+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Октябрь 2020, 09:00

ҠАРТТЫ БҮЛЕШКӘНДӘ Хикәйә Өсөнсө бүлек.

Өйрәнгән баш, – тине Ғәбделйән. – Быныһын ғына күтәрербеҙ. Ғаилә булғас, һауыт-һаба шылтырамай, булмай.Райхана үҙе тыныс, урынын белә, һәм иң мөһиме, тәмле бешерә.Райхана ҡарсыҡ та күнде. Бабайҙың элекке тормошонда ҡатындары ла, ҡарсыҡтары ла булғандыр. Мажараһыҙ ғына йәшәмәгәндер.Тауыш-тынһыҙ ғына йәшәп ятҡанда Райхананың фатирынан Ғәбделйәндең фатирына бер тоҡ картуф килтерергә булдылар. Ике тәгәрмәсле теге арбаны тағы ла һөйрәп сығарырға тура килде. Майлап-нитеп ебәргәс, шығырлағаны ла ишетелмәй. Арба ныҡ һәм әле әллә нисә бабайҙы һәм әбейҙе туҙҙырырлыҡ.Ҡарт егеттәрсә ҡыйланып, тоҡто күтәреп алғайны, нисек туңҡайҙы, шул килеш ҡатты ла ҡуйҙы. Сөнки бил генәһе мырт итте лә, хәрәкәтһеҙ ҡалды бит. Тоҡтан бигерәк, картуфты һәм хәҙерге тормошто һүгә-һүгә, ҡарт карауатына менеп туңҡайырға мәжбүр булды.

ҠАРТТЫ БҮЛЕШКӘНДӘ
Хикәйә
Өсөнсө бүлек.
Өйрәнгән баш, – тине Ғәбделйән. – Быныһын ғына күтәрербеҙ. Ғаилә булғас, һауыт-һаба шылтырамай, булмай.
Райхана үҙе тыныс, урынын белә, һәм иң мөһиме, тәмле бешерә.
Райхана ҡарсыҡ та күнде. Бабайҙың элекке тормошонда ҡатындары ла, ҡарсыҡтары ла булғандыр. Мажараһыҙ ғына йәшәмәгәндер.
Тауыш-тынһыҙ ғына йәшәп ятҡанда Райхананың фатирынан Ғәбделйәндең фатирына бер тоҡ картуф килтерергә булдылар. Ике тәгәрмәсле теге арбаны тағы ла һөйрәп сығарырға тура килде. Майлап-нитеп ебәргәс, шығырлағаны ла ишетелмәй. Арба ныҡ һәм әле әллә нисә бабайҙы һәм әбейҙе туҙҙырырлыҡ.
Ҡарт егеттәрсә ҡыйланып, тоҡто күтәреп алғайны, нисек туңҡайҙы, шул килеш ҡатты ла ҡуйҙы. Сөнки бил генәһе мырт итте лә, хәрәкәтһеҙ ҡалды бит. Тоҡтан бигерәк, картуфты һәм хәҙерге тормошто һүгә-һүгә, ҡарт карауатына менеп туңҡайырға мәжбүр булды.
Ҡарсыҡ тегендә шылтырата, бында шылтырата, ярҙам эҙләй, әхирәттәрен барлай, юҡ, ярҙам итерлек кеше тойолмай.
Ошолай интеккәндә Гөлназ ҡайтып керҙе. Ул ҡыҙыҡай ҡалала бер костоправ, быуын имләүсе, барлығын яҙа-йоҙа белә икән. Хаҡы ла ҡиммәт түгел. Саҡырған өсөн – мең тәңкә, билен ыуған өсөн мең тәңкә ала. Уның ҡарауы, имләүе бер йылға ла етә, имеш. Ә ул ҡарсыҡҡа Зәйнәп аша ғына сығып була, тигәндәр. Ә Зәйнәптең ҡайҙалығын ҡарттың ейәне Зариф теүәл генә әйтә ала, ти. Барыһы ла аһ та оһ килеп, бабайҙы ҡотҡарыу эшен башлап ебәрҙе.
Әлбиттә, тиҙ ярҙам саҡырҙылар. Улары килде, ентекләп ҡараны. Беҙҙеке түгел, имләгеҙ, ыуығыҙ, тине лә, китеп барҙы.
Ҡарт тора туңҡайып, әбей уға ҡушылып аһылдай, ә ярҙам итергә йыйынған, йәғни билде ысҡындырған кеше юҡ.
Зәйнәп риза, ти ул теге быуын ултыртыусы ҡарсыҡты тотоп килтерергә, тик уның –үҙ талабы, йәғни үпкәһе бар икән. Йәнәһе, Ғәбделйәндең, үҙен, йәки Зәйнәпте, көтмәгәндә һәм ҡапыл “отставкаға” ебәреүен бик ауыр ҡабул иткән.
Ҡарт ғәфү үтенһә, костоправ ҡарсыҡты килтереүен һораһа, Зәйнәп, ихтирам һәм хөрмәт йөҙөнән, ҡоҙаһын ғәфү итергә әҙер. Хатта паспортын да ҡалдырып китәсәк һәм башҡа документтарын да бирәсәк.
Хәҙер Зәйнәптең быуын төҙәтеүсе ҡарсыҡты алып килеүен һорарға ғына ҡалды. Был үтенесте Ғәбделйән ҡарт, ғәҙәт буйынса, тик Зәйнәп ярҙамында ғына тормошҡа ашыра икән:
– Эй, ҡоҙасам, Зәйнәбем! – тип башланы һүҙен ҡарт, ыңғыраша-ыңғыраша. – Һинән башҡа мин нисек донъя көтөрмөн? Һин – минең һуңғы өмөтөм һәм мөхәббәтем! О, мин һине нисек хөрмәт итәм һәм яратам! Алып кил шул быуын төҙәтеүсе ҡарсығыңды! Мин бит былай ғүмер буйы кәкрәйеп тора алмайым.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Зәйнәп инәлтеп торманы, таксилыҡ аҡса алды ла, сығып та осто.
Ә Райхана ни эшләне, тиһегеҙме? Бер нәмә лә эшләмәне. Аҡыллы, сыҙам ҡатын булараҡ, Ғәбделйәндең ыңғыраша-ыңғыраша Зәйнәпте өгөтләүен ишетмәмеш булды.
Ул арала булмай, Гөлназды эҙләп, Зариф килеп инде. Зариф ҡарттың биле биртенеүгә күптән өйрәнгән икән. Еңел генә күтәреп алып, бәҙрәфкә алып кереп сыҡты.
Шунан һуң ҡарт үҙенең эргәһендә өйөрөлгән кешеләргә күңелһеҙ булмаһын өсөн хеҙмәт һәм тормош юлының ҡайһы бер биттәрен һөйләй башланы. Ә һөйләрлеге бар. Мәҫәлән, Белорет-Шишмә тимер юлын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Ундағы тоннелде бер йылда тишеп сыҡҡандар. Ә бына Өфөләге тоннелде, ун тапҡыр бәләкәйерәк булһа ла, хәҙер ун ике йыл төҙөйҙәр.
Ҡарттың БАМ хаҡында ла һөйләргә теләге бар ине, ҡоҙасаһы, Гөлйыһан ҡарсыҡты етәкләп, килеп инде.
– Шушымы? – тине ҡарсыҡ ярты көн буйы туңҡайып торған Ғәбделйәнде барлап. – Таныш арҡа. Былтыр бер килеп киткәйнем, шикелле.
– Эйе, – тип йөпләне Ғәбделйән. – Быйыл да мәрхәмәтеңдән ҡалдырма, һылап-һыйпап ебәр инде.
Ә Гөлйыһан ҡарсыҡ ҡабаланмай, уның үҙ йолаһы бар. Өйҙөң һәр мөйөшөнә доғаларын уҡып сығырға, әруахтар рухына доға ҡылырға һәм иҫәндәргә имен тормош һорап, үҙе генә белгән доғаларын уҡырға тейеш икән. Бик бирелеп, мөкиббән уҡыны ҡарсыҡ. Һуңынан килеп, Ғәбделйәндең арҡаһын бармаҡтары менән, пионинола уйнаған һымаҡ, бер-ике генә йөрөтөп ҡараны ла, кәүҙәһе шул килеш ҡатып ҡалған Ғәбделйән күҙ алдында йомшарып, карауатҡа һуҙылды ла ятты. Һуҙылып ятты ла, торорға ынтыла башлағайны, Гөлйыһан ҡарсыҡ туҡтата һалды:
– Ярты сәғәт ятып торһон, – тине ул. Ә беҙ сәй эсеп алайыҡ.
Райхананың сәйе лә, билмәне лә әҙер. Ҙур эш ҡырған һымаҡ, өҫтәл тирәләп ултырҙылар ҙа, ашарға тотондолар. Ярты сәғәт үттеме, юҡмы, ауыҙын йырып, күңелле көйләп, Ғәбделйән килеп инде.
Зәйнәп түрҙә ултыра. Ул Райхана ҡарсыҡҡа ҡарамаҫа, Ғәбделйәндең иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырыша. Үҙенсә тантана итә, үс ала инде. Мин булмаһам, шунда туңҡайып торор инең әле, тиҙер.
Ә Райхана, киреһенсә, ҡәнәғәт. Сөнки ул Гөлйыһан ҡарсыҡтың бабайының арҡаһында ниндәй көйҙө уйнағанын күрҙе һәм отоп ҡалды. Бәлки берәйһенең биле тотһа, һынап та ҡарар әле. Әлегә Гөлйыһандың билде нисек имләгәнен онотмаҫҡа һәм ваҡыт-ваҡыт ҡабатлап торорға ғына тейеш. Аш өҫтәле артында ултырыусылар Гөлназ менән Зарифтың бер-береһенә бик яҡын ултырыуына иғтибар итте. Берәү ҙә ҡаршы түгел, ейән менән ейәнсәрҙең ғаилә ҡороуы, кем белә, әбей менән бабайҙың мөнәсәбәттәрен дә нығытып ебәреүе ихтимал.
Халыҡ таралып бөттө, картуфты Ғәбделйәндең өйөнә Зариф алып ҡайтып китте. Ҡараңғы төштө, әбей менән бабай фатирҙарына ыңғайланылар. Ыңғайламай ни, бындағыһына, баяғы, Гөлназ менән Зариф хужа булып алған бит инде. Райхана ҡарсыҡ үҙе лә ҡаршы түгел, шикелле. Әбей менән бабайға ике фатир нимәгә кәрәк, берәү еткән. Икеһе лә эшһеҙ, берәй урында ялланһалар, һәйбәт булыр ине.
Ғәбделйән ҡарт ҡәнәғәт. Биленән хатта еңел ҡотолдо. Шул мәл иҫенә төштө: уның бит ҡарсығына әйтер һүҙе бар. Ә ул был хаҡта онотоп та өлгөрҙө. Ғәбделйән, фатирына ингәс, ҡарсығының бабайынан ҡалған аҡһыл костюм-салбарҙы кейеп алды, галстук таҡты. Уны күргәс, ҡарсыҡ тертләп ҡуйҙы:
– Нимә, әллә бөгөн байраммы? – тип һораны.
– Ә байрам икәнен үҙең оноттоңмо ни? – тине ҡарты.
– Эйе шул, бөгөн байрам, – тине, һүҙ уйнатып, ҡарсығы.
– Оноттоңмо ни, – тине ҡарт, – һинең мине, утыҙ һум биреп, кондукторҙан аралап ҡалыуыңа йөҙ көн тулды, – тине һәм утыҙ һум аҡса сығарып һалды.
– Ә быныһы нимә? – тине ҡарсыҡ.
– Мин һиңә бурысымды ҡайтарам – утыҙ һум! – тине ҡарт.
Икәүләшеп ултырып, тағы ла күңелле генә итеп сәй эстеләр. Райхана ҡарсыҡ ҡарттың йөҙөнә ҡараны. Ҡарттың асыҡ, йылмайған йөҙөнән яҡтылыҡ бөркөлгән һымаҡ ине.
---------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: