-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ноябрь 2020, 09:00

ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Өсөнсө бүлек

Эшкә дәртләнеп тотондо Юнир. Биләмәһен ҡарап сыға, йоҙаҡтарҙың теүәллеген барлай. Коллегалары менән ныҡлап танышты. Әлегә Андрей һәм Таһир исемле егеттәр менән эшләргә тура килә. Улары ла, Юнирҙың үҙе һымаҡ, байтаҡ уҡыған, телдәр белгән, ашығыс рәүештә яңы һөнәр үҙләштергән кешеләр. Уларҙың был структтураға килеп эләгеүе күптәрҙе ғәжәпләндерҙе. Ғәҙәттә, бында пенсиялағы чекистар, һис юғы, полициянан отставкаға сыҡҡан, ҡыҫҡаһы, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, үҙ хоҡуҡтарын белгән кешеләр эшләй. Ә бында технарҙарҙы, институтты яңы ғына бөткән егеттәрҙе, йыйып алдылар. Ошо хаҡта өсәүләшеп кәңәшләшеп алғандары ла булды. – Көс структураларына мөнәсәбәт үҙгәрә, тип баһалайым, – тине Андрей, – элекке һымаҡ, баҫым яһап, мәсьәләне хәл итеп булмай. Беҙҙең аҡылға иҫәп тоталар. – Хужаның ҡыҙын әйтәм, Разифа Сәлимовна тәҡдим итмәнеме икән? – тип һүҙгә ҡушылды Таһир, икеһенә лә алмаш-тилмәш ҡарап. – Бик заманса күренә. Сит илдә лә белем алған.


ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП
Хикәйә
Өсөнсө бүлек
Эшкә дәртләнеп тотондо Юнир. Биләмәһен ҡарап сыға, йоҙаҡтарҙың теүәллеген барлай. Коллегалары менән ныҡлап танышты. Әлегә Андрей һәм Таһир исемле егеттәр менән эшләргә тура килә. Улары ла, Юнирҙың үҙе һымаҡ, байтаҡ уҡыған, телдәр белгән, ашығыс рәүештә яңы һөнәр үҙләштергән кешеләр. Уларҙың был структтураға килеп эләгеүе күптәрҙе ғәжәпләндерҙе. Ғәҙәттә, бында пенсиялағы чекистар, һис юғы, полициянан отставкаға сыҡҡан, ҡыҫҡаһы, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, үҙ хоҡуҡтарын белгән кешеләр эшләй. Ә бында технарҙарҙы, институтты яңы ғына бөткән егеттәрҙе, йыйып алдылар. Ошо хаҡта өсәүләшеп кәңәшләшеп алғандары ла булды.
– Көс структураларына мөнәсәбәт үҙгәрә, тип баһалайым, – тине Андрей, – элекке һымаҡ, баҫым яһап, мәсьәләне хәл итеп булмай. Беҙҙең аҡылға иҫәп тоталар.
– Хужаның ҡыҙын әйтәм, Разифа Сәлимовна тәҡдим итмәнеме икән? – тип һүҙгә ҡушылды Таһир, икеһенә лә алмаш-тилмәш ҡарап. – Бик заманса күренә. Сит илдә лә белем алған.
Юнир өндәшмәне. Еңелсә баш ҡағып ултырҙы, ләкин фекерен белдерергә ашыҡманы. Бәлки дөрөҫ тә эшләгәндер. Юнир әлегә был икәүҙе белмәй. Улар Юнирҙы алыштырған осраҡта ла, ишек төбөнән ары китергә хоҡуҡтары юҡ. Уларҙың хәрәкәте эскә лә, тышҡа ла консультант бүлмәһе менән сикләнгән. Ә төпкө бүлмәгә инеү, тикшереү, һаҡлау – Юнирға йөкмәтелгән. Андрей менән Таһир был хаҡта белә һәм уға хатта саҡ ҡына йәүкәләп ҡарай. Юнирҙың өндәшмәүен улар тәбиғи ҡабул итте. Ләкин бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы. Артығын һөйләмәнекме, йәнәһе. Бындай урында артығын һөйләп булмай. Кәрәген хәтергә һалыу һәм кәрәкмәгәнен шунда уҡ онотоу талап ителә.
Төштән һуң Юнир эргәһенә финанс бүлеге начальнигы инергә һәм һөйләшергә теләк белдерҙе. Зәкиева Жанна Робертовна корпорацияның финанстары өсөн яуап бирә икән. Юнирҙың был эшмәкәрлеккә мөнәсәбәте юҡ, тип әйтерлек. Ләкин кемдер уның менән һөйләшергә һәм кәңәшләшергә теләй икән, баш тартыу уңайһыҙ. Ханым ҙур ғына папка күтәреп килеп инһә лә, уны асырға һәм нимәлер күрһәтергә ашыҡманы. Һорауҙары ла күберәк Юнирҙың шәхси тормошо, тыуған яғы тураһында барҙы. Әмәлгә ҡалғандай, икеһе лә бер райондан түгел, йәнәш райондарҙан икән. Хатта уртаҡ таныштары ла бар булып сыҡты. Юнирҙың аңлауынса, ханымдың маҡсаты – Разифа Сәлим ҡыҙының күҙенә салыныу, уға ниндәйҙер эш күрһәтеү, мөмкин булһа, яҡыныраҡ танышыу, тип аңланы. Киләсәктә был ханым консультант бүлмәһенә йышламағайы. Хушлашыр алдынан: “Минең ҡыҙым менән улым институтта уҡый. Мөмкинлек булһа, мин һеҙҙе танштырыр инем”, – тип үҙенең сәфәренең маҡсатын асып та һалды.
Юнир аңлай, балалары оҙаҡламай уҡып бөтәлер, уларға эш кәрәктер. Төштән һуң ике тапҡыр Йәмилә шылтыратты. Егетенең эшкә урынлашыуына бик ҡыуанған. Апаһы Гөлнара менән шампань шарабы* ла алып ҡуйғандар икән. Етмәһә, Юнир үҙе лә:
– Ни эшләп ул һатып ала шарапты? – тип әйтеп һалды.
– Ә кем алырға тейеш? – тип һораны Йәмилә.
– Мин алырға тейешмен. Ул бит, кәңәш бирҙе, ошонда килергә.
Йәмилә менән һөйләшеүҙең аҙағында кинәйәле генә һүҙҙәр ишетелде:
– Әү, Юнир, ҡәҙерлем, һин онотманыңмы ул? – тине ҡыҙ, мәғәнәле генә итеп.
– Юҡ, әлбитә, онотам буламы һуң? – тине егет.
Үҙе көсөргәнешле уйлай. Нимәне иҫендә тоторға тейеш ине әле? Тыуған көнө яңы үткәнен хәтерләй, сәскәлек аҡсаны көс-хәл менән тапҡайны. Танышыуҙарына бер йыл тиһә, тәүге күрешеүҙәре Яңы йыл тирәһендә булғайны. Шулай ҙа:
– Онотманым, оноторға тейеш түгелмен, – тип әйтә алды, – һине оноторлоҡмо һуң?
– Улайһа, шәмбе көндө көтәм һине, – тине ҡыҙ.
Шәмбе, Юнирҙың эше күп, уға бөгөн аҡса бирҙеләр, ул, вазифаһына ярашлы, ыҡсым ғына кейенергә тейеш икән. Дресс-код бында ҡәтғи һаҡлана. Ярай, ярҙам итергә Йәмиләне саҡырыр. Ә кисен кереп, апаһы Гөлнараға рәхмәт әйтерҙәр. Әлбиттә, күстәнәстәр менән.
Шәмбе көн ҡаланың бер нисә сауҙа үҙәгендә булдылар һәм Юнирға яңы костюмдар, ботинкалар алдылар. Тәүҙә Юнир иғтибар итмәй ине, Йәмилә, нимәлер көткән һымаҡ, ҡатын-ҡыҙҙар кейеме һатылған текә бутиктар яғына ҡайырылып тик тора. Аҙаҡ төшөндө: бергә сыҡҡас, уға ла бер нәмә алырға тура килә түгелме һуң? Егет һыр биреп торманы: “Бар, үҙеңә берәй нәмә һайлап, кей”, – тигәйне, Йәмиләһе инәлтеп, һөйләнеп торманы, инде лә юғалды. Күтәренеп килеп сыҡҡанын күргәс, Юнир бик ҙур хата ебәреүенә төшөндө. Кәзәне кәбеҫтә баҡсаһына ебәргән ише булды был, тип эстән генә һуҡранды ул. Әле бит үҙенә плащ, көҙгө пальто алырға кәрәк. Аҡсаһы етерме икән? Ҡыҙы иң осһоҙҙарын ҡараным, тиһә лә, байтаҡ йыйылып китте. Ни эшләһен, үҙе индереп ебәргәс, өндәшмәй генә түләне инде.
Такси менән генә барып, Юнирҙың әйберҙәрен ҡалдырҙылар ҙа, Йәмиләнең апаһы янына киттеләр. Уныһы бешеренгән-төшөрөнгән. Ни эшләһен, кейәүен эшкә урынлаштырыуға мөнәсәбәте булды бит. Ниндәйҙер ҡоҙағый аша сайттан уҡығанмы, күргәнме, ваҡытында әйтеп ебәреүе ана, хәҙер үҙен әйтеп ебәргән түгел, егеттең яҙмышын хәл иткән, хатта һуңғы хәл иткес ҡултамғаны ҡуйған хужабикә ҡиәфәтендә тота. Хужа итеп кенә тойһа, ярай әле, Юнирҙың нимә менән шөғөлләнәсәген белмәһә лә, кәңәштәр бирә, күрһәтмәләр еткерә. Йәнәһе, бында кем арҡаһында, нисек барып эләккәнеңде онотма. Беҙ инде байтаҡты эшкә урынлаштырҙыҡ. Китәләр ҙә, оноталар. Ундайҙар менән мөнәсәбәт тотмай, бәйләнештәрен өҙә икән.
Арлы-бирле итеүгә, тағы телефоны шылтыраны. Ҡайҙандыр еҙнәһе ишетеп ҡалған да, үҙенең донъяла барлығын иҫкә төшөрөргә теләүе, дөрөҫөрәге, Юнирҙың уның кухнялағы диванын файҙаланғаны өсөн бурыслы икәнлегенә ишаралауы.
Еҙнәһе менән һөйләшкән арала, Йәмиләһе, шкаф артына баҫып, бер-бер артлы кейемдәрен кейеп ҡарай. Былай ҡатын-ҡыҙ кейеменә килгәндә, Юнирҙың зауығы әллә ни тәжрибә уртаҡлашырлыҡ түгел, ләкин шунда уҡ күҙ алдына заманса кейенгән Разифа Сәлим ҡыҙы Юлдашева килде лә баҫты. Юҡ инде, Йәмилә кейенә белмәй икән. Бағанаға ҡапсыҡ элеп ебәрһәң дә, ул хәтле килбәтһеҙ булмаҫ. Һуң, әллә күпме аҡса түкте бит әле. Ни эшләһендәр, апаһына ҡушылып, аһ та оһ килеп, маҡташырға тура килде. Уф, бынау ерҙәре бигерәк асыҡ бит әле?! Юнирҙың әсәһе күреп ҡалһа, нимә тип әйтер икән? Ҡуй инде, ҡуй! Тәүбә! Әстәғәфирулла тәүбә, тип кенә әйтерлек. Элегерәк, ауылға алып ҡайтһам, әсәй менән таныштырһам, тип уйлай ине. Юҡ, был кейем менән булмай.
Ни хәл итһен, еҙнәһен дә, кереп, ҡотлап сыҡты. Алып килгән араҡыһын әйләндереп-әйләндереп ҡараны. “Ҡайҙан алдың быны, ни хаҡ тора?” – тип һорашты. “Өндәшмә, эсһәң, эс, эсмәһәң,алып ҡуям”, – тине. Ә былай ҡустыһының эшкә урынлашыуына ҡыуаныуын йәшермәне.
Дүшәмбе, эшкә барғас, иң тәүҙә Ғәлинуров саҡырып алды. Еңелсә генә, ялды нисек үткәреүҙәре хаҡында фекер алыштылар. Күберәк Зиннур Мәхмүт улы һорашты. Юнир бер урынын да төшөрөп ҡалдырмай, ҡайҙарҙа булыуы, нимәләр эшләүе хаҡында һөйләп бирҙе.
– Ҡыҙың менән сауҙа үҙәгендә күргәндәр, – тине ул ҡоро ғына, – һәр хәлдә, тейешле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙың, иң яҡын кешеләреңә лә ҡайҙа, нимә эшләүең хаҡында, хатта эш хаҡыңа бәйле һорауҙарға ла теүәл яуап биреү мотлаҡ түгел. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр эшкә урынлашып өлгөрмәй, ә был хаҡта бөтә донъя белә.
– Был йәһәттән борсолмағыҙ, Зиннур Мәхмүт улы, –тине Юнир, – мин көн һайын, Сәлим Ғилметдиновичтың “үҙеңде эҙлә һәм тап” тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәм. Эҙләйем, ләкин таба алғаным юҡ әле.
– Дөрөҫ эшләйһең, – тип йылмайҙы етәксеһе, – бына, мин хәҙер ун йыл эҙләйем, таба алғаным юҡ. Бәлки һин табып күрһәтерһең? Шәхсән кәңәшем бар һиңә, Юнир. Өйләнеү мәсьәләһенә бик һаҡ бул. Мин һиңә өйләнмә, шуға өйлән, быға өйлән, тип әйтмәйәсәкмен. Бындай эште һәр кем үҙе хәл итә. Йөрәккә ҡушып та, бойороп та булмай. Әле һин яңы эш башлап тораһың, эшеңдең төрлө ваҡыттары буласаҡ. Үткән йома Разифа Сәлимовна менән аҙнаға көн тәртибен төҙөгәнһегеҙ, әллә ни яңылыҡтар юҡ, күберәк – эш. Ә йома көн киске ундан төнгө өскә тиклем “шәхси ваҡыт”, тип яҙылған өлөшөнә иғтибар иттеңме?
Юнирға эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул бит быға иғтибар итмәгәйне. Ундан төнгө өскә тиклем? Йома көн? Был ваҡытта нимәләр булыуы ихтимал?
– Бына, бит, ярай, һораным. – тип тел шартлатып ҡуйҙы Ғәлинуров. – Был эш тулыһынса һинең өҫтә. Хәҙер үҙе килгәс тә, ипле генә итеп аныҡла. Ҡайҙа барырға теләй?
– Ә ҡайҙа барыуы мөмкин? – тип һораны Юнир, аптыранып.
– Миллиондан артыҡ кеше йәшәгән ҡалала ял итеү, күңел асыу урындары бөткәнме ни? Бәлки төнгө клубтыр? Берәй урында концерт юҡмы? Ә һин төнгө ун икенән һуң Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә нимәләр ҡыйланғандарын беләһеңме?
– Белмәйем, – тине егет ғәйепле төҫ менән, – күргәнем юҡ.
– Ваҡытыңды йәлләмә, ҡартайғас, йоҡларһың. Бөгөн үк йөрөп сыҡ, ҡара, нимәләр бар. Бәлки саунаға йыйыналыр. Белеп булмай. Ниңә йылмаяһың? Һиңә һаҡларға тура киләсәк. Ҡыҫҡаһы, хәҙер асыҡлайһың, һаҡлауҙы көсәйтергә тура килмәгәйе. Андрейҙы, йә Таһирҙы саҡыр. Кәрәк булһа, тағы өҫтәрбеҙ.
------------------------
* редакция спиртлы эсемлектәр, тәмәке һәм башҡа наркотик матдәләр ҡулланыуға ҡаршы.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: