алып сығып та китте. Әғләм ни тиергә лә белмәне. Ул арала акт төҙөнөләр, хакимиәткә шылтыраттылар, урындағы гәзиткә материал әҙерләнеләр. Әғләм үҙе, ярҙам һорап кемгә өндәшергә, кемгә шылтыратырға ла белмәй, полицияла ҡунып сығыр ине. Ярай, ҡатыны Маһираға шылтыратып, уныһы атаһына әйткән, күрәһең, кисләтеп кенә полиция бүлегенән сығарып ебәрҙеләр. Ҡунаҡхана биклелер, кертмәҫтәр инде, тиһә, йыйыштырыусы шунда икән, асҡысы ла эленеп тора. Бүлмәһенә инеп, сәй булһа ла ҡайнатып эсте.
Төн урталары булдымы икән, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар.
– Кем бар унда? – тип һораны Әғләм.
– Әғләм ағай, асығыҙ әле, был мин, Рәғиҙә.
– Ниндәй Рәғиҙә ул? – тине Әғләм.
– Һуң, һауынсы, звено башлығы Рәғиҙә.
– Нимә кәрәк һиңә, кем ебәрҙе? – тине Әғләм ҡурҡышынан.
– Миңә һеҙҙе ҡотҡарырға кәрәк, һеҙгә ҡурҡыныс янай, кертегеҙ мине, тыңлап тороуҙары бар.
Бөгөнгө ваҡиғаларҙан һуң Әғләм был ҡатындан бер яҡшылыҡ та көтмәй ине. Күпме генә шаҡымаһын, Рәғиҙәне барыбер бүлмәһенә индермәне. Утты һүндереп, урамға ҡараһа, юлдың теге яғында бер машина ултырғанын күрҙе. Тимәк, был машина Рәғиҙәнең кергәнен һәм ығы-зығының башланғанын көтә, тип фараз итте ул.
Төнө буйы йоҡлай алмай борғоланды, әллә ниндәй төштәр күреп бөттө, әле Рәғиҙә килә, әле Дауытов, бер заман Маһира килеп сыҡты.
Таң менән тороп, комплексҡа барырға сыҡһа, машинаһы юҡ. Йәйәүләп барырға тура килде. Ул килеп ингәс, бөтәһе лә аптырашып Әғләмгә ҡараны. Рәғиҙә, барыһын йыйып, нимәлер һөйләй. Уны күреү менән малсылар дәррәү эшкә тотондо. Әғләм, Ринат эргәһенә килеп:
– Нимә, әллә мине көтмәй инегеҙме? – тине.
– Эйе, һеҙҙе булмай, эштән алғандар, тп һөйләйҙәрсе. Һеҙ ең һыҙғанып тотонғас, бында тәртип була икән, тип ҡыуанғайныҡ.
Әғләм был юлы ҡатыраҡ тотондо. Ҡайҙалыр, хәйер, ҡайҙа булһын инде, һатырға әҙерләнгән фуражды кертеп бушаттырҙы. Бер иҫерек малсы йөрөй ине, уны ҡайтарып ебәрҙе. Ҡарауылда торғандарҙы тотоп шелтәләне. Телефоны шылтыраны. Ҡайныһы икән.
– Тәк, кейәү, нимәләр творить итәһең унда? Хәбәрҙәр ишетелеп тора. Һуң, шунда эсмәйенсә генә йөрөп булмаймы?
– Бында айныҡ кеше бармы, тип һора тәүҙә. Ана, начальник Рәүис Миҙхәт улы көн һайын иҫерек, уны берәү ҙә күрмәй, полиция ла теймәй, тейерҙәр ине, ярты районды комбикорм менән тәьмин итеп тора. Ун машина фураж килһә, бишеһен төрлө яҡҡа осороп бөтә. Көн һайын 60 тонна һөт һауыу менәнме ни, начальник ҡайҙа теләй, шунда таратып ятҡас. Фураждың сифаты насар. Юҡ, бындағы тәртип менән ауыл хужалығын күтәреп булмаясаҡ, ҡайным. Иң тәүҙә начальниктан башларға кәрәк. Рәүис Миҙхәтович, әлбиттә, һинең дуҫ, әммә ул комплексты юҡҡа сығарасаҡ, быйыл булмаһа, икенсе йылға.
– Ысынлап әйтәһеңме, иптәш Нуриев?
Әллә һаман ышанмай инде?
Шул ваҡыт комплекс биләмәһенә Дауытов килеп инде. Ул Нуриевты күрермен тип уйламаған, күрәһең. Күҙенә салыныу менән аптырап, туҡтап ҡалды.
– Һин бында нишләйһең, кем һине бында керетте? – тине ул, ҡаты ғына итеп.
– Ишетәһеңме, ана, минең менән нисек һөйләшә ул, – тине Әғләм. – Әллә кисәгенән айнып етмәгән, әлә таң менән иҫереп өлгөргән. Ә һин шул кешене эштә тотаһың. Мә, һөйләш, трубканы үҙенә бирәм.
– Тыңлайым, хөрмәтле Риф Ғүмәрович! – тине Дауытов. – Мин һеҙҙең заданиены үтәнем. Кисә иртән ул иҫерек ине, һуғышырға итте, миңә янаны. Полиция саҡыртырға тура килде. Ә полицияла таныштары бар, ахыры, сығарғандар. Ә үткән төн уны бер һауынсы менән күргәндәр.
– Бер ниндәй ҙә һауынсы булманы, – тип ҡысҡырҙы Әғләм.
– Үҙегеҙ ҡарағыҙ, Риф Ғүмәрович, үҙегеҙ ҡуштығыҙ, мин һеҙҙең заданиены үтәнем. Ул бына алдымда тора, миңә эшләргә ҡамасаулай.
Һуңынан Нуриев менән Дауытов икеһе лә начальник кабинетына үттеләр.
– Ҡуй, асыуланышып йөрөмәйек, – тине Дауытов.
– Араҡың буламы? – тине Әғләм.
– Була.
– Булһа, йыйып ҡуй, мин эсмәйем.
– Ә мин һине эсерергә ҡурҡам, сөнки кисәге өсөн асыуланып, һуғыша башлауың бар тағы.
– Кисә мин һуғыштыммы?
– Һуғышмай ни. Протокол бар, акт төҙөлгән, шаһиттар ҡул ҡуйған. Һин мине үлтерә яҙҙың. Иртәгә шул эштәрҙе тикшерергә Өфөнән кеше киләсәк. Әҙер бул, айныҡ бул.
– Мин бөтәһен дә асыҡланым, – тине Әғләм. – Артабан да эштәр былай барһа, комплекс юҡҡа сығасаҡ, Рәүис Миҙхәт улы. Шуның