+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Ноябрь 2020, 12:07

БЕҘҘЕҢ АРАНАН СЫҠҠАН Хикәйә Икенсе бүлек, аҙағы

Аҙна күңелле мәшәҡәттәр менән башланып китте. Булат күптән ауылда булмаған икән, оҡшатып ҡайтты. Ғайса буласаҡ бажаһының ҡылын сирткеләп ҡарағайны, уның моң тулы күҙҙәренә ҡарап, өмөтөн өҙҙө. Шулай ҙа ҡатыны шылтыратып Булаттың тәьҫораттары тураһында һорашҡас, оҡшатҡан, бик кәйефле ҡайтты, хәҙер ауыл яғына уҡталып тора, тип булғанын-булмағанын, күргәнен-күрмәгәнен өҫтәштереп ебәрҙе. Ә Гәүһәр инде ауыл талаптарын белә, урыны менән, үҙенән дә бер-ике иле өҫтәп, яңы миҫалдар уйлап табып, Гәүһәргә шаштырып һөйләп биргәс, тегеһе, бахыр, ни эшләһен инде, урынында һикереп-һикереп ҡуйҙы, дәртләнеп, эшкә тотондо һәм туйға әҙерләнә башланы.


БЕҘҘЕҢ АРАНАН СЫҠҠАН
Хикәйә
Икенсе бүлек, аҙағы
Аҙна күңелле мәшәҡәттәр менән башланып китте. Булат күптән ауылда булмаған икән, оҡшатып ҡайтты. Ғайса буласаҡ бажаһының ҡылын сирткеләп ҡарағайны, уның моң тулы күҙҙәренә ҡарап, өмөтөн өҙҙө. Шулай ҙа ҡатыны шылтыратып Булаттың тәьҫораттары тураһында һорашҡас, оҡшатҡан, бик кәйефле ҡайтты, хәҙер ауыл яғына уҡталып тора, тип булғанын-булмағанын, күргәнен-күрмәгәнен өҫтәштереп ебәрҙе. Ә Гәүһәр инде ауыл талаптарын белә, урыны менән, үҙенән дә бер-ике иле өҫтәп, яңы миҫалдар уйлап табып, Гәүһәргә шаштырып һөйләп биргәс, тегеһе, бахыр, ни эшләһен инде, урынында һикереп-һикереп ҡуйҙы, дәртләнеп, эшкә тотондо һәм туйға әҙерләнә башланы.
Ә Булатты бөтөнләй мәшәҡәттәр һәм хис-тойғолар ауыҙлыҡлап йөрөтә ине. Өйләнеү мәсьәләһен ул үҙе өсөн ҡотолғоһоҙ түгелдер, тип иҫәпләһә лә, күңеле гүзәл зат тарафтарына тартылмай түгел, тартыла. Тик нисегерәк йәшәп алып китерҙәр? Булат үҙенең баһаһын да, күҙгә күренеп бармаған, ләкин күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған кәмселектәрен дә белә. Шуға өндәшмәй. Беренсе тапҡыр түгел. Бер нисә тапҡыр әсе һабаҡ алғаны булды. Ҡабаланырға ярамай, үҙеңде тота белергә кәрәк. Үҙенең һүҙҙәре түгел, әсәһенең һүҙҙәре был. Аһ, әсәһенең, уф, улыҡайым, тип кенә торған саҡтары! Хәҙер иҫенә төшөрә лә, иң ғәзиз кешеһенең ҡәҙерен белмәгән икән шул.
Ғайсаһы эргәһендә, Булаттың эс-бауырына инерҙәй булып, ауылдан һөҙөп алған тәьҫораттары тураһында төпсөй. Артыҡ нимә әйтһен инде? Барҙылар, күрҙеләр. Эйе, бергә йоҡлай алманылар. Уныһына ғына түҙер. Ауырыраҡтарын кисергәне бар.
Аҙна, нисек башланһа, шулай үтте лә китте. Арыуҙан-арыу кейенеп, ҡайтып төштөләр былар. Үҙеңде күрһәтергә, башҡалар алдында маха бирмәҫкә кәрәк бит. Гәүһәр үҙе бик уңайһыҙланһа ла, көн һайын башлы-күҙле булмайбыҙ, мәңгелеккә булһын, тигән һылтау менән, шартына килтерергә тырышты. Әлегә телевизор һәм компьютер тураһында онотоп торорға тура киләсәк, өҫтәл мулдан ҡоролғайны.
Ғайсаға бер аҙ уңайһыҙыраҡ, сөнки ул Рәйләнең ҡушҡан йомошон үтәй алманы. Күпме генә һораштырмаһын, белешмәһен, Булатттың элекке ғаилә хәле лә, эскегә мөнәсәбәте лә, бик юғары кимәлдәге сер һымаҡ, билдәһеҙ килеш ҡалды. Ҡыҙыҡ хәл, тип уйланы Ғайса, ана баш инженер Заһитов, ай һайын, берәр аҙна эсеп ятһа ла, бөтәһе лә белә, ләкин ғәйепләмәй. Сөнки ул ғәйепле төҫ менән, шыпа һурығып, килеп сыға ла, эшкә ташлана һәм бөтәһен дә үҙенең талапсанлығы менән йонсотоп бөтә. Эх, тиҙәр уға ҡарап, уның ҡулы аҫтында эшләүселәр, бер-ике көн эсмәһә, әллә кем була ла китә. Тамаҡ төбө менән һөйләшеп, аҙ ғына эскәндәрҙе ғәйепләй башлай. Ә бына үҙе һымаҡ кирбес һалыусы Булаттың эскегә булған ҡарашын белә алмай йонсой инде.
Йома көн иртән Рәйлә тағы һораны:
– Туй бит, күпме алырға һәм өҫтәлгә ҡасан ҡуйырға? Бында балдыҙың ике йәшник аҡ, бер йәшник ҡыҙыл алып ҡуйған, – тип тынысландырҙы ирен.
– Еткән, артыҡ булған. Мин – эсмәйем, Булат – эсмәй, – тип һуңғы һүҙен әйте ул.
– Ғайса, Ғайса, һин уны ҡарап ҡына йөрөт инде, – тине Рәйләһе, өҙгәләнеп, – Гәүһәр хатта борсола, кеше араһында уңайһыҙ хәлгә ҡалмайыҡ, – ти.
Ғайса, кәрәк була ҡалһалар, тип эштән ике иптәшен дә саҡырҙы. Йәнәһе, кейәү егеттәре булалар инде. Ринат менән Сабит исемле алыҫтан килгән егеттәр, бушҡа ашап-эсеү хаҡында һүҙ сыҡҡас, ҡыуанып ризалаштылар. Береһенең машинаһы бар икән, үҙе алып барырға ҡаршы түгеллеген белдерҙе.
Ауылға килеп төштөләр былар. Тәҙүҙә күңелле генә итеп ҡарап сыҡтылар. Гәүһәрҙең өйөн атаһы тырыштырғайны, ҙур, иркен, бейек. Туйҙың төп саралары шунда үтте. Рубин мулла никахын да матур ғына уҡып, шартына килтерҙе. Никах ашы бөтәһенә лә оҡшаны. Ниңә йәлләп, үҙеңдән тарһынып торорға? Өйләнешеү – ҙур ғәмәл.
Ғайса Рәйләгә ҡарай, Рәйлә Гәүһәргә күҙ һала. Ә Гәүһәр нимә эшләй инде? Булатына һыйына биреп, бәхеттән иреп ултыра инде.
Мулла ла, мөмкинлектән файҙаланып, үҙе йәш сағында ике-өс өйләнгән кеше, ғаилә ҡиммәттәре, тоғролоҡ, балалар үҫтереү хаҡында байтаҡ ҡына нотоҡ тотоп алды. Хатта эскелеккә ҡаршы көрәш, айыҡ тормош хаҡында әйтергә лә онотманы.
– Гәүһәрҙе әйтәм, егәрле инде, – тине мулла, өҫтәлгә ишара яһап, – Ҡайһылай матур табын ҡорған! Тормошоғоҙ ҙа, ошо өҫтәл һымаҡ, бай һәм мул булһын!
Никахтан һуң тәнәфескә сыҡтылар. Әле кискә тиклем ваҡыт бар, ҡабаланырға түгел, көн оҙон, иртәгә лә көн бар бит әле.
Өҫтәлдәре ҙур булһа ла, кешеләре бик күп түгел ине, арта китһә, ҡырҡлап кеше булғандыр. Бер-береһен хәҙер таныйҙар, беләләр, мәжлес күңелле генә башланып китте. Туй бит ул, тинеләр, туй. Туйғансы, ашайһың да, туйғансы, эсәһең*, тиҙәр. Рәйлә Ғайсаны маҡтаны. Ринат менән Сабиттты эйәртеп, ҡайһылай йәтеш иткәнһең, тине. Береһе Гармунда уйнай, икенсеһе йырлай. Бындай табын өсөн үҙҙәре бер табыш инде.
Эскегә килгәндә, хәҙер халыҡ эсмәйенсә донъя көтөргә өйрәнә, шикелле. Ағы ла, ҡыҙылы ла өҫтәл тулып ултырһа ла, артығын тотманылар. Күберәк йырлашып, күңелле тостар әйтеп, бүләктәр тапшырып ултырҙылар. Киләсәктә кәрәк булыр, тигән һылтау менән, күбеһе аҡса тотоп килгән. Уныһына ла рәхмәт, тәүге мәлдә ярап ҡалыр. Ринат менән Сабит үҙҙәренең бүләген тапшырып, йырлап та ебәргәс, өҫтәл дәррәү ҡул сабып, кейәүҙең егеттәрен дәртләндереп ебәрҙе. Берәрҙе күтәрҙеләр. Ринат гармунын ситкә алып ҡуйҙы ла:
– Ҡара әле, Булат, һин нисек күңелһеҙ ултыраһың? Әллә оноттоңмо, бөгөн бит һине туйың? Һин – малай-шалай түгел дә инде, йә әле, берҙе тот, тип алдына рюмканы, тып иттереп, килтереп ултыртты.
Бәй, туй аҙағына ла етеп килә икән. Гәүһәр менән Булаттың да әйтер һүҙҙҙәре бар. Кейәү менән кәләш тороп баҫтылар ҙа, береһенән-береһе ҡыҫҡараҡ һүҙҙәрен әйттеләр. Һүҙҙәре лә әллә ни артыҡ түгел, рәхмәт белдереүҙәре булды инде. Булатҡа – араҡы ҡойолған, Гәүһәргә шарап ҡойолған рюмка эләкте. Кем теленән тартҡандыр инде, Сабит, күңеллле генә итеп: “Горько!” – тип бер ҡысҡырғайны, уға башҡалары ҡушылды, тотондолар һөрәнләргә, горько ла горько, тип. Беҙҙең телгә шыпа ят һүҙ, ҡайҙан килгәндер, горько булды инде.
Халыҡ нимә булғанын да һиҙмәй ҡалды. Кем кемдең күпме эскәнен ҡарап ултырһын инде? Берәү ҙә күрмәгән, ҡыҫҡаһы, Булат, һыу эсәм, тип эскәнме, әллә үҙе тотонғанмы, араҡы тултырылған рюмканы күтәрә һуҡҡан да ҡуйған. Тағы кемдәр нимә һөйләгәнен, нимә бүләк иткәнен берәү ҙә хәтерләмәй. Бик айнығыраҡтар ғына күреп ҡалған, кейәү тигәндәре һул ҡулда ултырған шешәне һөйрәп алып, үҙенең алдындағы гәлсәр стаканға тултыра ҡойған да, күтәрә һуҡҡан да ҡуйған.
Әле бынан һуң да туй үҙенең рәүешен һаҡларға тырышты әле. Ләкин кешенән йәшереп буламы инде, кейәү бала иҫерҙе, кәүҙәһен тота алмай башланы һәм кәләшенең алдына ятып, йоҡларға теләк белдерҙе. Ярай, Ринат менән Сабитты алып килгәйнеләр. Тәүҙә кейәүҙе, уның артынан кәләште, елтерәтә тотоп, төпкө бүлмәгә илтеп тыҡтылар. Дым иҫерек Булат, мендәргә башын терәү менән, йоҡоға талды, уның эргәһендә нимә әйтергә, нимә эшләргә белмәйенсә, кәләше ултыра.
Аҙаҡ шул билдәле булды: Сабит әллә ишеткәнме, күргәнме, кемдер һөйләгәнме, кейәү балаҡай ай ярыммы, ике аймы элек кодировка үткән булған икән. Йәнәһе, бында, шул нәмәһен мәжбүриләтә боҙғандар. Ярай, уҫал түгел икән, Булатты әйтәм. Иҫерә лә, ятып йоҡлай икән. Һуғышманы, өҫтәл түңкәрмәне, туҡмаманы, берәүҙән дә туҡмалманы.
Икенсе көнөнә баш төҙәтергә ултырҙылар. Булаттың күҙҙәре шат, йөҙө асыҡ, хатта күңеле ултыра. Үҙе тел биҫтәһе икән, тыйып алырлыҡ түгел. Етмәһә, йырлай икән. Тик артабан нисек булыр? Эшкә барырмы, эшкинерме, тип өҙгөләнә Гәүһәр, кейәүенең осҡондар сәсрәтеп торған шат күҙҙәренә ҡарап.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

* редакция спиртлы эсемлектәр, тәмәке һәм башҡа наркотик матдәләр ҡулланыуға ҡаршы.
Читайте нас: