-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Декабрь 2020, 08:00

АҺ, ШУНДАЙ МӨХӘББӘТ! Хикәйә Аҙағы

Тель-Авивҡа кеше туп-тулы самолетта осҡайнылар, кире ҡайтҡанда салон яртылаш буш ине. Ләкин Мәрйәм менән Русландың күңелдәре күтәренке. Тыуған яҡҡа ҡайтҡан өсөн генә түгел, сөнки дауаханала Руслан тәүҙә бер нисә минут үҙе генә аяҡ өҫтө тора алды, ә ике аҙнанан ауыртыуҙар, һыҙланыуҙар аша үҙенең тәүге аҙымдарын яһаны. – Был бәхет – уртаҡ бәхетебеҙ! – тине Мәрйәм, күҙ йәштәре аша ирен ҡосаҡлап. – бына, мин әйтте, тиерһең, бер-ике айҙан һин үҙең аяҡ өҫтө баҫып атлап йөрөйәсәкһең! Мин бының өсөн, һин аяҡҡа баҫһын өсөн, бөтәһен дә эшләйәсәкмен!

АҺ, ШУНДАЙ МӨХӘББӘТ!
Хикәйә
Аҙағы
Тель-Авивҡа кеше туп-тулы самолетта осҡайнылар, кире ҡайтҡанда салон яртылаш буш ине. Ләкин Мәрйәм менән Русландың күңелдәре күтәренке. Тыуған яҡҡа ҡайтҡан өсөн генә түгел, сөнки дауаханала Руслан тәүҙә бер нисә минут үҙе генә аяҡ өҫтө тора алды, ә ике аҙнанан ауыртыуҙар, һыҙланыуҙар аша үҙенең тәүге аҙымдарын яһаны.
– Был бәхет – уртаҡ бәхетебеҙ! – тине Мәрйәм, күҙ йәштәре аша ирен ҡосаҡлап. – бына, мин әйтте, тиерһең, бер-ике айҙан һин үҙең аяҡ өҫтө баҫып атлап йөрөйәсәкһең! Мин бының өсөн, һин аяҡҡа баҫһын өсөн, бөтәһен дә эшләйәсәкмен!
Өфө аэропортында йәштәрҙе ҡаршылаған атаһы менән әсәһе артыҡ хис-тойғоларын белдермәнеләр. Һаран ғына сәләмләүҙәр, йылымыс ҡына ҡосаҡлауҙар... Әйтерһең, Тель-Авивтан, аяҡҡа баҫып түгел, сәфәрҙән ҡайтып төшкәндәр. Руслан өндәшмәне, Мәрйәм иғтибар итмәне.
Ләкин йәшәү өсөн эшләргә кәрәк! Ә Руслан бер эшкә лә тотона алмай. Барлыҡ ауырлыҡты Мәрйәмгә күтәрергә тура килә. Мәрйәм барлыҡ бухгалтерияны үҙ өҫтөнә алды. Мәктәптә уҡыта, буш ваҡытта подъезд йыуа, шәмбе-йәкшәмбе бала ҡарай. Ә Руслан өндәшмәй, тимәк, ошо көн тәртибе уны ҡәнәғәтләндерә. Әлбиттә, дарыуҙар күп кәрәк, ләкин улар менән ара-тирә атаһы менән әсәһе ярҙам итә.
Бер йыл үтеп китте. Руслан хәҙер аяғында ныҡлы йөрөй, урамда үҙен ышаныслы тоя. Ләкин дауалау курсы үтеп бөтмәгән әле. Бер-ике тапҡыр Наум Самуилович шылтыратты: “Килеп, күренеп китһәгеҙ яҡшы булыр ине”, – тигән теләк белдерҙе. Уға бик кәрәк, сөнки докторлыҡ диссертацияһының табип тәжрибәһенән бер өлгөһө икән. Үҙ күҙҙәре менән күреп, тотоп ҡарағыһы килә. Ғәжәпләнергә түгел, юҡтан бар әтмәләп, үҙе әйтмешләй, яңы деталдәр яһап ҡуйҙы бит.
– Аҡса юҡмы? Ниңә алдан әйтмәйһегеҙ? Мин һеҙгә билет хаҡын үҙем түләйем.
Кисен Мәрйәм менән Руслан шулай ҡарар итте: ире үҙе генә барып ҡайтасаҡ һәм докторға ярҙам итәсәк. Мәрйәм ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе, СМС-ка ярҙамында, Наум Самуилович менән уртаҡлашты. Унан рәхмәт килде.
Ә иртәгәһен нимә булды? Иртәгәһен Руслан Тель-Авивҡа осоуҙан баш тартты.
– Етәр! – тине ул тупаҫ итеп. – Мин тәжрибә өсөн тотолған хайуан түгел! Теләһә, – УЗИ, МРТ, КТ – барыһын да ебәрәсәкмен. Ләкин унда бараһым да, үҙемдең үткәнемде күрәһем дә килмәй! Алға ҡарап йәшәргә кәрәк! Атыу, минең хәлем менән, аяҡҡа баҫыуымды файҙаланып, алыш-биреш итергә теләүселәр ҙә бар, шикелле, тип тоям.
Мәрйәмдең бер үҙенә эшләүе ауыр. Бер тапҡыр, аптырағандан, Русланға:
– Бәлки эшкә төшөргәлер? – тигән баҙнатһыҙ ғына теләк белдерҙе.
– Эшкә барырға? – Русландың төҫө боҙолдо. – Һин нимә, Мәрйәм, мин яңы аяҡҡа баҫып киләм. Һин мине үлтерергә итәһеңме әллә? Юҡ, мин һинән быны көтмәгәйнем. Ана, атай һөйләшер, ышанмаһаң, инвалидлыҡ эшләп бирәсәк. Ә инвалидҡа эшләргә яраймы?
– Һуң, берәй еңелерәк эш ҡарар инек. Бәлки – вахтер, ҡарауылсы...
– Прекрати! Һин нимә һөйләйһең? Вахтер, ҡарауылсы?! Бәлки машина йыуыусы булып барырға кәрәктер?! Юғары белем менән, һин мине ҡарауылға ҡуйырға итәһеңме?
– Аптырағандан әйтәм, – тине Мәрйәм.
Руслан башҡа өндәшмәне. Иғтибарлап кәләшенә ҡарап ултырҙы. Оҙаҡ текләне һәм аптырап ҡуйҙы. Юҡ, был бит элекке , ул белгән, ул яратҡан Мәрйәм түгел. Бәй, сәстәре ағара башлағанмы әллә? Бик иртә түгелме? Уға нисә йәш әле ул? Үҙенән һорап булмай бит инде. Йә инде, үҙеңдең эргәңдә йөрөгән ҡатыныңдың тыуған көнөн дә белмә, имеш. Русланға – егерме алты, ул өс йәшкә кесе ине, буғай. Егерме өс буламы? Егерме өс йәштә – ап-аҡ сәстәр, күҙ төбөндә һырҙар һәм һиҙелерлек бөкөрәйгән һын? Руслан аптыраны: нимә булған ул был ҡатынға? Ни өсөн үҙен ҡарамай? Бер ҡараһаң, етеш кенә ғаиләлә үҫкән һымаҡ. Шундай мираҫтың хужаһы булды! Аптыраҡ...
Ә Мәрйәм өндәшмәй. Иренең күҙ ҡарашынан уҡ уның нимә уйлағанын, нимә кисергәнен үтәнән-үтә күреп өйрәнгән ҡатын шөбһәләнә, сөнки был ҡараштар бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәй.
Байтаҡ ваҡыт үтте. Мәрйәмгә көтмәгәндә ҡәйнәһе шылтыратты. Иң тәүҙә хәл-әхүәл һорашты, Русландың һаулығын белеште. Ғәлимә Мәрйәм килененә нимәлер әйтергә лә йыйынған һымаҡ. Әллә Руслан менән тағы берәр хәл булдымы икән? Ә ире үҙе һиҙҙермәй, бик күңелле йөрөй. Йөрөмәй һуң, ятҡан көнөнән аяҡҡа баҫтырҙы бит. Хәҙер ҡыҙғылт йөйҙәре
лә уңалып бөтөп бара.
Мәрйәм йорт аша туғыҙ ҡатлы йорттоң подъезын йыуып ҡына ҡайтҡайны, арығайны, ултырған килеш кенә, ойоп китте, Ул подъезд йыуған арала, өйҙә ҡалғайны Русланы. Ул ашаған да, сығып киткән, ахыры.
Ҡәйнәһе шылтыратҡанға, уянып китте. Телефонын алды.
– Һаумы, килен, иҫәнме?! – тине Ғәлимә.
– Рәхмәт, үҙегеҙ нисек? – тип һораны килене.
Осрашырға һөйләштеләр. Эргәлә генә бер баҡса бар, шул баҡсаның эргәһендә кафе ла эшләй икән.
– Юҡ, – тине Мәрйәм, – кафелап тора алмам, бер аҙ һөйләшеп ултырырбыҙ.
Иртәнге яҡ булғас, ял паркында кеше юҡ, тип әйтерлек. Мәрйәм менән ҡәйнәһе ҡара-ҡаршы ултырып, юҡ-бар һөйләшәләр. Тегеләй ҙә, былай ҙа, уңға ла, һулға ла кешеләр үткеләп йөрөй.
Шул ваҡыт Мәрйәмдең артында ғына бер-береһен ҡыуышып уйнаған ир менән ҡатындың шат көлгәне, бер-береһенең дәртләндергәне ишетелде.
Ҡәйнәһе уларға күтәрелеп ҡараны һәм шаңғып, телһеҙ ҡалды. Әле генә күңелле һөйләшеп ултырған Мәрйәм, артында ғына – таныш тауышты, ә ҡәйнәһенең күҙендә йөрәккә яҡын һынды шәйләп ҡалды.
– ...Ниңә, мине ҡыуып етә алмаҫ, тиһеңме? – тине ир тауышы.
– Шикләнмәйем! – тине ашҡыныулы ҡатын-ҡыҙ тауышы...
Ир менән ҡатын бер-нисә генә секундҡа күренде лә, ниндәйҙер ярһыулы хис-тойғо, ауыҙлыҡһыҙ йән ҡайнауынан ҡалған йылы һирпеп, юҡ булдылар.
Мәрйәм өндәшмәне. Ул барыһына ла төшөндө. Шулай шул. Бәхетлеләр араһында бәхеттән мәхрүм ҡалғандарға урын юҡ. Ошо буламы ғәҙеллек?
Аҙағы.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в