бар, ана, газдан эшләй торған мейес. Бына, бынауһын бороп, мынаулайтһаң, эҫе һыу ағыуы ихтимал. Ире йүнсел кеше ине, бер нимәһен ташламаған. Иҫке ЗИЛ һыуытҡысына тиклем, ошонда килтереп ҡуйған. Ә боронғо йыһаздар иһә, бүлмәлә 70-се йылдар һулышын өргән һымаҡ.
Юҡ, әсә менән улдың ҡалала эштәре күп: “Беҙ, өләсәй, һине килтерҙек, рәхмәт, хәҙер үҙ көнөңдө үҙең күр. Бына – улыңдан ҡалған өй. Һинең ғүмерлек хыялың тормошҡа ашты. Ошо хыялыңды тормошҡа ашырыуҙа ҡамасауламау маҡсатында, беҙ һине ҡалдырабыҙ. Бына һинең пенсия картаһы, магазин анауында. ФАП – күрше ауылда”.
Ҡарсыҡ бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Сөнки тегеләр тын алырға ла ирек бирмәне. Хатта фекер тупларға ла өлгөрмәне. Ҡарсыҡтың күңелендә инде үҙгәртеп булмаҫлыҡ, уға сәләмәт тормош хаҡында оноторға мәжбүр итерлек үҙгәрештәр башланғайны. Күршеләр яңғыҙ ҡарсыҡтың тәүлек әйләнәһенә янған электр утын күреп, ғәжәпләнде. Бер килгәндә икмәк бирҙеләр, икенселәр сәй-шәкәр һатып алып килде, ләкин хужабикә үҙе менән барған үҙгәрештәрҙе ысынбарлыҡта баһалау кимәленән үткәйне. Уға күп тә кәрәкмәй ине.
Көҙгө һыуыҡтарҙың һуң килеүе ҡарсыҡҡа оҙаҡ ыҙаланырға мөмкинлек бирмәне. Көндәр йылы, етмәһә, сыуаҡ, үҙеңде аҙмы-күпме йылыла тоторға форсат бар әле. Ләкин ғүмер аҙағы ҡотолғоһоҙ яҡынашҡан һымаҡ, имшеү көндәрҙең дә аҙағы етте. Һуңғы минуттарҙа ҡарсыҡ эргәһенә бабайы килде. Уны ҡарарға, йылытырға түгел, үҙе менән алып китергә. Бер кеше лә ерҙә мәңгелек түгел. Һәр ғүмерҙең аҙағы бар. Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсеү ҡайһы ваҡыт ерҙәге ыҙаларҙан ҡотолоуҙың иң анһат юлы ғына.
Ноябрь урталарында ауылға ит ҡурып, ҡунаҡ булып, ял итергә килгән ғаилә эргәләге йорттарҙың береһендә бына тәүлек әйләнәһенә уттың һүнмәүенә генә иғтибар итте.
---------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в