Бындай иғтибарға һәм ҡәҙер-хөрмәткә күнекмәгән Исхаҡ Нәзир улы сәй эскәндә аптыранып ҡуйҙы:
– Министрҙың урынбаҫары ғүмерҙә күргән кешем түгел, кисә кереп, танышып сыҡты. Мин эшләгән объектты ҡараны, маҡтаны, ҡәнәғәт ҡалды.
– Хәҙер ундай иғтибарға күнегергә тура киләсәк, Исхаҡ, – тине ҡатыны Нәсихә. – Кем әйтмешләй, тәгәрмәс әйләнә, шул тәгәрмәскә ҡушылып, беҙ ҙә әйләнәбеҙ.
– Ә беҙгә ул тәгәрмәс аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янамайы? – тип шик белдерҙе Исхаҡ.
– Беҙ бит бала-саға түгел, үҙең беләһең, – тине ҡатыны. – Күбеһен күрмәҫкә, күрһәк тә өндәшмәҫкә, өндәшһәк тә, беҙгә лә, уларға ла зыян килмәҫлек һүҙҙәр табырға тура киләсәк.
Ғаилә ҙур һынау алдында торғанын улар икеһе лә яҡшы аңлай. Был һынау, бер яҡтан Данир менән Ленараға ҡағылһа, икенсе яҡтан, улар эргәһендә Зөлфиә лә бар бит әле.
Нәсихә апайҙың бар уйлағаны – балалар, сөнки ваҡиғалар айлап-аҙналап түгел, көнләп-сәғәтләп үҙгәрә. Уларға эйәреүе ҡыйын, етмәһә, бынауы барбекюға саҡырыуҙары килеп ҡушылды.
Эш араһында өҫ-башын ҡарап, ҡайта һалып кейемдәрен алыштырып, әҙерләнеп бөтөүгә, Исхаҡ та ҡайтып етте. Шул уҡ Йәйғор урамындағы шул уҡ йортто эҙләп киттеләр. Минивэн менән килеп төшөүгә Ленараның атаһы Фәүҡәт Тимербай улы ҡатыны Зарема ханым менән болдорҙа көтөп торалар ине. Был юлы өйгә кереп тормай, йортто урап, баҡса яғына үттеләр. Унлап кеше, дуҫтары, таныштары микән, усаҡ тирәһендә булаша. Табынды рәсми рәүештә, Ленара менән Данирҙың йәрәшеүе айҡанлы шатлығыбыҙ ҙур, ағай-эне, дуҫ-иштәрҙе йыйып, билдәләп алырға булдыҡ, тинеләр.
Тәү ҡарамаҡҡа шаҡ ҡатырырлыҡ әллә нәмә юҡ һымаҡ, барыһы ла ипле, тыныс, олпат кешеләр. Биләмәнең уртаһында ҙур ағас, шуның ышығында тирмә һымаҡ сатыр ҡорғандар. Иң тәүҙә һүҙҙе Фәүҡәт Тимербай улы алды.
– Беҙҙең ғаиләбеҙ ҙурайҙы, дуҫтарыбыҙ күбәйҙе, таянысыбыҙ нығынды, – тип башланы ул һүҙен. – Шул шатлығыбыҙҙы һеҙҙең менән уртаҡлашырға саҡырҙыҡ. Бына Исхаҡ Нәзир улы менән Нәсихә ханым беҙгә Данир исемле ул үҫтергәндәр, беҙҙең кейәү була инде. Ә уларға бына беҙҙең ҡыҙыбыҙ Ленара күңелдәренә хуш килгән. Ошо айҡанлы бынау кәсәләрҙе ауыҙ итергә тәҡдим индерәм.
Артыҡ эскән кеше тойолмай, күберәк эш хаҡында һөйләшәләр. Телмәр тотҡан һәр кеше ҙур ғына төргәк менән бүләк тапшыра, ҡотлау һүҙҙәре һөйләй. Артығын һөйләгән, үҙенә иғтибар йәлеп итергә тырышҡан кеше тойолмай. Нәсихә менән Исхаҡ, ҡунаҡтарҙың холоҡ-фиғелен өйрәнеп, үҙҙәрен улар һымаҡ тоторға тырышалар. Быныһы – беренсе табын, тәүге осрашыу, киләсәктә бындай мәжлестәрҙең бик йыш булыуы ла ихтимал. Һәр береһендә үҙеңде тота белергә кәрәк. Ярай әле Исхаҡ эсеүҙән баш тартты, ирендәрен тейҙереп кенә ултырҙы, юғиһә, эсеп иҫереп, үҙен күрһәтеп ҡуйыуы ла бар.
Күренеп тора: аш-һыуға ныҡ әҙерләнгәндәр. Барыһы ла заказ буйынса бешерелгәне күренеп тора. Блюдолар бөтәһе лә милли аҙыҡтар: ҡымыҙы ла, ҡаҙы ла, ҡаҙыһы ла.
Хәҙерге талаптарға ярашлы, битлек кеймәгән бер кеше лә юҡ. Нәсихә, кешеләрҙе йөҙҙәренән түгел, күҙҙәренән танып өйрәнгән табип булараҡ, бәләкәй генә буйлы, өлтөрәп йөрөгән бер официантҡа иғтибар ите. Ағына һары сыҡҡан янып торған күҙҙәр. Бәй, был Буланкин түгелме һуң? Ул бында нисек килеп эләккән? Тимурҙы аҙыҡ-түлек буйынса заказ үтәгән ресторан-маҙар ебәрҙе микән?
Бәй, был наркомандың берәй этлек ҡылыуы бар ҙаһа! Нәсихә Тимурҙан күҙен ысҡындырмай, егеттең тирмәнән сығыуын көтөп торҙо ла Заремаға барып өндәште, ҡолағына ғына: “Бында Тимур нишләп йөрөй ул?” – тине. “Тимур бындамы? – тип хәле бөттө ҡатындың. – Уны бында кем керткән?” Зарема менән Нәсихә тиҙ генә баҡсаға сыҡтылар, унда ла ҡарайҙар, бында ла, Тимур күренмәй. Баҡса тулы һаҡсылар, ә бер наркоманды үткәргәндәр, тип асыуланды Зарема һәм тиҙ генә ошонан сыҡҡан егетте табырға ҡушты.
– Ул егет беҙҙең ҡалаҡтарҙы урлап ҡасҡайны, ломбардҡа тапшырып китән, йүнһеҙ малай, – тине аҡланған һымаҡ.
Ҡайҙандыр Ленара менән Данир ҡайтып керҙе.
– Ленара, Данир, һаҡ булығыҙ, бында Тимурҙы күргәндәр.
– Булмаҫ, ул бында килергә тейеш түгел, – тине Данир.
Ул арала булмай, һаҡсылар бар мөйөштө ҡарап, тентей башланылар. Шул ваҡыт дүрт ҡатлы коттедждың ҡыйығынан ҡысҡырған тауыш ишетелде:
– Сәләм, хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙҙе ысын йөрәктән ҡотларға рөхсәт итегеҙ! Ленарам минең, Ленарочка. Ҡалай текә ултыраһығыҙ! – тип һөрәнләй башланы.
Кем фотоға, кем видеоға төшөрә, шунда уҡ социаль селтәрҙәргә һалыусылар ҙа бар. Өлкән Аҡбаровтың бер шылтыратыуы булды, төрлө яҡтан полиция экипаждары йыйылып китте. Тыштағы баҫҡыстан һаҡсылар менгәнсе, эстәге ишеген асҡансы, Тимур байтаҡ һөрәнләп өлгөрҙө. Күберәк, әлбиттә, йорт хужаһының матди нығыныуының сәбәптәре тураһында булһа, ҡалғаны Данирға һәм уның ғаиләһенә арналды.
– Һеҙ ҡаланың иң ҡурҡыныслы аждаһаһының ауыҙына кереп бараһығыҙ, әле һүң түгел, ҡасығыҙ, быуығыҙ, үлтерегеҙ аждаһаны! Мин һеҙҙең өсөн борсолам, мин әле һаман ҡотола алмайым!. Әгәр ҡотолған булһам, бында килеп тә эләкмәҫ инем, Аҡбаровтар һеҙҙе эшегеҙҙән сығарып, кешелек сифатығыҙҙы юҡ итеп, аяҡ аҫтына һалып тапаясаҡ.
Ула арала һауала “Робинзон” вертолеты күренде. Уныһы тауышын гөрөлдәтеп, биләмәне уратып йөрөүҙән башҡаға эшкинмәне. Хәбәрселәр йыйылып китте, улар эскә керергә тырышты, интервью алырға кеше эҙләй башланы.
Күңелле генә башланған табын мәшхәргә әйләнде лә ҡуйҙы.
Тимурҙы көс-хәл менән өйҙөң ҡыйығынан төшөрөп, башын күрткаһы менән ҡаплап, автозакҡа кертеп ташланылар. Унда ла тибешеп, һөрәнләп, һүгенеп, Аҡбаровтарға ҡаршы бысраҡ ғәйептәр өйөргә өлгөрҙө.
Табындың рәте китмәне, Аҡбаров Фәүҡәт Тимербаевич бар инициативаны үҙ ҡулына алды.
– Наркоман үҙ язаһын аласаҡ. Беҙ, уны ҡыуып, дөрөҫ эшләгәнебеҙгә төшөндөк. Ундай кешеләргә беҙҙең арала, беҙҙең ҡалала, беҙҙең илдә урын булырға тейеш түгел.
Ҡараңғы төшкәнсе күңел астылар Аҡбаровтарҙың баҡсаһында вип-ҡунаҡтар.
Ҡайтып барғанда Нәсихә үҙенең арығанын һиҙҙе. Иғибар үҙәгендә булыу еңел түгел икән. Һәм иң аяныслыһы шул: хәҙер көн һайын алда шундай тормош көтә. Өйҙәренә ҡайтҡас, Исхаҡ интернетҡа күҙ һалыу менән хәҙерге мәғлүмәт яланының киңлеген күрҙе. Бына улар Нәсихәһе менән икәүләп, өйҙөң ҡыйығына ҡарап, Тимурҙың ҡыйланғанын күҙәтәләр. Шунда уҡ улар тураһында мәғлүмәт. Бына Ленара менән Данир аптырашып торалар. Улар өсөн өр-яңы тормош шулай башланды.
Ҡайтыуҙарына Зөлфиә йоҡламағайны әле. Интернет аша барыһын да белгәне күренеп тора. Өндәшмәй. Хәйер, нимә тиһен инде? Уға уҡырға, балаһын үҫтерергә кәрәк буласаҡ. Фатирға инеү менән Исхаҡ, арығанына һылтанып, йоҡларға ятты. Зөлфиә менән Нәсихә аш бүлмәһендә байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар.
– Ошонда тороп ҡалыуың бик ихтимал, Зөлфиә. Беҙ һиңә ярҙам итербеҙ, – тине Нәсихә апай. – Сығып китеү тураһында уйлама ла. Балаңды ла ошонда алып ҡайтырбыҙ. Һин беҙгә үҙ ҡыҙыбыҙ һымаҡ яҡынһың.
– Әлегә эшкә урынлашырға уйлай инем, – тине Зөлфиә. – Эшләмәйенсә булмаҫ ул.
– Күпме генә эшләрмен, тиһең, беҙ һиңә ярҙам итербеҙ. Шуға эш тураһында уйлама.
Шулай ҙа Нәсихә үҙе өсөн шундай асыш яһаны: Ленара тәүге мәлдә үҙен бик һауалы тотһа ла, хәле аҙмы-күпме асыҡланғас, йыуашланған һымаҡ булды. Быға, әлбитә, Данирҙың әлегә бер нәмә лә белмәүе лә сәбәпселер. Был серҙе быйыл, бәлки, тағы киләһе йыл берәү ҙә белмәҫ, ләкин бер ваҡыт ул барыбер билдәле буласаҡ.
Ә Ленараға ҡапма-ҡаршы холоҡло, асыҡ күңелле Зөлфиә тора. Уның өсөн алдарға тырышыу ят, кеше ышандырыу ҙа кәрәкмәй. Ләкин Ленара Зөлфиәнең йөрәге аҫтында Данирҙың балаһы булыуын ишетһә, үҙен нисек тотор икән? Бер яҡтан ҡараһаң, ике бала ла ғәзиз, икеһе лә үҙҙәренеке. Әлегә Ленара бер нәмә лә белмәй, Данир ҙа уға өндәшмәгән. Нисек ҡабул итер икән? Бәлки, уны киҫәтеп ҡуйырға кәрәктер?
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"