+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Ноябрь 2020, 21:21

БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Бишенсе бүлек.

Сыҡҡас та Мәргән иң тәүҙә Клараны ҡултыҡлап алды: – Хәҙер һин минән бер ҡайҙа ла ҡаса алмаясаҡһың! – Ә минең ҡайҙалыр ҡасырға уйым да, урыным да, теләгем дә юҡ, – тине ҡыҙ. – Хатта шарф менән бәйләп тороу ҙа кәрәк түгел, тиһеңме? – тине Мәргән. – Ҡайҙа әле, теге, мине ҡулдарымдан тышап ҡуйған шарф? – Хәҙер шарфтың кәрәге бөттө инде, – тине ҡыҙыҡай. – Уйлайһа, һин миңә дөрөҫөн әйт, һин ни өсөн мине бәйләп ҡуйҙың һәм был концертты ниңә ойошторҙоң?


БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ
Хикәйә
Бишенсе бүлек.
Сыҡҡас та Мәргән иң тәүҙә Клараны ҡултыҡлап алды:
– Хәҙер һин минән бер ҡайҙа ла ҡаса алмаясаҡһың!
– Ә минең ҡайҙалыр ҡасырға уйым да, урыным да, теләгем дә юҡ, – тине ҡыҙ.
– Хатта шарф менән бәйләп тороу ҙа кәрәк түгел, тиһеңме? – тине Мәргән. – Ҡайҙа әле, теге, мине ҡулдарымдан тышап ҡуйған шарф?
– Хәҙер шарфтың кәрәге бөттө инде, – тине ҡыҙыҡай.
– Уйлайһа, һин миңә дөрөҫөн әйт, һин ни өсөн мине бәйләп ҡуйҙың һәм был концертты ниңә ойошторҙоң?
Ҡыҙ тәүҙә шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Шунан һуң, бер нимә лә булмағандай, егеткә һыйынды:
– Ә нимә, һеҙгә оҡшаманымы әллә?
– Бер түгел, ике күҫәктең алмашлап башыңа төшөүен иҫәпкә алмағанда, күңелле бер нимә лә юҡ, – тине Мәргән. – Ә мин һинең йылмайып-көлөп торғаныңды күреп ҡалдым.
– Ышанығыҙ, мин һеҙгә һоҡланып ҡарап торҙом, – тине ҡыҙ, – һеҙ шундай оҫта итеп күҫәктәрҙән ҡасып ҡала инегеҙ, мин, һоҡланмай, булдыра алманым. Зинһар, мине ғәфү итегеҙ. Мин быны шаярып ҡына эшләнем. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙҙе һынап ҡараным... Ул һиңә оҡшанымы?
– Бик оҡшаны, тип әйтә алмайым, – тине егет, – үҙем өсөн шундай асыш яһаным: ҡушарлап, күҫәктәр менән дөмбәҫләгәндә лә, мин үҙемдә кешелек сифаттарын һаҡлап алып ҡалдым. Бәлки был үҙенә күрә бер йомғаҡлау, хатта ныҡлыҡҡа һынау булғандыр.
– Ярай, атай, ҡайтҡас, һөйләшеүҙе дауам итербеҙ. Мин әлегә әхирәттәрем янына барып киләйем. Кискәрәк ҡайтырмын. Һеҙгә минең ағайым килергә тейеш...
– Һинең ағайың? Ҡайһыһы? Мин һинең дүрт-биш ағайың барлығын беләм.
– Уртансыһы киләсәк.
– Уның атаһы мин түгелдер, тип өмөт итәм һәм шуны белергә теләйем: ул уҡыймы әллә эшләйме?
– Ул авиация институтында уҡый ине, уға осоу килешмәне, һауала башы әйләнә, күңеле болғана икән. Хәҙер нефтянойға күсте.
– Оһо! Тимәк, нефть университетында?
– Эйе, атай.
– Ҡара алтын еҫе уға килешкәндер, тип уйлайым.
– Ул бит әле уҡый ғына, нефтте еҫкәгәне лә юҡ.
Мәргән ҡайтыуына, уны, аһ та оһ килеп, әсәһе ҡаршы алды. Ҡаршылашыуына ҡарамаҫтан, битендәге яраларын йод менән эшкәртте. Йыуынып сығыуына, сәй эсерҙе.
Мәргәндең адвокаты килеп, зыянды ҡаплатыу кем иҫәбенә эшләнергә тейелеген аңлатып бирҙе. Шуныһы йәтеш, Мәргән күргән зыянды ҡаплатыу йөҙөнән байаҡ аҡса алырға мөмкин буласаҡ икән. Тик бар зыянды үҙенең ҡыҙы, йәғни Клара үҙ иҫәбенә түләргә тейеш. Ә унан нимә алаһың? Балалар йортонда тәрбиәләнгән, һөнәрселек училищеһында уҡый, теркәлгән урыны юҡ. Әлбиттә, бер юлы бар, зыянды ата-әсәһе түләргә тейеш була. Ләкин, барыбер, таяҡтың ике башы ла Мәргәндең өҫтөнә төшәсәк. Сөнки әсәһе ҡайҙалыр командировкала, тиме, дөрөҫ булһа, ә атаһы – бына тора, үҙе. Хәҙер үҙенә үҙе бурыслы булып ҡаламы инде? Ике һаҡсыны яуаплылыҡҡа тарттырып булыр ине, ләкин ял һәм күңел асыу комплексы етәкселеге уларҙы күптән эштән ҡыуған һәм улар ҡыҙҙың үҙенә һылтаясаҡ.
– Ярай, түләмәһәләр ҙә, бөлмәбеҙ, – тине Мәргән. – Нисек тә йәшәрбеҙ әле.
– Зыянды ҡаплатыуҙың тағы бер мәшәҡәтле юлы бар, – тине адвокат. – Беҙ һеҙҙең хаҡта төрлө мәғлүмәт сараларында хәбәр таратҡан кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттыра һәм зыянды өлөшләтә ҡаплатыуҙы талап итә алабыҙ. Ләкин был бик мәшәҡәтле эш. Дуңғыҙҙың ҡылын ҡырыуға бәрәбәр. Сыйылдауы күп, файҙаһы әҙ.
Мәргән зыянды ҡаплатыу өсөн көрәшеүҙән баш тартты...
...Ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Мәргән Клараның ағаһын күрергә бик уҡталып тормаһа ла, уны өйөнә саҡырырға һәм бер нисә һорауға асыҡлыҡ индерергә ҡарар итте. Ҡыҙҙың ағаһы, Рифат исемле егет, башҡа йәштәр һымаҡ, еңелсә генә кейенгән. Үҙе аралашыуға әүәҫ. Килеп инеү менән, Клараны һорашты.
– Һеңлең хәҙер киләсәк, – тине Мәргән. – Хәҙер, бына, өләсәйең сәй ҡуя, ҡапҡылап алырбыҙ. Ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны Мәргән. – Хәтерем алдамаһа, һеҙҙең коттеджығыҙ бар, шикелле. Нефть институтына уҡырға йөрөүе ҡыйын түгелме?
Егет тирә-яғына ҡаранды, аҙаҡ Мәргәнгә тағы бер күҙ һирпте.
– Һеҙ, ағай, мине кем менәндер бутайһығыҙ. Алдан уҡ әйтеп ҡуям, мин Клараның һеҙгә һөйләгәндәре һәм уның мажаралары өсөн яуап бирмәйем. Хатта был хаҡта һөйләшкем дә килмәй. Уның фантазияһы бик киң, хатта минең ҡоласым етмәй. Әйҙә, үҙенең уйҙырмаларына алданып йәшәһен. Беренсенән, ул – минең һеңлем, ә мин уның ағаһы түгел.
– Улайһа, асыҡлайыҡ, һин Клараның кеме булаһың? – тип һораны Мәргән. – Ҡыҙыҡай һине үҙенең ағаһы тип әйтте. Бында мин бер нимә лә өҫтәй ҙә, кәметә лә алмайым, бөтә һүҙҙәр Кларанан килгән мәғлүмәттәргә таянып әйтелә.
– Мин уның ағаһы түгел, уның ағаһы булырға теләгем дә юҡ. Белеүемсә, уның ағаһы бөтөнләй юҡ, – тине егет, шулай булғас, һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ. Ә ҡайҙалыр уның ағаһы бар икән, мин уның өсөн яуап бирмәйем.
– Улай булғас, Клараның әсәһенең ғаиләһе йәшәгән коттедж, йыйыштырыусы, ашнаҡсы, баҡсасы һымаҡ затлы тормош өлгөләрен тикшереп тә тормайбыҙ?
Егет көлөп ебәрҙе, хатта байтаҡ ҡына тыйыла алманы:
– Ныу, билләһи, кеше үҙгәрмәй бит! Һаман төҙәлмәгән! Шул Клара икән һаман да. Ҡайҙан булһын коттедж, баҡсасы һәм тағы кемдәр? Юҡ, алдай, бер өлгө менән дә нығытылмаған йүгенһеҙ, әҙәпһеҙ фантазия, – тине егет.
– Рифат, һис юғы, һинең авиация институтында уҡып, нефтянойға күсеүең тураһындағы хәбәр хәҡиҡәткә тап киләлер, тип өмөт итәм.
– Минме? Минең хаҡта шулай тиме? Авиационныйҙа уҡыны, нефтянойҙа уҡый, тиме? Эх ундай мөмкинлегем булһа! Мин был хаҡта, уҡыу түгел, хыяллана ла алмайым. Унда байҙар, бай балалары ғына белем ала. Минең өсөн, мәҫәлән, ундай мөмкинлек юҡ.
Әле ҡайҙа уҡыйһың һуң?
– Черниковкала, һөнәрселек училищеһында, иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерәм. Бар маҡсатым – училищены тамамлап, НАКС танытмаһы алып, себергә эшкә китеү. Үҙемде, яратҡан ҡыҙымды, һеңлемде кешеләр һымаҡ тормош менән тәьмин итеү. Минең атайым эсә, әсәйем әҙ генә эш хаҡына эшләй. Эшләй, тип, иҙән йыуа. Клара уға ярҙам итә. Ә бында нисек килеп эләкте һуң ул?
– Был һорауҙы мин һиңә бирергә теләр инем. – тине Мәргән. – Хатта уның тыуыу таныҡлығына ла, “атаһы”, тигән урынға мине яҙғандар.
– Алдыҡ! Ышанмағыҙ! Ул һеҙҙең хаҡта мәғлүмәттәр тапҡан да, фотошопта эшләй белгән егеттәр менән таныҡлыҡ әтмәләп алған. Ундай эш ҡиммәт түгел – йөҙ тәңкә.
Һүҙгә Зәйфә ҡарсыҡ ҡушылды:
– Хәҙер һин һеңлеңде ҡайҙа алып ҡайтаһың инде?
– Беҙ баракта бүлмә яллап торабыҙ. Аҡсаны әсәйем түләй. Шуның өсөн беҙ уға иҙән йыуырға ярҙам итәбеҙ.
– Әле Клараны иҙән йыуыр өсөн эҙләйһеңме? Әйткәндәй, мин уның иҙәнде бик оҫта йыуыуына иғтибар иткәйнем, – тине Мәргән.
– Иҙән йыуырға ул балалар йортонда өйрәнгән. Шунда уҡ оҫтарғандыр, – тине Рифат. – Әсәйем ятты, биленән ҡуҙғала алмай. Бер аҙ ярҙам итһә, тигәйнем. Бөгөн байтаҡ өлөшөн йыуҙым инде. Бына шулай, ағай, ябай халыҡ йәшәү өсөн көрәшә.
Зәйфә ҡарсыҡ егет һөйләгәндәрҙе аһ та оһ килеп тыңланы:
– Исмаһам, ярҙам итерлек бер кемегеҙ ҙә юҡмы ни? – тине ул.
– Ундай мөмкинлек булһа, иҙән йыуышыр өсөн мин үҙемдең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙымды эҙләп тә тормаҫ инем, – тине егет.
– Әгәр бер-бер хәл булмаһа, тағы ла берәр нәмә уйлап тапмаһа, хыял диңгеҙенә суммаһа, Клара хәҙер бында килеп етер. Ләкин мин уның иҙән йыуып йөрөрөнә шикләнәм.
– Ә ни өсөн улай тип уйлайһығыҙ? – тине егет.
Мәргән шуға инанды: егет әлегә Клараның хәле, уның бәпәй көтөүе хаҡында белмәй.
– Бына килһен, үҙенән һорашырһың. Бәлки аңлатып та бирер.
– Ә һеҙ уның килеренә ышанаһығыҙмы? – тине Рифат. – Бында нимәлер бар. Күңелем һиҙә, һеҙҙең арала бер-бер хәл булдымы әллә?
– Тыныслан, ҡустым. Бер ни ҙә булманы, – тине Мәргән.
Ул арала булмай, ишек ҡыңғырауы ишетелде.
– Ана, килеп тә етте, – тине Зәйфә ҡарсыҡ.
---------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: