+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Декабрь 2020, 12:22

КЕШЕ БАЛАҺЫ... Хикәйә Туғыҙынсы бүлек

Нәсихә ханым менән Исхаҡ Нәзир улының тормошо тамырынан үҙгәрҙе. Нәсихәгә хәҙер берәү ҙә “Настя” тип өндәшмәй. Исхаҡҡа ла хәҙер атаһының исеме менән генә ҡушып өндәшәләр. Бындай үҙгәрештәрҙе Исхаҡ, айырыуса, ғәфү итегеҙ, Исхаҡ Нәзир улы, ауыр ҡабул итте. Бер көн фирмаһына эшкә барыуына... Әйткәндәй, ул хәҙер “Жигули”ҙа түгел, еңел япон автомобилендә эшкә йөрөй, ҡала буйлап елдерә. Уларҙың бухгалтер вазифаһын биләүсе Эмилия ханым, сәләм биреү түгел, Исхаҡтың сәләмен дә ҡабул итмәй торғайны. Кисә кис: “Исхаҡ Нәзирович, һеҙгә керәйемме, әллә һеҙ миңә керәһегеҙме?” – тип күҙҙәрен майландырып торасы. Бер әһәмиәте булмаған ваҡ-төйәк цифрҙары менән башын әйләндергәндән һуң, сейфынан коньяк менән шоколад килтереп сығарҙы. “Арығанһығыҙҙыр, Исхаҡ Нәзирович, – тине ул, – әйҙәгеҙ, берәр иллешәр грамм”.



КЕШЕ БАЛАҺЫ...
Хикәйә
Туғыҙынсы бүлек
Нәсихә ханым менән Исхаҡ Нәзир улының тормошо тамырынан үҙгәрҙе. Нәсихәгә хәҙер берәү ҙә “Настя” тип өндәшмәй. Исхаҡҡа ла хәҙер атаһының исеме менән генә ҡушып өндәшәләр. Бындай үҙгәрештәрҙе Исхаҡ, айырыуса, ғәфү итегеҙ, Исхаҡ Нәзир улы, ауыр ҡабул итте. Бер көн фирмаһына эшкә барыуына... Әйткәндәй, ул хәҙер “Жигули”ҙа түгел, еңел япон автомобилендә эшкә йөрөй, ҡала буйлап елдерә.
Уларҙың бухгалтер вазифаһын биләүсе Эмилия ханым, сәләм биреү түгел, Исхаҡтың сәләмен дә ҡабул итмәй торғайны. Кисә кис: “Исхаҡ Нәзирович, һеҙгә керәйемме, әллә һеҙ миңә керәһегеҙме?” – тип күҙҙәрен майландырып торасы. Бер әһәмиәте булмаған ваҡ-төйәк цифрҙары менән башын әйләндергәндән һуң, сейфынан коньяк менән шоколад килтереп сығарҙы. “Арығанһығыҙҙыр, Исхаҡ Нәзирович, – тине ул, – әйҙәгеҙ, берәр иллешәр грамм”.
Баш бухгалтерҙың мул хушбуйынан арлы-бирле башы әйләнеп ултырған Исхаҡ былай ҙа ҡото осоп, ҡурҡып тора һәм ара-тирә ишек яғына күҙ ташлай. Ташламай ни, Эмилия ханымды директор менән йыш күрәләр, был ҡатын үҙен директорҙан да нығыраҡ хужа итеп тоя. Саҡ ҡына ҡаршы төшһәләр, эштән ҡыуыу менән ҡурҡыта. Кем белә, бының хушбуй еҫенә иҫереп, эш урынын түгел, үҙеңде лә юғалтып ҡуйыуың бар.
Беҙ ситкәрәк киттек, шикелле. Ни тиһәң дә, Исхаҡты йәш ир тип әйтеп булмай, шуға ҡарамаҫтан, аяҡ аҫтында ятҡанды аша атлап үтмәҫлек дәрте лә, кәре лә бар әле.
Эшкә килеүенә, өс бәндә көтөп тора уны. Тәмәке тарталар, көлөшәләр. Береһе шешәнең ауыҙынан ғына һыра һемерә.
Исхаҡты күреү менән, ҡаршыһына сыҡтылар: “Исхаҡмы? Исхаҡ. Беҙ һиңә килдек”... Шул тиклем дә әҙәпһеҙ булырҙар икән!
– Һинең менән танышырға килдек, Исхаҡ, – тине йыуаны, тәмәкеһен алып ҡабып.
– Һин беҙҙе рэкет, тип уйлап ҡуйма, – тине нәҙеге, һыраһын һемерә-һемерә, – Беҙ – “Азат тормош” мәрхәмәтлек фондының вәкилдәре. Ә өсөнсөһө нимә ти? Уныһы өндәшмәй. Исхаҡ быныһының хужа икәнлегенә төшөндө.
– Беҙҙең егеттәр һинең ярҙамға мохтаж, – тине йыуаны, – Фонд күп алмай, ай һайын шуныңса ғына түләйһең. Уның ҡарауы, зонаға барып эләкһәң, беҙҙең ҡурсалау төрлө яҡлап тәьмин ителәсәк.
Зона, ҡурсалау хаҡында һүҙ сыҡҡас, Исхаҡ белгән доғаларын уҡыштырып алды. Йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарып, өндәшмәгәненә баҡты.
– Эйе, беҙ йылытабыҙ, ашатабыҙ, – тине Нәҙек, – баш тартырға хоҡуғың бар. Был осраҡта беҙ һине исемлеккә индерәбеҙ. Эйе, “ҡара исемлек”кә. Ә инде тегендә барып эләкһәң, мәрхәмәт көтмә. Мәрхәмәт өсөн яңынан түләргә тура киләсәк.
Исхаҡ ҡалтыранған ҡулдары менән телефонына йәбеште һәм ҡоҙаһына шылтыратырға тотондо.
– Хәйерле иртә, Фәүҡәт Тимербаевич! – тине ул көр тауыш менән. – Ҡоҙаң шылтырата был, ҡоҙаң. Исхаҡ ҡоҙаң.
Исхаҡ телефонының тауышын тулы көсөнә асып ҡуйҙы.
– Ниндәй Исхаҡ? Кем Исхаҡов? Нимә кәрәк? Офисҡа бар! Куда? Куда? Минең кудам юҡ!
– Исхаҡ инде, Исхаҡ ҡоҙаң. Данирҙың атаһы...
– Ниндәй Данир? Минең Данирым юҡ... Ә-ә, Исхаҡ ҡоҙа, һинме ни? Кисәгенән баш ауыртмаймы? Нимә булды?
– Бына өсәү килгән, аҡса һорайҙар.
– Кемдәр һорай?
– Зонанан килдек, – тиҙәр.
– Ә, зонанан? Шунан сығып йөрөйҙәрме? Ну, беҙҙәге тәртип! Аҡса һорайҙармы? Күпме һорайҙар? Миңә лә килеп китте улар, донъя хәлен белеп булмай, мин бер аҙ тоттороп ебәрҙем. Һин үҙең ҡара, бындай эштәргә мине бутама! Минең кимәлдәге эш түгел был. Но мин түләнем, тыныс йоҡлайым. Так что, үҙең ҡара, ҡоҙа. Пока! Ҡатыныңа сәләм!..
– Йә, – тине Йыуан, – шылтыраттың, яуапты алдың. Ҡайҙа аҡса?
Исхаҡ кеҫәһенә тығылды, банкы картаһын алды:
– Минеке ошо ғына бит әле...
Йыуан өндәшмәй ултырғанға ҡараны, тегеһе уянған һымаҡ булды, сумкаһынан терминал килтереп сығарҙы.
– Ҡулаҡсаға етмәй инде. Бының менән мәшәҡәтле. Һәр һум теркәлеп бара. Ҡара уны, әгәр мәшәҡәте сыҡһа, ҡайҙа, күпме күсерҙең, ниңә күсерҙең, тип һораясаҡтар. Яуап бирә алаһыңмы? Декларацияңа ингәнме? Урланған аҡса түгелме?
– Юҡ, юҡ, – тине Исхаҡ, – кисә генә аванс алдым. Расчеттан да ҡалғайны.
– Шуны бел, терминал өсөн – утыҙ процент дисконт, беҙ уйлап сығарған закон түгел. Дәғүәләрең булһа, депутаттарға бар. Сәй эсермәйһеңме ни беҙҙе?
– Мәй яраймы?
Тегеләр башланған “ярты”ны алып, алмашлап шешәһенән генә ғолғолдатып эстеләр ҙә, үтәлгән бурыс тойғоһо менән, сығып киттеләр. Хатта хушлашманылар ҙа.
Ә Нәсихә ханымдың – үҙ мәшәҡәттәре күбәйеп китте. Баш табип насар кеше түгел. Быға тиклем бик һирәк күренә торғайны, бөгөн, ни эшләптер, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, берәүгә лә кәрәкмәгән мөйөштәргә күҙ ташлап, байтаҡ етешһеҙлектәрҙе фашланы, бүлек мөдирен ныҡ ҡына тәнҡитләне һәм күҙ менән ҡаш араһында уныһын, әйтергә кәрәк, бик егәрле, уңған ҡатынды ябай табип итеп күсереп, Нәсихә Ғиниәт ҡыҙы Сафуанованы бүлек мөдире итеп тәғәйенләү хаҡында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ә бындай яуаплылыҡ яңы мөдирҙе аптыратты, тип әйтеү аҙ булыр. Йылы мөнәсәбәт, иғтибарлы ҡараш әле ул эшләгән осорға тәьмин ителгәйне.
Яуаплы вазифаға тәғәйенләү – бер, ә унда эшләү һәр көн кеше өсөн яуап биреү, йыш килгән ялыуҙарҙы ҡәнәғәтләндереү, ауырыуҙарға ярҙам итеү икенсе мәсьәлә икән. Бер аҙна үттеме, юҡмы, Нәсихә Ғиниәт ҡыҙы үҙенең Нәсихә генә булған сағын һағынып һәм юҡһынып иҫкә алыр булды.
Ә өйҙә, аяҡтан йыҡмаһа ла, шаңғыуҙан һелкенеп ҡуйырлыҡ хәбәр көтә ине. Данир тоҡҡа үҙенең китаптарын арҡыс-торҡос тултырып булаша.
– Әллә күсенәһеңме? – тине әсәһе.
– Күсенгән еремә китап ташып йөрөмәм инде, әсәй.
– Ҡайҙа алып бараһың китаптарыңды?
– Ташлайым. Күҙ көйөгө булып ятмаһындар.
– Нисек ташлайһың, улым? Китаптар кәрәк буласаҡ бит.
– Китаптарҙың кәрәге бөттө. Беренсенән, интернетта бөтәһе лә бар, икенсенән, мин башҡа уҡымаҫҡа булдым. Ошо уҡығаным етәр.
Әсәһе телһеҙ ҡалды, байтаҡ бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Ай-һай, был донъяның үҙгәреүен әйт. Үҙе һайлаған һөнәр, ике йылдан диплом ала, уҡырға индереү өсөн күпме көс һалдылар? Нәсихә ханым, өндәшә алмай байтаҡ ултырғандан һуң:
– Белем алырға кәрәк бит, улым, – тине.
– Мине бер иҡтисади уҡыу йортона ҡабул иттеләр инде. Көн һайын онлайн лекция тыңлайым. Шуларҙы быйыл тыңлап бөткәс, иртән ике сәғәт буйына – тест, ә кисен – электрон диплом.
– Ә белемде нисек алаһың?
– Һуң, әсәй, белем алып йөрөйөм бит. “Мед”та күпме уҡыным, күпме тәжрибә тупланым – кәрәк буласаҡ. Бәлки һаулыҡ һаҡлау буйынса менеджер булып китермен. Ана, пандемия һаулыҡ һаҡлау системаһының өҫтөнлөктәрен дә, етешһеҙлектәрен дә фашланы. Беҙ – яңы кешеләр – кәрәк буласаҡбыҙ әле.
– Ә киленде әйтәм, Ленара нимә тине һуң?
– Ленара бер һүҙ ҙә әйтмәне, ул көлдө, минең уҡып йөрөүемдән көлдө. “Табип аҡсаһына нисек йәшәргә итәһең?” – ти. Дөрөҫ әйтә ул. Минең ҡайны, Фәүҡәт Тимербаевичты әйтәм, өс вузда уҡыған, бер дипломы ла юҡ, ана, төҙөлөш менән нисек идара итә?
Нәсихә һүҙҙе икенсе йүнәлештә бороп ебәрҙе:
– Улым, Зөлфиә менән ни эшләрбеҙ икән?
– Нисек ни эшләрбеҙ икән?
– Ул бит беҙҙә йәшәй, балаһы булырға тора.
– Әсәй, был теманы мин үҙем өсөн яптым. Һин алып ҡалдың, әсәй, киленеңде лә, балаһын да һин ҡараясаҡһың. Мин яңы тормош башлап торам, барыһын да өр-яңынан башлайым. Ә миңә элекке мәшәҡәттәрҙе өймә, әсәй. Мин улар хаҡында оноттом.
Нәсихә башҡа яуап көтмәгәйне лә.
– Ә килендең, Ленараның, хәле нисек?
– Уның менән бөтәһе лә һәйбәт, – тине улы, – ул миңә яҡшы хәбәрҙәр вәғәҙә итә. Бөгөн нимәлер буласаҡ, күңелем һиҙә...
– Яҡшы хәбәрҙәр булһын! – тине әсәһе. – мин һиңә бәхет теләйем, улым!..
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: