Мәргән тиҙ генә Рифатты барып алды ла, шәхси клиникаға килеп етте. Бында уларҙы Клараны эҙләп тапҡан шәхси детектив ҡаршы алды һәм, үҙенә тейешле аҡсаны кеҫәһенә һалғандан һуң, ҡыҙҙың ошонда төшөрөлгән фотографияһын һәм тәҙрәһен күрһәтте. Рифат, ҡабаланып, ҡойма аша, килеп: “Клара, һин ҡайҙа?” – тип ҡысҡырыуға, тәҙрәнән ҡыҙҙың илаған йөҙө күренде. Ҡыҙ шатлығынан тәҙрә төбөнә үк менеп баҫты һәм фороточканы асып:
– Мине бикләп ҡуйҙылар! – тип ҡысҡырҙы. Рифат:
– Һиңә бер нимә лә булманымы? – тип өндәште. Клара:
– Юҡ, мин баланы төшөртөүгә ризалыҡ биреүем хаҡында ҡағыҙға ҡул ҡуйыуҙан баш тарттым, – тип әйтеп өлгөрҙө, – ә врач, минең ризалығымдан башҡа, операция яһарға теләмәй.
Шул ваҡыт клиника эсенән ҡарауылсы килеп сыҡты һәм уларҙы ҡыуа башланы, полицияға шылтыратыу менән ҡурҡытып ҡараны.
– Ә беҙ үҙебеҙ полицияға шылтыратып өлгөрҙөк инде, – тине Мәргән, – саҡырһағыҙ ҙа, саҡырмаһағыҙ ҙа, улар хәҙер килеп етергә тейеш. Ә һеҙгә кешене, үҙ иркенән тыш, бикләп ҡуйыуығыҙ өсөн, яуап бирергә тура киләсәк. Статьяһын беләһегеҙме?
– Бында бәхәсләшергә урын юҡ, – тине ҡарауылсы, – мин хәҙер клиниканың хужаһына шылтыратам, уның менән һөйләшерһегеҙ.
Бер нисә минут үткәс, һаҡсы, телефонын тотоп, үҙе Мәргән эргәһенә сыҡты.
– Һеҙ был ҡыҙҙың кеме булаһығыҙ? – тип һораны. Мәргән, ике лә уйлап тормай:
– Мин – Мирасованың атаһы, – тип яуап бирҙе һәм паспортын сығарып күрһәтте.
Ҡарауылсы телефонды Мәргәнгә тотторҙо.
– Ғәфү итегеҙ, ләкин беҙгә, Мирасованың бер кеме лә юҡ, тинеләр. Беҙҙең клиника бындай ҡараңғы эштәр менән шөғөлләнмәй. Шуға мин операцияны кисектерергә булғайным. Әйҙәгеҙ, былай һөйләшәйек. Һеҙ полицияға мөрәжәғәт итмәйһегеҙ, ә беҙ һеҙгә ҡыҙҙы сығарабыҙ.
– Килештек, – тине Мәргән. Тик тиҙ генә булығыҙ, полицияның килеп етеүе ихтимал.
Күп тә үтмәне, Клара күренде һәм уны Рифат ҡосаҡлап алды.
– Ә полиция ҡайҙа? – тип һораны ҡарауылсы.
– Полиция килеп еткәнсе, таң атыр әле, – тип Мәргән көлдө лә, машинаға ултырып, ҡайтып киттеләр.
Мәргән шуға төшөндө: Клараның яҙмышы уның ҡулында һәм низағ ярҙамында ғына хәл итеп булмаҫлыҡ. Шуға, ҡыҙҙың бөтә документтарын туплап, үҙенекен ҡушып, опека органдарына мөрәжәғәт итергә тура килә. Ләкин, ҡайҙа ғына барһаң да, иң тәүҙә ҡағыҙ һорайҙар. Шул уҡ документ Клара уҡыған училищенан да талап ителде.
Мәргәнгә тағы ла Мөнирә Ғирфан ҡыҙына барырға ҡала. Ҡатын үҙенең еңелеүен ауыр кисерһә лә, хәҙер бөтөнләй үҙгәргәйне. Уйсан ғына итеп йылмайыуы, йомшаҡ һөйләшеүе уның үҙенә лә килешеп тора икән. Бер барғанында, ҡатын түҙмәне, Мәргәнгә шундай һорау бирҙе:
– Үҙегеҙҙең ҡыҙығыҙ булһа, тағы бер хәл, – тине ул, аптыранып, – ниңә шул тиклем Мирасова өсөн борсолаһығыҙ?
– Мин борсолмайым, уға ярҙам итергә теләйем, – тине Мәргән, – бына һеҙ ярҙам итһәгеҙ, мин ярҙам итһәм, башҡалар ярҙам итһә, беҙ байтаҡ ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыр инек. Беҙҙе бит элек-электән бер-беребеҙ хаҡында хәстәрлек күрергә өйрәттеләр. Ярҙамсыллыҡ борон-борондан килә. Әкиәттәрҙе генә уҡып ҡарағыҙ, кешеләр, бер-береһенә ярҙам итеп, ауыр хәлдән сыға белгәндәр. Ә беҙ бит әкиәт донъяһында йәшәмәйбеҙ. Хәҙер тормош күпкә ҡатмарлыраҡ, ярҙам итеүе лә еңелдән түгел.
Мөнирә Ғирфан ҡыҙы бик оҙаҡ уйланып ултырҙы:
– Ә мин һеҙҙе улай уҡ ныҡыш кешелер, тип уйламағайным, – тине ул, – беҙҙең бюрократик машинаны еңеп сығыуы еңелдән түгел. Һеҙҙе, йөрөр-йөрөр ҙә, ташлап ҡуйыр, тип уйлағайным, хаталандым, ахыры.
– Ә грантығыҙ менән нисек булыр икән? – тип һораны Мәргән.
– Һеҙҙең ниәттәрегеҙ тормошҡа ашҡас, беҙгә тигән грант икенсе берәүгә эләгер. Ярай, уның ҡарауы, оҙаҡламай тыуасаҡ сабый алдында намыҫыбыҙ таҙа, беҙ уға зыян килтермәнек, – тип күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы директор.
– Йыл аҙағында, – тине директор, – беҙ уға, әҙерләнеүгә, әҙерләнәбеҙ, ләкин файҙаһы булырмы икән?
– Ә ниңә баштан уҡ улай үҙегеҙҙе отолоуға әҙерләйһегеҙ? – тине Мәргән. – Һеҙгә көрәшергә, еңергә кәрәк.
Мәргәндең һүҙҙәре ҡатынды бер аҙ уятып ебәргәндәй булды.
– Беҙ, әлбиттә, тырышып ҡарарбыҙ. Сценарий, сығыш яһау тәртибе әҙер. Тик нисек булыр инде, белмәйбеҙ.
– Ә һеҙ булған мөмкинлектәрҙе файҙаланығыҙ.
Тып-тып-тып, тып-тып-тып. Мәргәндең фатирында Мәргән, Рифат, Мәргәндең әсәһе – сәй эсеп ултыралар. Йоҡо ҡайғыһы юҡ, әле генә балалар тыуҙырыу йортонан шылтыраттылар. Клараның малайы тыуған. Уға исемде эҙләп тә тормағандар – Мәргән, тип ҡушҡандар.
– Мин шул тиклем бәхетле! – ти Клара. – Сөнки мин бер үҙем түгел. Мине яҡларлыҡ, ҡурсаларлыҡ кешеләр бар. Мин бындай изге кешеләр барҙыр, тип, улар миңә ярҙам итер, тип көтмәгәйнем. Рәхмәт, һеҙгә!
Мәргән шунда уҡ шатлыҡлы хәбәрҙе училище директорына ла еткерә һалды. Мөнирә Ғирфан ҡыҙы, хатта, тулҡынланып, бер килке өндәшә алмай торҙо:
– Был – ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ шатлыҡлы хәл! – тине ул. – Беҙ уларға, ҡулыбыҙҙан килгәнсә, ярҙам итербеҙ. Хәҙер яңы тыуған сабыйҙың яҙмышы өсөн дә мин үҙемде яуаплы тоям.
Тып-тып-тып, тып-тып-тып. Фатир буйлап, бала йүгереп йөрөгән һымаҡ. Юҡ, әлегә ул бында түгел, эргәләге фатирҙарҙың береһендә, шикелле. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, барыбер, ишетеүе күңелле. Оҙаҡламай, ошо фатир буйлап та Мәргән исемле малай йүгерер әле. Әлегә ул йоҡлай. Әле, тыуғансы, уға нисәмә һынауҙар аша үтергә тура килде. Тормош тигән оло юл әле башлана ғына. Алда уны нимә көтөрөн берәү ҙә белмәй.
Бәләкәй Мәргән әле башын тота, үҙен бағыусыларҙы танып та өлгөрҙө. Хатта үҙенә яуаплы эш башҡарырға ла – грант өсөн көрәштә сығыш яһарға – тура килде. Ҡаланың ҙур мәҙәниәт һарайҙарының береһендә барған сарала Клара менән Рифат уҡыған училище ла ҡатнашты. Училищеның уҡыусылары – матур кейемдәрҙә. Түңәрәк булып баҫып, уртаға Рифат менән Клараны һәм уларҙың улы Мәргәнде алып сыҡҡайнылар. Бәпес, уянып та тормайынса, микрофонға бер-ике мышҡылдағайны, зал, гөрләтеп, алҡышланы ла ҡуйҙы. Баһалама ағзалары оҡшатҡандар, училище үҙенең уҡыусыларын оло донъяға сығарғанда етди эштәр башҡара, тип тапҡандар һәм, бер тауыштан, грантты ошо уҡыу йортона бирергә ҡарар иткәндәр.
Хикәйәбеҙҙең сайт вариантының аҙағына еттек. Беҙ уны мини-сериал рәүешендә ижад итергә тырыштыҡ, бындай жанр бар һәм уның йәшәүгә хоҡуғын ваҡыт үҙе раҫланы. Әгәр кемдәрҙер уҡый, ҡыҙыҡһына, дауамын көтә икән, үҙ маҡсатыбыҙға аҙмы-күпме өлгәштек, тигән һүҙ. Был әҫәр сайтыбыҙҙы ҡулланыусылар өсөн тәғәйен ижад ителде һәм үҙенең алдына кешеләрҙә яҡты хис-тойғолар уятыу маҡсаты ҡуя.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"