Иртә бик матур башланды. Ҡалала был туйға әҙерлек хаҡында бик һирәктәр генә ишетмәй ҡалғандыр. Түләүлеләре-түләүһеҙҙәре, донъяуи хрониканы күҙ уңынан ысҡындырырға теләмәүселәр, ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп, урыны менән көнләшеп, кейәү менән кәләштең нисек әҙерләнеүе хаҡында һөйләй. Күптәрҙе был тема туйҙырып та өлгөрҙө һәм улар байҙарҙың күңелле мәшәҡәттәренә ҡул һелтәп ҡарай башланы. Ә Данир менән Ленара төнгө клубҡа барырға булдылар. Төнгө клубта инеү хаҡы ла тос ҡына. Уның ҡарауы, һайландыҡтар араһында йөрөп, кеше күреп, үҙеңде күрһәтеп ҡайтаһың. Мөйөштә генә ултырып, тыныс ҡына тамаша ҡылалар ине, Данирҙың эргәһенә берәү килеп һыйынды ла: “Хәлдәр нисек, асығауыҙ? Маңлайың ҡысымаймы?” – тип әҙәпһеҙ өндәште. Данир, тәрбиәле егет булараҡ, ваҡ-төйәккә ҡыҙып бармай, үҙен тота белә, юҡ-барға үпкәләп, туҙына торғандарҙан түгел. Әлеге тәртипһеҙгә күрһәтеп, үҙҙәренә беркетелгән тән һаҡсыһы Гераға бер генә күҙ ташлағайны, тегеһе быны бөгәрләп алып, сығып та китте. Егеттең: “Ленара! Ленарам минең! Мин һине һағынып килдем!” – тип сыйылдау ҡатыш һөрәнләгәне генә ишетелеп ҡалды.
– Был кем булды ул? – тип эйелде Данир, кәләшен ҡосаҡлап.
Ҡара әле, тегеһе лә бирешмәй бит әле. Нимә ти?
– Әй, йөрөйҙәр инде, минең шау алтын балдаҡтарҙан торған ҡулымды һорап йөрөүселәр, һинән башҡа ла, булғандыр, тип уйлайым, – тип һөйләнеп кенә ҡуйҙы.
Күп тә үтмәне, теге егет тағы килеп сыҡты. Был юлы Ленараны ҡосаҡлап алды ла:
– Ә Данир һинең ҡыҙыҡ хәлдә икәнлегеңде беләме? Һин уға һөйләнеңме? Балаңдың авторҙашы хаҡында әйттеңме? – тип һөрәнләй ҙә һалды.
Әҙәпһеҙ һорауҙарҙы залды яңғыратҡан музыка бик ишеттермәһә лә, халыҡ күрмәй ҡалманы, тамаша көҫәп, мөйөшкә эркелә башланы һәм бер нисә тиҫтә кеше, ҡоро ҡалыуҙан ҡурҡып, ас ҡоҙғондар һымаҡ, телефондарын мөйөшкә йүнәлтте.
– Әһә! Былар бит – тегеләр!
– Данирчик, нимә ҡарап тораһың? Бир шапағына берҙе!
Әмәлгә ҡалғандай, Гера ла ҡайҙалыр китеп юғалған. Йүнһеҙ! Моғайын, берәйһен “йәбештереп” йөрөйҙөр инде!
Юҡ, Данир артығын ҡыйланманы, Тимурҙы еңелсә генә этеп ебәрҙе. Ә уныһы нимә эшләне? Шул ыңғайы Ленараның өҫтөндәге алам-һолам кейемгә йәбешеп, ҡыҙҙы ярым шәрә ҡалдырып, ҡоланы ла ҡуйҙы. Китте бында дөмбәҫләшеү! Хатта саң сыҡҡан һымаҡ булды. Егермеләп телефон камераһы урталағыларҙың һәр хәрәкәтен ентекләп төшөрөп тора. Бындай иғтибарҙан Хоҙай һаҡлаһын, тигән һымаҡ, Данир өҫтөндәге курткаһын сисеп, тиҙ генә Ленараға кейҙерә һалды.
Тимур Ленараның өҫтөнән йолҡоп алған кейемдәрен болғай-болғай:
– Данир! Данир! Һин – ҡурҡаҡ (пип-пип...)! Әгәр ҡурҡаҡ булмаһаң, бергә-бер сыҡ (пип-пип...)! Хәҙер мин һинең ауыҙыңды иҙәм (пип-пип...)! – тине.
Ә был ваҡытта Нәсихә менән Исхаҡ фатирҙарында сәй эсәләр һәм туйға әҙерлек хаҡында һөйләшәләр ине. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ауылдан килеп, ҡалала бик ауыр ереккән, фатирһыҙлыҡтың, юҡлыҡтың әсе емештәрен татыған был ир менән ҡатын үҙҙәренең өҫтөнә ҡапыл килеп өйөлгән байлыҡтан һәм иғтибарҙан иҫереп, әле булһа иҫтәренә килә алмайҙар. Исхаҡ, һәр ваҡыттағыса битараф булһа ла, Нәсихә ханым был ымһындырғыс хәлде ваҡытлы тип уйлайһәм тиҙерәк үтеүен теләй.
Һәр үҙгәреште ҡатын-ҡыҙ күңеле нескәрәк ҡабул итә һәм күңеле бик ышанып бөтмәй. Әйтерһең, улар ире менән шыпа кеше тулы троллейбус эсендә иң алда йомшаҡ ултырғыста ултырып китеп баралар. Улар был урындың үҙҙәренә осраҡлы ғына килеп эләгеүен беләләр һәм кемдәрҙеңдер килеп, уларҙы торғоҙоп ебәреүҙәрен, хатта бының өсөн түләү талап итеүҙәрен, шөбһәләнеп, көтәләр. Исхаҡҡа инде – барыбер. Ул мөмкинлектән файҙаланырға, күберәк умырып ҡалырға, үҙенең нәфсеһен ҡәнәғәтләндереп ҡалырға ынтыла. Әйткәндәй, теге бухгалтер менән уларҙың мөнәсәбәт бик көйләнеп китте, ләкин ул мәсьәлә беҙҙең тема түгел. Шуға күрә, хужа кеше көнө-төнө саба, үҙенә йөкмәтелгән эштәрҙе еренә еткереп башҡарырға, ҡыҫҡаһы, байып ҡалырға тырыша. Ә Нәсихә ханым үҙенең ябай табип сағын һағына. Сөнки мөдир булыу һис тә еңел түгел икән. Мөдир булыу өсөн уҫал, өҙгөс булырға һәм юғарыла ултырған хужаларға ярай белергә кәрәк. Кабинетында ғына ултырып, сирлеләрҙе ҡабул итеп, ул үҙенең эргәһендә барған мажараларҙы, интригаларҙы белмәй ҙә, күрмәй ҙә йөрөгән икән. Уның йоғонтоһо артты, ләкин ханым уны нисек файҙаланырға белмәй, хатта бындай ҡомарлы теләге лә юҡ.
Ә кеше тулы троллейбуста улар бер-береһенә һыйынып, ҡасан төрткөләп, урындарын тартып алалар, үҙҙәрен баҫтырып ҡуялар һәм, киләһе-туҡталышҡа етер-етмәҫ, төшөрөп ҡалдыралар, тип ҡурҡып барыуҙың ауырлығын кисерәләр. Бер ҡараһаң, үҙҙәренең тороп баҫҡылары, бынауы әбей менән бабайға урындарын биргеләре килә. Тегеләре мөлдөрәп, етмәһә, шап-шаҡтай ир менән ҡатындың күҙҙәренә ҡарай бит әле. Улар ғына түгел, башҡалар ҙа ир менән ҡатындың торорға ҡымшаныуын, һелкенеүен һиҙеү менән, йомшаҡ, йылы ултырғыстарҙы эләктереү өсөн, өҫтәренә ултырырға әҙер.
Ә урын бушағас, улар аяҡ өҫтө ҡалғас, бая ғына уларҙан көнләшеп баҫып тороусылар уларға нәфрәт менән ерәнеп ҡараясаҡ. Наҙан кеше лә ошо низағлы тынлыҡта эстән генә: “Әһә, артығыҙға тибеп төшөрҙөләрме? Әллә кем булып, ултырып килә инегеҙ! Хәҙер һеҙҙе лә баҫтырып ҡуйҙылармы? Шул кәрәк һеҙгә! Беҙ күргәнде күрегеҙ әле, беҙ кисергәнде кисерегеҙ, беҙ ишеткәнде ишетегеҙ” – тиер.
Нәсихә ханым инде сигенеү юлдарын эҙләй һәм мөдирлектән баш тартыуы хаҡында белдереп, баш табипҡа кереү тураһында пландар ҡора. Иренә лә ошоно әшкәртеп ҡуйҙы.
– Ауыр. Эше күп. Мин мөдирлектән баш тартырға булдым.
– Миңә еңел, тип уйлайһыңмы? – тине ире, сәйен һөрпөлдәтеп йотоп. – Бер ай ҙа эшләмәнең, баш тартаһың. Ҡулынан килмәне, тип әйтәсәктәр. Уларҙың үсәүе һиңә кәрәкме?
– Кәрәкмәй ҙә, ни хәл итәйем? Үҙемде кеше урынын алған һымаҡ тоям.
– Дөрөҫ уйлайһың! Кеше урынын алдың һин. Үҙ урынын биләмәүселәр, һинең менән минән башҡа ла, етерлек. Улар ыңғайына, беҙ ҙә йөрөйәсәкбеҙ. Әгәр ултыртҡандар икән, шым ғына эшләп тик йөрө. Ваҡыты етһә, һинән башҡа ла, тартып алырҙар.
Фәүҡәт Тимербаевич менән Зарема ханымды бөтөнләй икенсе мәсьәләләр борсой. Улар ҙа юҡтан ғына бәхәсләшеп киттеләр. Туйҙан һуң ғаиләнең ялын нисек ойошторорға? Испаниялағы биләмәләренә барырғамы, әллә арыраҡ осорғамы? Мәҫәлән, Фәүҡәт Тимербаевич Испаниялағы йортон да, ундағы ял итеү шарттарын да ярата. Былтыр бара алманы, ә хужабикә Испанияны яратмай. Беләһегеҙме, ни өсөн? Ире Рәсәйҙән килгән таныштары, дуҫтары менән йыш аралаша. Хужабикә аңлап бөтмәй: нисек инде, йыл әйләнәһенә бер үк кешеләр менә ҡатнашып йәшәргә мөмкин? Сит илгә ял итеү, ошондағы таныштарҙан ҡотолоу өсөн бармаймы ни кеше? Әлегә уртаҡ фекергә килә алғандары юҡ. Фәүҡәт Тимербаевич быйыл, мәҫәлән, ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙы ла саҡырырға иҫәп тота ине.
– Ә һин уларҙың сит илгә сыҡҡандары юҡлығын беләһеңме? – тип һораны ханым иренән.
– Нимә, әллә сит ил паспорттары ла юҡмы?
– Белмәйем, бәлки барҙыр. Ләкин мин, былтыр ҡайҙа ял иттегеҙ, Төркиәләме, Мысырҙамы, тип һорағайным: “Беҙ бер ҡайҙа ла ял иткәнебеҙ юҡ, баҡсала үткәрәбеҙ”, – тип яуап бирҙе, – тине Зарема ханым.
Икәүләшеп, аптырашып, бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙылар.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"