ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП
Хикәйә
Кесе йома, төштән һуң, айырым кешеләр өсөн кәңәшмә буласағы хаҡында хәбәр иттеләр. Юнир, исемлекте ҡарап, кәңәшмәлә ҡатнашыу шарттары менән танышҡанда Таһирҙың фамилияһының юҡлығына иғтибар итте. “Уға яуаплыраҡ эш тапшырылды, хәҙер ул хужалыҡ ҡапҡаһы яғынан инеүсе һәм сығыусы машиналарҙы хеҙмәтләндерәсәк”, – тип яуап бирҙеләр. Тәү ҡарамаҡҡа бәләкәй генә күренгән миҫалды Юнир Әхтәмов үҙе өсөн киҫәтеү сифатында ҡабул итте. Әгәр үҙеңде тота белмәһәң, ҡыҙыҡһыныуыңды йәшермәһәң, һәр кемде шундай “үрләтеү” көтә.
Таһир һуңынан Юнир менән бер нисә тапҡыр осрашасаҡ, үҙенә ҡапҡа асып-ябырға ҡушыуҙарына зарланасаҡ һәм ни өсөн үҙен бында күсереүҙәренең серенә әле һаман төшөнә алмауы хаҡында һөйләйәсәк.
– Һинең һорауыңа яуап бирә алмайым, – тине Юнир уға, – миңә, һинең хаҡта, яуаплыраҡ эш тапшырҙыҡ, тинеләр.
Кәңәшмә башланғанға тиклем, барыһының да телефондарын йыйып алдылар, хатта металл эҙләгес аша үткәрҙеләр. Разифа, Юнир, Андрей – өсөһө бер мөйөштә ултырҙылар. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың күбеһе нефть һәм газ тармағында электән эшләгән, тәжрибә туплаған, һыналған кешеләр, Юнир өсөн күбеһе таныш түгел, һәр береһе, тип әйтерлек, йәштәр өсәүләшеп ултырған мөйөшкә боролоп ҡарамайынса, үтмәне. Юнир белә, бындағылар уның менән йәки Андрей менән түгел, Разифа Сәлим ҡыҙы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Уны күреп, танып ҡалырға тырыша. Ни тиһәң дә, хужаның ҡыҙы, уның вариҫы һәм киләсәктә туранан-тура етәксеһе булыуы ла бик ихтимал.
Кәңәшмәне, инеш һүҙ менән, Сәлим Ғилметдин улы үҙе асып ебәрҙе:
– Мин һеҙгә һәр ваҡыт, үҙегеҙҙе эҙләгеҙ һәм табығыҙ, тип әйткәнем бар, ошо йүнәлештә эште дауам итегеҙ. Һәр хәлдә, беҙ үҙебеҙе эҙләү һәм табыу юлындабыҙ. Эҙләгән кеше һәр ваҡыт маҡсатына өлгәшә һәм үҙен таба. Һуңғы ваҡиғалар ҙа шул хаҡта һөйләй. Һеҙҙе ғәжәпләндереп, цифрҙар менән башығыҙҙы ҡатырырға теләгем юҡ. Ер шарында нефть һәм газ ятҡылыҡтары табылмаған, бүленмәгән, тартып алынмаған, уларҙы яулау өсөн ҡан ҡойолмаған урындар бөттө, тип әйтерлек. “Ҡара алтынға” һәм зәңгәр яғыулыҡҡа ихтыяж бөттө, тип иғлан итеү бер ваҡытта ла булмаясаҡ һәм энергия сығанаҡтары өсөн көрәш киләсәктә киҫкенләшәсәк. Әлбиттә, һәүерташ революцияһына күптәр ымһынып ҡарай, ләкин мәсьәләне ул ғына хәл итмәйәсәк. Оҡшаймы, оҡшамаймы, “ҡара алтын” сығарыусылар ярым-ярты сеймалы алынған ятҡылыҡтарға иғтибарын йүнәлтергә мәжбүр буласаҡ. Беҙҙең тарафтан тормошҡа ашырылған нефть сығарыуҙы ҡатламдарҙың баҫымын күтәреү иҫәбенә арттырыуыбыҙ иғтибарҙан ситә ҡалманы. Беҙҙән тәжрибә уртаҡлашыуыбыҙҙы бөгөндән һорап йөрөүселәр бар, ләкин был алым – әлегә беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлеше. Ыңғай һөҙөмтәләр бар, беҙ уны артабан да дауам итәсәкбеҙ, ләкин әлегә был хаҡта яҙыу, пропагандалау, шаштырыу урынһыҙ. Ошо йәһәттән күптәрегеҙҙең иғтибарын хәүефһеҙлек мәсьәләләренә йүнәлтер инем. Был мәсьәлә беҙҙә хәҙер киҫкенләшәсәк һәм беҙ бөгөн ошо хаҡта ентекләп һөйләшергә тейешбеҙ.
Шулай итеп, эш алымдары, бында үткәрелгән тәжрибәләр хәҙер дәүләт кимәлендә яҡлауға һәм һаҡлауға дусар ителде.
– Беҙҙе саҡырыуҙарына ғәжәпләнмәгеҙ, – тине Разифа Сәлим ҡыҙы, кәңәшмәнән һуң, Юнир менән Андрейға, – икегеҙ ҙә нефть университетын бөткәнһегеҙ, эштең нимә тураһында бара икәнлеген беләһегеҙ, хәҙер беҙгә йышыраҡ вазифаға ҡағылған бурыстар менән шөғөлләнергә тура киләсәк. Күргәнһегеҙҙер, күбеһе – өлкәндәр, ошо эшкә ғүмерен биргән ғалимдар. Ә беҙ уларға ярҙам итергә бурыслы. Беҙгә әлегә предприятиеның иҡтисади үҙаллылығын һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу буйынса бурыстар йөкмәтелде. Сөнки акцияларҙы баҙарҙа һатыу-алыу дауам итә, киләсәктә Хөкүмәт тарафынан беҙҙе һәм төрҙәш предприятиеларҙы хосусилаштырыу, һис юғы, ойоштороусыһы дәүләт булған корпорациялар ҡарамағына биреү мәсьәләһе лә хәл ителеүе бар. Әлегә беҙгә шундай бурыс ҡуйылды, беҙ мәғлүмәт киңлегендә беҙҙең эшмәкәрлек менән бәйле сыҡҡан материалдарҙы күҙәтеп барырға, ә үҙебеҙҙән тәҡдим ителгәндәренең дөрөҫлөгөн һаҡларға бурыслыбыҙ.
Шул уҡ көндө уларҙың өсөһөн Юлдашев саҡырып алды:
– Хәтерләйһегеҙме, бер нисә ай элек мин һеҙгә үҙегеҙҙе эҙләргә һам табырға кәңәш иткәйнем. Хәҙер эҙләү ҙә, табыу ҙа етмәй, күберәк эҙләгәнеңде һәм тапҡаныңдың һаҡланыуын тәьмин итергә кәрәк. Һәр табышты асып һалыу, таратыу мотлаҡ түгел, бер эш тә хәҙер бушҡа башҡарылмай. Һәр береһенә ҡаҙнанан аҡса бүленә. Ә ниңә беҙ аҡса түгеп эшләгән эшебеҙҙе, үҙебеҙең аҡыл емешен, уңға-һулға таратып ултырырға тейешбеҙ? 90-сы йылдар аҙағында Японияла булырға тура килгәйне Япондар миңә, сер итеп кенә, “Юный техник”, “Наука и жизнь” һәм башҡа журналдарҙы уҡыу өсөн генә, рус телен үҙләштереүҙәре, баҫмаларҙа сыҡҡан материалдарҙы файҙаланып, донъя баҙарҙарын яулауҙары хаҡында һөйләгәйнеләр. Хәҙер беҙҙең алда тап шундай бурыс тора. Һеҙгә айырым мөрәжәғәт итеүемдең сере шунда, һеҙ – яңы кешеләр, ә яңыларҙан һәр ваҡыт нимәлер көтәләр һәм ышанып та бөтмәйҙәр. Иғтибар итмәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән булығыҙ,
Бына шулай үтте һынауҙар “НефтьПлюсГаз” йәмғиәтендә киләсәктә эшләйһе эштәр, һаҡлайһы серҙәр күп булыр әле. Яңы шарттарҙа йәштәр үҙ урындарын яулау өсөн көрәшергә һәм үҙенең мөмкинлекәрен күрһәтергә бурыслы. Әле һеҙ танышҡан хикәйә конспекттары үҙ алдына шундай маҡсатар ҡуя ла инде. Теләүселәр булһа, уҡыр, бәлки фәһем алыр, яҙған булһа, тормошта ла ҡулланыр. Кем белә, яҙыу серенә саҡ ҡына эйә булғандарҙың фантазияһы сикһеҙ һәм йүгәнһеҙ, киләсәктә, насип булһа, әҫәр геройҙары менән тағы ла осрашырбыҙ әле.
Иҫән-һау булығыҙ, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"