+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Декабрь 2020, 12:13

КЕШЕ БАЛАҺЫ Хикәйә Етенсе бүлек

Аҙнаның тәүге ике көнө былай шым ғына үтеп киткәйне. Шаршамбы таң менән шау-шыулы башланды. Торбалары тишелгән һәм сантехникаға мөнәсәбәте булған кешеләр менән генә аралашып өйрәнгән Исхаҡ Нәзир улы үҙенең йоғонтоло кешегә әйләнә барыуын һиҙҙе. – Хәйерле иртә, Исхаҡ Нәзирович, – тип шылтыратты бер ҡалын тауыш, – Аҡбаров шылтырата. Минең менән һөйләшергә ваҡытығыҙ бармы? Исхаҡ көсөргәнешле уйлай башланы: ҡайһы Аҡбаров? Ниндәй Аҡбаров? Кем ул Аҡбаров?

КЕШЕ БАЛАҺЫ
Хикәйә
Етенсе бүлек
Аҙнаның тәүге ике көнө былай шым ғына үтеп киткәйне. Шаршамбы таң менән шау-шыулы башланды. Торбалары тишелгән һәм сантехникаға мөнәсәбәте булған кешеләр менән генә аралашып өйрәнгән Исхаҡ Нәзир улы үҙенең йоғонтоло кешегә әйләнә барыуын һиҙҙе.
– Хәйерле иртә, Исхаҡ Нәзирович, – тип шылтыратты бер ҡалын тауыш, – Аҡбаров шылтырата. Минең менән һөйләшергә ваҡытығыҙ бармы?
Исхаҡ көсөргәнешле уйлай башланы: ҡайһы Аҡбаров? Ниндәй Аҡбаров? Кем ул Аҡбаров?
– Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ! – тине ул, кем тип өндәшергә белмәй.
– Исхаҡ Нәзирович, һеҙ ремонтлаясаҡ теге ике йорт хаҡында һөйләшергә ине.
– Ниндәй йорт? Бер ниндәй йорт тураһында ла һөйләшмәнем мин.
– Һуң, Исхаҡ ҡоҙа, Ленараны һоратырға килгәндә һөйләштек тәһә.
Исхаҡтың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Бәй, был Ленараның атаһы Фәүҡәт Тимербаевич түгелме һуң?
– Эйе, эйе, Фәүҡәт ҡоҙа, Фәүҡәт Тимербаевич, һеҙҙе ул тиклем дә конкрет кеше, тип көтмәгәйнем. Беҙгә өлгө күрһәтәһегеҙ!
– Бына минең эргәлә баш инженер Мәрдәмшин ултыра. Ул һеҙгә йортоғоҙҙо күрһәтеп бирер. Тик алдан уҡ һөйләшеп ҡуяйыҡ. Был теманы матбуғат саралары аңдып тора. Шуға күрә ремонт сифатлы һәм юғары кимәлдә булырға тейеш. Мин һиңә ышанам, ҡоҙа.
Ә ҡоҙһа, нисек шылтыратһа, шулай трубканы һалып та ҡуйҙы. Быға тиклем канализация, унитаз, ваҡ-төйәк аварияларҙы бөтөрөү, ялыуҙар тыңлау һәм йомош үтәүҙән башҡаны белмәгән Исхаҡ Нәзир улы бөгөн үҙен беренсе тапҡыр кеше итеп тойҙо. Күкрәк кирелде, баш күтәрелде. Элек көн һайын ҡул биреп күрешкән кешеләре менән баш ҡағып иҫәнләшеү түгел, хатта күрмәмеш булып, сығып юғалды.
Хеҙмәттәштәре, быға ни булған, тип аптырашып ҡалды.
Ә бына Нәсихә эшкә сығып өлгөрмәне. Ҡыҫҡа ғына буйлы, алам-һалам кейгән бер егет иртә менән килеп инде:
– Һаумыһығыҙ, апай, мин Тимур булам. Тимур Буланкин. Миңә һеҙҙең улығыҙҙың телефоны кәрәк. Эйе, Данирҙың телефонын бирегеҙ, – тине ул. Үҙенең күҙҙәре һап-һары булып янып тора.
Хоҙайым! Наркоман түгелдер ҙә инде был? – тип борсолоп ҡуйҙы Нәсихә ханым.
– Ә минең улым һеҙгә нимәгә кәрәк?
– Кәрәк, бик кәрәк, – ти егет, үҙе Нәсихәнән аша төпкө бүлмәне күҙәтә.
– Хәҙер ул бында йәшәмәй, – тине Нәсихә.
– Шулайҙыр тип уйлағайным да. – Малай иҙәнгә ултырҙы ла, илап ебәрҙе. – Һеҙҙең улығыҙ минең кәләшемде тартып алды. Беҙ өйләнешергә тип йөрөй инек, туй көнөн дә билдәләгәйнек. Ә беҙ бит туйға әҙерләнә инек. Атаһы, Фәүҡәт ағай, беҙгә квартира, машина бүләк итәм, тигәйне. Өҫтәүенә, мине наркоман тип әйткәндәр.
– Йә, улым, ҡуй,илама, илама, – тип Нәсихә малайҙы иҙәндән торғоҙҙо, арҡаһынан һөйгән булды, йыуатты һәм уң ҡулының терһәгенең эсенә күҙ һалғайны, күгәреп бөткән энә төрткөләрен күрҙе. Ысынлап та, наркомандыр был. Быны һиҙеп, егет ҡулын тартып алды.
– Был – больницанан ҡалған эҙҙәр. Мин бит дауаланып сыҡтым. Ашҡаҙаным ауыртты, – тип иламһыраны ул.
– Минең улым имтихандарға әҙерләнә, мин уны борсомайым! – тип ҡаты ғына өндәште Нәсихә. – Шуға, Тимур, һин Данирҙы борсоп йөрөмә!
– Юҡ, мин уны күрергә тейешмен! Уға ғына әйтә торған һүҙем бар.
– Ниндәй һүҙең бар?
– Һүҙ тип, ул бит минән Ленараны тартып алды. Шулай булғас, ул мин күргән зыянды ҡапларға тейеш.
– Кит, юҡты һөйләмә! Ниндәй зыян һөйләйһең? Хәҙер полиция саҡыртам!
Нәсихәнең телефоны шылтыраны. Ленараның әсәһе Зарина Фуат ҡыҙы шылтырата икән. Нәсихә телефонды алыуға, Тимур илай башланы:
– Апай, берүк, полиция саҡыртмағыҙ! Полиция саҡыртмағыҙ!
– Һаумы, Нәсихә ҡоҙағый, – тине телефонда Ленараның әсәһе, – Зарема шылтырата.
– Һаумыһығыҙ! Тыңлайым һеҙҙе, ҡоҙағый! – тине Нәсихә.
– Ниндәй тауыш унда? Кем илай ул? Әллә бер-бер хәл булдымы?
– Юҡ, юҡ, бер нимә лә булманы, – тип тынысландырҙы ҡоҙағыйын Нәсихә, – Буланкин, ти, фамилияһы Буланкин. Тимур исемле егет, Данирҙы эҙләп килгән.
– Аһ! Тимурмы? Һеҙгә лә килеп еткәнме? Ардесығыҙҙы ҡайҙан алған? – тип сәркелдәне ҡоҙағыйы. Ҡыуығыҙ! Немедленно ҡыуығыҙ! Полиция саҡыртығыҙ! Уны, бысаҡ йөрөтә, тиҙәр. Һаҡ бул! Урлаша икән! Асҡысыңды-мәҙәр урлап ҡуймаһын. Һаҡ була күр, ҡоҙағыйым!
Нәсихә полицияға шылтыратырға батырсылыҡ итмәне. Тимурҙы сығарып, ишекте ябып, бикләп ҡуйҙы.
– Борсолма, ҡоҙағый. Атаһына әйтермен, һеҙҙең ишек төбөнә һаҡ ҡуйырҙар. Башҡа борсоп йөрөмәҫ.
– Ярай, рәхмәт! – тине Нәсихә. – Ҡайҙан адресты тапҡан, иртүк килде лә керҙе.
– Теге шәмбе бик уңайһыҙ булды, һеҙҙе күргән һымаҡ та булманыҡ. Ныҡлап танышайыҡ! Кискә һеҙҙе барбекьюға көтәбеҙ. Бергәләп тамаҡ ялғап алырға ине. Атаһы ла шулай ти, һеҙҙе оҡшатҡан. “Бик яғымлы, ябай кешеләр”, – тине.
– Рәхмәт инде, Зарема ҡоҙағый! Сәғәт нисәләргә булыр икән?
– Киске етегә йыйылабыҙ. Фәүҡәттең бер-ике дуҫы була, Исхаҡ ҡоҙа менән эш хаҡында һөйләшәсәк.
Дәрестәрҙән килеп сығыуына, Данир эргәһендә алама ғына кейенгән йонсоу бер малай пәйҙә булды:
– Привет, Данир! Эштәр нисек? – тип күреште ул, күптән күрмәгән танышы һымаҡ.
– Һаумы, мин һине танымайым, – тине Данир.
– Танымауың мөһим түгел. Уның ҡарауы, мин һине таныйым.
– Ә һин кем һуң?
– Ярай, белмәйһеңдер. Мин – Тимур, Буланкин. Ленараның тәүге кейәүе.
– Ә һиңә нимә кәрәк, Тимур? – тине Данир һәм тирә-яғын ҡараны.
Эргәлә генә, уға уҫал итеп ҡарап, өс егет тора. Береһе сумка тотҡан, икеһенең арҡаһында – рюкзак.
– Ана, күрәһеңме минең дуҫтарҙы? – тине Тимур, тегеләргә күрһәтеп. – Улар минең өсөн йәндәрен бирергә әҙер.
– Ә минән нимә талап ителә? – тине Данир, бер аҙым артҡа күсеп.
– Һин беләһең. Һин бит минең кәләште тартып алдың.
– Шунан ни булған?
– Бәй, зыянды кем ҡапларға тейеш? Әлбиттә, һин!
– Ә Аҡбаровтарҙың урланған көмөш сәнскеләре-ҡалаҡтары өсөн зыянды кем ҡапларға тейеш?
– Кек әйтә!? Кем күргән!?
– Уныһы – полиция эше. Һинең менән полиция шөғөлләнгәнен беләһеңме?
Полиция тураһында һүҙ сыҡҡас, Тимер шиңәһе итте, егеттәренә ҡарап ҡуйҙы. Тегеләре лә урланған шәнскеләр тураһында беренсе тапҡыр ишетә, күрәһең.
– Урлашырға өйрән тәүҙә! – тине Данир, мөмкин тиклем ҡысҡырыбыраҡ. Мин ни эшләп ул затлы әйберҙәрҙе үҙ исемеңдән ломбардҡа тапшырып киттең? Егеттәр! Һеҙҙең дуҫығыҙ кәләшенең йортонан көмөш ҡалаҡ – өс дана, ике сәнске, бер бысаҡ үҙләштергән һәм үҙ исеменән баҙарҙағы ломбардҡа тапшырып киткән! Кем шулай итә инде?
– Шунан ни булған? – тип уҫаллашты Тимур. – Үҙҙәре мин күргән зыянды ҡапламағас, алдым инде.
– Полиция һине эҙләй. Һин был ҡаланан алыҫыраҡ ҡас!
– Ҡасырғамы, ҡасмаҫҡамы – мин үҙем беләм. Ә һин – лох. Минән ҡулдан-ҡулға йөрөгән ҡыҙҙы тартып алдың. Әгәр түләһәң, мин һиңә бер серҙе асам.
– Ниндәй сер ул?
– Ул бик ҡиммәт сер.
Шул ваҡыт, ҡулын болғап, Ленара килеп сыҡты.
– Данир, ә мин һине эстән эҙләйем.
– Бына егетәр менән һөйләшеп торабыҙ, – тине Данир. – Танышып алдыҡ.
– Ә, Тимур икән! Уға тағы нимә кәрәк? – тине Ленара. – Һин уның менән аралашма.
– Ә, Ленара, мине бик тиҙ онотҡанһың! – тине Тимур. – Миндә икегеҙҙең дә мәнфәғәтенә ҡағылған сер бар. Әгәр мин уны һеҙгә әйтмәһен, тиһәгеҙ, һеҙҙән бөгөн – ун мең һум. Егеттәр йонсоған. Уларҙы ашатырға һәм доза табырға кәрәк. Ун мең һум!
– Уф! Һинән ҡасан ҡотолам инде? – тине Ленара һәм ике ҡыҙыллыҡты сығарып, кеҫәһенә тыҡты һәм этеп ебәрҙе.
– Мине онотма, Ленара, мин тағы киләм әле! – тине наркоман.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: