-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Декабрь 2020, 22:14

КЕШЕ БАЛАҺЫ... Хикәйә Дүртенсе бүлек

Нәсихә төнө буйы йоҡлай алманы. Ул бығаса күҙ алдына ла килтермәгән һынау алдында торғанын яҡшы аңлай. Улының һуңғы һөйләгәндәре уның тамам ҡулдан ысҡыныуына дәлил булып тора. Уны тәртипкә саҡырыу, намыҫын уятып ҡарау фәтеүә бирмәйәсәк. Уның кәләшен айырып ебәреүе, хатта тыуасаҡ балаһын ҡарарға теләмәүе бөтөнләй аңлашылмай. Бер ҡараһаң, үҫкәндә бер мохтажлыҡ кисермәне, ана бит, машинаһына тиклем оҡшатмайынса нимә һөйләй. Ошо машинаны алып бирәбеҙ тип, үҙҙәренән, тамаҡтарынан өҙөп, нисә йыл буйы аҡса йыйҙылар. Бөгөн килеп, ул бөтөнләй ҡолаҡҡа ятмағанды һөйләп тора. Ярай, Зөлфиә йыуаш, аҡыллы күренә. Ә Ленара ошо бер нисә көн эсендә уның улына шундай йоғонто яһап өлгөрҙө микән ни? Әле бер нисә көн элек кенә улы өсөн борсолмай, киреһенсә, уның менән ғорурлана ине. Аҡыллы, йыуаш, тәртипле, ярҙамсыл. Ленараның ғаиләһенең бай йәшәүе уға шундай кире йоғонто яһанымы?

-1- -2- -3- -4-
КЕШЕ БАЛАҺЫ... Хикәйә Дүртенсе бүлек Нәсихә төнө буйы йоҡлай алманы. Ул бығаса күҙ алдына ла килтермәгән һынау алдында торғанын яҡшы аңлай. Улының һуңғы һөйләгәндәре уның тамам ҡулдан ысҡыныуына дәлил булып тора. Уны тәртипкә саҡырыу, намыҫын уятып ҡарау фәтеүә бирмәйәсәк. Уның кәләшен айырып ебәреүе, хатта тыуасаҡ балаһын ҡарарға теләмәүе бөтөнләй аңлашылмай. Бер ҡараһаң, үҫкәндә бер мохтажлыҡ кисермәне, ана бит, машинаһына тиклем оҡшатмайынса нимә һөйләй. Ошо машинаны алып бирәбеҙ тип, үҙҙәренән, тамаҡтарынан өҙөп, нисә йыл буйы аҡса йыйҙылар. Бөгөн килеп, ул бөтөнләй ҡолаҡҡа ятмағанды һөйләп тора. Ярай, Зөлфиә йыуаш, аҡыллы күренә. Ә Ленара ошо бер нисә көн эсендә уның улына шундай йоғонто яһап өлгөрҙө микән ни? Әле бер нисә көн элек кенә улы өсөн борсолмай, киреһенсә, уның менән ғорурлана ине. Аҡыллы, йыуаш, тәртипле, ярҙамсыл. Ленараның ғаиләһенең бай йәшәүе уға шундай кире йоғонто яһанымы? Нәсихә улының бала сағында нисек үҫкәнен иҫенә төшөрҙө. Бөтә балалар ҙа бер сама үҫтеләр, бер сама кейенделәр, бер сама ашанылар, хатта бер үк сирҙәр менән сирләнеләр. Ә ҡомһоҙлоҡ, тәрбиәһеҙлек һымаҡ сирҙе ҡайҙан йоҡтора һуң кеше? Кешенең бындай етешһеҙлектәренә ниндәй вакцина бар икән? Әсә күңеле менән һиҙә: был – һынылыш мәле, хәҙер уларҙы һынау көтә, һәм был һынауҙың яҙмышты хәл итеүе бик ихтимал. Күрше бүлмәлә йоҡлап ятҡан, хәйер, йоҡлаймы икән, Зөлфиә һәм уның тыуасаҡ балаһы өсөн көрәш бик күптәрҙе ныҡлы һынау, хатта һайлау алдына ҡуйыуы бик ихтимал. Зөлфиә йоҡоло-уяулы ята. Һуңғы арала бөтөнләй йоҡлағаны ла юҡ шикелле. Үҙе ҡат-ҡат Данир менән булған һуңғы һөйләшеүҙе иҫенә төшөрмәҫкә тырыша. – Һиңә әйтер һүҙем бар, Данир, – тип башланы ул. – Минең дә әйтер һүҙем бар, – тине Данир. – Тәүҙә мине тыңла. Беҙҙең өйләнешеү тураһындағы хыялыбыҙ тормошҡа ашмаясаҡ. – Нисек тормошҡа ашмаясаҡ? Беҙ бит никах уҡыттыҡ. – Никах минең өсөн закон түгел, загста теркәлмәгән, шулай булғас, үҙеңде алдама. Әгәр теләһәң, еренә еткереп айырылыша алабыҙ. – Юҡ-юҡ, мин айырылышыу өсөн бер сәбәп тә күрмәйем, – тине Зөлфиә инәлгән һымаҡ. – Ә мин, киреһенсә, беҙҙең өйләнешеү тәүге көндәрҙән уңышһыҙлыҡҡа дусар ине, тип иҫәпләйем, – тип, Данир һаман үҙенекен һөйләне. – Ә беҙҙең балабыҙ буласаҡ, Данир, ишетәһеңме? – Балабыҙ буласаҡ? Ә беҙ һинең менән нимә тип һөйләштек? Һин үҙең әйттең, уҡып бөтмәйенсә бала булмаясаҡ, тинең. – Эйе, шулай тинем, – тине Зөлфиә. – Тимәк, һин мине алданың булып сыға? – тине Данир, уҫал итеп. – Мин һине алданым тип иҫәпләмәйем, – тип аҡланырға тырышты Зөлфиә. – Ярай, нимә һөйләһәң дә, һиңә хәҙер ышанмайым, һин мине алданың, – тине Данир. – Мин һиңә шундай тәҡдим әйтәм: һин әгәр, өйҙән сығарып ебәрҙеләр, тип әйтергә оялһаң, мин үҙем ҡайтып киттем, тип әйтә алаһың. – Ә был миңә нимәгә кәрәк? – тине Зөлфиә. – Нисек әйтергә? Ҡыҫҡаһы, һин мине ташлаған кеүек булаһың, – тине Данир. – Оҡшаманы, яратманым, ғаиләһе ҡабул итмәне, тип беҙҙе ғәйепләй алаһың. – Юҡ, бында миңә оҡшай, атайың, әсәйең һәйбәт, мин һине яратам, һин дә мине яратаһың, етмәһә, балабыҙ буласаҡ. – Бына һиңә 5 мең, теләһә ҡайҙа барып төшөрт. Башҡа аҡса һорама. – Миңә аҡса кәрәкмәй. Мин бер ҡайҙа ла бармайым. – Ярай, улайһа, яҡшылыҡ менән аңламаһаң, тыңла. Бына сумаҙаның, әйберҙәреңде йый! Талаҡ, талаҡ, талаҡ! Таң менән фатирҙағылар өсөһө лә тороп, Зөлфиә – уҡырға, хужабикә менән хужа эшкә йыйына башланы. Иртәнге сәйгә өҫтәл артына ултырып өлгөрмәнеләр, ҡабаланып Данир килеп инде һәм кейемен алыштыра башланы. – Әсәй, сәләм, һаумы, атай. Ә Зөлфиә бында нимә эшләй? Уны кем кертте? – Зөлфиәне мин алып ҡайттым, – тине әсәһе. – Ул – беҙҙең ғаиләнең ағзаһы. – Тимәк, һеҙ минең теләгемә ҡаршы, – тине Данир. – Һеҙ минең бәхетле булыуымды теләмәйһегеҙме? – Бик теләйбеҙ, улым, ләкин беҙ Зөлфиәне ысын күңелдән ҡабул иттек, уны тыумаған сабыйы менән ҡыуып сығара алмайбыҙ. Һин урын тапҡанһың, ә ул беҙҙә йәшәйәсәк. Нәсихә ярҙам эҙләгән һымаҡ иренә ҡараны, уныһы бер ни өндәшмәне, битараф ҡиәфәттә һаман ашанып ултыра бирҙе. Йүнһеҙ, шунда бер һүҙ әйтһә була бит инде. Юҡ, өндәшмәне, бер һүҙ сыҡманы ауыҙынан. Ғаилә эсендә берҙәмлек юҡлығын Данир шунда уҡ һиҙҙе. – Ә атай ниңә өндәшмәй? Йә, атай, һин нимә әйтерһең? Атаһы ҡабаланмай ғына ашап-эсеп бөттө, яйлап ҡына ауыҙын һөрттө. – Мин нимә әйтәйем, мине бутамағыҙ, тип әйтәйемме? Мин киләсәкте уйлайым. Мин кем ҡыҙына өйләнергә йөрөгәнеңде, уларҙың кем икәнен беләм. Һин, улым, бик йоғонтоло, билдәле даирәләрҙә абруйлы кешеләр менән бәйләнгәнһең. Улар менән бәхәс, айырыуса низағ бер ваҡытта ла яҡшылыҡ менән бөтмәй. Һин, улым, улар эргәһенә бер үҙең генә түгел, әсәйеңде, мине эйәртеп алып бараһың. Онотмаһағыҙ, Ленара әйтте, ата-әсәһе беҙҙе белә, һине оҡшатҡандар, тимәк, улар һине ҡулдан ысҡындырмаясаҡ. Һин үҙ ихтыярың менән барып кергәс, беҙгә лә ҡотолоу юҡ. Шуның өсөн, улым, мин әсәйең әйткәндәрҙең бөтәһен дә хуплай алмайым. Улар өсөн мине лә, әсәйеңде лә эшһеҙ ҡалдырыу, минең фирмамды тартып алыу бер ни түгел. Шуға беҙгә улар менән туғанлашыу файҙалы, отошло ғына түгел, бик ҡурҡыныслы ла. – Атай, ниңә улай тиһең, ни ҡурҡынысы булһын? Улар мине бик йылы ҡабул итте, атаһы менән осраштыҡ, һөйләштек. Алда әйтеүемсә, шәмбе улар һеҙҙе көтә. – Борсолма, улым, беҙ барасаҡбыҙ, – тине атаһы. – Тик мин һинең улар эргәһенә ҡурҡмайынса барыуыңдан ҡурҡам. Сөнки беҙ хәҙер уларҙың арбаһына ултырабыҙ һәм беҙ улар һүҙен генә һөйләргә, улар йырын ғына йырларға мәжбүр буласаҡбыҙ. Әгәр саҡ ҡына ҡаршы барһаҡ, беҙҙе улар аяп тормаясаҡ, мине лә, һине лә, әсәйеңде лә юҡ итәсәк. Шундай итеп юҡ итәсәк – беҙҙән бәләкәй генә өс еүеш урын ҡаласаҡ, ә бер аҙҙан улар ҙа кибеп, өс тап ҡына ҡаласаҡ. Улым, әсәйеңдең һүҙҙәренә бик иғтибар бирмә. Әсәйең – йомшаҡ күңелле, изге кеше. Ул, бөтә кешеләр ҙә үҙе һымаҡ, тип уйлай һәм хаталана. Шуға иғтибар итмә. Әлбиттә, Зөлфиә буйынса һорауҙар булыр, мәшәҡәттәр килеп сығыр. Һәр хәлдә ул аҡыллы ҡыҙ, аңлар, һеҙгә уңыш теләр, тип ышанам. Йә, ҡыҙым, әйт һүҙеңде. Ошонда көс-хәл менән ултырған ҡыҙ ни әйтергә белмәй башын күтәрҙе, Нәсихәгә ҡарап ҡуйҙы. – Минең һеҙгә бер ҡаршылығым да юҡ, – тип кенә әйтә алды. – Ишеттеңме, улым, Зөлфиәнең бер ҡаршылығы ла юҡ, – тип эләктереп алды атаһы. – Шулай булғас, бына аҡса, үҙем түләйем. Ә Зөлфиә үҙе белә, үҙ яҙмышын үҙе хәл итә ала. – Юҡ, – тине Нәсихә ҡабаланып. – Ниндәй аҡса һөйләйһегеҙ? Һин нимә, атаһы? Нисек намыҫың етеп, аҡса тәҡдим итәһең? Данир уларҙың бер һүҙле булмағанына ныҡлы төшөндө. Әсәһе менән Зөлфиәгә баҫым яһай башланы. – Зөлфиә менән беҙ үҙ-ара аңлашырбыҙ, – тине ул, һауалы ғына итеп. – Әгәр балаһын табам тиһә, тапһын, тик был эшкә мине ҡыҫтырмаһын. Ул барыбер минең уға ҡайтмаҫымды яҡшы белә. Мин, атай, әсәй, һеҙҙең өсөн борсолам. Һеҙгә йәшәргә. Атайым былай аңланы шикелле, дөрөҫ юлда. Ә әсәйҙең бар эште юҡҡа сығарыуы бар. Шуға мин кискә тиклем тәнәфес алырға тәҡдим итәм. Хәҙер ҡабаланам, мин бараһы ерҙә һуңлағанды яратмайҙар. Кискә ошонда осрашырбыҙ. Бәлки, кәрәк тип тапһаҡ, Ленараның да килеүе ихтимал. – Ә уға нимә кәрәк булыр? – тине әсәһе. – Уға түгел, әсәй, миңә кәрәк, – тине улы. – Беҙ бер-беребеҙҙән бер нимә лә йәшермәҫкә һөйләштек. Ул минең хәлемде белә, аңлай, ярҙам итергә әҙер. Һәр хәлдә беҙ үҙебеҙҙең бәхетебеҙ өсөн көрәшәсәкбеҙ.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: