-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Ноябрь 2020, 08:00

ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Етенсе бүлек

Егеттәр өсөһө лә Разифа эшләгән офис эргәһенә килделәр. Ҡыҙ мониторҙан ҡарап ултырамы икән, шунда уҡ Юнирҙы саҡырҙы. Разифаның үҙен тотошонан, йөҙөнән ниндәйҙер битараф һалҡынлыҡ бөркөлөп торған һымаҡ. Юнир ни өсөн икәнлеген белә һәм ҡыуанып ҡаршы алыр, тип көтмәгәйне лә.

-1- -2- -3- -4- -5- -6- -7-
ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП
Хикәйә
Етенсе бүлек
Егеттәр өсөһө лә Разифа эшләгән офис эргәһенә килделәр. Ҡыҙ мониторҙан ҡарап ултырамы икән, шунда уҡ Юнирҙы саҡырҙы. Разифаның үҙен тотошонан, йөҙөнән ниндәйҙер битараф һалҡынлыҡ бөркөлөп торған һымаҡ. Юнир ни өсөн икәнлеген белә һәм ҡыуанып ҡаршы алыр, тип көтмәгәйне лә.
Разифа егеткә ултырырға ҡушты һәм үҙе тороп, тәҙрә эргәһенә баҫты, урамға ҡараны.
– Үткән йома нимәләр булғанын хәтерләйһегеҙме? – тине Разифа, тауышын мөмкин тиклем ҡатыраҡ сығарырға тырышып. – Күргәнһегеҙҙер, мин үҙем унда булдым, ләкин ҡайһы бер ваҡиғаларҙы онотоп ҡуйыуым бар. Һеҙ Зиннур Мәхмүт улына “служебка” яҙып биргәнһегеҙҙер?
Юнир аптырап ҡалды:
– Бер ниндәй ҙә “служебка” хаҡында һүҙ булманы, мин уға бер нимә лә яҙып бирмәнем. Ул минән һораманы ла.
– Ә ни эшләп Таһир исемле хеҙмәткәрегеҙ эштә булманы?
– Ул төнгө клубта булырға тейеш түгел ине, мин уға иртәгә ҡайтырға ҡуштым.
Ҡыҙ Юнирға боролдо һәм ҡаты ғына итеп:
– Ә Ғәлинуровҡа кем “служебка” яҙҙы? – тине.
Күренеп тора, был сәфәр күҙ алдында ҡуйырып бара һәм уның Сәлим Ғилметдин улы ҡолаҡтарына нисек барып ишетелере билдәле түгел.
Юнир аптырап торманы:
– Разифа Сәлимовна, һеҙҙе нимә борсой? Беҙ төнгө клубта бергә булдыҡ. Әгәр онотһағыҙ, беҙ һеҙҙең ҡайтыуығыҙҙы байрам иттек. Был табында тиҫтәләп кеше ҡатнашты, ул-был булманы, берәү ҙә йығылманы, һеҙ үҙегеҙҙе бик лайыҡлы тоттоғоҙ, Разифа Сәлимовна! Мин һеҙгә һоҡланып ҡарап ултырҙым. Һеҙ иҫ киткес һоҡланғыс гүзәл зат икәнһегеҙ. Берәү булһа, ҡолап ятыр ине. Ә һеҙ “ыһ” та итмәнегеҙ.
Разифа Юнир яғына боролдо. Ул йылмая ине.
– Һин ысынлап әйтәһеңме, Юнир?
– Әлбиттә, ысынлап әйтәм. Эх, тинем мин, һеҙҙең һымаҡ ҡыҙға ғашиҡ булырға, яратырға, һеҙҙең ҡолоғоҙ булырға ризамын!
– Ә бына быныһын мин күрмәнем, – тине ҡыҙ, – һеҙ шаяртаһығыҙ, йә алдайһығыҙ. Шулай булғас, икенсе тапҡыр төнгө клубҡа барғанда, һеҙ үҙегеҙҙең хаталарығыҙҙы төҙәтерһегеҙ, тип уйлайым. Шунан һуң, беҙҙең сәфәр тураһында атайыма кем әйтте?
– Белмәйем, – тине Юнир, – һеҙҙең атайығыҙҙы күргәнем дә юҡ, докладной яҙырға ла сәбәп тойманым.
Разифа егеттең эргәһенә үк килеп, уның ҡулынан тотто:
– Ысын дуҫ икәнһең! Рәхмәт, Юнир! Мин атайымды борсорға теләмәҫ инем. Үҙең беләһең, беҙҙең предприятие шаҡтай уңышлы эшләй. Һиңә мәғлүмдер, тип уйлайым – беҙҙең яҡтағы нефть, газ ятҡылыҡтары – иң еңел ҡатламдарҙа, сеймалы алынғандан һуң, ташлап кителгән, йә консервацияға ҡуйылған. Ә ер аҫтында ҡалған нефттең байтаҡ өлөшө шул килеш ята әле. Атайым тәҡдим иткән технологиялар иҫке ятҡылыҡтарҙа нефть сығарыуҙы, шунда булған газды утилләштереүҙе еңеләйтергә тейеш. Әлегә бына шулар – мин белгән мәсьәләләр. Атайым мине киләсәктә предприятиеның хужаһы ғына түгел, етәксеһе итеп тә күрергә теләй. Белмәйем, был мөмкин булырмы икән? Сөнки иҫке ятҡылыҡтарҙан нефть сығырау бер эш булһа, предприятиены үҙ ҡарамағында һаҡлап ҡалыу – бөтөнләй икенсе эш. Беҙҙең нисек эшләгәнебеҙҙе, Владивостоктан алып, Калининградҡа тиклем, белеп торалар. Шуға, беҙҙең предприятие менән ҡыҙыҡһыныуҙары бер ҙә ғәжәп түгел.
– Ә ҡыҙыҡһыныу менән бәйле, ниндәй мәғлүмәттәр бар? – тип һораны Юнир.
– Беҙҙең йәмғиәттең акциялары ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында иркен йөрөй. Ҙур ғына корпорация вәкилдәре һуңғы ике-өс айҙа беҙҙең акцияларҙы туплау менән етди шөғөлләнә. Әлегә ул күп түгел, ләкин, әгәр ошондай темп менән барһа, беҙҙең төп акционарҙарҙы һағайтыуы бик ихтимал.
– Эш хаҡы һәйбәт, күрһәткестәр яҡшы. Бындай шарттарҙа башҡа милекселәрҙең ҡыҙыҡһыныу белдереүе һис тә ғәжәп түгел, – тине Юнир, – бындай осраҡта, акцияларҙың хаҡтарын күтәреп кенә, мәсьәләне хәл итеп булмай. Кемдең аҡсаһы бар, һатып аласаҡ.
– Дөрөҫ әйтәһең, Юнир, – тине Разифа, – беҙ һеҙҙе шуның өсөн саҡырҙыҡ, ҡыҫҡаһы, эшкә ялланыҡ. Һеҙ әле – өсәү. Минең уйым буйынса, Таһир һынауҙы үтә алманы. Һиңә ҡарата шик юҡ, Андрей тураһында тағы һөйләшербеҙ.
– Улайһа, һеҙҙең бурыс – һеҙҙе һаҡлау ғына түгел икән, – тине Юнир.
– Һаҡлауҙың иң юғары өлгөһөн күрһәттең инде, – тип көлөмһөрәне ҡыҙ, – үткән төндәге ваҡиғаны әйтәм.
– Ә унда нимә булды? – тип аптыранды Юнир.
– Нимә булһын, бер нимә лә булманы, – тине ҡәтғи генә итеп Разифа, – мин күрмәнем, бәлки һеҙ һиҙгәнһегеҙҙер, тип уйлағайным, беҙҙе бит бик ныҡ тикшерҙеләр. Төнгө клубтан ҡайтып еткәнсе, мин йоҡларға ятҡансы. Һәр хәлдә, беҙҙең өҫтән яҙылған “служебка”, төнгө клубтағы беҙҙең мажаралар...
– Ә Таһирҙың ҡылығы? – тине Юнир.
– Таһирҙы ҡапҡа һаҡларға ебәрәсәктәр. Ул ышанысты аҡламаны. Ул мәсьәлә хәҙер ябыҡ. Әйткәндәй, миндә шик бар, ул беҙҙең акцияларҙы һатып алырға теләүселәр менән бәйләнештә булыуы бик ихтимал. Уны әлегә тикшерәсәктәр.
– Ә беҙҙең бурыс нимәнән торасаҡ? – тине Юнир. – Төнгө клубта типтереү менән генә сикләнербеҙ, тип уйламайым.
– Һеҙҙең бурыс – минең менән эшләү, мәғлүмәт сараларында, беҙҙең предприятиеға бәйле, мәҡәләләр менән танышыу, уларҙы туплау һәм анализлау. Ошо аҙнала, мәҫәлән, Андрей менән иғлан биреп, иҡтисадсыларға мөрәжәғәт итеп, беҙҙең акцияларҙы эҙләштереп ҡарағыҙ. Бармы, һатыламы, хаҡы нисек? Һәм башҡа мәғлүмәттәр аҙна һайын кәрәк буласаҡ.
Үҙҙәренә йөкмәтелгән эштең былай уҡ ҡатмарлы төҫ алырын Юнир күҙ алдына ла килтермәгәйне. Хәҙер көнө-төнө ошо эш менән мәшғүл булырға тура килә түгелме һуң? Шунан һуң, был йәһәттән Разифаның эш тәжрибәһе бармы икән? Ярай ҙа, сит илдә был баҙар ныҡ үҫешкән, төп урындарҙың береһен алып тора, кемдәрҙелер байыта, кемдәрҙелер бөлдөрә, ә беҙҙә күпселек уның нимә икәнлеген дә белмәй. Ваучерҙар менән алданғандан һуң, халыҡтың күпселеге бындай ҡағыҙҙарға ышанмай һәм шик менән ҡарай. Юнир тәүге контора эргәһендә үк бер егет менән танышты. Дима, тип таныштырҙы теге үҙен. Әллә ҡайҙан уҡ, үҙенең иҫке танышы һымаҡ, килеп:
– Һине нимә ҡыҙыҡһындыра? – тип һораны.
“НефтьПлюсГаз” акциялары тураһында ишеткәс, шунда уҡ йөҙө үҙгәрҙе:
– Юҡҡа йөрөйһөң, файҙаһы юҡ, – тине ул, – урамда эҙләп йөрөүеңдең бер файҙаһы ла булмаясаҡ. Күпселек алыпһатарҙар тәғәйен исемлек һәм юғары хаҡ менән йөрөй. Хәҙер һәр береһендә – адрес менән исемлек, улар йылы ресторанда һәм кафела ғына ултырып һөйләшә. “НефтьПлюсГаз” дефицитҡа әйләнеп бара. Бәлки һеҙҙе башҡа акциялар ҡыҙыҡһындыралыр? Беҙҙә бөтәһе лә бар, тип әйтерлек.
Һөйләшеүҙе ресторанда дауам иттеләр. Шул арала ғына Диманың әллә күпме танышы килеп, кәңәшләшеп китте. Һис тартынып торманылар. Һәр береһе, тип әйтерлек, “НефтьПлюсГаз” йәмғиәтенең акциялары менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Былай булһа, предприятие тирәһендә барған ығы-зығы тураһындағы хәбәр дөрөҫ була түгелме һуң? Юнир үҙ аллы эшләгән брокерҙар менән дә кәңәшләште. Уларҙа, ысынлап та, исемлектәр бар. Ҡайҙан ҡулға төшөргәндәрҙер, һәр хәлдә, арзан түгел, тип ишараланылар.
Икенсе көнөнә Андрей менән Юнир күргәнәре-ишеткәндәре, фараздары хаҡында күҙәтеү эшләнеләр. Иң тәүҙә Андрей үҙенең вариантын яҙып бирҙе. Көнө буйы эш күп булғас, Юнир уның отчетын уҡырға өлгөрмәй ҡалды. Кис ҡайтыр алдынан уҡырға тотонһа, сәстәре үрә тора яҙҙы. Андрей Юнир күргәндәрҙең-ишеткәндәрҙең тап киреһен яҙған. Әгәр ул яҙғандарға ышанһаң, Юнир үҙе ишетмәгән булһа, “НефтьПлюсГаз” акциялары тәрән йоҡоға талған, улар берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай, баҙарҙа ихтыяж юҡ.
Юнир өндәшмәне. Тәүге һығымта бик алдатҡыс була икән. Егет бындағы хәл-ваҡиғаларҙы асыҡлау һәм күҙәтеп тороу өсөн ебәрелгән йәшерен хеҙмәткәр түгелме? Тик был хаҡта кем менән һөйләшергә? Ғәлинуров тап әлеге мәсьәлә өсөн яуап бирә, ләкин ул Юнирҙың фаразына ышанырмы? Ә Разифа Андрейҙың тоғролоғона шикләнмәй. Бәлки Сәлим Ғилметдинович менән һөйләшеп ҡарарға кәрәктер? Ләкин уның, Юнирҙың, йәмғиәттең хужаһы эргәһенә башҡалар аша туранан-тура үтеү хоҡуғы юҡ. Шулай булғас, иң тәүҙә Разифа менән кәңәшләшергә ҡала. Юнир үҙенең отчетын һәм Андрейҙың яҙғандарын бер һаҡлағысҡа һалды ла, Разифаға тоттороп: “Уҡып сығығыҙ ҙа, үҙегеҙ һығымта яһағыҙ”, – тине.
Икенсе көнөнә, килеүенә, Разифа ике отчет менән дә танышҡан һәм уның һығымталары менән бик ҡәнәғәт ине.
– Ике кешенең ике төрлө отчеты менән таныштығыҙ, Разифа Сәлимовна, ләкин шикләнерлек бер нимә лә күрмәнегеҙме? – тип һораны Юнир.
– Юнир, беләһеңме, – тине Разифа, – һин үпкәләй алаһың. Был эш бик ҙурға әйләнеп бара. Акциялар артынан һунар яңы бейеклеккә күтәрелде. Андрей осрашҡан кешеләр тап ул яҙғандарҙы һөйләне. Эйе. Уныңса, баҙар беҙгә – пассив. Бары тик беҙ һеҙҙең анализлау ҡеүәһен тикшерҙек һәм ҡәнәғәтләнерлек, тип таптыҡ. Хәҙер, ысынлап, эшкә тотона алабыҙ. Мин инде – ҡатын-ҡыҙ, мине ышандырыуы еңел. Әгәр тикшереүҙе үтә алмаһағыҙ, яңы кешеләр эҙләргә тура килер, тип борсола инем. Ҡотлайым! Һеҙҙең икегеҙ менән дә контракт төҙөйбөҙ, эш хаҡы тураһында һөйләшәбеҙ һәм ныҡлап эшкә тотонабыҙ.
– Бер һорау мөмкинме? – тине Юнир.
– Эш хаҡы тураһындамы? – тине Разифа.
– Юҡ, эш хаҡы түгел, – тине Юнир, – беҙҙең төркөмгә берәй ҡатын-ҡыҙҙы йәлеп итеү мәсьәләһе борсой.
– Ә мин генә булһам, ярамаймы? – тине Разифа, йылмайып. – Был ҡәтғи талапмы?
– Үҙегеҙ уйлағыҙ, – тине Юнир, – һеҙгә бит, халыҡ араһына сығырға, төнгө клубтарға барырға тура килә. Эргәгеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙан берәүһе булһа, мин дә үҙемде ышаныслыраҡ тойор инем.
– Юҡ инде, – тине Разифа, – теге төндө мин һинән ышаныслыраҡ кешене күрмәнем. Тәүге төндө һынауҙы нисек үттең, һиҙҙеңме? Ныҡ кеше булып сыҡтың! Әлбиттә, мин бер аҙ аптыратҡанмындыр...
Юнир аптыраны ла ҡуйҙы. Бына нисек булған икән?!
Рәсәйҙә капитализм шарттарына күсеү бик еңелдән бармай. Кемдәр байыраҡ, улар мал үҙләштереүҙе үҙҙәренең төп кәсебе итһә, күпселек уларҙың нимә ҡыланыуҙарын күҙәтеү менән генә сикләнә. Ни хәл итәһең, әүәлдән билдәле мәҡәл. Кемдеңдер өйрәһе шыйыҡ, икенселәрҙең ынйылары вағыраҡ.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: