-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Ноябрь 2020, 22:50

БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Етенсе бүлек

Кисен Мәргән менән Клара оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. – Мин һиңә ярҙам итергә теләйем, – тине Мәргән, – һинең балаңды үҫтереп, ғаилә ҡороп, кешеләр һымаҡ тормош көтөргә теләүеңде хуплайым. Үҙең күрәһең, мин – яңғыҙ, ундай бәхеттән мәхрүм. Бәлки минең һине бәхетле итергә мөмкинлегем булыр. – Бәхет тигән һүҙ әйттегеҙ, – тине Клара, – мин уның хаҡында уйларға ла ҡурҡам. Ә бер ҡараһаң, бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй, бәхет эргәлә генә һымаҡ. Ә нимә һуң ул бәхет? Бәхет – бына, ошоноң һымаҡ, торлаҡ, эргәңдә – һөйәгән йәрең, ана, ҡыҙыңмы, улыңмы йүгереп йөрөй. Мин бәхетте шулай тип уйлайым. Ә бәхетле булғың килә, әгәр, айырыуса, бәхеттең эргәлә генә булыуын күрһәң. – Ә мин үҙемде бәхетле тип әйтә алмайым, ҡабатлап әйтәм, бәхетле түгелмен, – тине Мәргән, – бәлки һинең бәхетле булыуыңды күреү, һине бәхетле итеү миңә ҡыуаныс өҫтәр. Үкенесекә ҡаршы, мин, эш менән булып, шәхси тормошомдо икенсе планға ҡалдырҙым. Яратҡан кешем дә, ғаилә ҡорорға ынтылышым да булманы. Әсәйем дә күптән көтә. *** Икенсе көнөнә иртә менән Мәргән менән Клара училищеға юлланды. – Кәүҙәңде төҙ тот, башыңды төшөрмә! Йөҙөңә йылмайыу сығар! Ныҡ йылмай! Һинең ҡыуанырға хаҡың бар! Һин әсә булырға йыйынаһың! – тине Мәргән. – Тимәк, һин Ер шарына тағы бер кеше өҫтәйәсәкһең. – Ҡурҡам бит әле, – тине Клара. – Ҡурҡһаң, ҡайтып китәһең дә, яңынан иҙән йыуырға тотонаһың, – тине Мәргән. Клара ныҡ-ныҡ баҫып, уҡырға инеп китте. Ә Мәргән училище етәкселәре менән осрашырға теләп, дирекция урынлашҡан ҡатҡа күтәрелде. Директорҙары – яңғыҙ ҡатын икән. Ундайҙар, ғәҙәттә, килеп ингән һәр бер ир затын ҡыҙыҡһынып ҡабул итә, иғтирамын һәм йылмайыуын йәлләмәй. – Үтегеҙ, үт, Мәргән Фәйзи улы, һеҙҙең менән танышыуыбыҙға бик шатбыҙ! Һеҙ килер алдынан ғына, интернеттан һеҙҙең хаҡта мәғлүмәттәрҙе ҡараным. Ундағы барлыҡ мәғлүмәттәрҙе лә беҙ ысынға ҡабул итмәйбеҙ. Һеҙҙең һымаҡ ватандашыбыҙҙың, беҙгә иғтибар итеп, беҙҙең күп профилле уҡыу йорто менән танышырға теләүе беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы хәл.

БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ
Хикәйә

Етенсе бүлек
Кисен Мәргән менән Клара оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар.
– Мин һиңә ярҙам итергә теләйем, – тине Мәргән, – һинең балаңды үҫтереп, ғаилә ҡороп, кешеләр һымаҡ тормош көтөргә теләүеңде хуплайым. Үҙең күрәһең, мин – яңғыҙ, ундай бәхеттән мәхрүм. Бәлки минең һине бәхетле итергә мөмкинлегем булыр.
– Бәхет тигән һүҙ әйттегеҙ, – тине Клара, – мин уның хаҡында уйларға ла ҡурҡам. Ә бер ҡараһаң, бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй, бәхет эргәлә генә һымаҡ. Ә нимә һуң ул бәхет? Бәхет – бына, ошоноң һымаҡ, торлаҡ, эргәңдә – һөйәгән йәрең, ана, ҡыҙыңмы, улыңмы йүгереп йөрөй. Мин бәхетте шулай тип уйлайым. Ә бәхетле булғың килә, әгәр, айырыуса, бәхеттең эргәлә генә булыуын күрһәң.
– Ә мин үҙемде бәхетле тип әйтә алмайым, ҡабатлап әйтәм, бәхетле түгелмен, – тине Мәргән, – бәлки һинең бәхетле булыуыңды күреү, һине бәхетле итеү миңә ҡыуаныс өҫтәр. Үкенесекә ҡаршы, мин, эш менән булып, шәхси тормошомдо икенсе планға ҡалдырҙым. Яратҡан кешем дә, ғаилә ҡорорға ынтылышым да булманы. Әсәйем дә күптән көтә.
***
Икенсе көнөнә иртә менән Мәргән менән Клара училищеға юлланды.
– Кәүҙәңде төҙ тот, башыңды төшөрмә! Йөҙөңә йылмайыу сығар! Ныҡ йылмай! Һинең ҡыуанырға хаҡың бар! Һин әсә булырға йыйынаһың! – тине Мәргән. – Тимәк, һин Ер шарына тағы бер кеше өҫтәйәсәкһең.
– Ҡурҡам бит әле, – тине Клара.
– Ҡурҡһаң, ҡайтып китәһең дә, яңынан иҙән йыуырға тотонаһың, – тине Мәргән.
Клара ныҡ-ныҡ баҫып, уҡырға инеп китте. Ә Мәргән училище етәкселәре менән осрашырға теләп, дирекция урынлашҡан ҡатҡа күтәрелде. Директорҙары – яңғыҙ ҡатын икән. Ундайҙар, ғәҙәттә, килеп ингән һәр бер ир затын ҡыҙыҡһынып ҡабул итә, иғтирамын һәм йылмайыуын йәлләмәй.
– Үтегеҙ, үт, Мәргән Фәйзи улы, һеҙҙең менән танышыуыбыҙға бик шатбыҙ! Һеҙ килер алдынан ғына, интернеттан һеҙҙең хаҡта мәғлүмәттәрҙе ҡараным. Ундағы барлыҡ мәғлүмәттәрҙе лә беҙ ысынға ҡабул итмәйбеҙ. Һеҙҙең һымаҡ ватандашыбыҙҙың, беҙгә иғтибар итеп, беҙҙең күп профилле уҡыу йорто менән танышырға теләүе беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы хәл.
– Бында күптән килергә йыйына инем, – тине Мәргән, олпат һәм һәлмәк кенә итеп. – Һеҙҙең уҡыу йортоноң үҙ традициялары бар. Уның тормошоноң, әлбиттә, беҙҙең предприятиеның эшмәкәрлегенә мөнәсәбәте юҡ, тип әйтерлек. Шуға ҡарамаҫтан, мин һеҙҙең менән танышыуҙы, уҡыу йортон яҡындан өйрәнеүҙе үҙем өсөн кәрәк тип таптым.
– Беҙҙең әллә ни маҡтанырлыҡ урындарыбыҙ юҡ, – тип зарланып башланы һүҙен директор ханым. – ярҙам тәҡдим итеп килеүселәр бик һирәк. Шуға беҙгә килеүегеҙ, мөрәжәғәт итеүегеҙ үҙе үк ҡыуаныслы хәл.
Директорҙың йөҙө асылды, шатлығы хәҙер бүлмәгә генә һыймай, хатта уҡыу корпустары менән таныштырыу теләге уянды.
Мәргән был директорҙың тырнағынан анһат ҡына ысҡына алмаясағына төшөндө һәм үҙенең әлеге визитына ябайыраҡ төҫ бирергә ынтылды. Уҡыусылар тормошо менән ҡыҙыҡһыныуы, бындағы тәртипте белергә тырышыуы директорҙы уйланырға мәжбүр итте һәм ул, үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Һеҙҙең бында берәй танышығыҙ уҡыймы? – тигән аныҡ һорау бирҙе. – Минең уйлауымса, һеҙҙең һымаҡ билдәле кеше балаларын бында уҡытмаҫ, сит илдә булмаһа, һис юғы, бындағы институт-университеттарҙа урын табыр ине, тип уйлайым.
– Һеҙ бик һиҙгер етәксе һәм үтәнән-үтә күреүсе ҡатын икәнһегеҙ! – тине Мәргән. – Эйе, бында минең ҡыҙым уҡый.
Ҡыҙы уҡый, тимәк, ғаиләле һәм уның ниндәйҙер йомошо бар. Шулай булғас, бағымсылыҡ тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин.
Директор күҙ алдында икенсе ҡиәфәт алды. Күҙҙәрҙән осҡон сәсрәй. Йөҙ ҡырыҫланды, хәҙер һәр һүҙен теш араһынан ғына һығып сығара торған ҡаты ҡуллы, туң йөрәкле, кешенең ҡайғы-хәсрәтенә битараф йәнһеҙ һәм һалҡын күләгәгә әйләнде. Алдында ятҡан исемлекте бик оҙаҡ өйрәнгәндән һуң, уны ниңәлер сейфҡа алып ҡуйҙы һәм ҡәтғи итеп:
– Һеҙҙең мажараларығыҙ беҙгә билдәле. Һеҙҙең ҡыҙығыҙ, әгәр ул һеҙҙең ҡыҙығыҙ булһа, беҙҙе бик уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы. Беҙ хәҙер унан ҡотола ла, грант юллау буйынса проблемаларҙы хәл итә лә алмайбыҙ. Һеҙҙең ҡыҙығыҙ, уҡыуын, һәйбәт уҡый, уҡыу буйынса уға дәғүәләр юҡ. Ләкин беҙҙе бөгөн грант мәсьәләһе нығыраҡ борсой, – тип туҡтауһыҙ һөйләне директор ханым.
Мәргән директорҙың һөйләгәндәрен иғтибарға алманы, хатта нимә һөйләгәндәренә төшөнөргә лә тырышманы. Сөнки ул – етәксе, уға миллион һум вәғәҙә иткәндәр һәм ул ошо аҡсаны яулау өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләйәсәк. Бының өсөн уға кәртәләр юҡ. Хатта, әгәр кәрәк булһа, мутлашыу, алдау, закон боҙоу, йәғни енәйәт ҡылыуға тиклем, барыуы бик ихтимал. Уға ни бысағыма хәжәт, социаль яҡтан түбән кимәлдәге, яҡлауға мохтаж, тыуған көнөнән алып, ситләтеүгә һәм рәнйетелеүгә дусар ителгән ҡыҙ бала? Ҡыҙҙың мәшәҡәттәре түгел, ә үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ нәфсеһен ҡәнәғәтләндереү мөһим. Мәргәнде был осраҡта гранттың үҙ тәғәйәнләнеше буйынса файҙаланылыуы йәки башҡа эштәр өсөн тотонолоуы ҡыҙыҡһындырмай. Уны тормошҡа ашырыусы башҡа кешеләр бар. Хәҙер нисек тә Клараны һәм уның балаһын ҡотҡарып ҡалырға кәрәк. Ә был ханым, үҙенең маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн, баланы артыҡ, тип иҫәпләй.
Байтаҡ бәхәсләште Мәргән менән директор. Ниһайәт, ханым үҙенең дөрөҫ юлда түгеллеген һәм сигенергә тейешлеген аңлағандай булды. Хатта ихлас йылмайған һымаҡ тойолдо. Шунан һуң төймәгә баҫты ла, сәркәтибенә күрһәтмә бирҙе:
– 1 А группаһынан Мирасова Клараны, етәксеһе менән саҡырығыҙ әле.
Бөршәйеп, ҡурҡыңҡырап ҡына килеп инде Клара, бер аҙҙан, директорҙың кабинетына.
– Беләбеҙ был ҡыҙыҡайҙы, – тине директор, әллә яратып, әллә янап, – ошо бәләкәй генә ҡыҙыҡай беҙҙең уҡыу йортоноң яҙмышын хәл итәсәкме инде? Әле яңы тормош башларға тораһың, киләсәктә балаларың булыр әле. Шулай булғас, һис икеләнмәйенсә дауаханаға бара алаһың. Һин – беренсеһе, һин һуңғыһы түгел.
– Был һеҙҙең ҡәтғи талапмы? – тине Мәргән, үҙ ҡолаҡтарына ышанмай.
– Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Улар менән башҡаса мөмкин түгел! – тине директор. – Әгәр уларҙы үҙ иркенә ҡуйһаҡ, ошонда уҡ балалар баҡсаһы, йә етем балалар өсөн приют асырға тура киләсәк. Ә беҙҙең бурыс – башҡа. Ил сәнәғәте, аҡрынлап, – аяғына баҫа, завод-фабрикалар эшләй башланы, эшсе көстәр кәрәк. Өлкәндәрҙе алыштырырға кешеләр юҡ. Ә хәҙерге йәштәр заводтарҙа-фабирикаларҙа эшләргә, станоктар артында торорға, кейемдәр тегергә, хатта йорттар төҙөргә теләмәй. Ауылдарҙа бар кешеләр, ләкин уларҙы, өйрәтеп алыу өсөн, уҡытырға кәрәк. Ана, торлаҡты яҡындағы сит илдәрҙән килеп төҙөйҙәр. Үҙебеҙҙекеләр вахта менән себергә йөрөй... Мин әйткәндәр менән һеҙ килешәһегеҙме?
– Әле һүҙ Клара тураһында бара, – тине Мәргән, – әгәр ул, ярҙам эҙләп, миңә килгән икән, мин уға ярҙам итергә тырышасаҡмын. Әгәр беҙ һеҙҙең менән уртаҡ тел таба алмайбыҙ икән, мин башҡа юлдар эҙләргә мәжбүр буласаҡмын.
– Һөйләшеү бөттө! – тине директор тупаҫ ҡына. – Мин һеҙҙе өгөтләп ултыра алмайым. Ә Мирасоваға – әйтелгән. Ул үҙенең уҡытыусыһы менән нимә эшләргә икәнлеген белә.
Мәргәндең, асыуҙан, башы әйләнеп киткән һымаҡ булды. Был бит, күрәләтә енәйәткә этә түгелме һуң?!
– Бындай шарттарҙа мин ҡыҙымды һеҙгә ҡалдыра алмайым! – тине Мәргән. – Шулай булғас, мин әлегә уны алып ҡайтыуҙы кәрәк, тип һанайым.
– Әгәр улай тәртип боҙорға уйлаһағыҙ, беҙгә лә сараһын күрергә тура килә, – тине директор һәм ҡабул итеү бүлмәһенә өндәште, – һаҡ хеҙмәткәрен саҡырығыҙ!
Ишек артында ғына торған һымаҡ, ярым хәрби кейемдәге бер кеше, килеп тә инде.
– Мирасованы уҡыу корпусына алып барығыҙ, ә был әфәндене сығарып ебәрегеҙ! – тип күрһәтмә бирҙе директор.
Һаҡсы, бер ни ҙә өндәшмәй, әйҙәгеҙ, үтегеҙ, тип, ишек яғына ымланы.
Мәргән урынынан торҙо һәм, директорға ҡарап, йылмайҙы ла:
– Беҙ һеҙҙең менән һәйбәтерәк шарттарҙа осрашырға теләр инек, – тине.
Директор инәлтеп торманы, кеҫә телефонының номерын бирҙе:
– Белмәйем, белмәйем, – тине ул, – беҙҙең һөйләшеүҙең файҙаһы булырмы икән?
Клараны эйәртеп сыҡҡас, Мәргән һаҡсыға, һис икеләнеп тормай, мең тәңкә тотторҙо һәм:
– Директор беҙгә ҡайтырға рөхсәт итте, – тип ҡыҙ менән ишек яғына ыңғайланы.
Хәҙер берҙән-бер юл – оҙағыраҡ күренмәҫкә һәм ҡыҙға ярҙам итеү юлдарын эҙләргә.
Ҡайтҡас, сәфәрҙең һөҙөмтәләре тураһында әсәһенә ентекләп аңлатырға тура
килде. Әсәһе тәүҙәрәк ҡаршы һымаҡ тойолһа ла, хәҙер, инде, күнгәйне.
Төшкө ашты ашайбыҙ, тип кенә ултырғайнылар, ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Асып ебәрһәләр, ҙур төргәк тотҡан, коляска күтәргән Рифат килеп инде:
– Ә, көтмәгәйнегеҙме? – тип көлдө егет. – Ҡасты, тип ҡыуанғайнығыҙмы?
– Быны ҡайҙан алдың? – тип аптыранды Клара, балалар коляскаһын тотоп ҡарай-ҡарай. – Ҡайһылай еңел!
– Шул инде, байҙар алһа, ҡотло булһын, мин алып ҡайтһам, ҡайҙан алдың.
---------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: