+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Ноябрь 2020, 11:33

БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Икенсе бүлек

Ҡыҙ, сәсрәп, тигәндәй, урынынан һикереп торҙо: – Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Беҙ һеҙҙең менән танышмаған-һөйләшмәгән, һеҙ миңә ауыр эш ҡушаһығыҙ. – Ә беҙгә танышыу нимәгә? – тип ныҡышты Мәргән. – Мин һинең һүҙҙәреңә ышанам. Хатта ҡыуанып, үҙемдең атайлығымды танырға ризамын. Шул етәме? – Етмәй. Һеҙ минән, һис юғы, документтарымды һорарға, һеҙҙең ҡыҙығыҙ булыуымды иҫбатлауҙы талап итергә тейеш инегеҙ, – тине ҡыҙ. – Нимәһен иҫбатлап тоторға, миңә ҡара ла, үҙеңә ҡара, ышанмаһаң, көҙгөгә күҙ һал. Беҙҙе күргәндәр шунда уҡ, икеләнеп тормайынса, һине – минең ҡыҙым йә һеңлекәшем, ә мине һинең атайың, йә ағайың, тип таныясаҡ. – Улай булһа, мин – риза! – тип һикереп торҙо ҡыҙыҡайы. – Һаумы, атай, һаумы, атаҡайым! Мин һине нисә йылдар эҙләнем! – тип Мәрәгәнде ҡосаҡлап алды. – Эх, видеоға төшөрөүсе булманы. Шул хәтле, күңелде йомшартырлыҡ, күҙ йәштәре сығарырлыҡ кадрҙар булды! Бәлки тағы ҡабатлап ҡарарбыҙ? – Юҡ, кәрәкмәй, – тине ҡыҙыҡай. – Сөнки ялған икәнлеге күренеп торасаҡ. Тәүгеһе тәбиғи булды. – Йә, ҡыҙым, хәҙер документтарыңды күрһәтһәң дә була. Мин ышандым, хәҙер шуны бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге менән раҫлап ҡуйыу талап ителә.


БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ
Хикәйә
Икенсе бүлек
Ҡыҙ, сәсрәп, тигәндәй, урынынан һикереп торҙо:
– Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Беҙ һеҙҙең менән танышмаған-һөйләшмәгән, һеҙ миңә ауыр эш ҡушаһығыҙ.
– Ә беҙгә танышыу нимәгә? – тип ныҡышты Мәргән. – Мин һинең һүҙҙәреңә ышанам. Хатта ҡыуанып, үҙемдең атайлығымды танырға ризамын. Шул етәме?
– Етмәй. Һеҙ минән, һис юғы, документтарымды һорарға, һеҙҙең ҡыҙығыҙ булыуымды иҫбатлауҙы талап итергә тейеш инегеҙ, – тине ҡыҙ.
– Нимәһен иҫбатлап тоторға, миңә ҡара ла, үҙеңә ҡара, ышанмаһаң, көҙгөгә күҙ һал. Беҙҙе күргәндәр шунда уҡ, икеләнеп тормайынса, һине – минең ҡыҙым йә һеңлекәшем, ә мине һинең атайың, йә ағайың, тип таныясаҡ.
– Улай булһа, мин – риза! – тип һикереп торҙо ҡыҙыҡайы. – Һаумы, атай, һаумы, атаҡайым! Мин һине нисә йылдар эҙләнем! – тип Мәрәгәнде ҡосаҡлап алды.
– Эх, видеоға төшөрөүсе булманы. Шул хәтле, күңелде йомшартырлыҡ, күҙ йәштәре сығарырлыҡ кадрҙар булды! Бәлки тағы ҡабатлап ҡарарбыҙ?
– Юҡ, кәрәкмәй, – тине ҡыҙыҡай. – Сөнки ялған икәнлеге күренеп торасаҡ. Тәүгеһе тәбиғи булды.
– Йә, ҡыҙым, хәҙер документтарыңды күрһәтһәң дә була. Мин ышандым, хәҙер шуны бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге менән раҫлап ҡуйыу талап ителә.
Ҡыҙ, байтаҡ ҡына соҡонғандан һуң, әллә кеҫәһенән, әллә арҡаһындағы рюкзагынан туҙып, йыртылып бөткән ҡағыҙ киҫәге сығарып бирҙе. Мәргән ҡағыҙҙы алды һәм уҡый башланы:
– “Һаумы, Мәргән! Минең көтмәгәндә һәм ҡапыл мөрәжәғәт итеүемә аптырама. Мин һиңә ҡыҙыңды ебәрергә мәжбүрмен. Ул һинең ярҙамыңа мохтаж. Шылтыратып, һөйләшеп, телефонымды ҡалдырып йөрөргә мөмкинлегем юҡ. Ашығыс задание менән командировкаға китергә мәжбүрмен. Ҡалғанын ҡайтҡас һөйләшербеҙ” Һа! Ошо ғынамы?
– Эйе, әлегә ошо ғына. Ә һеҙгә ошо ғына етмәйме ни?
– Ныу, әгәр башҡа дәлилдәр булмаһа, ошоға ышанып торорға мәжбүрмен. Мине бик тә ҡәнәғәтләндерә.
Ҡыҙ, оҙаҡ ҡына соҡонғандан һуң, рюкзагынан байтаҡ ҡына ҡағыҙҙар килтереп сығарҙы һәм береһен Мәргәнгә тотторҙо. Тегеһе, ҡағыҙҙы ентекләп ҡарағандан һуң:
– Мәргән Фәйзи улы Мирасов. Бөтәһе лә дөрөҫ яҙылған, – тине.
– Атай, ошондай дәлилдәрҙән һуң да, һеҙ мине ашарға бешерергә өндәйһегеҙме?
– Юҡ, ҡыҙым. Әйткәндәй, һинең исемең нисек булды әле ул?
– Клара.
– О, Клара! Ниндәй матур исем! Клара Цеткин, Клара Новикова. Бик шатмын.
Ишектә бик оҙаҡ ҡыңғырау шылтырағаны ишетелде. Мәргән барып асты һәм әсәһе Зәйфә Фәрит ҡыҙын эйәртеп керҙе.
– Ҡуй инде, улым, ғәфү итә күр, түҙмәнем. Иҫән-һау ғына булһа ярар ине, тип теләп киләм. Ә был ниндәй ҡыҙыҡай, улым?
– Әсәй, таныш бул: һинең ейәнсәрең – Клара. Клара Мәргән ҡыҙы Мирасова. Ышанмаһаң, бына – исем ҡағыҙы.
– Йә, Хоҙа! Минең – ейәнсәрем, тимәк, һинең ҡыҙың бар? – тип ах та ох килде ҡарсыҡ.
– Әсәй, әсәй, саҡ ҡына йылыраҡ, хислерәк мөмкинме? – тине улы, аптыранып.
– Уф, балаҡайым! Әллә һине язаланылармы? – тип өтәләнде әсәһе. – Аңлап бөтмәйем. Ҡапыл ғына килеп сыҡты был хәл, әле миңә барып етмәй.
– Әсәй, барыбар, йөҙөңә шатлыҡлы ҡиәфәт сығар, ейәнсәреңде ҡосаҡлап ал, үбеп алһаң да була, – тып ыңғырашты улы.
– Уй, балаҡайым, ниһайәт, һине күрер көнөм дә бар икән! – тип ҡарсыҡ Клараны ҡосаҡлап алды.
– Һаумы, өләсәй! Мин һине нисә йылдар эҙләнем, ниһайәт, таптым, – тине ҡыҙыҡай.
– Ә хәҙер етлдиерәк итеп һөйләшәбеҙ. Улым, дөрөҫөн әйт, – тине әсәһе. – Был ҡыҙ бала ҡайҙан килеп сыҡты?
– Белмәйем, әсәй, килеп керҙе, минең фамилиямды белә, – тип аптыранды улы.
– Өләсәй, һеҙ ниңә шикләнәһегеҙ? Бына, бөтә документтар ҙа бар. Мин хатта хәҙер атайымдың фатирының кухняһын таҙартып алырға ла риза. Башҡа барыр ерем, күрһәтер дәлилем юҡ. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ, ҡайттым-киттем, шул булыр. Ун биш йыл көттөгөҙ, тағы ла ун биш йыл көтәсәкһегеҙ!
– Юҡ, – тине ҡарсыҡ, – беҙ һиңә ышанабыҙ. Бер килеп эләккәс, хәҙер һине ысҡындырыу юҡ. Өҫ, кейемеңде сис, килтер бында рюкзагыңды.
Өләсәй ейәнсәре менән тиҙ генә кухняны йыйыштырып алдылар, бер-береһенә ярҙам итеп, ашарға бешерҙеләр. Аҙаҡ, өсәүләшеп ултырып, ашап алдылар.
– Һеҙҙең тағы кемдәрегеҙ бар? – тип һораны өләсәһе. – Беҙ хәҙер туғандар, яҡындарыбыҙ хаҡында ла белергә тейешбеҙ. Һин ҡаршы түгелме, ҡыҙым?
– Әлбиттә, һис ҡаршылығым юҡ, - тине Клара. – Алдан уҡ әйтеп ҡуям, беҙ – күмәк. Әсәйемдең әсәһе-атаһы, уларҙың әсәләре һәм аталары, шунан, ике-өс апай күренә унда, шунан һуң, биш-алты егет, ағайҙар, сәләм әйтеп ҡалды. Бөтәһе – егермеләп булыр.
– Оһо!
– Әсәй, ипләберәк һораш. Һин ҡунаҡ саҡырырға, туй үткәрергә уйламайһыңдыр ул?
– Юҡтыр, юҡтыр. Һәр хәлдә, әҙер булыу, улым артыҡ булмаҫтыр, тип иҫәпләйем. Һәр береһенә бүләк тә хәстәрләргә кәрәк буласаҡ бит әле.
– Ниндәй бүләк?
– Ярай, уныһын ҡарарбыҙ.
Мәргән ҡыҙына бер йылмайып, бер икеләнеп, ваҡыт-ваҡыт шикләнеп ҡарап торҙо ла:
– Ә хәҙер мин һине, ҡыҙым, сауҙа комплексына саҡырам, – тип иғлан итте.
– Ура! Хәҙер мин туйғансы туңдырма, “Лэйс” ашаясаҡмын! Пепси эсәсәкмен! – тип ҡыуанды ҡыҙыҡай.
– Туңдырма һәм “Лэйс” ҡына түгел, Мин һине хәҙер баштан-аяҡ кейендерәсәкмен. Ә был аламаларыңды барыһын да сүплеккә ташлаясаҡбыҙ.
Ҡыҙ, йүгереп килеп, атаһын ҡосаҡлап алды:
– Һин ысынлапмы, атай, шаяртмайһыңмы? – тине ышанмайынса.
– Хәҙер “Тыныслыҡ” сауҙа комплексына барабыҙ ҙа, һиңә нимә оҡшай, һатып алабыҙ.
Ул арала булмай, ҡыҙ, ура, ура тип, өҫтөндәге кейемләрен сисә лә башланы.
– Ҡыҙым, көтөп тор, – тине атаһы. – Әлегә сисмәй тор. Барғас, кейеп ҡарағандан һуң, сисерһең.
Көтмәгәндә ҡыҙ уйға ҡалды. Кейемдәрен яңынан кейеп алды:
– Юҡ, бармайым. Минең кейемдәрем бына тигән! Быларҙы мин әле туҙҙырмағанмын, – тип боролдо ла ултырҙы.
Әсә менән улына Клараны бик оҙаҡ өгөтләргә тура килде. Иң тәүҙә атаһы сауҙа комплексына барырға теләмәүенең сәбәбен асыҡларға тырышты.
– Мин унда булғаным юҡ, – тип аҡланды ҡыҙыҡай.
– Булмаһаң, күрерһең.
Бик оҙаҡ өгөртләгәндән һуң, саҡ ризалашты ҡыҙыҡай
Мәргән такси саҡыртты һәм Клара менән аҫҡа төшөп, таксиға ултырҙылар.
Клараның ҡиәфәтенә ҡарағанда, ул бик шат һәм ҡәнәғәт, ә Мәргән үҙен алда ниндәй һынау көтөүен белмәй һәм күҙ алдына ла килтермәй ине.
---------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: