+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Ноябрь 2020, 20:42

БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Беренсе бүлек

Беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың күбеһенең әҙәбиәткә мөнәсәбәте бар. Улар сюжеттың нимә икәнлеген, беҙгә ҡарағанда, яҡшыраҡ белә. Әҙәби әҫәр өсөн сюжет – мотлаҡ күренеш. Ошо кәлимәбеҙҙә, төрлө терминдар менән һәлмәкләтмәй генә, сюжеттың ябай ғына аңлатмаһын бирәбеҙ. Әҫәрҙә ваҡиғалар үҫешә, күҙгә күренмәҫ көрәш бара, бәрелеш була һәм әҫәрҙең төп проблемаһы хәл ителә. Ябай ғына итеп әйткәндә, һәр бер кеше үҙенең бәхете өсөн көрәшә. Ярата инде яҙыусылар сюжетты, ярата. Берәүҙәр йөҙ сюжет яҙып һалған, икенселәр уны, илле генә, ти. Ҙур урында уҡыған берәү миңә егерме өс сюжетты һанап сыҡты. Оҫтараҡтар һәм тәжрибәлерәктәр уны ун ике менән сикләй. Беҙгә ҡалһа, сюжет – берәү генә. Ул да булһа, бәхет. Һәр бер кеше бәхеткә ынтыла, бәхет көтә, бәхет өсөн көрәшә. Ә бәхет нимә инде ул? Бәхет ул – һөйгән йәрең менә бергә булыу. Аҡсалы, фатирлы, кейемле булыу. Ана, бер бәхетле ята. Уның бөтәһе лә бар: аҡсаһы ла, машинаһы ла, фатиры ла, тик һөйгән йәре генә юҡ. Бер ыңғай ишек ҡыңғырауы һәм кеҫә телефонының шылтырауы ишетелә башланы. Бер нимә белмәй, йоҡлап ятҡан Мәргән аҙ ғына ла һелкенмәне, исмаһам. Бер ыңғай ишектәге ҡыңғырау ҙа, телефон да шылтырауҙан туҡтаны. Мәргән башын күтәрҙе. Үрелеп кенә алды ла, минераль һыу эсте, тороп ултырҙы, эргәһенә бесәйе килеп баҫты. – Эх, дуҫҡайым, – тине Мәргән, – мин бит һине ашатырға онотҡанмын. Һыуытҡыстан колбаса, сыр алып, ваҡ ҡына итеп турап, бесәйгә һалды. Уныһы теләр-теләмәҫ кенә ашай, тағы ла колбаса, тағы ла сыр, тиҙер инде. – Мин үҙем дә сыр менән колбаса ғына ашайым, хатта йомортҡа ла ҡурып тормайым, – тип һөйләнде хужа. – нимә һалам, шуны аша. Теләмәһәң, сығып китә алаһың. Ҡара, бесәйе лә үҙенә күрә түгел, боролоп та ултырмай. Ярай, баҙарға сыҡһам, ит киҫәге лә алырмын әле. Мәргән яңғыҙ йәшәй. Заводта директор урынбаҫары булып эшләй, эш хаҡы фатир һатып алырлыҡ булғас, һис тә насар түгел. Кисә Мәскәүҙән коллегалар килгәйне, шуларҙы ҡунаҡ итеп, саҡ оҙатып ебәрҙеләр. Бик ҡәнәғәт ҡайтып киттеләр. Киләсәккә төшөмлө генә маҡсаттар билдәләнеләр. Әгәр эштәр ошолай барһа, бер нисә йылдан Рәсәйҙәге иң яҡшы биш завод исемлегенә инәсәктәр. Заказдар йылдан-йыл арта, конкуренттар тик ятмай, шулай булғас, үҫергә, етештереүҙе киңәйтергә кәрәк. – Йә, ашап туйҙыңмы? – тине хужа бесәйгә, йылы ҡарашын ташлап. – Яҡшыраҡ эшләһәк, яҡшыраҡ ашарбыҙ. Һин, әлбиттә, кисә мин “төшөрөп” ҡайтҡан өсөн үпкәләйһеңдер. Үпкәләп, дөрөҫ эшләйһең. Минең үҙемә лә уңайһыҙ, баш та ауыртып тора. Бына, мин әйтте, тиерһең, хәҙер әсәйем килеп керәсәк. Сөнки ул шылтыратҡан, ә мин уға яуап бирмәгәнмен. Әсәйемде минең ни өсөн яуап бирмәүем түгел, ни өсөн яуап бирә алмауым ҡыҙыҡһындыра. Ул мине һаман да ун беренсе класс малайы, тип иҫәпләй. Ә минең ун беренсе класты тамамлауыма – егерме йыл. Тәк, минең класташтар ҡасан осраша әле ул? Киләһе шәмбе. Тимәк, миңә киләһе шәмбе урында булырға кәрәк. Ул арала булмай, кеҫә телефоны шылтырай башланы.


БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ
Хикәйә
Беренсе бүлек
Беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың күбеһенең әҙәбиәткә мөнәсәбәте бар. Улар сюжеттың нимә икәнлеген, беҙгә ҡарағанда, яҡшыраҡ белә. Әҙәби әҫәр өсөн сюжет – мотлаҡ күренеш. Ошо кәлимәбеҙҙә, төрлө терминдар менән һәлмәкләтмәй генә, сюжеттың ябай ғына аңлатмаһын бирәбеҙ. Әҫәрҙә ваҡиғалар үҫешә, күҙгә күренмәҫ көрәш бара, бәрелеш була һәм әҫәрҙең төп проблемаһы хәл ителә. Ябай ғына итеп әйткәндә, һәр бер кеше үҙенең бәхете өсөн көрәшә. Ярата инде яҙыусылар сюжетты, ярата. Берәүҙәр йөҙ сюжет яҙып һалған, икенселәр уны, илле генә, ти. Ҙур урында уҡыған берәү миңә егерме өс сюжетты һанап сыҡты. Оҫтараҡтар һәм тәжрибәлерәктәр уны ун ике менән сикләй. Беҙгә ҡалһа, сюжет – берәү генә. Ул да булһа, бәхет. Һәр бер кеше бәхеткә ынтыла, бәхет көтә, бәхет өсөн көрәшә. Ә бәхет нимә инде ул? Бәхет ул – һөйгән йәрең менә бергә булыу. Аҡсалы, фатирлы, кейемле булыу.
Ана, бер бәхетле ята. Уның бөтәһе лә бар: аҡсаһы ла, машинаһы ла, фатиры ла, тик һөйгән йәре генә юҡ.
Бер ыңғай ишек ҡыңғырауы һәм кеҫә телефонының шылтырауы ишетелә башланы. Бер нимә белмәй, йоҡлап ятҡан Мәргән аҙ ғына ла һелкенмәне, исмаһам. Бер ыңғай ишектәге ҡыңғырау ҙа, телефон да шылтырауҙан туҡтаны. Мәргән башын күтәрҙе. Үрелеп кенә алды ла, минераль һыу эсте, тороп ултырҙы, эргәһенә бесәйе килеп баҫты.
– Эх, дуҫҡайым, – тине Мәргән, – мин бит һине ашатырға онотҡанмын.
Һыуытҡыстан колбаса, сыр алып, ваҡ ҡына итеп турап, бесәйгә һалды. Уныһы теләр-теләмәҫ кенә ашай, тағы ла колбаса, тағы ла сыр, тиҙер инде.
– Мин үҙем дә сыр менән колбаса ғына ашайым, хатта йомортҡа ла ҡурып тормайым, – тип һөйләнде хужа. – нимә һалам, шуны аша. Теләмәһәң, сығып китә алаһың. Ҡара, бесәйе лә үҙенә күрә түгел, боролоп та ултырмай. Ярай, баҙарға сыҡһам, ит киҫәге лә алырмын әле.
Мәргән яңғыҙ йәшәй. Заводта директор урынбаҫары булып эшләй, эш хаҡы фатир һатып алырлыҡ булғас, һис тә насар түгел. Кисә Мәскәүҙән коллегалар килгәйне, шуларҙы ҡунаҡ итеп, саҡ оҙатып ебәрҙеләр. Бик ҡәнәғәт ҡайтып киттеләр. Киләсәккә төшөмлө генә маҡсаттар билдәләнеләр. Әгәр эштәр ошолай барһа, бер нисә йылдан Рәсәйҙәге иң яҡшы биш завод исемлегенә инәсәктәр. Заказдар йылдан-йыл арта, конкуренттар тик ятмай, шулай булғас, үҫергә, етештереүҙе киңәйтергә кәрәк.
– Йә, ашап туйҙыңмы? – тине хужа бесәйгә, йылы ҡарашын ташлап. – Яҡшыраҡ эшләһәк, яҡшыраҡ ашарбыҙ. Һин, әлбиттә, кисә мин “төшөрөп” ҡайтҡан өсөн үпкәләйһеңдер. Үпкәләп, дөрөҫ эшләйһең. Минең үҙемә лә уңайһыҙ, баш та ауыртып тора. Бына, мин әйтте, тиерһең, хәҙер әсәйем килеп керәсәк. Сөнки ул шылтыратҡан, ә мин уға яуап бирмәгәнмен. Әсәйемде минең ни өсөн яуап бирмәүем түгел, ни өсөн яуап бирә алмауым ҡыҙыҡһындыра. Ул мине һаман да ун беренсе класс малайы, тип иҫәпләй. Ә минең ун беренсе класты тамамлауыма – егерме йыл. Тәк, минең класташтар ҡасан осраша әле ул? Киләһе шәмбе. Тимәк, миңә киләһе шәмбе урында булырға кәрәк.
Ул арала булмай, кеҫә телефоны шылтырай башланы.
– Во! Әйттем бит мин һиңә, хәҙер әсәй шылтырата тип. И точны, әсәй шылтырата!..
– Һаумы, әсәй, – тине егет, – һине борсоғаным өсөн ғәфү үтенәм.
– Ҡайҙа йөрөйһөң? – тине әсәһе. – Иртрәнән бирле, шылтыратам, трубканы алмайһың.
– Төпкө бүлмәлә йоҡлай инем, ишетмәгәнмен, әсәй. Телефон ишек яныында ҡалған.
Шуныһы йәтеш, әсәһе тиҙ ышана.
– Ә, шулаймы ни, улым? – тине, тауышы йомшарҙы. – Юғиһә, мин борсола башланым.
– Борсолма, әсәй, миңә бер нимә лә булмаҫ.
– Әле һин ҡайҙа, улым?
– Әгәр рөхсәт итһәң, әсәй, мин өйҙә.
– Өйҙә? Нисек өйҙә?
– Эх,әсәй, һин дә ҡартаяһың. Бая ғына, әйттем шикелле, ишек төбөндә – телефоным, ә үҙем – төпкө бүлмәлә, бер нимә белмәй йоҡлағанмын, тип.
Әсә менән ул һөйләшеп бөтә алманылар, ишек ҡыңғырауы шалтырағаны ишетелде.
– Кем бар унда? – тинә әсәһе, ҡыҙыҡһынып.
– Әсәй, хәҙер барып ҡарайым да, асыҡлайым.
Мәргән ишек яғына атланы. Уға ун биш-ун алты йәштәрҙәге ҡыҙ эйәреп керҙе.
– Кем килгән, улым? – тип һораны әсәһе.
– Почтальон килгән, әсәй.
– Нимә килтергән?
– Нимә килтергән, хәҙер беләбеҙ. Саҡырыу билеты.
– Ҡайҙа саҡыралар?
– Киләһе шәмбе мәктәпкә – осрашыуға. Мәктәп тамамлауыбыҙға – егерме йыл.
– Ярай, улым, матур ғына йөрө.
– Рәхмәт, әсәй, минең матур йөрөүем һиндә шик тыуҙырырға тейеш түгел.
Ниһайәт, Мәргән килеп ингән ҡыҙға иғтибар итте:
– Йә, балаҡай, ни йомош? – тине.
– Кереп өлгөрмәнем, һеҙ минән почтальон яһап та ҡуйҙығыҙ. Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, мин өйөгөҙҙө йыйыштырып сығыр инем.
– Юҡ, юҡ, рәхмәт! Мин үҙем йыйыштырам.
– Ныу, үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин – ярҙам йөҙөнән генә.
– Дөрөҫөн әйткәндә, – тине Мәргән, мин балаларҙан өй йыйыштыртмайым.
Ҡыҙ туҡталды һәм егеткә ҡарап:
– Әгәр ул ҡыҙ үҙегеҙҙең балағыҙ булһа ла йыйыштыртмайһығыҙмы? – тине.
Егетте был һорау тетрәндермәне.
– Минең, бесәйемдән башҡа, бер кемем дә юҡ, – тине.
– Бесәйегеҙ барлығын беләм, ә балаларығыҙҙың юҡлығы хаҡында әйтеүсе булманы.
– Беләһеңме, балаҡай, хәҙер атайлы, әсәйле булырға теләүселәр күп. Ләкин бөтәһенә лә ҡайҙан атайҙы ла, әсәйҙе лә еткерергә?
Ҡыҙыҡай Мәргәндең өҫтәлдә ятҡан телефонын алды.
– Әлеге “Самсунг”, ләкин Ҡытайҙа эшләнгән.
– Бар донъяны баҫып алдылар. Ни эшләтәһең, егәрле халыҡ, ярай, улар бар әле, – тине егет. – Шулай ҙа, белергә теләр инем, һеҙҙе бында минең телефоымдың ҡайҙа эшләнгәнлеге генә ҡыҙыҡһындыралыр, тип уйламайым.
– Әлбиттә, юҡ. Минең һеҙгә килеүем һеҙҙең тормошоғоҙҙо тамыранан үҙгәртәсәк һәм мин һеҙгә бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәйем, – тине ҡыҙ һәм аяғы менән иҙәнгә дөпөлдәтә баҫып ҡуйҙы.
– Ай-һай, ныҡ тотондоң! – тине егет. – Мин хатта нисә әйтергә лә белмәйем, сөнки ҡыуып сығарһам, тышта ямғыр яуа, ҡалырға рөхсәт итһәм, һин миңә янайһың.
– Юҡ, янамайым, – тине ҡыҙ. – Ҡурҡытмайым да. Һеҙҙе һынап ҡына ҡарайым. Әлегә.
– Миңә ташларлыҡ иң ҙур ғәйеп, йәғни, минең иң йомшаҡ яғым ул – минең статусым. Мине, мәҫәлән, яңғыҙ булғас, атайлыҡта ғәйепләргә мөмкин, ләкин һеҙгә ҡарап, мәҫәлән, миңә ундай ғәйеп ташларһығыҙ, тип өмөт итмәйем.
– Дөрөҫ эшләйһегеҙ, – тине ҡыҙ. – Минең һеҙгә дәғүәм ҙур түгел. Мин һеҙгә һеҙҙең минең атайым булыуығыҙ хаҡында иғлан итергә генә килдем.
– Рәхмәт, ҡыҙым, рәхмәт! Мин был хаҡта күптән хыяллана инем. Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәпте тамамлауыма быйыл егерме йыл була, ике-өс тапҡыр өйләнеп тә ҡараным, ләкин мине берәү ҙә атайлыҡта ғәйепләй алманы. Был – беренсеһе. Ҡотлайым! Һин минең тормошома өр-яңы биҙәктәр өҫтәрһең, һымаҡ. Ә хәҙер, балаҡай, һин минең ҡыҙым булғас, ана кухня, йыйыштырып сыҡ әле. Һин миңә ашарға бешер һәм сәй эсер.
---------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: