Барыбер тапты Сәғит үҙенең өйөн. Кеше күреп ҡалмаһын, ояты ни тора? Үҙең төҙөп кер ҙә, эҙләп йөрө, имеш. Тапмаҫ ине, күрше Ғибәҙулла бабайҙың йортона ҡарап сырамытты. Бабайҙыҡы бәләкәйерәк, ә уның өйө ҙурыраҡ. Йәшел ҡойма, ҡыйыҡ та йәшел. Өйҙө ҡыҙыл тимер менән көпләгәндәр. Тәҙрәләр, әлбиттә, пластиктан. Былтыр килеп киткәндән бирле, юл төшкәне юҡ ине, урам яҡҡа тултырып сәскә ултыртҡандар. Ҡатынының яратҡан сәскәләрен Сәғит таный. Килеп бәләкәй ҡапҡаны шаҡып ҡараны. Әллә бик баҙнатһын булды инде, эстән асырға йыйынғандары тойолманы. Балаларҙың күңелле тауыштары ишетелә. Сәғит аптырап торманы, ҡапҡа эргәһендәге эскәмйәгә менеп, тимер ҡойма аша үрелеп, эскә күҙ һалды. Ихата уртаһында ҙур бассейн, эргәһендә – береһе ҙур, икенсеһе бәләкәй сатыр. Ҡом өйөмө өҫтө тулы уйынсыҡтар. Ә ике малай күңелле итеп һыу инә. Бәй, улы менән ҡыҙының малайҙары – ейәндәре – түгелме һуң? Исемдәре нисек булды әле? Сәғит аптыранды. Йә инде, үҙ ейәндәреңдең дә исемен белмәй торсо әле? Оятмы? Бигерәк оят! Һуң, былтыр ғына ҡайтып киттеләр ҙә инде малайҙары? Үҙҙәренә уйынсыҡтар алып бирҙе. Икеһенә – бер самокат.
– Улым, улым! Малайҙар! – тип өндәшеп ҡараны ул, ҡойма аша башын мөмкин тиклем нығыраҡ һоноп.
Бына хәҙер күреп ҡалырҙар, йүгерешеп килерҙәр, ҡапҡаны ла асырҙар. Танынылар, ти, көтөп тор. Күңелле итеп һыу инәләр.
Сәғит нығыраҡ ҡысҡырырға мәжбүр булды. Әһә, малайҙарҙың береһе иғтибар итте. Икәүләшеп ҡойма эргәһенә килделәр.
– Малайҙар! Мине таныйһығыҙмы? Мин – һеҙҙең олатайығыҙ! – тине.
Малайҙар, аптырашып, бер-береһенә ҡараны. Береһе хатта яурынын һикертеп ҡуйҙы: "танымайым”, йәнәһе. Бәләкәйерәге ҡыйыу икән:
– Һин кем? Һиңә кем кәрәк? – тип һораны.
– Мин – һеҙҙең олатайығыҙ, – тине Сәғит, мөмкин тиклем мөләйемерәк өндәшергә тырышты.
– Юҡ. Беҙ һине танымайбыҙ. Һин – сит кеше, – тине.
– Ни эшләп, сит кеше булһын? – тип ныҡышты олаталары. – Һеҙ былтыр, унан алдағы йылда миндә ҡунаҡта булдығыҙ!
Ҡара әле, танымайҙар. Әллә шулай ныҡ үҙгәрҙеме никән?
– Юҡ, беҙ танымайбыҙ һине.
– Ә өләсәйегеҙ ҡайҙа? – тип ныҡышты олатай кеше.
– Өләсәйҙәр мунсала, – тине өлкәне, – хәҙер йыуынып сығалар.
Сәғиттең күңеле шомланды. Бәлки мунсала берәй ейәнсәре менәндер?
– Өләсәй мунсала кем менән? – тип һорарға батырсылыҡ итте.
– Олатай менән, – тине малайҙарҙың кесеһе.
– Ниндәй олатай менән? – тине Сәғит, тыны ҡыҫылды. – Мин – һеҙҙең олатайығыҙ!
– Юҡ. Һин – сит кеше! – тине малайҙарҙың кесеһе. – Өләсәй сит кешене керетмәҫкә ҡушты.
– Ә өләсәй мунсала кем менән? – тип тағы ла ныҡышты.
– Йәмил олатай менән, – тине малайҙарҙың береһе, – ул хәҙер сыға. Унан һуң мунсаға беҙ керәбеҙ.
Эҫе, һыуһатты. Асығыуы ла бар, шикелле. Сәғит ағас күләгәһе эргәһенә килеп баҫты. Оҙаҡламай шатыр-шотор килеп ҡапҡа асылды һәм унан мыҡты кәүҙәле, бәләкәйерәк буйлы, мунсала йыуынғандан һуң, ҡып-ҡыҙыл, ҡәнәғәт йөҙлө, ябай халат кейгән ҡарт күренде.
– Әссәләмү ғәләйкүм! Кем, Сәғит килгән икән, – тип йылы ғына өндәште, – ниндәй елдәр бында ташланы?
– Бына, ошо яҡтарға сыҡтым да, мин әйтәм, ауылға кереп, өйҙө, Гөлсинәне күреп сығайым, тигәйнем, – тине Сәғит, аҡланған һымаҡ.
– Әйҙә, үтәйек. Өйгә керәйек, сәй эсербеҙ. Аш бешерә ине Гөлсинә.
Сәғит урамға керҙе. Ҡайҙа ҡарама – сәскәләр. Ҡатыны ярата ине шул сәскә үҫтерергә. Бында ла ташламаған икән, донъяға йәм биреүсе ғәҙәтен.
Малайҙар мунсаға инде лә, сит кеше, сит кеше, тиҙәр. Ҡайҙан сит кеше булһын? Үҙҙәренең олатаһы бит.
– Ә беҙ һеҙҙең менән электән танышмы? – тип һораны Сәғит.
Һорауҙың мәғәнәһе шунда – кем икәнлеген белергә теләй, үҙенең, элекке булһа ла, хужа икәнлеген күрһәтергә лә теләге юҡ түгел.
– Ҡушҡайындан мин. Йәштән ҡалаға сығып киткәйнем. Яңғыҙ ҡалғас, ауылға ҡайттым. Былтыр оло улығыҙ, Урал, эҙләп килде. Өйҙө йүнәтергә оҫта кәрәк, ти. Ошоларҙы вис мин эшләнем инде. Эшләп бөттөм дә, торҙом да ҡалдым, – тип тартынып ҡына йылмайып ҡуйҙы ҡарт, – Гөлсинәгә әйткеләнем инде, кеше урынын алған һымаҡмын, тинем. Хәҙер яңғыҙ донъя көтөүе ҡыйын бит. Һеҙ үҙегеҙҙе сит кеше, тип уйламағыҙ инде. Һәр кемдең үҙ тормошо бар. Тормошо ла, хаталары ла, киләсәге лә – үҙенеке.
Сәғит өндәшмәне. Уның әйтер һүҙе юҡ ине. Нимә тип әйтһен? Бына мин ҡайттым. Урынымды азат итегеҙ, тип өндәшһенме? Бер ҡараһаң, ҡарт дөрөҫ әйтә. Ҡылған хаталары барыһы ла үҙенеке генә.
Ул арала булмай, мунсанан, йүгерешеп, малайҙар килеп сыҡты. Өлкәне: “Олатай, олатай, ҡара әле, мин сума беләм”, – тип бассейнға һикерҙе.
Сәғит, олатай, тип үҙенә өндәшәләрҙер, тип өмөт итә ине әле. Малайға ҡараны. Ә малайҙың ҡарашы арыраҡ ултырған Йәмил ҡартҡа йүнәлтелгән. Сәғит аптыранды. Әллә, ысынлап та, уның был йортҡа, анауы күңелле итеп уйнап йөрөгән ике малайға бөтөнләй мөнәсәбәте юҡмы? Туҡта әле, ни эшләп мөнәсәбәте булмаһын? Ҡыҙҙарын да, улын да ул үҫтерҙе, уҡытты, кеше итте. Хәҙер, хаталандым, тип барыһын да бынауы ҡартҡа тапшырып ҡуйырғамы? Уның ни хоҡуғы бар? Бында килеп, уның урынына олатай исемен алып, бынауы малайҙарҙы әүрәтеп йөрөргә? Сәғит мөләйем йылмайып, малайҙарға ҡараны. Уларҙы ҡосаҡлап алғыһы, арҡаларынан яратҡыһы, йылы һүҙҙәр әйткеһе килде. Ә малайҙар уны бар тип тә белмәй. Бассейндан күңелдәре булып, йүгерешеп килеп сыҡтылар ҙа, шәрә кәүҙәләрен ҙур таҫтамалға төрөп, ҡарттың ике тубығына икеһе менеп тә ултырҙы һәм ҡосағына һыйынды.
Сәғиттә көнләшеү тойғоһо тоҡанды. Ҡара әле, ҡойма йүнәтәм, тип кил дә, кешенең донъяһына хужа булып, уның ейәндәрен тартып алып йөрөһөн әле!
– Гөлсинәне әйтәм, һине иҫкә төшөрөп торҙо. Һеҙ больницала ятҡан саҡта ашарға мин ташыным. Ә үҙе хатта тәмле бешерә, ашап туйғыһыҙ!
– Рәхмәт, белмәй инем, һинең ташығаныңды, – тип кенә әйтә алды Сәғит.
– Ә был өй кем исемендә икән? – тип ҡыҙыҡһынды Йәмил ҡарт. – Һатыр булһаң, йыйынтыҡ аҡсам бар. Һатмаһаң, үҙемдең ауылда өйөм бар, бәлки шуны оҡшатырһың.
Һөйләшеп бөтөп өлгөрмәнеләр, мунсанан, шат йылмайып, Гөлсинә килеп сыҡты.
– Сәғит килгән икән! – тип иҫәнләште лә, тартынған төҫ менән тиҙ генә өйгә инеп китте. Ҡара әле, үҙ иренән уңайһыҙланып тормаһа.
Шунда Сәғит төшөндө: үҙ ҡатыны уны ят итеп ҡабул итте. Ят итмәне, бөтөнләй сит кешегә ҡараған һымаҡ булды. Ейәндәре йүгерешеп барып, өләсәләренә эйәреп, өйгә инеп китте. Йәмил ҡарт нимәлер һораны, нимәләрҙер һөйләне, һауа торошон маҡтаны, юлдар һәйбәтләнгән, тип Сәғиттең эшен белеүен дә күрһәтте.
Сәғит шым ҡалды, өндәшерлеге юҡ ине. Үҙенең, ысынлап та, сит кеше икәнлегенә төшөндө. Ҡайҙа барырға белмәй байтаҡ ултырҙы Сәғит. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡарттың бер һүҙен дә ҡалдырмай, йөпләне. Тик нимә хаҡында һөйләгәнен генә ҡолағына элмәне.
Ул арала өйҙән, йүгерешеп, малайҙар сыҡты. “Олатай, сәйгә! Өләсәй һине сәйгә саҡыра!” – тип ҡысҡырышты улар.
Ҡарт торҙо, Сәғиткә өндәште, өй яғына күрһәтте.
Бер нимә лә ишетмәй, урынынан да ҡуҙғала алмай ултырған Сәғиттең ҡолағына бары тик “ят кеше, ят кеше, һин – ят кеше”, тип өндәшкәндәре генә ишетелә ине.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"