-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Ноябрь 2020, 17:21

ЕГЕТТӘР ҺӘМ ҠЫҘҘАР Хикәйә Дүртенсе бүлек

Әғләм аптырап торманы, кеше эҙләмәне, комплексты йүгерә-атлай ике тапҡыр әйләнеп сыҡты, ләкин электр яҡтыһынан башҡа бер ниндәй ут та күрмәне. Шулай ҙа вахтаға барып, ҡыңғырау таба алмағас, ишекте дөмбәҫләргә тотондо. Күп тә үтмәне, Ринат менән Рәғиҙә килеп сыҡты. Йәштәр уңайһыҙланған, тартынған булды, ләкин Әғләм уларҙың хәл-торошона иғтибар итеп торманы. Икеһе лә айныҡ, етмәһә, кейемдәләр, тағы ниндәй ғәйеп ташлайһың?– Һеҙ икәүләп ҡарауылсы булып та эшләйһегеҙме ни? – тине Әғләм, аптырап.

Әғләм аптырап торманы, кеше эҙләмәне, комплексты йүгерә-атлай ике тапҡыр әйләнеп сыҡты, ләкин электр яҡтыһынан башҡа бер ниндәй ут та күрмәне. Шулай ҙа вахтаға барып, ҡыңғырау таба алмағас, ишекте дөмбәҫләргә тотондо. Күп тә үтмәне, Ринат менән Рәғиҙә килеп сыҡты. Йәштәр уңайһыҙланған, тартынған булды, ләкин Әғләм уларҙың хәл-торошона иғтибар итеп торманы. Икеһе лә айныҡ, етмәһә, кейемдәләр, тағы ниндәй ғәйеп ташлайһың?
– Һеҙ икәүләп ҡарауылсы булып та эшләйһегеҙме ни? – тине Әғләм, аптырап.
– Ҡарауылсы эсеп эшкә сыҡманы, – тине Ринат. – Комплексты ҡарауһыҙ ҡалдырып булмай бит. Берҙән-бер эш урыныбыҙ, вахтаға йөрөмәйбеҙ, һаҡларға тура килә.
– Ә миңә кемдер, комплекс яна, тип шылтыратты, – тине Әғләм. – Ҡатын-ҡыҙ тауышы ине.
– Тауышы таныш түгел инеме? – тине Ринат.
– Таныш һымаҡ та, тик айырманым, – тип яуап бирҙе Әғләм.
– Борсолмағыҙ, мин шылтыраттым, – тине Рәғиҙә. – Барыбер йоҡламайбыҙ.
– Эйе, – тип һүҙгә ҡушылды Ринат. – Һеҙҙе башҡаса күреп булмай, киләһегеҙ ҙә Рәүис Миҙхәт улының ауыҙына ҡарап тик тораһығыҙ. Беҙ унан аптырап бөттөк. Уға бит комплекс кәрәкмәй, комплекс беҙгә кәрәк.
– Бына бер ай эшләнегеҙ, – тип һүҙгә ҡушылды Рәғиҙә. – Бындағы эштәрҙе яйға һалдығыҙ, һеҙгә ышаныс уянды, эшкә барғыбыҙ килеп тора хәҙер.
Өсәүләшеп ҡарауылсы бүлмәһенә инеп ултырҙылар, сәй ҡуйҙылар, ашарға ла әҙерләгәндәр икән.
– Ә эсергә юҡмы ни? – тине Әғләм, танауын мышылдатып еҫкәнеп ҡуйҙы.
Ҡыҙ менән егет бер-береһенә ҡарашып алды.
– Ә беҙ һеҙҙе, эсмәй, тип ишеткәйнек, – тине Ринат.
– Дауытов ағай әйткәйне шул, һеҙҙе Өфөнән эскән өсөн бында ҡыуғандар, тип, – тине Рәғиҙә.
– Ныу, был Рәүис Миҙхәтовичты, мине үҙемә ҡарағанда ла нығыраҡ белә. Әле лә шаяртып әйттем.
– Ярай, улайһа, юғиһә һеҙҙең менән һөйләшеү килеп сыҡмаҫ, тип ҡурҡтым, – тине Рәғиҙә.
– Ә нимә хаҡында һөйләшергә теләгәйнегеҙ? – тине Әғләм, йәштәрҙең икеһенә лә ҡарап.
– Эш былайыраҡ тора, – тине Ринат. – Беҙ электрон почта аша Риф Ғүмәровичҡа хат яҙып ебәргәйнек.
– Ә уға нимә тип яҙҙығыҙ инде?
– Һеҙ беҙгә бик оҡшанығыҙ, һеҙҙе комплексҡа начальник итеп һораныҡ.
– Мине? Ауылдан сығып китеп, Өфөлә төпләнгән кешене ошонда һорайһығыҙмы?
– Эйе, бында эште һеҙ генә яйға һала аласаҡһығыҙ, – тине Ринат. – Ризалашығыҙ, юғиһә Рәүис Миҙхәт улы комплексты тамам бөлдөрәсәк.
– Нисек бөлдөрәсәк?
– Беренсенән, ул ҡарт, пенсионер, икенсенән, эсә, өсөнсөнән, ағай-энеһен ошонда йыйҙы, дүртенсенән, ул үҙен эштән ебәрәсәктәрен белә һәм киткәнсе комплексты юҡҡа сығарырға теләй.
– Ә һеҙ уның комплекс тураһында нимә һөйләгәнен ишеткәнегеҙ бармы? – тине Рәғиҙә. – Ул әйтә, комплекс банк бөлдөрөп, аҡса урлап төҙөлгән, халыҡҡа уның мөнәсәбәте юҡ, ти. Нисек килһә, шулай юҡҡа сығасаҡ, тип ҡурҡыта.
Шул ваҡыт Рәғиҙә, эргәләге өҫтәлдән һырлы таҫтамал алып, өҫтәлде һөртә башланы. Бәй, таныш таҫтамал!
– Был ниндәй таҫтамал ул? – тип аптыраны Әғләм, ике бармаҡ менән генә тотоп күтәреп.
– Һеҙ ҙә таныйһығыҙмы был таҫтамалды? – тине Ринат. – Әллә йыртып күрһәттеме?
– Эйе шул, Дауытов, елкәһенә һалып, бер тартҡайны, таҫтамал урталай өҙөлдө лә ҡуйҙы.
Ҡыҙ менән егет тәгәрәй яҙып көлдө.
– Һеҙҙең дә ҡотто осорған икән, – тине Рәғиҙә.
– Осороуын-осорманы, ныу шикләндерҙе инде. Көрәш батыры һымаҡ таҫтамалды урталай өҙһөн әле.
– Юҡҡа шикләнгәнһегеҙ, – тине Ринат. – Таҫтамалды алып, алдан уҡ ике яҡ ситенән тура килтереп кенә киртеп ҡуя. Шунан икегә айырып ебәргән булып ҡурҡыта. Таҫтамал, ике ситенән ҡырҡып ҡуйылғас, шытырлап өҙөлә лә китә. Килгән кеше ҡурҡышынан уның менән көрәшеүҙән баш тарта. Әллә һеҙ көрәштегеҙме?
– Көрәштегеҙме тип, ул 120 кг, ә мин – 85. Аяҡтарын күтәреп, минең өҫкә ауҙы инде, әллә ике аҙна күкрәк ауыртып йөрөнө.
Өсәүләшеп Дауытовтың хәйләкәрлегенән көлөштөләр.
– Ярай, эш хаҡында һөйләшәйек, – тине Ринат. – Беҙҙең егет-ҡыҙҙарҙың күҙ терәп торғаны – ошо комплекс. Күрәләтә бөлдөргө килмәй.
– Өфөгә яҙған хатығыҙға яуап килдеме һуң? Риф Ғүмәрович уҡығанмы?
– Уҡығандыр, – тине Рәғиҙә, – юғиһә бөгөн тикшерергә кеше ебәрмәҫ ине. Кемделер көтәләр шикелле, Рәүис Миҙхәт улы хатта кистән эсмәне лә.
– Әғләм Сабитович, риза булығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, – тине Рәғиҙә. – Беҙ һеҙҙе тыңлап ҡына йөрөрбөҙ.
– Белмәйем инде, – тип аптыранды Әғләм. – Минең бит Өфөлә ғаиләм дә бар.
– Ҡатынығыҙҙы алып килегеҙ, – тине Ринат. – Ғаиләһеҙ йәшәү ҡыйын, әлбиттә. Электрон хатҡа яуап биргәндәр ул, һеҙгә Әғләм Нуриев комплексты көсәйтеү өсөн ебәрелде, тип яҙғандар. Шулай булғас, ризалашығыҙ ҙа ҡуйығаҙ.
Таңға ҡарай эштә кешеләр күренә башланы. Әғләм ҡайтып торманы, ошонда ғына йәштәр менән сәй эсте лә комплекстағы эштәрҙе барлап китте. Шул ваҡыт теге баштан Дауытовтың һөрәнләгән тауышы ишетелде. Бында кем хужа икәнен белдерергә теләгәндер инде. Нуриев менән Дауытов икеһе ике остан төшкән икән. Урта тирәлә осраштылар. Рәүис Миҙхәт улы Әғләмде күрмәмеш булып үтеп китергә самалағайны, тегеһе һыр бирә буламы инде? “Һаумыһығыҙ, Рәүис Миҙхәтович”, – тип туҡтатты.
– Ҡырынмағанһың, әллә бында йоҡланыңмы? – тип төрттөрҙө Дауытов. – Бында ни һөт күп, һауынсылар етерлек.
– Эйе шул, Рәүис Миҙхәтович. Эштәрҙе яйға һалам, тиһәң, ҡуна ятмайынса булмай.
Дауытовтың йөҙө шунда уҡ боҙолдо. Ниҙер әйтергә уҡталғайны, туҡтап ҡалды. Әғләмдең телефоны шылтыраны, ҡайныһы икән.
– Хәйерле иртә, Риф Ғүмәрович, ҡалай иртә шылтыратаһығыҙ, – тине Әғләм, ишетәһеңме, кем менән һөйләшәм, тигән һымаҡ, Дауытовҡа күҙ һирпеп. Тегеһе сәсен-башын һыпырып ҡуйҙы, хатта үрә ҡатты: иң ҙур хужа шылтырата бит.
– Йә, Әғләм Сабит улы, ҡайһы бер һығымталар яһарға ваҡыт, – тине Риф Ғүмәр улы. – Үҙең ниндәй фекергә килдең? Киләсәгеңде нисек күҙ алдына килтерәһең?
– Ялланып эшләгән кешенең ниндәй киләсәге булһын инде? – тине Әғләм. – Һеҙ нисек әйтһәгеҙ, шулай буласаҡ. Минең киләсәк – һеҙҙең ҡулда.
– Дөрөҫ фекерләйһең, – тине хужа, һәр һүҙенә баҫып яһап. – Әгәр шулай уйлаһаң, тимәк, аҡылға ултырғанһың. Сәғәт-сәғәт ярымдан мин ебәргән кеше килеп етер. Приказ уның ҡулында.
– Белергә мөмкинме, Риф Ғүмәр улы, ниндәй приказ?
– Уҡығас белерһең, тик бер нөсхәһен беҙгә ҡайтарырға онотма, – тине Риф Ғүмәр улы. – Ә Дауытовты нишләтергә уйлайһың?
– Һеҙ ни әйтһәгеҙ, шулай буласаҡ, – тине Нуриев. – Әле ул бына эргәмдә тора.
– Эргәңдә тора? Бик яҡшы, минән сәләм әйт. Уға берәй вазифа таба алаһыңмы?
– Һеҙ әйткәс, табабыҙ инде, хөрмәтле Риф Ғүмәр улы, – тине Әғләм.
Эргәһендәге Дауытовтың күҙҙәре йәшләнде, ғифрит Нуриевтың арҡаһынан һөйөп алды.
– Ярҙамсы итеп ҡуйһам, яраймы, ошонда күҙ –ҡолаҡ булып йөрөр, – тине Әғләм.
– Харап инде, – тине Риф Ғүмәр улы, – ярҙамсы итеп ҡуйһаң, комбикормың таралып, һөтөң эселеп, эселмәгәне әсеп бөтә инде. Ярай мин ебәргән кешене ҡабул ит, ул да һиңә кәрәгер әле. Әйткәндәй... – Ошо урында телефондың теге осонда оҙон ғына пауза яһанылар. – Крузагыңды ҡабул итеп ал, Өфөнән һине маршрут автобусы менән генә сығып китте, тигәйнеләр. Күндәмлегең оҡшаны, шуға “Тойота”ңды ҡайтарабыҙ. Комплекс начальнигы – ферма мөдире түгел, атлы арба менән йөрөп булмай. Шартына килтер. Хуш, Әғләм кейәү.
– Нимә тине, нимә тип әйтте? – тип Дауытов Нуриевтың алдында тапанды.
– Нимә тип әйтте? Һин – комплекс начальнигы, ә ферма мөдире түгел, – тип әллә үҙ алдына һөйләнде, әллә уйланды Әғләм.
– Ферма мөдире түгел, тинеме? – тип һораны Дауытов. – Ферма мөдире хәҙерге шул комплекс начальнигы инде ул. Ҡайһылай атаһаң да, шул ферма булып ҡала. Ә миңә ниндәй урын бирәһең?
– Әле мин һеҙгә, Рәүис Миҙхәт улы, бер вәғәҙә лә бирә алмайым, – тине Әғләм.
– Нисек бирә алмайһың? Ул әйтте, мин ишеттем. Мин ярҙамсы булам, мин риза.
– Ә бер ҡаҙанға ике үгеҙ башы һыйырмы икән? – тине Әғләм, мәғәнәле генә итеп.
– Нишләп һыймаһын? Әтеү минең мөгөҙҙәрҙе ҡырҡып ташла.
– Ярай, ҡарарбыҙ, – тине Әғләм. – Өфөнән кеше килергә тейеш.
Комплекс алдына сыҡһалар, оло юлдан елдереп көмөш крузактың килгәне күренде.
– Ана, минең көмөш аҡбуҙатым килә, – тине Әғләм, Дауытовҡа машинаһы яғына ымлап.
– Ә мин “жигули” менән башлағайным, – тине, әллә көнләшеп, әллә һоҡланып Дауытов.
– Бар, халыҡҡа әйт, ошонда йыйылһындар, – тине Әғләм. – Өфөнән вәкил килә.
Дауытов һөйләнә-һөйләнә эскә атланы: начальник булып өлгөрмәгән, мине йүгертергә самалай. Шул да булдымы эш? Мин һеҙгә малай-шалаймы ни йүгереп йөрөргә?
Ул арала эшһеҙ йөрөгәндәр сығып, Дауытов эргәһенә баҫты. Бына көмөш крузак килеп туҡтаны. Ҡарайтылған салон эсендә кем килгәне күренмәй. Шул ваҡыт Әғләмдең телефоны шылтыраны – Маһира икән.
– Хәйерле иртә, нисек йоҡланың, ханым-солтаным?
– Һуңғараҡ һөйләшһәк, буламы? – тине Әғләм. – Бик ҙур ҡунаҡ көтәм.
– Ҡунаҡ көтәм, тиһеңме? Эргәңдә ярандарың теҙелеп тора. Мин бит ул ҡунаҡ тигәнең. Улай булғас, ниңә лимузин ишеген килеп асмайһың?
Әғләм, олпат ҡына баҫып барып, ишекте асты. Машинанан юл кейемендәге Маһира килеп төштө.
Комплекста, шулай итеп, яңы тормош башланды.
Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: