+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Ноябрь 2020, 21:50

БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Һигеҙенсе бүлек

Мәргән әле яңы уянып килә. Бөгөн, шәмбе булһа ла, иртәрәк торорға тура киләсәк. Ана, ишетәһегеҙме: – Тып-тып-тып, тып-тып-тып. Шул баланың тыпылдап йүгереүен ишетеүе күңелле. Был йүгереүҙе донъяла бер нимә лә алыштыра алмай. Үҙенә күрә серле, ғәжәйеп моң һымаҡ, фатирҙың эсен тултыра. Күңелдәрҙе дәртләндерә, йәшәүгә өмөт уята. Үткән айҙар Мәргән өсөн еңел булманы. Клара һәм уның балаһының хоҡуғы өсөн, бәлки ярҙам итермен, тигән маҡсаттан ғына тотонғайны, ҡомарланып, бар ғүмерен, көсөн шул эшкә арнаны ла ҡуйҙы. “Хоҡуҡи дәүләт төҙөйбөҙ”, “демография”, “тыуымды артырыу”, “балалыҡты яҡлау”, “әсәйҙәр мәнфәғәтен һаҡлау” һымаҡ яңғырауыҡлы лозунгылар артында, күп ваҡыт битарафлыҡ өҫкә ҡалҡып сыға һәм бар эштәрҙе юҡҡа сығара. Әлбиттә, Мәргән үҙе генә булманы. Уға ярҙам итеүселәр байтаҡ йыйылды. Һәр хәлдә, бындай ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу үҙенә генә еңел булмаҫ ине. Беҙҙең дәүләт бай, тик уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡтары халыҡ, ябай кешеләр мәнфәғәтенә хеҙмәт итәме? Мәргән шуға төшөндө: әгәр түрәләр: “Эйе, эйе, бик кәрәк, беҙ шуның өсөн көрәшәбеҙ”, – тип лаф ора икән, быны тап киреһенсә: “Юҡ, юҡ, бер ҡасан да рөхсәт ителмәй! Ярамай! Тыйыла!” – тип аңларға кәрәк. Яңғыҙ кешегә был донъяла йәшәүе, яраҡлашыуы, көрәшеүе еңелдән түгел. Клараға ла анһат булмаясаҡ. Тып-тып-тып, тып-тып-тып. – Ҡайҙан килә был тауыш? – Мәргән башын ҡалҡытты. Бәлки өҫтәндер? Әллә эргәләге фатирҙанмы? Тып-тып-тып, тып-тып-тып. Мәргәндең фатиры буйлап бала йүгерһен өсөн байтаҡ ғүмер үтәсәк һәм көрәшергә тура киләсәк әле. Алда яңы һынауҙар көтә. Уларҙы еңеп сығыу өсөн байтаҡ көс түгергә тура киләсәк.

БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ
Хикәйә
Һигеҙенсе бүлек
Мәргән әле яңы уянып килә. Бөгөн, шәмбе булһа ла, иртәрәк торорға тура киләсәк. Ана, ишетәһегеҙме:
– Тып-тып-тып, тып-тып-тып.
Шул баланың тыпылдап йүгереүен ишетеүе күңелле. Был йүгереүҙе донъяла бер нимә лә алыштыра алмай. Үҙенә күрә серле, ғәжәйеп моң һымаҡ, фатирҙың эсен тултыра. Күңелдәрҙе дәртләндерә, йәшәүгә өмөт уята.
Үткән айҙар Мәргән өсөн еңел булманы. Клара һәм уның балаһының хоҡуғы өсөн, бәлки ярҙам итермен, тигән маҡсаттан ғына тотонғайны, ҡомарланып, бар ғүмерен, көсөн шул эшкә арнаны ла ҡуйҙы.
“Хоҡуҡи дәүләт төҙөйбөҙ”, “демография”, “тыуымды артырыу”, “балалыҡты яҡлау”, “әсәйҙәр мәнфәғәтен һаҡлау” һымаҡ яңғырауыҡлы лозунгылар артында, күп ваҡыт битарафлыҡ өҫкә ҡалҡып сыға һәм бар эштәрҙе юҡҡа сығара.
Әлбиттә, Мәргән үҙе генә булманы. Уға ярҙам итеүселәр байтаҡ йыйылды. Һәр хәлдә, бындай ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу үҙенә генә еңел булмаҫ ине.
Беҙҙең дәүләт бай, тик уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡтары халыҡ, ябай кешеләр мәнфәғәтенә хеҙмәт итәме? Мәргән шуға төшөндө: әгәр түрәләр: “Эйе, эйе, бик кәрәк, беҙ шуның өсөн көрәшәбеҙ”, – тип лаф ора икән, быны тап киреһенсә: “Юҡ, юҡ, бер ҡасан да рөхсәт ителмәй! Ярамай! Тыйыла!” – тип аңларға кәрәк.
Яңғыҙ кешегә был донъяла йәшәүе, яраҡлашыуы, көрәшеүе еңелдән түгел. Клараға ла анһат булмаясаҡ.
Тып-тып-тып, тып-тып-тып.
– Ҡайҙан килә был тауыш? – Мәргән башын ҡалҡытты. Бәлки өҫтәндер? Әллә эргәләге фатирҙанмы?
Тып-тып-тып, тып-тып-тып.
Мәргәндең фатиры буйлап бала йүгерһен өсөн байтаҡ ғүмер үтәсәк һәм көрәшергә тура киләсәк әле. Алда яңы һынауҙар көтә. Уларҙы еңеп сығыу өсөн байтаҡ көс түгергә тура киләсәк.
***
Клара уҡыуға килеү менән, уны директорға саҡыртып алдылар. Директор йылмайып, үҙенең иң яратҡан уҡыусыһы һымаҡ ҡаршы алды уны. Хәлен һорашты, бик ныҡ итеп Мәргән Мирасов менән ҡыҙыҡһынды. Ханымды, айырыуса, Мәргән менән Клараның үҙ-ара мөнәсәбәте борсой ине:
– Беҙҙең арала бер нимә лә юҡ, – тип Клараның ышандырырға тырышыуы ыңғай һөҙөмтә бирмәне, шикелле.
– Минең дә, һинең һымаҡ, йәш сағым булды, – тип хәтирәләргә бирелеп китте директор, – атайым беҙҙе бик иртә ҡалдырҙы, әсәйем беҙҙе үҫтереп, көс һалыу өсөн байтаҡ тырышты. Беребеҙ ҙә әрәм булманыҡ. Ағайым, ҡустым, үҙем дә, уҡып, тормошта үҙ урындарыбыҙҙы таптыҡ. Мин һиңә лә шуны теләйем һәм ярҙам итергә әҙермен.
Һиҙелеп тора, директор күберәк белергә теләй. Сәғәтенә ҡарай-ҡарай, кемделер көткән һымаҡ, үҙенең кабинетында, ҡыҙҙы, сығармайынса, байтаҡ тотто.
– Әгәр беҙ һинең йәшәү шартарын барып ҡараһаҡ, һин ҡаршы килмәҫһеңме? – тип һорашыты ул.
– Белмәйем, – тине ҡыҙ, – был хаҡта мин фатир хужаһы менән кәңәшләшергә тейешмен. Ул нимә тип әйтер?
Ул арала булмай, ишектә шәхси һаҡ хеҙмәте кейемендә ике ҡатын килеп керҙе һәм ышаныслы аҙымдар менән директор эргәһенә үтте.
– Клара Мәргән ҡыҙы Мирасова һеҙ булаһығыҙмы? – тип һораны ҡатындарҙың йәшерәге.
– Эйе, – тип ҡыҙың яуап биреүенә
– Әйҙә, ҡыҙым, беҙҙең менән, – тип уны тотоп, алып сығып та киттеләр.
Директорға уларҙың артынан:
– Һеҙ ҡайҙа алып киттегеҙ уны?– тип өндәшеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Ҡыҙҙы үҙҙәре менән эйәргән һымаҡ итеп алып сыҡтылар ҙа, номерҙары бысранып бөткән “Газель”ға ултыртып, ҡайҙалыр ҡуҙғалдылар.
Кисен, Клара ҡайтмағас, Мәргән аптырап ҡалды. Шылтыратһа,
телефоны яуап бирмәй. Полицияға барып, ғариза яҙыр ине, Мәргәндән: “Ул һеҙҙең кемегеҙ ине?” – тип һораясаҡтар. Директорға шылтыратыуҙан башҡа, сара ҡалманы. Байтаҡ шылтыратып ҡараны, ләкин ҡатын трубканы бөтөнләй алырға уйламай. Аҙаҡ бөтөнләй үк һүндереп үк ҡуйҙы.
Төнө буйы йүнләп йоҡламаған Мәргән, ҡыҙҙы эҙләп, училищеның дирекцияһына килде. Иртүк килеүҙән фәтеүә юҡ икән, сәғәт туғыҙҙарға ғына йыйыла башланылар. Сәғәт ундар тирәһендә директор пәйҙә булды. Машинаһынан килеп төшөү менән, ул тирә-яғына ҡаранды һәм, әлбиттә, күҙенә иң тәүҙә уны көтөп торған Мәргән салынды. Директор кейенгән-яһанған, хатта бөҙрәханалала ла булырға өлгөргән.Белергә ине, кем өсөн матурланғандыр? Йөҙөнән аҡыл һәм миһырбанлыҡ бөркөлөп торған һымаҡ.
– Һаумыһығыҙ, Мөнирә Ғирфановна, мин һеҙгә килгәйнем, – тип ҡаршыһына сыҡты Мәргән.
– Ә, һеҙ икәнһегеҙ, танымай ҙа торам, – тип яһалма йылмайҙы ҡатын Мәргәнгә, тәү күргән кешеһеләй ҡарап, – әллә миндә йомошоғоҙ бармы?
– Ғәфү итегеҙ,мин һеҙгә кисә шылтыратҡайным. Бик борсолам, Клара өйгә ҡайтманы.
– Ә һеҙ ятаҡта булдығыҙмы? Төркөм етәксеһе менән һөйләштегеҙме? Уҡытыусыларын күрҙегеҙме? – тиип һорауҙар яуҙыра башланы директор һәм Мәргәнде тамам шаңғытты.
– Ә мин һеҙ беләһегеҙҙер, тип уйлағайным, – тине Мәргән.
– Ә бында меңләп бала уҡый, мин – бер үҙем. Улар өсөн яуаплы кешелр бар һәм бының өсөн эш хаҡы ала.
– Ғәфү итегеҙ, – тип Мәргән китергә самалағайны, – Мин һеҙҙе юҡҡа борсоном, шикелле.
– Әгәр килгәнһегеҙ икән, хәҙер асыҡларбыҙ. Әйҙәгеҙ, минең кабинетҡа үтәйек, – тине директор.
Кереп ултырҙылар, директор шунда уҡ сәркәтибенә сәй индерергә ҡушты. Сәй эскән арала, директор, ҡайҙалыр шылтыратып, училишелағы хәлдәр менән таныша һалды, шунан һуң Клара уҡыған төркөмдөң етәксеһен саҡырҙы.
Үҙе туҡтауһыҙ Мәргәнде сәй эсергә ҡыҫтай. Мәргән шәшкегә иренен генә тейҙереп ҡараны ла, бигерәк эҫе, тип кире ултыртып ҡуйҙы. Уның танауы һиҙгер, ул ниндәйҙер ят еҫ һиҙҙе. Бәлки сәйгә нимәлер ҡушҡандарҙыр. Мөнирә Ғирфан ҡыҙы был шикте һиҙҙе:
– Нимә, әллә сәй оҡшамаймы? –тип һораны ул. – Бәлки берәй препарат тамыҙғандарҙыр, тип уйлайһығыҙҙыр? Бигерәк ҡурҡаҡ икәнһегеҙ.
Мәргән “ҡурҡаҡ” һүҙенән бирәк сәмләнеп китте. Шулай ҙа, сәйҙе ауыҙ итеп ҡараны. Юҡ, быны эсерлек түгел. “Һыуынғас, эсермен”, тип стаканын этеп үк ҡуйҙы.
– Клара Мирасоваға килгәндә, беҙ ул ҡыҙҙың тәртибе менән ҡәнәғәт түгелбеҙ. Беҙгә бер генә бурыс ҡуйлыды: училище һәр яҡлап өлгөлө булырға һәм юғарынан ҡуйылған бурысты үтәргә тейешле. Грантты алыу-алмау тураһында һүҙ юҡ. Грант беҙгә бирелде, Беҙ бөтә талаптарҙы үтәйбеҙ. Ләкин Мирасованың тәртибе беҙҙе гранттан мәхрүм итә һәм уны алыу өсөн бер аҙымдан да баш тартырға тейеш түгелбеҙ.
– Хатта енәйәттән дәме? – тип һораны Мәргән.
Директорҙың күҙҙәренән осҡон сәсрәне, хатта ул ҡыҙарынды:
– Беҙгә юҡ ғәйепе табырға тырышмағыҙ, – тине ул, – енәйәт булмаясаҡ. Ә грант беҙгә бүленәсәк.
Мәргәнгә аптыранып сығып китеүҙән башҡа, сара ҡалманы. Ул икеләнеп торманы, шәхси һаҡ хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Ә кисен уға Клараны ҡайҙа тотоуҙары тураһында хәбәр итеп тә өлгөрҙөләр.
Аҙағы бар.
---------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: