+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Ноябрь 2020, 08:00

ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ Хикәйә Башы

Динис иптәш егеттәре менән төн уртаһына тиклем клубта күңел асты. Буйтым “тейәгәйнеләр”. Сәғәт икеләрҙә ҡайтырға йыйындылар. Сыҡһалар, туңдырып ебәргән, такси саҡырырға тура килде. Динис бер үҙе ҡайтырға сыҡҡайны, таксист менән һүҙгә килеште. Үҙе бик хәтерләмәй ҙә. Тупаҫ ҡыйланған, шикелле. Ә тегеһе ике уйлап тормаған, Динисте, һөйрәп сығарып, юл эргәһенә ырғытҡан да киткән. Һуңынан шоферҙы эҙләп табып, кәрәген бирергә булыр ине, шундайырағы тура килгән, үҙ аллы ғына аҡса эшләп йөрөгән водитель булған икән. Тапманылар. Динистең телефонын, кәпәсен, йоҡа курткаһын алып ҡалған. Егет төндә өшөп уянып китте. Ҡараһа, бер өй эргәһендә эскәмйәлә ята. Өшөгән, эргәләге йорттоң беренсе ҡатында тәҙрәлә ут янғанын күреп ҡалды. Килеп, үрелеп кенә тәҙрәне шаҡығайны, бер ҡыҙ килеп ҡараны. Тәүҙә ҡурҡып китте, шикелле, утты һүндерҙе.

-1- -2-

ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ
Хикәйә
Башы
Динис иптәш егеттәре менән төн уртаһына тиклем клубта күңел асты. Буйтым “тейәгәйнеләр”. Сәғәт икеләрҙә ҡайтырға йыйындылар. Сыҡһалар, туңдырып ебәргән, такси саҡырырға тура килде. Динис бер үҙе ҡайтырға сыҡҡайны, таксист менән һүҙгә килеште. Үҙе бик хәтерләмәй ҙә. Тупаҫ ҡыйланған, шикелле.
Ә тегеһе ике уйлап тормаған, Динисте, һөйрәп сығарып, юл эргәһенә ырғытҡан да киткән. Һуңынан шоферҙы эҙләп табып, кәрәген бирергә булыр ине, шундайырағы тура килгән, үҙ аллы ғына аҡса эшләп йөрөгән водитель булған икән. Тапманылар. Динистең телефонын, кәпәсен, йоҡа курткаһын алып ҡалған. Егет төндә өшөп уянып китте. Ҡараһа, бер өй эргәһендә эскәмйәлә ята. Өшөгән, эргәләге йорттоң беренсе ҡатында тәҙрәлә ут янғанын күреп ҡалды. Килеп, үрелеп кенә тәҙрәне шаҡығайны, бер ҡыҙ килеп ҡараны. Тәүҙә ҡурҡып китте, шикелле, утты һүндерҙе. Ә Динис нимә эшләргә белмәй, шаҡый ҙа шаҡый. Аҙаҡ тәҙрәнең бәләкәй өлгөһөн асып:
– Һеҙгә нимә кәрәк? Китегеҙ, хәҙер полиция саҡыртам! – тине.
– Зинһар, индерегеҙ, мин өшөнөм, туңып үләм!
– Ә һеҙгә нимә булды? – тине ҡыҙ.
– Мине таланылар. Кейемемде алып киткәндәр.
– Хәҙер, көтөп тороғоҙ, – тине ҡыҙ, – әсәйемде генә уятам да.
Әсәһе лә килеп торҙо. Тәҙрәнән килеп ҡарағандан һуң, индерергә булдылар. Ишеккә барырға ҡуштылар. Фатирға инеп, ҡулын-битен йыуыуға, аш бүлмәһенә саҡырҙылар. Сәй ҡайната һалғандар, ҡурай еләге ҡайнатмаһы ҡуйғандар, бал ултыра. Ҡыҙҙың исеме Алһыу икән. Педагогия институтында уҡый, имтиханға әҙерләнеп ултырған сағы булған. Әсәһе заводта лаборант булып эшләй. Уға ла иртән эшкә икән. Бер бүлмәле фатирҙа икәүләп йәшәп яталар. Динистең атаһы ҙур ғына түрә булғас, үҙҙәре бик бай йәшәй, ә былар бик үк фәҡир булмаһа ла, һәр хәлдә, етеш йәшәйҙәр, тип тә әйтеп булмай. Фатирҙары ябай ғына ремонтланған, иҫке йорт йыһаздары, бәләкәй генә аш бүлмәһе, күптәнге һыуытҡыс. Фатирҙарында, барлай башлаһаң, күҙгә ташланырлыҡ бер нимә лә юҡ, сиам бесәйен иҫәпкә алмағанда. Ә уныһы уҫал. Динис килеп инеү менән, елкә йөндәрен торғоҙоп, ҡабарып китте, уҫал итеп ыҫылданы, ташланырға йыйынған һымаҡ, иҙәнгә һылышты һәм, күҙҙәрен ҡыҫып, тештәрен ыржайтты.
– Тыныслан, Дуҫҡай, – тине Алһыу, – беҙҙеке, беҙҙең кеше, беҙҙең ҡунаҡ.
Ләкин бесәй тынысланырға уйламаны. Бер ҡыҙына, бер әсәһенә ҡарап, беҙ өсәү генә йәшәйбеҙ, был ир беҙгә нимәгә кәрәк, тигән һымаҡ, Динискә ҡарап, һаман ыҫылданы. Ә ҡыҙҙың алдына менеп ултырып, нимәлер һорап, инәлгән һымаҡ, мыяулап ҡуйҙы. Алһыуҙың әсәһе Хәбирә апай икән. Бесәйҙе, асыуланып, бүлмәгә индереп, бикләп үк ҡуйҙы.
– Кеше яратмай, сит кешене танып тора, – тине Хәбирә апай, – ир-атты яҡын ебәрмәй инде, көнләшә.
Динискә хәл керҙе. Сәй эсте, йылынды, кеҫәһендәге банк картаһын ҡараны, уныһына теймәгәндәр. Алһыу имтиханға әҙерләнә. Егет, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙға күҙ һалғылап алды. Ҡара әле, ниндәй ябай матурлыҡ! Ябайҙың да ябайы кейенгән, ҡап-ҡара сәстәре оҙон, керпектәре лә үҙенеке, бер ҙә яһалманы элеп ҡуймаған. Тәбиғи булғанғамы икән, бигерәк матур күренә. Оҙон керпектәрен асып-йомоп ҡуйһа, ниндәйҙер бер аңлатып булмаҫлыҡ моңло нур һибелә һымаҡ. Ә ҡыҙ егетте бар тип тә белмәй, уҡыуы менән була. Динис үҙе студент һурпаһының нисек бирелгәнен белә. Хәйер, ул еңел уҡыны. Төндәр буйы уҡып, йонсоп йөрөгәнен хәтерләмәй. Ниңә йәшереп торорға, уҡытыусы менән студент араһында тамаҡ туйҙырып йөрөүселәр һәм ваҡыт бар. Шуларға, фәненең ауырлығына ҡарап, бер биш мең ҡыҫтырып ебәрһәң, зачеткаңды үҙҙәре килтереп ҡалдыра. Уҡып йонсорға түгел. Динис йылынды, хәл керҙе, хәҙер күңеле мажара эҙләй башланы. Сәй эсеп, кеше булғас, ҡыҙ менән һөйләшеп ултырғыһы килә.
– Уҡымайынса ғына булмаймы? – тип һораны ул ҡыҙҙан, һөйләшеп ултырырға теләге барлығын белдереп.
– Уҡымайынса, нисек имтихан бирәһең? – тине тегеһе, егеткә аптырап ҡарап.
– Ниңә, – тине егет, – зачеткаңа мең тәңкә һалаһың да, бирәһең. Беҙ шулай итә торғайныҡ.
Ҡыҙҙы был тәҡдим тамам ғәжәпкә ҡалдырҙы.
– Беҙҙә ундай тәртип юҡ, – тине ул, – беҙ уҡыйбыҙ.
Ярай, уҡығас, уҡы, – тине эстән генә егет, – бәлки файҙаһы булыр.
Шунда ғына ултырып, егет бер аҙ ойоп та алды. Сәғәт биштәрҙә ҡайтырға йыйынды. Сығып китер алдынан, үҙе лә һиҙмәҫтән, Алһыуҙан:
– Яңы йылды ҡайҙа үткәрәһең? – тип һораны.
– Ҡайҙа булһын, ошонда инде, – тине ҡыҙ, – 2 ғинуар – имтихан, уҡырға кәрәк.
Егет такси саҡырҙы, ҡыҙға рәхмәт әйтте. Адресын былай хәтерҙә ҡалдырҙы, ҡайтып китте.
Динис аҙна буйына Алһыуҙы уйлап, уларҙың фатирын иҫенә төшөрөп йөрөнө. Бер көн кис менән барып сығырға ла уйлағайны. Төнгө клубтан бушап буламы инде, иптәштәре типтерергә саҡыра. Ундағы ҡыҙҙар менән күңел асыуы ғәҙәткә ингән. Шуға Динис, Алһыуҙы йыш ҡына иҫкә төшөрһә лә, уның менән киләсәк тормошон күҙ алдына килтерә алмай ҙа ҡуя. Ярай, дуҫлаштылар, аңлаштылар, өйләнде, ти. Төнгө клубтар, концерттар, ваҡытлы-ваҡытһыҙ мажаралар хаҡында оноторға тура килә бит инде. Ә былай үҙенең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙары күп. Дуҫлашып, тип әйтһәң, әҙерәк булырмы икән, атаһы күптән инде өс бүлмәле фатир алып биргәйне. Бик һуңға ҡалһа, шунда барып йоҡлай. Әлбиттә, бер үҙе генә түгел. Һуңғы арала Диана менән шунда йышланы. Тик был ҡыҙ менән мөнәсәбәттәрен бик үк ышаныслы, тип әйтеп булмаҫ. Үҙе лә юғалғылай, Динис, өндәшмәһә лә, әллә ниндәй талаптар ҡуймай.
Яңы йыл да яҡынайҙы. Динис тәүәккәлләне. Атаһы менән әсәһе лә егеттең әленән-әле сығып торған мажараларынан, юғалыуҙарынан туйғайны. Динис ҙур ғына гөлләмә алды, ике ҡапсыҡ тултырып, күстәнәстәр күтәрҙе, кисләтеп кенә, Алһыуҙарҙың фатирына килде. Теге тәҙрәлә ут яна. Әйҙә, бер ҡыҙыҡ булһын, тип үрелеп, тәҙрәгә шаҡыны. Көтөп торғанмы ни, тәҙрәлә Алһыу күренде. Тәүҙә бик оҙаҡ ҡарап,танымай торҙо. Аҙаҡ, кем килгәнен белгәс, ишекте барып асты. Бик матур ҡабул иттеләр. Тик әлеге сиам бесәйе генә, асыуланып килеп сыҡты ла, тағы килгән, теге ваҡыт ҡыуғайным бит, тигән һымаҡ, ыҫылдап тора. Әйтерһең, Динис күстәнәстәр түгел, бер алама хәбәр килтергән инде. Юҡ, тынырға уйламай ҙа. Хәбирә апай “йыртҡыс”ты күрше бүлмәгә бикләп ҡуйырға мәжбүр булды. Унда ла тынманы, асыуланып, мыяуланы, ишекте тырнап, йәнгә тейҙе.
Күңелле генә ултырып сәй эстеләр. Хәбирә апай күстәнәстәргә бигерәк ҡыуанды. Шулай итеп, тәүге мөнәсәбәттәр һәүетемсә генә башланды. Динис, икеләнеп тормай, ҡыҙҙы төнгө клубҡа саҡырҙы. Әйҙә, барһын, күрһен, иптәштәре менән аралашһын.
– Бер ҙә булғаным юҡ. Ҡыҙҙар һөйләгәне бар, тик миңә килешерме икән? Оҡшамай ҡуйһа, ни эшләрмен? – тип бик оҙаҡ икеләнде ҡыҙ. Аҙаҡ, әҙәпле генә итеп, баш тартты. Сығып, йөрөп килделәр, кафеға кереп ултырҙылар. Ҡыҙҙың тыйнаҡ ҡына йылмайыуы, егетте ипле генә тыңлауы Динисте тамам арбаны.
Динис бер көн ҡыҙҙы өйөнә саҡырҙы. Матур ғына һөйләшеп ултырҙылар. Шарап алғайны, эсмәне. Егет бик оҙаҡ икеләнеп уйланды. Әллә өйләнергә лә ҡуйырғамы икән? Динис тәүҙә атаһы менән кәңәшләште. Улының өйләнергә йыйыныуы хаҡында ишеткәс, атаһы йылмайып ебәрҙе:
– Ниһайәт, – тине ул, – һиңә күптән башлы-күҙле булырға ваҡыт. Юғиһә, ҡайҙа йөрөгәнеңде лә белмәйеҙ. Әсәйең дә борсола.
Атаһы менән әсәһе оҙаҡҡа һуҙманы, ҡыҙҙы, килтереп, күрһәтеүен талап иттеләр. Алып килде Динис Алһыуын. Береһенән-береһе ҙур дүрт бүлмә. Ҡыҙ, фатирға килеп ингәс, бәләкәй генә булып ҡалды. Аптыранып, тирә-яғына ҡараны. Киске ашты бергәләп ултырып ашанылар. Шунан һуң ҡыҙ бер аҙ өйрәнгән һымаҡ булды, йөҙө асылып ҡалды. Киләһе йома, шартына килтереп, һоратырға ҡарар иттеләр. Алһыу әсәһе менән йәшәгән йортҡа килгәс, атаһы әллә ни артығын һөйләнмәне, ә бына әсәһе ғәжәпкә ҡалды инде.
– Бында нисек йәшәйҙәр ул? – тип аһ та оһ килде, фатирға ингәс, тегеләй ҙә ҡаранды, былай ҙа ҡаранды, баш һелкеп ҡуйҙы. Үҙе элек ауылдан килгән ҡатын, ниндәй шарттарҙа йәшәй башлағанын күптән онотҡайны. Артығын һөйләнмәнеләр. Туй сығымдарын егет яғы күтәрҙе. Бик матур, еренә еткереп үткәрҙеләр. Оҙаҡламай, Алһыу диплом алды, ә икенсе айында инде уның ауырға ҡалыуы билдәле булды. Динис атай буласағын белгәс, әллә ни ҡыуанманы ла, аптарынманы ла. Шулай булырға тейеш, тип ҡабул итте. Тик күңеле һаман тамашалар көҫәй, төнгө клубҡа ынтыла. Иптәштәре лә саҡыра. Өйләнеүе хаҡында Диана ла ишеткән икән. Бер үҙе һымаҡ егет менән әлегә никахһыҙ ғына йәшәп яталар.
– Атай булдыңмы әле ул? – тине ул, кинәйәле генә шаяртып.
– Йыйынабыҙ, йыйынабыҙ, – тине Динис.
– Бына, берәү йыйына, ә үҙе һаман төнгө клубта йөрөй, – тине Диана, Динискә мәғәнәле генә ҡарап.
Алһыу, бөтәһен дә ҡыуандырып, балалар тыуҙырыу йортонан малай алып ҡайтты. Исемен Ирек тип ҡуштылар. Бик күңелле генә итеп алып ҡайттылар. Динистең атаһы менән әсәһе ҡыуанды. Эш менән булып, Динис Иректең үҫкәнен күрмәй ҙә ҡалды, тип әйтһәң, һис тә хата булмаҫ. Алһыу эшкә әрһеҙ, бигерәк егәрле ҡатын булып сыҡты. Малайын ҡарарға ла, аш бешерергә лә, өйҙө йыйыштырырға ла өлгөрә, дауаханаға ла барып килә. Бәләкәй генә малайы, атаһын күреп, әллә ҡайҙан ҡулдарын һоноп, ынтылып тора. Бер көн Хәбирә апай янына ла барып килделәр. Яңы тыуған сабыйҙы бесәйҙең ҡыуанып ҡабул итеүен әйт әле! Иркә мырылдап, эргәһендә тегеләй ҙә сыҡты, былай ҙа сыҡты, үрелеп ҡараны.
– Тырнап ҡуйһын тағы! – тине Динис. – Әллә алып торайыҡмы?
Аш бүлмәһенә бикләп ҡуйҙылар. Ҡайтҡанда, арттарынан эйәреп сығып ҡалды. Динискә оҡшаманы ул.
– Мин килгәндә, асыулана ине, – тип һөйләнде ул, – бынау малайға ҡыуаныуын әйт әле.
Алһыуҙың тырышлығы һәм бик өндәшеп бармауы менән генә һаҡланып ҡалған ғаилә бөтөнлөгөндә тәүге сатнау Динистең әсәһенең алдан уҡ әҙерләп ҡуйған һүҙҙәре ишетелгәс, барлыҡҡа килде. Динис үҙен хужа итеп туйһа ла, фатир уның исемендә түгел икән. Улы менән ҡатынын теркәү тураһында һүҙ сыҡҡас, әсәһе был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгеллеге хаҡында белдерҙе:
– Әлегә үҙегеҙҙә теркәлеп тороғоҙ, – тине ул, – шулай яҡшыраҡ булыр. Әллә һеҙ йәшәйһегеҙ, әллә юҡ.
Алһыу донъя көтөргә тырыша ине, ләкин ғаилә бәхетле булһын өсөн ҡатын тырышлығы ғына етмәй икән шул.
Аҙағы бар.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: