+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Ноябрь 2020, 08:00

КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ... Хикәйә Өсөнсө бүлек

Зөләйхәнең үҙенә лә ҡыҙыҡ була башланы. Булмай ни, күпме генә көн эсендә өсөнсөгә хат яҙырға ултырырға тура килә. Дөрөҫ, быныһын яҙмаҫҡа ла иткәйне, үҙе, яуап яҙып, өмөтләндереп ҡуйҙы бит. Хәҙер тағы яҙырға тура килә инде. Был юлы нимә яҙышырбыҙ икән, тип уйлап, хәтеренең иң төпкө мөйөштәрендә соҡоноп ҡарай, юҡ, инде ныҡлап соҡонһаң да, бер нимә лә сығырлыҡ түгел. Әллә үҙе хәтерһеҙгә әйләнде, әллә Гәрәй менән тормошо шулай ғына булдымы? Һуң, ауылда үҙе менән йөрөгән егеттәрҙе лә хәтерләй. Ана, Нуритдин менән 8-се кластан 10-сыны бөткәнсе йөрөнөләр. Шул тиклем һурып үбеүҙәре, ҡолағына береһенән-береһе яғымлыраҡ һүҙҙәр әйтеүе!.. Ҡуй инде, ҡолап китә яҙа торғайны. Ә шул Нуритдин ҡайҙа йөрөй икән, тип иҫенә төшөрһә, келт итеп, алдына килде лә баҫты. Ҡап ҡара бөҙрә сәстәре... Әллә нисәнсе үлсәм бүрек кейә, тинеләр, башына һыймай торғайны.

-1- -2- -3-
КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ...
Хикәйә
Өсөнсө бүлек
Зөләйхәнең үҙенә лә ҡыҙыҡ була башланы. Булмай ни, күпме генә көн эсендә өсөнсөгә хат яҙырға ултырырға тура килә. Дөрөҫ, быныһын яҙмаҫҡа ла иткәйне, үҙе, яуап яҙып, өмөтләндереп ҡуйҙы бит. Хәҙер тағы яҙырға тура килә инде. Был юлы нимә яҙышырбыҙ икән, тип уйлап, хәтеренең иң төпкө мөйөштәрендә соҡоноп ҡарай, юҡ, инде ныҡлап соҡонһаң да, бер нимә лә сығырлыҡ түгел. Әллә үҙе хәтерһеҙгә әйләнде, әллә Гәрәй менән тормошо шулай ғына булдымы? Һуң, ауылда үҙе менән йөрөгән егеттәрҙе лә хәтерләй. Ана, Нуритдин менән 8-се кластан 10-сыны бөткәнсе йөрөнөләр. Шул тиклем һурып үбеүҙәре, ҡолағына береһенән-береһе яғымлыраҡ һүҙҙәр әйтеүе!.. Ҡуй инде, ҡолап китә яҙа торғайны. Ә шул Нуритдин ҡайҙа йөрөй икән, тип иҫенә төшөрһә, келт итеп, алдына килде лә баҫты. Ҡап ҡара бөҙрә сәстәре... Әллә нисәнсе үлсәм бүрек кейә, тинеләр, башына һыймай торғайны.

Ә бер тапҡыр... Нисек булды әле? Көпә-көндөҙ бейек тауға менеп киткәйнеләр, арыны Зөләйхә. Шуны ғына көтөп торған һымаҡ, Нурый, үҙен күтәреп алды ла, тауға менде лә китте. Менеп етте лә, арығандыр инде, ҡылған өҫтөнә ҡолап, байтаҡ ҡына хәһеҙ ятты. Уф, оят, ауылдан вис кенә күреп торғандарҙыр инде. Күрмәй һуң, күтәреп алды, ҡылған араһына ҡоланы. Ә был Гәрәй менән нимә эшләне һуң? Юҡ, Гәрәй менән нимәлер булған һымаҡ түгел. Шулай ҙа, ҡыҙыҡ, хатын яҙайым әле:
“Һаумы, Гәрәй! Хатыңды алып, уҡығас, һинең менән осрашҡан һымаҡ булдым. Тик, барыбер, төшөнөп етә алмайым ҡапылда, ниңә мине хәтергә төшөрөргә булдың әле? Әгәр дөрөҫ аңлаһам, һин, ауырып, дауахананан сыҡҡанһың, бәлки һиңә ярҙам кәрәктер. Хаттарыңдан, мин һинең яңғыҙ икәнлегеңә төшөндөм. Әгәр ярҙам кәрәгеп, һин беҙгә килергә йыйынһаң, мин һиңә, килмә, йөрөмә, тип әйтә алмайым. Ә былай миндә һиңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бар. Мин һиңә ҡыҙың Гөлназды күрһәтер инем. Әле ул беҙҙең хатлашыуыбыҙ тураһында белмәй, һинең хаҡта ишеткәне лә юҡ. Ҡайҙандыр белдеме икән, бер тапҡыр һорап ҡына ҡуйҙы: “Беҙҙең атай миңә алимент түләйме ул?” – тине. Мин инде, нимә тип әйтәйем, ҡыҙыма, атайың дәүләткә эшләй, дәүләт беҙгә эш хаҡы түләй, тип әйтем дә ҡуйҙым. Беҙҙең бер бүлмәле фатирыбыҙ бар, шул 16 квадрат метр инде. Шулай булғас та, шөкөр итәм. Һин бәлки минән, ниңә кейәүгә сыҡманың, тип һорарһың. Йәшереп тормайым, һоратыусылар булды. Сәфәр тигән берәүһе килеп тә йөрөнө, эйәләшеп тә алғайны, ҡыҙым да күнгәйне. Шунан, ҡайтҡан да, сыйырсыҡ ояһы һымаҡ ҡына – донъяһы, өсәүләшеп, унда нисек һыяһың инде, ни ике бүлмәле түгел фатиры, тип һөйләнгән. Һуңғы килгәнендә: “Улай булғас, ике-өс бүлмәлене эҙләйһең инде”, – тип керетмәнем. Туҡылдап, әллә күпме йөрөнө. Шунан, күршелә бер хулиган ғына егет бар, шул, сығып, өндәшкәйне, юҡ булды. Гәрәй, аңлатып яҙмағанһың, атайың менән әсәйең минең хаҡта нимә уйлай? Иҫтәренә төшөргәндәре бармы икән? Һин килһәң, улар белһә, нимә тип әйтерҙәр? Ҡаршы төшмәҫтәрҙер ҙә инде? Ярай, ошоноң менән, тамамлайым. Һинән хат көтөп, Зөләйхә”.
Был юлы Гәрәйҙән хат, элеккеһенә ҡарағанда ла, тиҙерәк килде:
“Һаумы, Зөләйхә! Һинең хатыңды уҡып, ҡыуандым! Ҡыҙымды күрергә теләгем ҙур ине. Һинең күңелеңдең киңлеген, мәрхәмәтле булыуыңды элек тә хәтерләй инем. Ярай, рәхмәт! Минең теләгем тормошҡа аша, миңә унда берәй эш ҡараштырып булырмы икән? Ҙур урын кәрәкмәй, берәй урынға ҡарауылсы итеп ҡуйһалар ҙа, ризамын. Шунан һуң, мин бит хәҙер эсмәйем, эсеүҙе ташлағас, минең һымаҡ кешегә ихтыяж бар бит инде. Әле машина һөйләшеп, ваҡ-төйәк әйберҙәремде йыйыштыра башланым инде. Һау бул, Зөләйхә! Мин һинең саҡырғаныңды көтәм!”
Бына һиңә, онотолоп бөткән ерҙән килеп сығыуын әйт әле. Ә оноторлоҡ булдымы һуң? Зөләйхәнең ҡыҙы менән ҡайтып төшөүҙәре, эшкә түгел, йәшәргә лә урынлаша алмай йөрөүҙәре, бер көн һалҡын алдырып, ҡыҙының ауырып китеүе, ярҙам һорап, Гәрәйгә мөрәжәғәт итеүе хәтеренә төштө. Уныһы телефондың Зөләйхәнең өҙгөләнеп шылтыратыуын өнһөҙ генә тыңлап торҙо ла: “Саҡ ҡына көт, хәҙер берәй нәмә уйлармын”, – тип трубканы һалып ҡуйҙы.
Ышанды йәш ҡатын. Тамағы шешеп, температураһы күтәрелеп, хырылдап ятҡан ҡыҙын тотоп, кискә тиклем ултырҙы ла ҡуйҙы. Ярҙам итеү түгел, килеп, күренеп тә китмәне Гәрәй. Ә һин шуны онотоңмо? Ярай, күршеләре, тиҙ ярҙам саҡыртып, дауаханаға оҙата һалдылар. Унда барғас, табиптың: “Кемде көтөп ултырҙығыҙ? Балағыҙҙы харап итәһегеҙ бит!?” – тип асарғаланып ҡысҡырыуы әле лә ҡолағында сыңлап тора. Ҡыҙын юғалта яҙған көн иҫенә төшкәс, Зөләйхәнең күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Килмәне бит шунда, шылтыратманы. Аҙаҡ үҙе ишетте, Гәрәйгә бер нимә лә булмаған, ул сыҡмаған, ярҙам эҙләмәгән. Тимәк, ул шул ваҡытта уҡ үҙенең ҡыҙынан баш тартҡан булған.
Аһ! Хәтерләй башлаһа, уларҙың мөнәсәбәтендә бер яҡты бит тә ҡалмаған түгелме һуң? Бәлки улар булмағандыр? Ә сит кешеләрҙең ярҙамы һәр береһе иҫендә. Ҡыҙы менән оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡҡас, участка табибы, балағыҙҙы һау-сәләмәт үҫтерергә теләһәгеҙ, һеҙгә быйыл шифаханаға барырға кәрәк, тип путевка юлланы. Ҡыҙы шунда дауаланып ҡайтып, һин дә мин турыҡты ла китте.
Аҡ ҡағыҙ битенә ҡарап, байтаҡ ултырҙы Зөләйхә. Ҡулы үҙенән-үҙе хат юлдарын ҡағыҙға төшөрөргә тора. Тегеләй ҙә уйлап ҡараны, былай ҙа. Байтаҡ йылдар үтте бит инде, булған үпкәләре лә онотолор, ләкин оноторлоҡ булдымы һуң? Ярай, ул, ышанып, килде, ти, ошонда йәшәне. Бәлки терәк-таяныс та булыр һымаҡ.
Оҙаҡ ғазапланып уйланы ҡатын. Аҙаҡ ҡағыҙ битенә түбәндәге юлдарҙы яҙҙы:
“Һаумы, Гәрәй. Ярай, миңә хатыңы яҙғанһың. Юғиһә, телефон аша булһа, мин һиңә әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп бөтөрмөн, тип үҙемдән ҡурҡам, һинән уңайһыҙланам. Әле килеп, шуға төшөндөм, һинең менән минең ваҡыт үткән икән. Ваҡыт күп үтте. Аралар күптән өҙөлдө һәм уларҙы ялғарлыҡ бер көс тә юҡ. Һин дә, мин дә хәҙер бөтөнләй икенсе кешеләр. Хатта һинең йөҙөңдө лә мин хәҙер иҫкә төшөрә алмайым. Урамда, осраһаң, һин дә мине танымаҫһың һымаҡ. Шуға, яҙмышҡа күнәйек, бик ҡыйын булһа ла, үҙ көнөңдө үҙең күр. Мин ошодай ҡарарға килдем. Шуға мин һине көтмәйем һәм ҡабул итә алмайым. Хуш, һау бул”.
Хатты почта йәшнигенә һала алмай, сумкаһында өс көн йөрөттө Зөләйхә. Аҙаҡ тәүәккәлләне, үтеп барышлай ғына, почта йәшнигенә һалып китте. Бер аҙ йөрөгәс, шуға төшөндө, үҙендә еңел булып ҡалды.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: