+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Ноябрь 2020, 20:15

ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Беренсе бүлек

Әғләм таң менән автобусҡа сыҡты. Сыҡмай, ҡайҙа барһын, машинаһы юҡ, килеп алыу хаҡында һүҙ ҙә булманы. Ул хатта үҙенән-үҙе ытырғанып ултыра. Шулай булмай ни, автобус эсендәгеләр күбеһе – оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ ҙа руль тоторға эшкинмәгән ир-ат. Улар Әғләмгә ҡарай ҙа, ошо йәшкә етеп, машинаһы ла юҡ, беҙҙең ыңғайға автобуста ҡағылып йөрөй, тип көлә һымаҡ. Дөрөҫ көләләр, Әғләм хәҙер йәйәү йә автобуста ғына йөрөй. Ә бит күптән түгел генә уның ошо автобустан саҡ ҡына ҡайтышыраҡ джибы бар ине. Крузак уның исеменә яҙылғайны. Ә хәҙер ул, йәйәүлеләр сафын тулыландырып, күпселек ыңғайына бәүелә-бәүелә, бысраҡ автобуста китеп бара. Китмәй сараһы юҡ, уның ҡайҙалыр олағып юғалыуын, ҡалала күҙгә салынып йөрөмәүен һоранылар. Хәйер, һораманылар, ә тәмле ашамлыҡтар тулы өҫтәл тирәһендә өйөрөлгән бесәйҙе ҡыуып ебәргән һымаҡ тибеп осорҙолар. Ә бер ҡараһаң, өҫтәл ҙур һәм мул, ашайым тиһәң, нимә генә юҡ! Ошо өҫтәлдән туйынырға теләгәндәрҙең күплеген әйт әле. Ләкин Әғләм улар араһына һыя, өҫтәлдән мул ҡалъялар эләктерә торғайны. Бына килеп уны сығарып ырғыттылар һәм ҡыуып ебәрҙеләр.

Әғләм таң менән автобусҡа сыҡты. Сыҡмай, ҡайҙа барһын, машинаһы юҡ, килеп алыу хаҡында һүҙ ҙә булманы. Ул хатта үҙенән-үҙе ытырғанып ултыра. Шулай булмай ни, автобус эсендәгеләр күбеһе – оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ ҙа руль тоторға эшкинмәгән ир-ат. Улар Әғләмгә ҡарай ҙа, ошо йәшкә етеп, машинаһы ла юҡ, беҙҙең ыңғайға автобуста ҡағылып йөрөй, тип көлә һымаҡ. Дөрөҫ көләләр, Әғләм хәҙер йәйәү йә автобуста ғына йөрөй. Ә бит күптән түгел генә уның ошо автобустан саҡ ҡына ҡайтышыраҡ джибы бар ине. Крузак уның исеменә яҙылғайны. Ә хәҙер ул, йәйәүлеләр сафын тулыландырып, күпселек ыңғайына бәүелә-бәүелә, бысраҡ автобуста китеп бара. Китмәй сараһы юҡ, уның ҡайҙалыр олағып юғалыуын, ҡалала күҙгә салынып йөрөмәүен һоранылар. Хәйер, һораманылар, ә тәмле ашамлыҡтар тулы өҫтәл тирәһендә өйөрөлгән бесәйҙе ҡыуып ебәргән һымаҡ тибеп осорҙолар. Ә бер ҡараһаң, өҫтәл ҙур һәм мул, ашайым тиһәң, нимә генә юҡ! Ошо өҫтәлдән туйынырға теләгәндәрҙең күплеген әйт әле. Ләкин Әғләм улар араһына һыя, өҫтәлдән мул ҡалъялар эләктерә торғайны. Бына килеп уны сығарып ырғыттылар һәм ҡыуып ебәрҙеләр.
Ә заманында ниндәй һәйбәт башланғайны тормошо. Институтта зоотехник һөнәре алып сыҡҡайны. Ауылға ҡайтырға теләмәне, ошонда тороп ҡалды. Һәйбәт кенә урын тапты. Өйләнеүе лә уңышлы килеп сыҡты. Маһираһы, әлбиттә, бер аҙ иркәрәк ине, уның ҡарауы, ата-әсәһе хәлле, ел-ямғырға бирешмәй уларҙың ҡанаты аҫтында йәшәргә була ине. Ләкин Әғләм хатаға юл ҡуйҙы, календарҙы бутаны. Ҡыҙы менән бергәләп Испанияға ял итергә киткән ҡатыны бер көнгә алда ҡайтып төштө һәм Әғләмде һөйәркәһе менән йылы ғына көйө эләктерҙе. Хәҙер Әғләм шулай уйлай: был эш, моғайын, алдан планлаштырылған булғандыр, сөнки уны баҡса йортонан ҡыуған саҡта ҡатыны бик ҡәнәғәт ине. Аҙаҡ ҡайныһы менән бик ауыр һөйләшеү булды. Уныһы, йоғонтоло, бай, текә, һауалы бәндә, Әғләм менән оҙаҡ һөйләшеп торманы: “Мин һинән мал сыҡмаҫын белә инем, ҡустым, – тине. – Рәхмәт, минең һүҙҙәремде раҫланың. Фатир, автомобиль һинеке түгел, эш урыны өсөн дә борсолма, мин һине эштән сығарам”, – тине һәм ҡәтғи күрһәтмәләр бирҙе.
- Ташбаш районына бараһың. Иртәгә һине эштән һуң көтәләр. “Агромин” компанияһын тап, шунда эшкә алырҙар. Ни өсөн баш ҡаланан ҡыуылғаныңды шыңшып һөйләп йөрөмә. Әгәр шунда эшләп, ышанысты яулай алһаң, мин һине кире ҡайтарам. Әлегә Рима ла, һин дә бер-берегеҙҙән ял итегеҙ. Эх, кейәү, мин һиңә өмөт бағлағайным бит!
Әғләм көлөмһөрәп ҡуйҙы: ул ҡаланан ауылға һөрөлөп китеп бара. Йә инде, үҙе ғәйепле, ниндәй тормошон юҡҡа сығарҙы. Хәҙер барыһын да яңынан башларға, ышанысты яуларға тура килә. Ярай ҙа, ҡарт һүҙендә торһа.
“Агромин” компанияһының яҙмышы Әғләмгә шаҡтай таныш. Майлы-ҡалъялы
2000-се йылдарҙа хөкүмәттән байтаҡ ҡына аҡса умырып, ауыл хужалығын күтәрәбеҙ тигән һылтау менән күптәр мулығып ҡалды. “Агромин” фирмаһын байытабыҙ тип, бер түгел, ике банк бөлдө. 50 миллиард һумға яҡын зыян менән янған банкты әрләй-әрләй һәм ҡыуана-ҡыуана яптылар – аҡсалары әллә ҡайҙа китмәне, үҙҙәренә ҡалды бит. Эй, ул йылдарҙа йәшәү ҡалай күңелле булған! Хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡала.
Әғләм район үҙәгенә килеп төшкәс тә “Агромин”ды эҙләп тапты, ләкин уны бында берәү ҙә көтмәй ине. Малсылыҡ предприятиеһының хужаһы – Рәүис Миҙхәт улы Дауытов, тинеләр. Кабинет ишеге төбөндә байтаҡ тапанды, ары-бире йөрөнө Әғләм. Ә ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған ҡыҙ:
- Директорҙы көтмәгеҙ, ул бөгөн булмай, – тине.
- Ә мине Өфөнән ебәрҙеләр, – тип кенә өлгөрҙө Әғләм.
- Ҡунаҡханаға барығыҙ, һеҙгә урын бүленгән.
- Ҡунаҡхана ҡайҙа?
- Ошо бинанан сыҡҡас, уңда, ағастар араһында, ике ҡатлы йортто күрерһегеҙ. Ул – беҙҙең ҡунаҡхана.
“Быныһы яҡшы, тимәк, торлаҡ эргәлә генә була”, – тип тынысландырҙы үҙен Әғләм.
Шылтыратып ҡуйғандар, күрәһең, килеп ҡыңғырауға баҫыу менән ишекте астылар һәм икенсе ҡатҡа күтәрелергә ҡуштылар. Икенсе ҡатта пальма ышығында бер йыуан ир тәмәке тартып тора.
- Килдеңме? – тине ул, тупаҫ ҡына итеп, Әғләмде күреү менән.
- Килдем, – тине Әғләм. Тимәк, уның яҙмышы ошо кеше ҡулында.
- Мин Дауытов булам, – тине ул, – Рәүис Миҙхәт улы.
Эскә үттеләр. Мөйөштәге өҫтәлдә шешәләр ултыра, теленгән колбаса, икмәк ята. Әғләм үҙенең ас икәнен иҫенә төшөрҙө.
- Әйҙә, ултыр, – тине Дауытов. – Эсәһеңме?
- Эсәм дә, ашайым да, – тине Әғләм.
- Маладис, ашауың яҡшы. Бына мин ашай алмайым, эсәм генә, – тине Дауытов, аҡланған һымаҡ.
- Эсеү бер ҙә яҡшыға түгел бит әле, – тине Әғләм, ни әйтергә белмәйенсә.
Дауытов уға тишерҙәй итеп ҡараны:
- Һин эскегә ҡаршы көрәшергә килдеңме, әллә эшкәме? – тип һораны.
- Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин әле асмын, – тине Әғләм, – эсеү ҡайғыһы юҡ, иртәнге сәй менән генә йөрөйөм.
- Иптәш Нуриев, асығын әйтеп һөйләгеҙ, ашарға икән ашарға, – тине лә төпкө ишек яғына боролоп ҡысҡырҙы, – Гөлниса, билмән дә кәрәк!
Әғләм билмәнен тиҙ генә аша бөтөүгә Рәүис Миҙхәт улы уға үҙ тәрилкәһен дә этте:
- Аша-аша, һин бит юлдан килгән.
Әғләм инәлтеп торманы, Дауытовтың билмәнен дә һыпырып ҡуйҙы ла үҙенә сәй яһай башланы.
- Беләбеҙ-беләбеҙ, ишеттек, – тине Дауытов, еңелсә көлөмһөрәп. – Һинең баш ҡалала ниндәй егетлектәр ҡылыуың бында ла килеп ишетелде.
- Улайһа, ни өсөн килгәнемде аңлатып тормайым, – тине Әғләм.
Әғләм өсөн шулай башланды “Агромин” фирмаһындағы тәүге көн. Рәүис Миҙхәт улы барыһын да белә икән.
- Һиҙеп торам, һинең кем кейәүе икәнеңде лә, ниндәй мөнәсәбәттә булырға кәрәклеген дә шылтыратып әйттеләр. Кеше үлтермәгәнһең, енәйәт ҡылмағанһың, мөхәббәт өсөн харап булғанһың. Шулай булғас, һине ҡабул итмәҫкә бер һылтау ҙа юҡ. Урынлаш, эшлә, аҡсаһын түләрбеҙ.
- Эшкә ҡасан тотонорға?
- Үҙеңде эштәмен тип хис ит. Йоҡонан торғанһың икән, тимәк, һин эштә. Ҡунаҡханалағы был бүлмә һинеке, рәхәтен күр. Өйләнһәң дә, йортҡа керһәң дә, ҡаршы түгелбеҙ. Һиңә бында ғаилә ҡороу, дәүләттең демография программаһын үтәүгә өлөш индереү өсөн бөтә шарттар бар.
- Уныһын үҙем белермен. Бар эште лә өйләнеүҙән башларға тимәгән. Минең ғаиләм бар, өйләнгәнмен.
- Борсолма, беләбеҙ, беҙ ҡайның менән коньяк һемергәндә, һин әле мәктәптә генә уҡып йөрөгәнһеңдер. Нисә йәштәһең?
- Утыҙ алтыла.
- Ана бит, бишенселә генә уҡыған булғанһың. Ә һин бында килеп эшләһен өсөн беҙ шул саҡта уҡ фирма асып ҡуйғанбыҙ. Белгең килһә, ҡустым, һин тыуған йылда быҙаулаған һыйырҙар күптән иткә оҙатылып бөттө.
Дауытов шарҡылдап көлөп ҡуйҙы, үҙенең шаяртыуын бик оҡшатты ул. Әғләм ни эшләһен, хужаға ҡушылып хихылдаған булды. Аҙаҡ донъя хәлдәрен тикшереп ултырҙылар, мал аҙығы хаҡтары артыуына зарландылар. Рәүис Миҙхәт улы үрелеп кенә тағы бер яртыны алды.
- Бәлки, етер, – тип туҡтатырға тырышты уны Әғләм.
- Ә мин һин килә тип әҙерләнгән булам, – тине тегеһе. – Әле бөтәһен дә әйтеп бөтмәнем.Ҡустым, дөрөҫөн әйт, һин минең урынға килдеңме?
- Юҡ, – тине Әғләм. – Ул турала һүҙ булманы.
- Алдайһың, – тине Дауытов. – Күҙеңдән күреп торам, бик шылғаяҡ кешегә оҡшағанһың. Улайһа, әйҙә көрәшәбеҙ.
Рәүис Миҙхәт улы алдан әҙерләнгән, ахырыһы, бер түгел, ике һырлы таҫтамал һөйрәп сығарҙы.
Дауамы бар.
Читайте нас: