-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Ноябрь 2020, 14:13

ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ – 2 Икенсе бүлек Хикәйә

Иғтибар итегеҙ, хөрмәтле уҡыусылар, был тормошта иң мөһиме эшләнде – тыуасаҡ баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалдыҡ. Тик бер ҡатлы кеше генә, ошоноң менән проблемалар хәл ителде, тип уйлар һәм, әлбиттә, хаталаныр. Шым ғына, барып, баланы төшөртөп ҡайтыу, уның йәшәүгә хоҡуғын раҫлау, һаҡлап ҡалыу – икеһе ике төрлө эш. Сөнки йәштәр баланы табырға ҡарар иткәс, Миңнур Сәләх ҡыҙы балалар тауарҙары магазинына инеп, кейем-һалым ҡараштырһа, Йәмилә, сәйен дә эсеп бөтмәйенсә, туй күлдәге ҡарарға йүгерҙе. Уның бар маҡсаты – бала түгел, ә үҙенә ярашлы, оҡшаған туй күлдәге эләктереү. Был ни ғиллә, ике аҙна элек кенә кейеп ҡараған туй күлдәге бөгөн яҡын да килмәй, биленән дә үтмәй икән дәһә.

-1- -2-
ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ – 2
Икенсе бүлек
Хикәйә
Иғтибар итегеҙ, хөрмәтле уҡыусылар, был тормошта иң мөһиме эшләнде – тыуасаҡ баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалдыҡ. Тик бер ҡатлы кеше генә, ошоноң менән проблемалар хәл ителде, тип уйлар һәм, әлбиттә, хаталаныр. Шым ғына, барып, баланы төшөртөп ҡайтыу, уның йәшәүгә хоҡуғын раҫлау, һаҡлап ҡалыу – икеһе ике төрлө эш. Сөнки йәштәр баланы табырға ҡарар иткәс, Миңнур Сәләх ҡыҙы балалар тауарҙары магазинына инеп, кейем-һалым ҡараштырһа, Йәмилә, сәйен дә эсеп бөтмәйенсә, туй күлдәге ҡарарға йүгерҙе. Уның бар маҡсаты – бала түгел, ә үҙенә ярашлы, оҡшаған туй күлдәге эләктереү. Был ни ғиллә, ике аҙна элек кенә кейеп ҡараған туй күлдәге бөгөн яҡын да килмәй, биленән дә үтмәй икән дәһә.
Тетрәнеүҙең иң тос һәм хәл иткес сәбәпсеһе бөтөнләй көтөлмәгән урындан килде. Иршат түшәктә нисектер, бәлки йылғырҙыр ҙа, ләкин тормошта баҙнатһыҙ, һәлкәү, хатта мәғәнәһеҙерәк кеше булып сыҡты. Үҙе өйләнергә йөрөй, бала тыуырға тора, ә ул был хаҡта әсәһе менән атаһына әле һаман әйтмәгән. Йәмилә битараф булһа ла, әсәһе, был хаҡта ишеткәс, ултыра төштө лә ҡуйҙы.
Миңнур ханым Иршатты йола буйынса ҡыҙҙы һоратыу булырға тейеш, тип күпме генә әүҙемләштерергә тырышып ҡарамаһын, төшөнмәй ҙә ҡуя бит. Булыр булыр ҙа, шул тиклем дә мәғәнәһеҙ кеше булмаҫ.
– Зачем это надо? Ана, кешеләр, никах уҡыта ла, йәшәп тик ята, – тине ул вайымһыҙ ғына, – бәлки никах та кәрәкмәҫ әле.
Миңнур ханым, кейәү үжәтләнгәс, һорауҙы икенсе йүнәлештә ҡороп ҡараны:
– Атайың менән әсәйең был хаҡта беләме? – тип һораны ул, ыңғай яуапҡа өмөт итеп.
– Зачем их беспокоить? – тине тегеһе, күкрәген киреп. – Я – взрослый человек, үҙем хәл итермен...
– Дөрөҫ аңлаһам, һин атайың менән әсәйеңә әле булһа әйтмәгәнһең? – тине ханым, мөмкин тиклем, үҙен һаҡларға тырышып.
– Мин уларға әйтеп тормаҫҡа булдым! – тине егет.
Миңнур ханым инициативаны үҙ ҡулына алырға булды һәм кейәүҙең ата-әсәһенә шылтыратырға ҡарар итте.
Иршаттың әсәһе Нәжмиә Әхәт ҡыҙы менән атаһы Ҡадир Миңлебай улы ҡалала билдәле генә шәхестәр. Әлбиттә, Миңнур ханым мәғлүмәтте ни тиклем тыныс еткерергә тырышмаһын, сетерекле хәл тегеләрҙе йыға һуҡмаһа ла, һиҙелерлек шаңғытты. Атай менән әсәй, ҡоҙа менән ҡоҙағый була инде, эш сәғәте бөтөр-бөтмәҫтән, аһылдашып, килеп инделәр. Был көтөлмәгән визитты урыны менән ҡыҙ һоратыуға әйләндереп тә булыр ине, әгәр Нәжмиә Әхәт ҡыҙы ваҡыты менән мөнәсәбәт асыҡлауға бороп ебәрмәһә. Миңнур ханымдың сабырлығы ҡотҡарҙы. Ул Нәжмиә ханымға ҡарап:
– Ҡайһылай һеҙ йәш күренәһегеҙ. Һеҙ 45 йәш, тиһегеҙ, мин һеҙгә 25-те лә бирмәҫ инем. Хатта ҡоҙағыйымдың ошондай матур кейенеп йөрөүен теләгәйнем. Был күлдәкте ҡайҙан алдығыҙ? Ҡолағығыҙҙа – алҡағыҙ, өҫтөгөҙҙә – күлдәгегеҙ, туфлиҙарығыҙ бер иш төҫтән бит әле! – тип әйтеүенән, Нәжмиә ханымдың әсе ҡорот ҡапҡандағы һымаҡ сирылған йөҙө, күҙ алдында асылып, сәскәгә әйләнде лә ҡуйҙы.
– Бына, көтмәгәндә! – тип йылмайып, әллә әйтте, әллә йырланы Нәжмиә ханым. – Беҙ ни Иршатҡа килен ҡараштыра башлағайныҡ ул. Сафиндарҙың да ҡыҙы бар, тигәйнеләр, Мөлөковтарҙың ике ҡыҙы, кейәү таба алмай йонсой, тип ишеткәйнек. Абдуллиндар ҙа ҡармаҡ һалып булаша ине. Ярай, һеҙгә яҙған икән. Атаһына оҡшап, үҙе өндәшмәй ҙә бит әле.
– Өләсәй итергә йөрөйҙәр бит беҙҙе, – тине Миңнур ханым, һөйләшеүгә анығыраҡ йүнәлеш бирергә ынтылып. Сөнки ҡалала бөгөн кемдәрҙең ҡыҙы кейәү эҙләү менән мәшғүл булыуы уны бик аҙ ҡыҙыҡһындыра ине. Кейәү килеп эләкте, ата-әсәһе бына ултыра, улар, кем әйтмешләй, артабан тормошҡа ашырыуға әҙер. Хәҙер туй көнөн билдәләп, ҡайһы бер ваҡ-төйәген килештереп, рәсмиләштереп ҡуяһы ғына бар.
– Ярай, ноябрь айына билдәләйек, – тине ҡоҙағый, – ауылда һуғым һатып алған булғайныҡ, барлыҡ ит шунда китә икән. Итһеҙ ҡалына инде.
– Ноябрь булмай! – тине Ҡадир Миңлебай улы, үҙенең барлығын иҫкә төшөрөп. – Киләһе йылға ҡалмағайы...
– Беҙҙең ике аҙна ваҡытыбыҙ бар, – тине Миңнур Сәләх ҡыҙы, мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышып.
Ҡоҙа менән ҡоҙағыйының шаҡмаҡлы күҙҙәрен, һалынып төшкән эйәктәрен күргәс, ике аҙнанан никах уҡытырға, бер айҙан туй үткәрергә, тип төҙәтмә индерҙе.
– Юҡ! Өс аҙнанан! – тине Йәмилә. – Юғиһә,теге туй күлдәге лә миңә һыймаясаҡ. Заказ эшләнгән, аванс түләнгән. Юғиһә, яңынан заказ эшләргә, яңынан түләргә мәжбүр буласаҡбыҙ.
Ошо урында Нәжмиә ханым нимә хаҡында һүҙ барыуын сырамытты. “Бәй, быларҙың эше тамам мөшкөл түгелме һуң, тине һәм үҙенең шик-шөбһәһенә яуап алырға тырышты, – ә ниңә ҡабаланырға?”
Хәҙер Иршат ярҙам менән ашығырға, үҙенең атай булырға йыйыныуы, ә атаһы менән әсәһенең өләсәй-олатай булыуы хаҡында әйтергә тейеш ине. Ләкин ул өндәшмәне.
Нимә. Миңнур ханым, әллә һеҙ белмәйһегеҙме, ҡыҙымдың ике айлыҡ ауыры бар, тип аҡланырға тейеш инеме? Юҡ. Ҡоҙағый булаһы кеше был хаҡта әйтмәне. Уралтып-суралтып:
– Эйе, туй күлдәге ярамаясаҡ, – тип иғлан итте.
Ниһайәт, Нәжмиә ханымға туйҙың ни өсөн ашыҡтырылыуы барып етте. Уның йөҙө, тоҙ ҡапҡандағы һымаҡ, сирылды, тештәре ҡыҫыды, ирендәре ҡымтылды һәм табындың өҫтөн аҫҡа әйләндерерлек һүҙҙәр ишетелде:
– Атаһы, һиҙәһеңме, былар бит беҙҙе файҙаланырға итә!
– Ә мин кисә үк, һин әйткәндә үк, төшөнгәйнем, – тине ир кеше, – ә ниңә, һин белмәй инеңме ни?
– Белмәй инем, – тине Нәжмиә ханым.
– Күңелең дә һиҙмәнеме? – тине уның ире.
Минур ханым, быларҙың йомшаҡ яғын һиҙеп алғас, үҙенең иң көслө дәлилдәрен эшкә ҡушты:
– Һеҙ шул тиклем бер-берегеҙгә пар килгәнһегеҙ! Һеҙҙең һымаҡ йәш, аҡыллы ҡоҙам-ҡоҙағыйым булыуын теләгәйнем, рәхмәт инде һеҙгә. Әйҙәгеҙ, бер төптән булып, туйҙы үткәреп ебәрәйек. Йәштәр табышҡан, улар ҡауышҡан. Беҙгә иһә, раҫларға һәм фатиха бирергә генә ҡала.
Күпселек тауыш менән, уның тәҡдиме ҡабул ителде. Ике аҙнанан – никах, бер айҙан – туй.
Нәжмиә ханым менән Ҡадир Миңлебай улы ҡоҙағыйҙарының фатирынан сығып, өйҙәренә ҡайтып еткәнсе, нимә булыуы, нимәгә тарыуҙары хаҡында аңлай алмай йонсонолар.
– Был беҙме, әллә беҙ түгелме? – тине Нәжмиә Әхәт ҡыҙы, иренә ҡарап. – Ошо йәшкә етеп, берәү миңә, һиңә – 45 түгел, 25 йәш, тип әйткәне юҡ ине. Ошо һүҙҙән иренем дә ҡуйҙым. Был ҡоҙағый тигәнебеҙ сихырсы түгелме икән?
– Дөрөҫ әйтәһең, – тине ире, ҡатынын ыңғайына һыпырып, – атай менән әсәй булып сығып киткәйнек, оҙаҡламай, үҙебеҙҙең олатай менән өләсәй булыуыбыҙҙы төшөндөрөп ҡайтарҙылар.
– Ә был беҙгә кәрәкме? – тине ҡатыны.
– Әлбиттә, кәрәк! – тине ире. – Улыңды тиҙерәк өйләндерергә кәрәк! Тик шуны онотма, оҙаҡламай, беҙҙең ғаилә иң кәмендә ике кешегә артасаҡ. Шулай булғас, бүләк итергә –фатир, ике арала йөрөргә – автомобиль, туй сәйәхәтенә путевка әҙерләргә тура килер. Ләкин быныһы беҙҙең сығымдарҙың башы ғына. Иң төп эштәр сабый тыуғас башлана. Уны ҡарарға, үҫтерергә, кеше итергә кәрәк. Беҙ фатихабыҙҙы бирҙек, эш башланды, беҙҙән туйҙы лайыҡлы үткәреү бурысы ғына талап ителә.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: