-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Ноябрь 2020, 13:26

ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ – 2

Өлгөрҙөләр. Туй әллә ни мәшәҡәт тыуҙырманы, һәүетемсә генә үтеп китте. Йәмилә генә бер аҙ үкенде, үҙенә оҡшаған туй күлдәген кейә алманы, дөрөҫөрәге, уға һыйманы. Нәжмиә ханым да өлөшләтә ҡәнәғәт ҡалды, сөнки туй бүләктәрен йыйған саҡта бер нисә буш конверт сыҡты.

ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ – 2
Өсөнсө бүлек
Хикәйә
Өлгөрҙөләр. Туй әллә ни мәшәҡәт тыуҙырманы, һәүетемсә генә үтеп китте. Йәмилә генә бер аҙ үкенде, үҙенә оҡшаған туй күлдәген кейә алманы, дөрөҫөрәге, уға һыйманы. Нәжмиә ханым да өлөшләтә ҡәнәғәт ҡалды, сөнки туй бүләктәрен йыйған саҡта бер нисә буш конверт сыҡты.
– Кемдең ҡулы барҙы икән был эшкә? – тип йоҙроҡ төйнәне ул.
Өлгөрҙөләр. Туй әллә ни мәшәҡәт тыуҙырманы, һәүетемсә генә үтеп китте. Йәмилә генә бер аҙ үкенде, үҙенә оҡшаған туй күлдәген кейә алманы, дөрөҫөрәге, уға һыйманы. Нәжмиә ханым да өлөшләтә ҡәнәғәт ҡалды, сөнки туй бүләктәрен йыйған саҡта бер нисә буш конверт сыҡты.
– Кемдең ҡулы барҙы икән был эшкә? – тип йоҙроҡ төйнәне ул.
Иптәше Ҡадир Миңлебай улы нимә тиһен инде? “Ярар, буш конверт һалғас, аҡсаһы үҙҙәренә булһын”, – тип ҡул һелтәне.
Ҡоҙағыйҙарын әйтәм, Миңнур ханым быларҙың йомшаҡ яғын тиҙ белеп алды: маҡтап хәлдәрен бөтөрҙө, әллә алдан әҙерләнеп килгән, хатта шаштырып та ебәрҙе шикелле. Миңнур ханымдың һүҙҙәренә ышанһаң, ул республиканың иң һәйбәт кешеләре менән ҡоҙалашҡан, ҡоҙаларының абруйы донъяға һыйырлыҡ түгел, улдарын шундай яҡшы тәрбиәләгәндәр, Иршат һымаҡ малай берәүҙә лә юҡ. Миңнур ханым Нәжмиә Әхәт ҡыҙы менән Ҡадир Миңлебай улын маҡтай-маҡтай иң арыуға сығарып ҡуйҙы. Бәй, маҡтамай ҡайҙа барһын, Миңнур кеше көнлө кеше шул. Ярай, ҡоҙалары туйҙың бөтә сығымын күтәрҙе, йәштәрҙе кейендерҙеләр, фатир бүләк иттеләр, автомобиль асҡысы тотторҙолар, туй бүләге тип путевкаға аҡса һондолар. Ә былай туй матур үтте, туйҙы боҙған, эсеп боларған, көрмәкләшкән кеше булманы. Ресторан хужалары ла аптыраған: бер һауытты ватманылар, бер ҡалаҡ юғалманы, әллә күпме ризыҡтары артып ҡалды, тип һөйләнгәндәр.
Миңнур ханым туйҙан һуң оҙаҡ көттөрмәне, йәштәрҙе һыпырып йыйып алып, яңы фатирға күсереп тә ҡуйҙы. Иршаттың атаһы менән әсәһе лә килеп ҡарап, фатихаларын биргән һымаҡ иттеләр. Нәжмиә ханымға, әлбиттә, йорттағы тәртипһеҙлек оҡшап етмәне. Аҙна үтте, иҙән һаман йыуылмаған, аш бүлмәһе тулы бысраҡ һауыт-һаба.
Миңнур ханым тыуасаҡ сабый, уның әсәһе менән атаһын теркәү хаҡында ауыҙын асҡайны, Нәжмиә ханым тын алырға ла ирек бирмәй:
–Ҡоҙағый, был донъя уларҙыҡы. Кеше һымаҡ итеп йәшәргә өйрәнһендәр. Әлегә, минең күреүемсә, килен дә, улым да донъя ҡарап, ашарға бешереп, өй йыйыштырып йәшәп өйрәнмәгән. Беҙ Өфөгә килгәс, ятаҡтарҙа, баҡсаларҙа йәшәп йөрөнөк. Ә былар хәҙергә кешесә йәшәргә өйрәнһен. Шунан күҙ күрер.
Ә был ваҡытта Йәмилә күптән йыуылмаған шәшкенән сәй эсә, ә ире Иршат ҡатып бөткән пицца кимерә ине.
Беҙҙең яҙғандарҙан кире образдар яһап, уларҙың етешһеҙлектәрен генә барлауҙа ғәйепләүселәр юҡ түгел. Улар дөрөҫ тәнҡитләй. Беҙ, ысынлап та, кире күренештәргә иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ. Беләһегеҙме, ни өсөн? Ошо ваҡиғалар тормошта булмаһын, ысынбарлыҡта ҡабатланмаһын өсөн. Уңғандар беҙҙең өйрәтеүгә, тәнҡитләүгә мохтаж түгел. Үкенескә күрә, арала ялҡауҙар ҙа осрап тора. Шуларын да күҙҙән ысҡындырмайыҡ.
Ике ҡоҙағый менән бер ҡоҙа, тулҡынланып, үҙҙәренең өләсәй-олатай булыр көндәрен һанайҙар, күп ҡалманы, тип ҡәнәғәт йөрөйҙәр. Миңнур ханымдың ҡыҙының килеп хәлен белмәгән көнө юҡ. Килмәй ҙә булмай шул: Йәмиләһе һалышып алды, урынынан да ҡуҙғалмай, өй йыйыштырыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ҡоҙа менән ҡоҙағыйға рәхмәт инде, бер генә бүлмәле фатир алғандар, ике бүлмәле булһа, нисек йыйыштырмаҡ кәрәк? Ә өсәүле булып ҡуйһа?
– Зачем ике бүлмәлене алманың, – тип һөйләнгәйне Иршат, Нәжмиә яуабын тиҙ тапты:
– Ана, Йәмиләнең ике бүлмәлеһен ҡушырһығыҙ йә бүлерһегеҙ, – тип шунда уҡ тынысландырҙы.
Ниһайәт! Хоҙайҙың бирмешендә ул көн дә килеп етте. Былай Йәмилә бик иртәләмәһә лә, ваҡытын еңел еткерҙе. Бала табыу йортона илтеп һалыуҙарына биш көн дә үтмәне, таң менән шылтыраттылар:
– Ҡотлайбыҙ! Ейәнсәрегеҙ бар!
Һөйөнөслө хәбәр ҡаланы бик тиҙ урап сыҡты. Иң тәүҙә туйҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең ҡолағына барып етте, улар ҡотлау-сәләмдәрен еткерҙе. Ҡыуана-ҡыуана, шартына килтереп, сабыйҙы өйгә алып ҡайттылар. О-о, ул көндәр! Шатлыҡ өйгә генә һыямы һуң инде!? Ресторанда ла йыуҙылар, урманға ла сыҡтылар, һыу буйында ла ултырҙылар. Күмәк кешегә эш тейәме ни: өй ҡараулы, ашарға бешкән, донъя теүәл, ҡоҙа менән ҡоҙағый хәлле. Юҡ-юҡ, артығын эсмәнеләр, ғөмүмән, халыҡ эсмәйенсә ҡыуанырға өйрәнә шикелле, Аллаға шөкөр.
Нәжмиә ханым Ҡадир Миңлебай улы менән һиҙенәләр ине: сабыйҙың тыуыуы менән генә мәшәҡәттәр бөтмәйәсәк, улар әле яңы башлана ғына.
Миңнур ханымды таң менән телефон шылтыратыуы уятты. Ҡараһа – ҡыҙы шылтырата, Йәмиләһе. Трубканы алыуына ҡыҙының иламһыраған тауышы ишетелде:
– Әсәй, беҙ ас. Пицца алып кил әле, – тине. Йоҡоһонан айнып та өлгөрмәгән Миңнур ханым тиҙ генә тора һалып кейенде, такси саҡыртты ла ҡыҙы, кейәүе һәм яңы тыуған ейәнсәре йәшәгән фатирға китте. Килеп инһә, тәүбә, ыстағафирулла тәүбә! Өй йыйыштырылмаған, һауыт-һаба нисек ҡуйылһа, шулай өйөлөп ята. Ҡоҙағый-маҙар килеп инһә, харап бит. Миңнур еңдәрен һыҙғанды ла өй йыйыштырырға тотондо. Үҙе йыйыштыра, үҙе уйлай: нимә, уның ҡыҙы иҙән йыуа белмәйме лә һауыт-һаба йыуырға кәрәклеген аңламаймы? Иршат ҡаты-ҡото кимерҙе лә эшенә китте, ә Миңнур ханым, ҡыҙы менән икеһе генә ҡалыуҙан файҙаланып, Йәмиләһен тәрбиәләргә ҡарар итте:
– Һин, ҡыҙым, ҡайҙа килеп эләккәнеңде белмәйһеңме әллә? Һин хәҙер хужабикә, ир ҡатыны, бала әсәһе. Һин ошо фатирыңды гөл-баҡса итеп тоторға тейешһең, – тип кенә өлгөрҙө, тегенеһе утҡа кәрәсин һипкән шикелле тоҡанды ла китте.
– Һин, әсәй, әллә оноттоңмо? Был баланы табыу минең уйымда ла юҡ ине. Һин әйттең, һин өгөтләнең. Әгәр һин ярҙам вәғәҙә итмәһәң, мин әле иркенләп йөрөр инем. Хәҙер һин беҙгә ошо баланы килтереп һалдың да, бөтә эште беҙгә ҡуштың да, үҙең ситтән генә ҡарап йөрөргә итәһеңме? Юҡ инде, әсәкәйем, улай булмай. Теләһә нимә эшлә, өйҙө лә, баланы ла, беҙҙе лә ҡарайһың! Ә мин хәҙер магазинға сығып киләм. Туйға төшкән аҡсаның бер аҙы ҡалды, акция бара, мин тун һатып алырға теләйем.
Миңнур ханым ҡыҙы әйткән һүҙҙәрҙән шаңҡыманы, аптыраманы. Ғәжәпләнмәне, бары тик телһеҙ ҡалды. Ҡыҙы үҙенең хоҡуҡтарын белә. Ул хәҙер бала әсәһе, ҡоҙа менән ҡоҙағый алдында үҙ бурысын үтәне. Бәпесте табып биргән өсөн Иршат та күҙенә генә ҡарап торорға тейеш.
Миңнур ханым аптыранды – ҡара әле, бының балаһы бигерәк илай түгелме? Ә ниңә илай? Ашатмағас, илай инде. Уны бит тәүлек әйләнәһенә ҡарап, ваҡытында ашатып торорға кәрәк. Әйткәндәй, ғалимдар яңы тыуған сабыйҙың ашауға ихтыяжы инстинкт кимәлендә һалынғаны һәм уның ашауҙан башҡаны белмәгәне тураһында һөйләй. Иң ҡыҙығы шул: сабыйҙар ашау хаҡында ғына уйлай һәм уларға ашатҡан һайын етмәгән кеүек тойола. Йәмилә менән Миңнур ханым быны ҡайҙан белһен инде? Әле аҙна-ун көн элек кенә был фатирҙа тыныс ине, бәпес ҡайтыу менән мәшәҡәт артты. Ярай, йөҙәрләгән йүргәк кәрәкмәй, ҡабы менән памперс алып ҡайттылар ҙа сабыйҙы кейендереп һалдылар.
Бер заман Миңнур ханым үҙе лә һиҙмәҫтән тертләп ҡуйҙы, бөгөн йәкшәмбе, сабыйҙы күрергә тип ҡоҙа менән ҡоҙағый килеп сыҡһа? Өйҙәге мәшхәрҙе күреп, ниндәй һығымта яһарҙар? Ҡыҙыңды донъя көтөргә өйрәтмәгәнһең, ошондай өйҙә кеше йәшәйме, тип, Миңнурҙың йөҙөнән алһалар? Йәмиләнең әсәһе нишләһен инде – тотондо донъяны таҙартырға. Теге яҡтан да йыйыштыра, был яҡтан да таҙарта, баланы ла ҡарай. Ярай бынау бала аҙығын күпләп алғандар, ас бала ашауҙың кәрәген бирә генә. Ике-өс сәғәт тә үтмәне, донъя ялт итеп тора ине.
Миңнурҙың күңеле күтәрелеп китте. Бына бит, яҙғас, ҡыҙына фатирлы кейәү эләкте. Кейәү генәһе, атай булдым, тип ҡыуанып йөрөй. Ә ҡоҙа менән ҡоҙағый килһен һуң. Былай матур, бөхтә фатирҙы күргәндәре бармы икән?
Хәҙер сабыйҙы тағы ашатыр ҙа йоҡлатыр. Шунан аҙыҡ-түлек алырға магазинға сығып килер. Миңнур өсөн өр-яңы тормош шулай башланды, һәм уның осо ла, ҡырыйы ла күренмәй ине.
Читайте нас: