КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ...
Зөләйхә бөгөн йүнләп йоҡлай алманы. Эше ауыр, көнө буйы аяҡ өҫтө ныҡ арый, сауҙа нөктәләренең эшен үҙегеҙ беләһегеҙ, әгәр залда үҙең йөрөмәһәң, тауар һайларға ярҙам итмәһәң, эш бармағаны көн кеүек асыҡ, тырышырға, эшләргә тура килә. Ә ул бөгөн йоҡлай алманы. Әле сәғәт алты, элек етелә тора ла, бер сәғәт эсендә әҙерләнеп, һигеҙҙә эш башланыуға, баҫып тора ине. Сауҙа үҙәге эргәһендә булғас, еңел, транспортҡа аҡса китмәй. Ҡайһы ваҡыт өйөнә лә ҡайтып ашай.
Үрелеп кенә утты яҡтыртты һәм күҙенә кисә килгән хат салынды. Тағы ла, инде нисәнсе ҡат, хатты уҡырға кереште.
“Һаумы, Зөләйхә! Минең был хатты уҡығас, ғәжәпләнерһең инде. Нисәмә йыл күренгәне, шылтыратҡаны, сәләм дә ебәргәне юҡ ине, тип аптырарһың. Әгәр мин хатҡа тотонғанмын икән, тимәк, ғәжәпләнерлек сәбәптәре бар. Беҙҙең айырылышыуға 12 йылдан артыҡ ғүмер үтеп тә киткән икән. Мин, хат яҙырға тотонор алдынан, бик оҙаҡ уйланым, яҙырғамы, яҙмаҫҡамы. Электән һинең телефоныңды белә инем. Көн һайын, тип әйтерлек, шылтыратырға уҡталып ултырған саҡтарым булды. Хатта бер-ике тапҡыр һинең менән һөйләшәм икән, тип төш тә күрҙем. Һәр һөйләшкән һайын, һин минән: “Ҡасан ҡайтаһың?” – тип һорайһың икән, тим. Эйе, ҡасан ҡайтаһың, тип һорайһың. Әллә – ысын, әллә – буш.
Беҙҙең күршелә Флүр ағай йәшәй торғайны. Шул ағай, минеке һымағыраҡ сетерекле хәл килеп тыуһа: “Ни хәл итәһең, донъя шулай ҡоролған. Ҡайһы ваҡыт урамда торған ата ҡаҙға ла сәләм бирергә тура килә”– тип әйтә торғайны. Телефонымды белгәс, ниңә шылтыратмай икән, тип ғәжәпләнмә. Телефон аша аңлашыу менән, аҡ ҡағыҙ битенә текәлеп, хат яҙыу араһында айырма ҙур икән. Аҡ ҡағыҙға яҙылған хатыма әллә яуап килә, әллә юҡ. Һинең бит миңә яуап яҙмаҫҡа ла хоҡуғың бар. Ә шылтыратһам, һин әйтергә ихтимал булған: “Нимә, Гәрәй, хәҙер миңә көнөң төштөмө?” – тип әйтерһең һымаҡ. Һинең был һүҙҙәрҙе әйтергә хоҡуғың бар. Ә хатҡа яуап яҙмаһаң, үпкәм юҡ, мин бөтәһен дә аңлармын. Беҙҙең өйләнешеүгә быйыл, хәтерем алдамаһа, 18 йыл була икән. Тимәк, ҡыҙыбыҙға 17 йәш, ул берәй яҡҡа уҡырға барырға йыйыналыр.
Тирә-йүндә нимә барғанын һин үҙең күреп тораһың бит инде. Элек ниндәй бәхетле йәшәгәнбеҙ, тип уйлап ҡуям. Әле бынау вирусы менән бәйле, уйлағандарымдың сиге юҡ. Һин, бәлки, ишетмәгәнһеңдер, ике аҙна дауаханала ятып сыҡтым. Йәшәргә теләгем көслө ине, үпкәмде елләтеп ятҡан сағымда, үҙем өсөн әйтеү әйттем: иҫән-һау ҡотолһам, һинең менән ҡыҙым Гөлназдан ғәфү үтенәм, тинем. Әгәр мөмкин булһа, мине ғәфү итегеҙ. Һеҙҙең ғәфү итмәҫкә лә хоҡуғығыҙ бар.
Үлем менән йәшәү араһында артабан ошо ерҙә ҡалыу өсөн көрәшкәндә мин көн һайын һеҙҙе иҫкә төшөрҙөм. Ялбарыуҙы Аллаһы Тәғәлә ишетте, тип иҫәпләйем, миңә тағы ла бер ғүмер бүләк итте. Миңә тиклем ошо аппарат аҫтында ятҡан кешеләрҙең барыһы ла фани донъяны ҡалдырған икән. Беләһеңме, Зөләйхә, мин ни өсөн үлемдән көслөрәк булып сыҡтым? Эйе, минең һеҙгә булған ышанысым, өмөтөм мине еңергә ярҙам итте. Мин хәҙер үҙемде үлемдең ҡосағында булдым, ожмах менән тамуҡ араһындағы кәртәне күрҙем, ҡылған барлыҡ гонаһтарым өсөн яза алдым, тип иҫәпләй алам. Бына ошолар – минең яҙаһы һүҙҙәрем. Хат яҙырға теләгең булһа, конверт тышындағы адрес буйынса яҙ”.
Зөләйхә ҡабалан-ҡарһалан ашаны ла, сәйен барғас эсермен әле, тип эшенә сығып йүгерҙе. Ҡыҙының телефонында уятҡысы бар, ашарға ҡалдырҙы, 11-се класта, мәктәпкә бараһы түгел, хәҙер өйҙә генә уҡыйҙар. Зөләйхә уйлана, икеләнә. Нимә тип яҙырға икән? Ҡара һин уны, үлемдән ҡалдым, ти бит әле. Етмәһә, ғәфү үтенә. Ҡатын элекке иренең ни өсөн хат яҙыуына төшөнә алмай аптыранды. Ҡала кимәлендә билдәле кешеләрҙең улы, улар менән аралашыуҙы күптәр мәртәбәгә һанай торғайнылар. Ә Ғәлләмовтар үҙҙәрен тота белде. Юғарылағыларҙың да иң һайландыҡтары менән генә аралашты, үҙҙәренә күрә ҡор ойошторҙо. Бына хәҙер Гәрәй хат яҙған.
Ә ваҡтында уларҙың никахы ваҡытлыса икәнлеге тәүге көндәрҙән үк күренде. Илдә кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәттәре һыналған дәүер ине. Гәрәйҙең Зөләйхә менән дуҫлашыуын Ғәлләмовтар ғаиләһендә шунда уҡ кире ҡаҡтылар. Гәрәй менән Зөләйхәгә, Гөлназдың тыуасағы билдәле булғас, бергә йәшәй башларға тура килде. Шунан һуң да Гәрәйҙең әсәһе, атаһы берәмләп тә, икешәрләп тә килеп, улдарын аҡылға ултыртырға, ғаиләне тарҡатырға тырышып ҡаранылар. Гәрәй хатта, ҡайтып киткән осраҡта ла, икенсе көнөнә яңынан ҡатыны һәм ҡыҙы янына килә торғайны.
Йәшәү, тиһәң, хәтере ҡалыр, шулай ике йылдан артыҡ аҙапландылар әле. Хатта Гәрәй бер тапҡыр Зөләйхәнең ауылына ла барҙы. Зөләйхәнең ата-әсәһе уларҙы бик ҡыуанып ҡабул итте. Кейәүҙе оҡшаттылар, Гөлназды яраттылар, кисен ҡунаҡ йыйып алдылар. Ул көндәрҙән хәҙер хәтирәләр генә ҡалды. Ауылдан ҡайтып, бер ике-ай йәшәнеләрме икән, Зөләйхәнең башы әйләнде, хәле бөттө. Табипҡа барғайны, бер-ике аҙна йөрөттөләр ҙә, “яман шеш” тигән диагноз ҡуйҙылар һәм операцияға әҙерләнергә ҡуштылар. Зөләйхә шаңғып ҡалды, ләкин бирешмәне. Гәрәй ҡайтҡас, йәшереп торманы, барыһын да һөйләп бирҙе. Гәрәйҙең йөҙөндә бер үҙгәреш тә тойолманы. Һорашманы ла, ҡыҙыҡһынманы ла. Икенсе көнөнә ҡараңғыла-яҡтыла сығып китте. Зөләйхә торғас, аш бүлмәһендәге өҫтәлдә: “Һин минең тормошомдо харап иттең. Мине башҡа көтмә”, – тигән яҙыу ғына ҡалғайны. Ялланған фатирҙы ҡалдырып, ауылға ҡайттырға тура килде Зөләйхәгә. Ярай, әсәһе ялда, Гөлназды ул алып ҡалды. Ҡурҡып көткән операцияһы ла уңышлы тамамланды. Ә күңелдә яралар бөтәшкән һымаҡ булды. Ошонан һуң Зөләйхә үҙҙәре яғындағы ҡалаға ҡайтты. Тормошо яйлап көйләнгәндәй тойолдо. Хатта бер мәл ауылға ҡайтырға ла уҡталғайны. Мәктәп ябылғас, уныһынан да баш тартты. Эшләй торғас, аҙмы-күпме аҡса йыйып, бер бүлмәле фатир һатып алды. Үҙен кәм-хур тоймай. Ҡыҙы үҫә, һәйбәт уҡый, йәшәргә урыны бар. Эшендә хөрмәт итәләр.
Әлеге хат тынғы бирмәй. Адресын ҡайҙан тапҡан, нисек иҫкә төшөргән әле? Хатҡа тотонһа, нимәләр тип яҙырға икән? Оҙаҡламаны, кисенә үк, бик йонсомай ғына, уйлағандарын ҡағыҙ битенә төшөрөп тә ҡуйҙы:
“Һаумы, Гәрәй! Хатыңды алдым, уҡыным, күбеһен аңланым. Ғәфү үтенеүгә килгәндә, бәлки тәүбәгә килеүең бер ваҡытта ла һуң түгелдер. Мин һине шунда уҡ ғәфү иттем. Сөнки һин үҙеңә хужа түгел инең. Атайың менән әсәйеңә лә үпкәм юҡ. Мин уларға бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Сирләүең хаҡында ла тәүге тапҡыр ишеттем. Беҙ һиңә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Быйыл ҡыҙың ун берҙе бөтә. Һәйбәт уҡый, олимпиадаларҙа еңгәне бар. Ҡайҙа теләйһең, шунда уҡырға бар, тинем. Мин һинең эштәрең уң баралыр, ғаиләң менән бәхетлеһеңдер, тип уйлайым. Һиңә сәләмәтлек, бәхетле тормош теләйбеҙ”.
Зөләйхә хатын, икенсегә уҡып та тормай, почтаға кереп, конверт алды ла, йәшниккә һалып та ҡуйҙы.