-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Октябрь 2020, 09:00

АТАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Өсөнсө бүлек

– Юл нисек? Нисек йөрөп ҡайттың? – тине ҡатыны иренә. – Насар, – тине ире, – машиналар күп. Был юлы шул тиклем арыным. Әлегә ир менән ҡатын киләһе һөйләшеүгә нигеҙ һала һәм һөйләшеүҙе мөмкин тиклем йомшартырға тырыша. Тик был маҡсаттары тормошҡа ашырмы икән? Морат был юлы рейста кисергән ауырлыҡтар хаҡында ентекләп һөйләргә йыйынғайны, ҡатынының битараф һәм һалҡын йөҙөн күреп, кире уйланы. Был осраҡта үҙеңде йәлләтергә тырышыуҙың тиҫкәре йоғонто яһауы ла бар. – Иҫемә төшкәндә әйтеп ҡалайым, – тине ҡатыны, – юғиһә, аҙаҡ онотоп ҡуйырмын. Беҙҙе аш, мунса көтә. – Нимә әйтергә теләгәйнең? – тине ире, һағайып. – Өсөнсөгә атай булыуың менән ҡотлайым! – тине ҡатыны, иренә ныҡ итеп ҡарап. – Хәтерем алдамаһа, мин килгәнсе, һинең берәү ҙә юҡ ине, шикелле. Балаларыңды әйтәм. – Рәхмәт, рәхмәт! Ҡотлауың ихлас күңелдән, тип өмөт итәм, –тине ир һәр һүҙен үлсәп кенә сығарып. – Ярай. Беҙ был хаҡта һөйләшербеҙ әле. – Аҙаҡҡа ҡалдырып тормайбыҙ инде, – тине ҡатыны, бәхәсләшеүҙең урынһыҙ икәнлегенә ишаралап. – Һуңынан онотола ул, һыуына, икенсе эштәр барлыҡҡа килә. Мин былай улыңдың ниндәй шарттарҙа, нисек тыуғанын төпсөшөп тормайым. Ял иткәс, бер аҙ тын алғас, бөгөн булмаһа, иртәгә бәлки ентекләп һөйләп бирерһең. Һәр хәлдә, мин үҙемде әхлаҡи һәм рухи яҡтан был һөйләшеүгә әҙерләп өлгөрөрмөн, тип уйлайым. Ярай, беренсе никахыңдан балаларың юҡлығына ышандым, ләкин әлеге осраҡтан һуң тағы ла бер нисәү килеп сыҡһа, ғәжәпләнмәйәсәкмен. Әлегә Айгиздең барлыҡҡа килеүенә бәйле, шундай һорауым бар: һин был хаҡта быға тиклем ни эшләп беҙгә әйтмәнең?


АТАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ
Хикәйә
Өсөнсө бүлек
– Юл нисек? Нисек йөрөп ҡайттың? – тине ҡатыны иренә.
– Насар, – тине ире, – машиналар күп. Был юлы шул тиклем арыным.
Әлегә ир менән ҡатын киләһе һөйләшеүгә нигеҙ һала һәм һөйләшеүҙе мөмкин тиклем йомшартырға тырыша. Тик был маҡсаттары тормошҡа ашырмы икән?
Морат был юлы рейста кисергән ауырлыҡтар хаҡында ентекләп һөйләргә йыйынғайны, ҡатынының битараф һәм һалҡын йөҙөн күреп, кире уйланы. Был осраҡта үҙеңде йәлләтергә тырышыуҙың тиҫкәре йоғонто яһауы ла бар.
– Иҫемә төшкәндә әйтеп ҡалайым, – тине ҡатыны, – юғиһә, аҙаҡ онотоп ҡуйырмын. Беҙҙе аш, мунса көтә.
– Нимә әйтергә теләгәйнең? – тине ире, һағайып.
– Өсөнсөгә атай булыуың менән ҡотлайым! – тине ҡатыны, иренә ныҡ итеп ҡарап. – Хәтерем алдамаһа, мин килгәнсе, һинең берәү ҙә юҡ ине, шикелле. Балаларыңды әйтәм.
– Рәхмәт, рәхмәт! Ҡотлауың ихлас күңелдән, тип өмөт итәм, –тине ир һәр һүҙен үлсәп кенә сығарып. – Ярай. Беҙ был хаҡта һөйләшербеҙ әле.
– Аҙаҡҡа ҡалдырып тормайбыҙ инде, – тине ҡатыны, бәхәсләшеүҙең урынһыҙ икәнлегенә ишаралап. – Һуңынан онотола ул, һыуына, икенсе эштәр барлыҡҡа килә. Мин былай улыңдың ниндәй шарттарҙа, нисек тыуғанын төпсөшөп тормайым. Ял иткәс, бер аҙ тын алғас, бөгөн булмаһа, иртәгә бәлки ентекләп һөйләп бирерһең. Һәр хәлдә, мин үҙемде әхлаҡи һәм рухи яҡтан был һөйләшеүгә әҙерләп өлгөрөрмөн, тип уйлайым. Ярай, беренсе никахыңдан балаларың юҡлығына ышандым, ләкин әлеге осраҡтан һуң тағы ла бер нисәү килеп сыҡһа, ғәжәпләнмәйәсәкмен. Әлегә Айгиздең барлыҡҡа килеүенә бәйле, шундай һорауым бар: һин был хаҡта быға тиклем ни эшләп беҙгә әйтмәнең?
– Ҡурҡтым, – тине ир, ҡатынының күҙҙәренә туп-тура ҡарап.
– Минән ҡурҡтыңмы? – тип көлөмһөрәне ҡатын. – Ә мин һине ҡурҡаҡтыр, хатта минән ҡурҡырһың, тип уйламағайным да.
– Юҡ шул, һин һис тә ҡурҡыныс түгелһең, мин һинән ҡурҡманым. Мин ошо тормошомдо юғалтыуҙан ҡурҡтым. Мин хәҙерге йәшәйешемә, һинең менән көн итеүемә шул хәтле өйрәндем, һинең эргәңдә ятҡанда, ғүмерем буйы шулай рәхәт кенә йәшәрменме икән? – тип уйлаған саҡтарым булды. Һәм ошо тормошомдо, көтмәгәндә, юҡ ҡына сәбәп арҡаһында, юғалтыуҙан ҡурҡыу солғап ала.
Һөйләшеүҙе аҡрынлап киҫкен һәм ҡәтғи йүнәлешкә борорға ынтылыусы Әминә ҡапыл уйланды. Ләкин артҡа сигенергә уйы юҡ ине:
– Ошо хаҡта миңә иртәрәк әйтеп булмай инеме?
– Булмай ине, – тине ир, тауышын күтәрә биреп. – Сөнки уның әсәһе улының беҙҙең улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ менән аралашыуына ҡаршы ине. Һин – аҡыллы һөм көслө ҡатын, әгәр теләгең булһа, минең ҡасан тәүге ғаиләмдән китеүемде, һинең менән танышыуымды, туйыбыҙҙы, Заһирҙың тыуған көнөн яҙып, ҡарап, сағыштырып , иҫәпләп сығара алаһың. Һәр хәлдә, ундай мөмкинлек бар. Мин быны нимәгә әйтәм, мин һине алдаманым, хыянат итмәнем, һинең алда намыҫым таҙа.
Ҡатын уйға ҡалды. Сөнки ҡара иҫәп менән өҫтән-мөҫтән генә барлағанда ла дәлилдәр һәм Айгиздең йәше – атаһы файҙаһына. Тимәк, Әминә менән Морат өйләнешкәнсе, иренең уға тиклем кемеһелер булған.
– Ә ул ҡатын кем инде? – тип ҡыҙыҡһынды Әминә.
– Табип... – тине Морат. – Беҙ уның менән бер иптәштең тыуған көнөндә танышҡайныҡ. Ләкин беҙҙең мөнәсәбәттәр артабан үҫешә алманы, хатта мин был хаҡта үҙем дә белмәй ҡалдым. Бер нисә йыл элек Айгизде әсәһе менән осраҡлы ғына тап килтерҙем. Улар, әсәле-уллы, тормоштан ҡәнәғәт һәм минең килеп сығыуым уларҙы, айырыуса, әсәһен, бик ҡыуандырманы. Ҡәҙерлем, минең яуаптарым һине ҡәнәғәтләндерәме? – тип һораны ир, ҡатынының эргәһенә ултырып, ҡулдарынан тотоп. – Һин мине аңларһың, тип көтәмен.
– Нимә тип әйтәйем инде? – тине ҡатын. – әлбиттә, тәүҙә, Айгизде күргәс тә, нимә әйтергә лә белмәнем, ҡыуанырғамы, ҡайғырырғамы. Ярай, һин юлда булып ҡалдың. Ә малай, үҙең күреп тораһың, Заһир һымаҡ инде. Һуйған да, ҡаплаған, тиҙәрме әле?
Тап ошо минуттарҙа ике малай һәм бер ҡыҙ ҙур өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп, йүгерә-йүгерә уйнайҙар ине. Уйнамай, ҡайҙа барһындар, бер ата балалары бит. Мәҙинә ҡарсыҡ ҡыуанып, балаларҙы күҙәтә. Ә ҡолаҡтары ир менән ҡатын кереп ултырған бүлмә яғында. Әлегә, шөкөр, ҡысҡырышҡандары, бер-береһен еңергә тырышҡандары һиҙелмәй. Шулай була ғына күрһен инде!
– Ә хәҙер ул ҡатын беҙҙең балалар менән улының аралашыуына риза булыр, тиһеңме?
– Уның ризалығы миңә хәҙер кәрәкмәй. Сөнки, Әминә, үҙең күреп тораһың, донъя йыллап, айлап түгел, көнләп, сәғәтләп үҙгәрә һәм үҙгәрештәр һис тә беҙҙең файҙаға түгел. Мин һиңә Айгизде үҙебеҙгә алайыҡ, ҡарайыҡ, – тип әйтә алмайым. Һин миңә Заһир менән Мәликәне бүләк иттең, үҙеңдең ҡатынлыҡ бурысыңды артығы менән үтәнең. Рәхмәт һиңә, матурым! Хәҙер беҙҙең алда улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙҙы үҫтереү, кеше итеү бурысы тора. Ә инде Айгизгә килгәндә, мин һиңә алайыҡ, тип ни өсөн әйтә алмайым, сөнки был һорауҙы Айгиздең әсәһе лә, мин үҙем дә хәл итә алмайым.
– Дөрөҫ әйтәһең, – тине Әминә. – Мин әле нимә булғанын үҙем дә аңлап өлгөрмәнем. Һуң, үҙең уйлап ҡара. Асҡыс юҡ, беҙ бында киләбеҙ һәм бында бер малай уйнап йөрөй. Етмәһә, беҙ ингәс: “Өләсәй, атайым ҡайҙа?” – тип хәбәр һала. Аптырамаҫ ереңдән аптырарһың. Миндә иһә һинең үткәндәреңә дәғүә юҡ. Шулай булғас, үҙеңде Айгиз менән бәйле һорауҙарға яуап биреүҙән азат, тип иҫәплә. Тормошта нимәләр генә булмай. Шулай булғас, бер-беребеҙҙе аңларбыҙ, тип уйлайым. Шулай ҙа ошо хаҡта алданыраҡ әйтеп, киҫәтеп ҡуйһаң, бөгөн миңә, бәлки еңелерәк тә булыр ине.
– Һиңә бөгөн ҡыйын булдымы? – тип борсолдо Морат, ҡатынының ҡулдарын һыйпай-һыйпай.
– Ысынлап әйтәм, бөгөн мин ысын мәғәнәһендә тетрәндем. Юҡ, юҡ, бында үпкәләш юҡ. Хәҙер беҙ һинең менән был хаҡта аҙаҡтан, мин әйтте, тиерһең, көлөп кенә иҫкә төшөрәсәкбеҙ.
– Шулай булһасы, – тине ире. – Мин һис тә ҡаршы булмаҫ инем.
Ир менән ҡатын тәүҙә өс баланы күтәреп, мунсаға инеп киттеләр. Шунан һуң күңелле генә итеп мунсанан ҡайттылар. Аҙаҡ Морат менән Әминә йыуынып сыҡты. Залда өҫтәл алты кешелек, матурлап ҡына бергә ултырып ашанылар. Айгиз менән Заһир уйнап туймағайны әле. Ә Мәликә әсәһенең алдына менеп ултырҙы ла, йоҡлап та китте. Һәр береһенә урын ҡаранылар. Йоҡларға урын һәр береһенә бар һәм бөтәһе лә ҡәнәғәт.
Йоҡларға кергәс, Морат, үҙе лә һиҙмәҫтән, уфтанды.
– Һин бөтәһен дә әйтеп бөтмәйһең, – тине ҡатыны. – Әле, мөмкинлек барҙа, әйтеп ҡал. Бөгөн, ошонда, ҡайтҡансы, хәл итеп ҡуяйыҡ. Аҙаҡҡа ҡалмаһын, һуңынан үкендермә.
– Ярай, улайһа, әйтһәм, – тине ир. – Айгиздең әсәһе –табип. Ул әле йоғошло сир эләктереп, дауаханала бик ауыр хәлдә ята һәм уның тере ҡалыуына өмөт юҡ, тип әйтерлек. Шуға... Мин Айгиздең яҙмышы өсөн бик борсолам.
– Ә ниңә борсолаһың? – тине ҡатыны. – Бында борсолорға, икеләнергә урын юҡ. Һин – уның атаһы, улыңды, һинән башҡа, кем ҡарарға тейеш?
– Улайһа, һин ризамы? – тине ир, ҡатынына өмөт менән ҡарап.
– Бында ике төрлө фекерҙең булыуы ла мөмкин түгел. Һин – уның атаһы, мин – һинең ҡатының. Тимәк, уны һиңә, шулай уҡ, миңә ҡарарға тура киләсәк.
– Рәхмәт! – ине ире. – Мин һинән уны, дөрөҫөн әйткәндә, көтә инем. Йомарт күңелең, изгелегең, миһырбанлылығың өсөн рәхмәт!
– Ярай, йоҡла, һин арығанһың, – тине ҡатыны.
– Ә һин беләһеңме? Минең бөтә арыуҙарым юҡҡа сыҡҡан һымаҡ! Бөгөн шундай шәп көн булды!
---------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в