0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Ноябрь 2020, 16:22

ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ – 3 Хикәйә

Рәүилә иртән ҡыҙы Әнисә менән һөйләшеп өлгөрмәне. Нимә тип һүҙ башларға белмәй йөрөгән атаһы Сәфәр хәйерле иртә теләп тә торманы, киҫкен генә итеп:– Бөгөн үк дауаханаға бараһығыҙ, – тине.– Атаһы, һөйләшәйек, бер-ике көн көтәйек, – тине Рәүилә, инәлесле тауыш менән.– Көтөү бөттө, – тине Сәфәр, ҡәтғи төҫтә. – Кисә, өсөнсө көн ҡабул итеү һорап шылтыратып ҡараным, ҡабул итмәне, тимәк, билдәле.

Рәүилә иртән ҡыҙы Әнисә менән һөйләшеп өлгөрмәне. Нимә тип һүҙ башларға белмәй йөрөгән атаһы Сәфәр хәйерле иртә теләп тә торманы, киҫкен генә итеп:
– Бөгөн үк дауаханаға бараһығыҙ, – тине.
– Атаһы, һөйләшәйек, бер-ике көн көтәйек, – тине Рәүилә, инәлесле тауыш менән.
– Көтөү бөттө, – тине Сәфәр, ҡәтғи төҫтә. – Кисә, өсөнсө көн ҡабул итеү һорап шылтыратып ҡараным, ҡабул итмәне, тимәк, билдәле.
Ҡыҙҙары Әнисә әллә уҡшыны, әллә күңеле болғанды, үҙенең бүлмәһенә сығып китте.
– Мине мәсхәрә итмәгеҙ, Рәүилә, етте, – тине Сәфәр. – Такси саҡырт, үҙең алып бар, эргәһендә бул.
Ҡыҙҙары Әнисә Фәрхәт исемле егет менән йөрөй ине. Танышыуҙарына йылдан ашыу инде, мөхәббәттәре бик тәрәнгә киткән, күрәһең. Үткән аҙна Әнисә әсәһенә ауырлы булыуы тураһында әйтте. Рәүилә шунда уҡ егеткә шылтыратып һөйләшергә уйлағайны ла, ҡыҙы туҡтатты. Егете Фәрхәт бөгөн-иртәгә әсәһе менән атаһына әйтәсәк һәм өйләнешергә рөхсәт һораясаҡ.
Өйләнешһәләр ҙә була инде: Әнисә техникумдың икенсе курсында уҡый, егет институтта белем ала. Фәрхәттең атаһы менән әсәһе – бик хәлле кешеләр. Әсәһе ҡайҙалыр баш бухгалтер, атаһы төҙөлөш тресының начальнигы. Мәсьәлә тиҙ генә хәл ителеренә өмөт булыр ине, әгәр Әнисәнең атаһы Сәфәр менән Фәрхәттең атаһы Наил Мөбәрәк улы бергә эшләмәһә. Эш буйынса икеһенә гел бәхәсләшергә, хатта низағлашырға тура килә икән. Сәфәр начальнигы тураһында: “Ҡаты кеше, уҫал, уның менән һөйләшеү ауыр”, – тип электән әйтә килә ине. Ваҡ-төйәк йомош табып, үҙенә инеп һөйләшергә уйлағайны, ана бит, ҡабул итмәне. Түрәләргә тарыһаң, шул инде, улар менән һөйләшеү ҡыйын.
Рәүилә, дауаханаға бармайыҡ, нисек тә үҫтерербеҙ әле, тип ҡарағайны, юҡ, Сәфәр ыҡҡа килерлек түгел. Рәүилә ҡыҙын кейендереп дауаханаға алып китте. Ул үҙен яза башҡарырға барған кеүек итеп тойҙо.
Сәфәр эштән һуң шунда уҡ өйөнә ҡайтты һәм килеп инеү менән ҡатынынан:
– Барҙығыҙмы? – тип һораны, ҡаты итеп.
– Барҙыҡ, – тине Рәүилә.
– Нисек булды? – тип ҡыҙыҡһынды Сәфәр.
– Нисек булһын, ана ята, көс-хәл менән ҡайттыҡ.
Сәфәр урынынан да ҡуҙғала алмай ятҡан ҡыҙына күҙ һалды ла тәүге тапҡыр үкенгәндәй булды:
– Ҡуй инде, баланы яфалап. Әллә юҡҡа абортҡа барырға ныҡыштыммы икән, – тип үҙен-үҙе әрләп алды.
Шул ваҡыт ишек шаҡынылар, ҡыңғырау ҙа шылтыраны.
– Инергә мөмкинме? – тигән шаҡтай дәртле, күңелле тауыш ишетелде. – Сәфәр Ғатич, һеҙ өйҙәме?
Бәй, был бит Наил Мөбәрәк улы, Сәфәрҙең начальнигы, Әнисәнең егетенең атаһы.
Сәфәр, өтәләнеп барып, ишек төбөндә ҡаршы алды:
– Үтегеҙ-үт, Наил Мөбәрәкович!
Ҡара әле, ҡатынын, улын эйәрткән. Сәфәрҙең эргәһенә йүгереп
тигәндәй Рәүилә килеп етте. Иң алда Наил Мөбәрәк улы, шунан ҡатыны, унан ғәйепле йылмайған Фәрхәт килеп инде.
– Бына, Сәфәр Ғатич, йәштәрҙең эше менән килеп сыҡмаһаҡ, һеҙҙең фатирҙы ла күрмәй йөрөлөр ине, – тине Наил Мөбәрәк улы. – Үҙҙәрен күреп, танышып сығайыҡ, тинем.
– Йәштәр беҙҙе олатай-өләсәй итергә йөрөй ҙә инде, – тине ҡатыны, тауышында ҡыуаныс ишараты тойомланды.
– Йә, улым, сәскәңде Әнисәнең әсәһенә тоттор, – тип бойорҙо атаһы. – Ә Әнисә ҡыҙыбыҙ, килен балаҡай ҡайҙа? Күрһәтегеҙ әле.
Сәфәр өтәләнеп начальнигының тунын систерһенме, ҡатынының шәшке тунын һалдырһынмы.
– Әнисә ҡайҙа, ниңә күренмәй? – тип аптыраны начальник ҡатыны.
– Әнисә бында, – тине Рәүилә, – ҡыҙҙың бүлмәһенең ишеген асып.
Начальник менән ҡатыны килеп ишеккә ҡапландылар. Карауатта ятҡан ҡыҙ көс-хәл менән урынынан торҙо. Ярай ултырғыс башына тотоноп ҡалды – ҡолай ине. Туҙған сәстәрен саҡ ҡына артҡа һыпырҙы, йәнһеҙ күҙҙәрен яңы кергәндәргә ташланы.
– Әсәй, минең башым ауырта, күңелем болғана, – тине лә һынған кеүек кире карауатына ауҙы һәм тынып ҡалды ҡыҙ.
– Әллә Әнисәбеҙ сирләп торамы? – тине Фәрхәттең әсәһе һәм, аптырап, хужаларға ҡараны.
– Сирләп тора шул, – тине атаһы. – Әллә беҙ ҡабаландыҡ, әллә һеҙ һуңланығыҙ.
Күңелле генә итеп килеп ингән ир менән ҡатын ни булғанын төшөндө. Ә ғәйепле төҫ менән йылмайып торған егет нимә булғанын аңламағайны әле.
– Ғәфү итегеҙ инде, һеҙҙе мәшәҡәтләнек, ахыры, – тине Наил Мөбәрәк улы. – Кисә үк һөйләшермен тигәйнем, ҡабул итергә өлгөрмәнем, Сәфәр Ғатич миңә керергә йыйына ине шикелле.
– Саҡ ҡына көтһәгеҙ, ни булған? – тине түрәнең ҡатыны. – Беҙҙең менән һөйләшергә кәрәк ине. Йә инде, былай уңайһыҙыраҡ булды бит әле.
Йорт хужаһы бер һүҙ ҙә әйтә алманы, тегеләр саҡ ҡына ишек төбөндә тапанып торҙо ла сығып китте. Раузалар бәйләме ишек төбөндәге ултырғыста ятып ҡалды.
Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: