+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Ноябрь 2020, 11:23

ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Бишенсе бүлек

Макс битараф күренһә лә, Элина, бик ентекләп, Разифаға һорауҙар бирә, ҡосаҡлаған булып, кейемдәрен тотҡолап ҡарай. Ике һүҙҙең береһендә: “Ҡайһылай күңелле осрашыу, һис көтмәгәйнем. Һин һаман да – элекке Зифа, һиңә күптәр ғашиҡ ине”, – тип һөйләнә һәм ҡайҙа йәшәүе, ғаилә хәле, күпме эш хаҡы алыуы менән ҡыҙыҡһына.– Минең атай ике меңенсе йылдарҙа торбаларҙың ҡайһы яҡҡа шыйыҡсалар ағыҙғанын күҙәтеп ултырғайны бит. Шунда онотолоп ҡалған бер-ике торба беҙҙең ғаилә мәнфәғәттәренә хеҙмәт итә, тип әйтһәм, маҡтаныу булып яңғырамаһын. Ара-тирә, ошонда йөрөргә, ярап ҡала инде.– Ә теге, һинең эргәлә уралған ҡайҙа? – тип Элина Разифаның ҡолағына үрелде.

ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП
Хикәйә
Бишенсе бүлек
Юнир менән Андрей киске сәфәргә әҙерләнә башлағайны, улар эргәһенә, мут ҡына йылмайып, Таһир килде:
– Ҡайҙа йыйынабыҙ? – тине ул, тегеләрҙең кеҫәләрен күҙҙәре менән ҡапшап. Тартынып торманы, өҫтәлдә ятҡан, эсемлектәр тултырылған дипломатты ла һелкетеп ҡуйҙы. – Мине лә эйәртмәйһегеҙме ни? – тине ул.
– Әлегә был хаҡта һүҙ булманы, – тине Юнир уға, туранан-тура, – шулай ҙа, әҙер тор. Кәрәкһәң, беҙ һиңә шылтыратырбыҙ.
– Нисек инде, әҙер тор? Был миңә аңлашылмай, – тине Таһир, ысынлап, үпкәләп, – һис юғы, ҡайҙа йыйынғанығыҙҙы миңә әйтегеҙ.
– Һиңә бөтәһен дә белергә кәрәкме? – тине Юнир, тыныс ҡына итеп. – Әллә беҙ һиңә көн һайын нимә эшләргә йыйынғаныбыҙҙы хәбәр итергә тейешбеҙме?
– Һин беркетелгән урыныңда торорға тейешһең, – тине Андрей Таһирға, еңелсә йылмайып.
Офистан туғыҙҙарҙан һуң ғына сығып киттеләр. Разифа Юлдашева үҙенең төптәге кабинетында нимә эшләгәндер, Юнир белмәй. Үҙе биҙәнгән, үҙе кейенгән, өҫтөндәге кейеме ҡала ҡыҙҙарыныҡынан айырылмай, тип әйтерлек. Шулай булырға тейештер ҙә. Үҙенә оҡшағас, нисек теләй, шулай кейенгәндер. Шул ваҡыт Юнир Йәмиләһенең бутиктан һатып алған кейем генәләрен иҫкә төшөрҙө. Ай-һай, үҙенә шундай кейем һайларға батырсылыҡ иткән ҡыҙға өйләнеү хаҡында тәҡдим яһау уның ҡулынан килер инеме икән? Ә бына Разифа – бөтөнләй икенсе. Шаҡтай баҫалҡы, еңел һәм уңайлы кейенгән. Юнир алдына сығып баҫҡас, ҡыҙ, ҡулдарын күтәреп, еңелсә генә бер өйрөлөп күрһәтте:
– Йә, нисек? – тине ул, егеткә ҡарап.
– Иҫ киткес! – тип һоҡланыуын йәшермәне Юнир. Ниңә һоҡланмаҫҡа, үҙе һорай бит. – Разифа Сәлимовна, һеҙҙе төнгө клубта урлап китмәһәләр, ярар ине, тип ҡурҡам.
– Ә һеҙ мине ни өсөн оҙатып йөрөргә тейешһегеҙ? – тип шарҡылдап, сәпәкәйләп көлдө ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, былай һөйләшәйек. Беренсенән, киске туғыҙҙан икенсе көндөң иртәнге туғҙына тиклем, бер-беребеҙгә исем менән генә өндәшәбеҙ. Икенсенән, артығыраҡ ҡыйланып ташлаһаҡ, беҙҙән өҫтәгеләргә ошаҡлауҙарға оҙайлы мораторий индерәбеҙ. Кемдәр риза?
Юнир менән Разифа икеһе лә ҡул күтәрҙеләр.
– Бер тауыштан.
– Тышта беҙҙе Андрей көтә, ул да риза булыр, һымаҡ.
Ҡыҙ туҡтап ҡалды, йөҙө һүрелде:
– Ул да беҙҙең менән барамы ни? Өсөнсө артыҡ түгелме?
– Ул өсөнсө түгел – икенсе, – шаяртыуҙы ҡабул итте Юнир, – мин һеҙҙең өсөн яуаплылыҡты бер үҙемә генә ала алмайым. Һеҙҙе һаҡлар өсөн, иң кәмендә, рота булмаһа ла, взвод кәрәк. Шулай булғас, Андрей һис тә артыҡ түгел. Уның үҙ урыны бар.
– Ә унда тағы бер егет бар ине. Теге, кем әле... һәр ваҡыт минең юлымда иғтибарымды көтөп йөрөй. Ул барамы?
– Әгәр бер ҡараңғы мөйөштә килеп сыҡһа, ғәжәпләнмәгеҙ, – тине Юнир, – мин уны һис тынысландыра алмайым. Уның менән өҫтәлмә дәрестәр үткәрергә тура килер.
– Дөрөҫ буласаҡ, һабаҡ бирегеҙ үҙенә, – тине ҡыҙ, – ул минең зауығыма тура килмәй. Буйға ла ҡыҫҡараҡ тойола. Шулай булғас, миңә күренмәүе хәйерлерәк һәм һаулығына ла зыян килмәйәсәк, кеҫәһенә лә һуҡмаясаҡ.
Төнгө клубҡа килеп еткәс, Юнир тирә-яҡты байҡаған арала, Разифаның: “Уф, бында йөрөп тә ята”, – тип ризаһыҙлыҡ белдергәне ишетелде.
Юнир үрелеп ҡараһа, запас ишек төбөндә Таһир күренә һәм ҡаршылау барышы менән идара итергә ынтыла. Кемдәрҙелер, эткеләп-төрткөләп, ҡыуа, хатта ҡысҡырғаны салонға ишетелеп тора.
– Разифа Сәлим ҡыҙы... Разифа, Разифа, ҡабаланма, мин хәҙер ишек алдын таҙартам, – тип автомобилдән төшөүгә, уның эргәһенә, йүгереп, Таһир килеп етте һәм, артабан бойороҡтар көткән һымаҡ, алдына баҫты. Юнир ғәм халыҡ алдында мөнәсәбәт асыҡлауҙы артыҡ тип тапты һәм егеттең ҡолағына ғына: “Маладис, Таһир, ҡайһылай ваҡытлы килгәнһең! Һин миңә бик кәрәк. Разифа бында юҡ. Ул – төп ишектә, бар, ҡаршыла”, – тип өндәшеүгә, Таһир, күҙ менән ҡаш араһында, юҡ булды. Разифа, килеп төшөү менән:
– Теге егеттән нисек тиҙ ҡотолдоң ул? – тип аптыраны.
– Секрет фирмы, – тине Юнир, – һеҙҙең өсөн серҙе аса алам, мин һеҙҙе төп ишектән килә, тип әйткәйнем, шунда йүгерҙе инде.
– Ә мин күрәҙәләп ҡарайым. Беҙ килеп кереүгә, ул шунда йөрөп ятасаҡ һәм беҙҙең бөгөнгө төнөбөҙ, бында ял итеү урынына, уның күҙҙәренә салынмау өсөн, ҡотолоу операцияһына әйләнәсәк. Ә мин һиңә, Юнир, исем менән өндәшеүгә, “һин” тип мөрәжәғәт итеүҙе лә ҡушыр инем.
Шулай килештеләр.
Юнир ҡаршылаусы менеджерҙан: “Парад ишеген, бер ун минутҡа, ябып торорға мөмкинме?” – тип һораны.
– Әгәр һеҙгә кәрәкһә, ярты сәғәткә тиклем, яба алабыҙ.
– Юҡ, ун минут еткән...
VIP-кабинаға кереп ултырҙылар, Разифа, ентекләп, бындағы тәртип һәм йыһаз менән танышты.
– Йәгеҙ, мин әле киске тамаҡҡа ла ашамағанмын. Һеҙ мине асҡа үлтерергә уйламайһығыҙҙыр?
Өҫтәлдә әлегә еңелсә ҡабымлыҡтар барлыҡҡа килде. Бынан тыш, өҫтәмә заказдар яһарға мөмкин.
– Аш-һыуға битарафмын, – тине Разифа, – нимә бирһәгеҙ ҙә, ашаясаҡмын, нимә ҡойһағыҙ ҙа, эсәм.
***
Юнирҙың телефоны шылтыраны. Ҡараһа, Йәмилә икән. Егет өндәшеп торманы: “Минең эшем күп, аҡыллым, һуңынан үҙем шылтыратырмын”, – тип СМС-ка ебәрҙе. Ләкин был ғына етмәне, күрәһең, ҡыҙҙың апаһы Гөлнараның шылтыратҡаны күренде. Һуңынан, уныһы ла аҙаҡ һөйләшеү хаҡында СМС-ка алды.
Юнир ҡайһыһына хәбәр яҙырға, нимә тип яҙырға белмәй. Бында Разифаны ҡарарға кәрәк, ишек төбөндә ниндәйҙер хәбәрсе Разифа менән танышырға уҡтала. Залдың уртаһында ялтыр таяҡтарын теҙеп сыҡтылар. Өҫтәүенә, залдың уртаһында Таһир сығып баҫты һәм, ентекләп, VIP -кабиналарҙың тәҙрәләрен өйрәнә ине. Һин генә ҡалмағайның, тип уйлап өлгөрҙө Юнир, ә Разифа тегеңә төртөп күрһәтеп:
– Ана бит, унан ҡотолдом, тигәйнең. Юҡ, был еңел генә ҡотолорлоҡ әҙәмгә оҡшамаған. Атайыма һөйләп, көлөрмөн әле, бер мәрәкә булһын, – тине.
Юнирға, ситкәрәк китеп, Таһирға:
– Күҙҙән юғал! Юғиһә, эш эҙләргә тура киләсәк, – тип хәбәр ебәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
Был хаҡта Таһир менән һөйләшеү киләсәктә лә буласаҡ, ләкин ул, барыбер, аңламаясаҡ. Һуңынан был һөйләшеү Ғәлинуров кимәленә күтәреләсәк һәм һөҙөмтәһеҙ тамамланасаҡ. Зиннур Мәхмүтович менән тағы бер һөйләшәсәк. Шунан һуң ғына, Таһир аҙмы-күпме яҙмышына күнәсәк , ләкин яңы ҡапҡа алдында торған һарыҡ тәкәһе роленән баш тарта алмаясаҡ. Былары һуңыраҡ буласаҡ. Ә әлегә байрамдың ҡыҙыр-ҡыҙмаҫ ҡына сағы.
– Йә, егетәр, тағы беҙҙең нимә бар әле? – тип мут йылмайҙы ҡыҙ, эсемлектәр һалынған дипломатҡа күҙ ташлап. Сығарҙылар, ултырттылар. Күңелле генә башланып китте. Разифа, ҡыҙып алып, алға төшөп, бейеп килде. Шунда үҙе һымаҡ ҡатын-ҡыҙ менән танышырға, егет-елән менән һөйләшергә лә өлгөрҙө. Уны таныған кешеләр бар икән. Булмай, элиталы мәктәп иҫәпләнгән утыҙ бишенселә уҡыған. Бер ҡыҙ менән егетте үҙе менән VIP-кабинаға алып керҙе. Улары менән байтаҡ һөйләштеләр, таныштарын барланылар, телефондары менән алыштылар. Тегеләре Макс менән Элина исемле икән. Макс битараф күренһә лә, Элина, бик ентекләп, Разифаға һорауҙар бирә, ҡосаҡлаған булып, кейемдәрен тотҡолап ҡарай. Ике һүҙҙең береһендә: “Ҡайһылай күңелле осрашыу, һис көтмәгәйнем. Һин һаман да – элекке Зифа, һиңә күптәр ғашиҡ ине”, – тип һөйләнә һәм ҡайҙа йәшәүе, ғаилә хәле, күпме эш хаҡы алыуы менән ҡыҙыҡһына.
– Минең атай ике меңенсе йылдарҙа торбаларҙың ҡайһы яҡҡа шыйыҡсалар ағыҙғанын күҙәтеп ултырғайны бит. Шунда онотолоп ҡалған бер-ике торба беҙҙең ғаилә мәнфәғәттәренә хеҙмәт итә, тип әйтһәм, маҡтаныу булып яңғырамаһын. Ара-тирә, ошонда йөрөргә, ярап ҡала инде.
– Ә теге, һинең эргәлә уралған ҡайҙа? – тип Элина Разифаның ҡолағына үрелде.
– Ул бит хәҙер әллә Австрияла, әллә Швейцарияла. Для менә инцидент исчерпан. Ҡайтһа, уны ултыртасаҡтар бит. Тағы шул ғына ҡалмағайны, Аксаков менән Достоевский урамдары мөйөшөнә передача ташырға, һис тә теләгем юҡ. Хәҙер – егерме беренсе быуат. Декабристар ҡатындары михнәттәре беҙҙең өсөн ят.
Ҡыҙҙар күңелле итеп көлөштөләр, Макс өндәшмәне. Юнир тағы ла бер ҡойоп сыҡҡандан һуң*, Разифаның бер төрлө булып алыуына иғтибар итте. Шайтан алғыры! Артығыраҡ булмағайы!
– Ә һин ниңә эсмәйһең? – тип Разифа Юнирға боролдо, – йә, әле, йөҙ грамды кәгеп ҡуй әле!
– Миңә ярамай, үҙегеҙ беләһегеҙ, – тип кире ҡаҡты Юнир, башҡа һүҙ таба алмай.
– Улайһа, үҙем эсәм! Тот, Элина. Макс, ҡайҙа һинеке? Ә был клуб миңә оҡшай башланы! Яңы йылға тиклем, булғандарын барларға теләйем!
Эшемде ҡыраһың икән, тине Юнир эстән генә. Йәмиләне ташларға тура килә инде. Телефоны дерелдәне һәм апаһынан СМС-ка килеп төштө: “Бик иртә һауаландың,кейәү. Быны көтмәгәйнем. Исмаһам, үҙенә шылтыратып, бер-ике һүҙ тап”, – тип яҙылғайны Гөлнараның СМС-каһында. Юнир, ике уйлап тормай: “Аңлашылды. Мин эштән китеү хаҡында ғариза яҙҙым”, – тип әйтеүҙән башҡа, юл таба алманы.
– Юнир, Юнир, һин ҡайҙа? – тип өндәште Разифа. – Әйҙәгеҙ, бейеп киләбеҙ, Залда Петя менән Света күренә. Һеҙҙең эсергә* етәме?
Былай эсһәгеҙ, ҡайҙан етһен? Менеджерға мөрәжәғәт итергә тура килә инде. Юҡ, был эш эш түгел икән. Бының менән аҙна һайын эсеп йөрөй башлаһаң, алкоголикка әйләнгәнеңде көт тә тор...
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
* редакция спиртлы эсемлектәр, тәмәке һәм башҡа наркотик матдәләр ҡулланыуға ҡаршы.
Читайте нас: