+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Декабрь 2020, 11:27

МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ... Беренсе бүлек. Хикәйә

Рәмзиәнең төшө бөгөн дә боларҙы. Ярай, үткәнендәге һымаҡ, Ҡафтау яҡтарында йөрөмәне. Ғаиләһе менән һаман да ауылда, имеш. Райман менән оло йәйләүҙә бесән сабалар, имеш. Күңелле генә эшләп йөрөйҙәр. Арыҫлан тырмата. Инде, ҡыҙып, эшләй башлаһалар, ямғыр яуа ла китә, яуа ла китә. Арыҫланы, күлдәксән генә көйө, ямғыр аҫтына сыға ла, баҫа инде. “Ҡоторма!” – тип әйтеп тә ҡарай, юҡ, тыңламай. Ҡырҡтан ашҡан ир шулайтып тормаһа инде. Ҡырҡтан ашҡан? Рәмзиә, нисә йәш булды икән, тип һанаштырып ҡараны, тәки осона сыға алманы. Ҡуй инде, төштәге иҫәптең рәте-сираты булһа икән. Тороп, һауыт-һабаһын ҡараштырып, газға сәйен ултыртты. Шым ғына Венера килеп инде. Ипле генә итеп, бер-береһенә хәйерле иртә теләштеләр. Рәмзиә Венераға төшөн һөйләмәк булғайны, уныһы арлы-бирле итте лә, сығып та юғалды. Юлдаш халҡы бик ҡыҙыҡһыныусан бит. Ят, бығаса күренмәгән ҡатындың ауылға килеп сығыуына иғтибар иттеләр. Һорашалар: кем ул, ни эшләп йөрөй, ниңә килгән? Бында нисек килгән һуң әле ул? Теге, тәүге кампания ваҡытында, Чечняға улдарын юллап барып, шунда танышҡайнылар. Кеше түгел, эт күрмәгәнде шунда күрҙеләр. Ә бит ул көндәр кисә генә булған һымаҡ. Рәмзиә Венераны шунда яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалғайны, хәтерендә лә түгел ине һымаҡ. Ә Венераның хәтере яҡшы. Рәмзиәне, ниндәй сәй эскәне, кем менән һөйләшкәненә тиклем, хәтерләй. Рәмзиәнең сәйгүне ҡайнап сығыуға, ире Райман да, тороп, килеп сыҡты.


МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ...
Беренсе бүлек
Хикәйә
Рәмзиәнең төшө бөгөн дә боларҙы. Ярай, үткәнендәге һымаҡ, Ҡафтау яҡтарында йөрөмәне. Ғаиләһе менән һаман да ауылда, имеш. Райман менән оло йәйләүҙә бесән сабалар, имеш. Күңелле генә эшләп йөрөйҙәр. Арыҫлан тырмата. Инде, ҡыҙып, эшләй башлаһалар, ямғыр яуа ла китә, яуа ла китә. Арыҫланы, күлдәксән генә көйө, ямғыр аҫтына сыға ла, баҫа инде. “Ҡоторма!” – тип әйтеп тә ҡарай, юҡ, тыңламай. Ҡырҡтан ашҡан ир шулайтып тормаһа инде. Ҡырҡтан ашҡан? Рәмзиә, нисә йәш булды икән, тип һанаштырып ҡараны, тәки осона сыға алманы. Ҡуй инде, төштәге иҫәптең рәте-сираты булһа икән. Тороп, һауыт-һабаһын ҡараштырып, газға сәйен ултыртты. Шым ғына Венера килеп инде. Ипле генә итеп, бер-береһенә хәйерле иртә теләштеләр. Рәмзиә Венераға төшөн һөйләмәк булғайны, уныһы арлы-бирле итте лә, сығып та юғалды.
Юлдаш халҡы бик ҡыҙыҡһыныусан бит. Ят, бығаса күренмәгән ҡатындың ауылға килеп сығыуына иғтибар иттеләр. Һорашалар: кем ул, ни эшләп йөрөй, ниңә килгән?
Бында нисек килгән һуң әле ул? Теге, тәүге кампания ваҡытында, Чечняға улдарын юллап барып, шунда танышҡайнылар. Кеше түгел, эт күрмәгәнде шунда күрҙеләр. Ә бит ул көндәр кисә генә булған һымаҡ. Рәмзиә Венераны шунда яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалғайны, хәтерендә лә түгел ине һымаҡ. Ә Венераның хәтере яҡшы. Рәмзиәне, ниндәй сәй эскәне, кем менән һөйләшкәненә тиклем, хәтерләй. Рәмзиәнең сәйгүне ҡайнап сығыуға, ире Райман да, тороп, килеп сыҡты.
Күренеп тора, Райман сит ҡатындың бында ҡунаҡлап ятыуына риза түгел. Һөмһөрө ҡойолоуынан уҡ, шуны аңларға була: Венераның ни өсөн килеүен асыҡларға ла, тиҙерәк ҡайтарып ебәрергә ҡушасаҡ. Әле лә ире һүҙҙе шунан башланы:
– Һораштыңмы? Ниңә килгән?
– Өндәшкәйнем, һине күрһәм, күңелем бушап ҡалырмы, тигән була. Шул, теге ваҡыт, Моздокта, бергә йөрөгәнбеҙ икән. Минең ни, хәтер насарланды. Ә ул вис кенә иҫләй.
– Тәртипле йөрөнөңмө һуң? Аҙып-туҙманыңмы? – тине ире, ҡатынына уҫал ҡарап.
– Беҙ унда аҙып-туҙырға барманыҡ, Райман.
– Нимәгә барҙың һуң? Улыңды тапҡас, Арыҫланды әйтәм, ниңә алып ҡайтманың? – тине ире.
– Ниңә алып ҡайтманың, тиһеңме? Ул йәш кенә һалдаттар унда шул тиклем күп ине. Ҡайҙа ҡарама, йүгереп, малай-шалай йөрөй. Танкылары күп, ҙур. Бер ҡараһам, Арыҫлан килә ята: “Әсәй, һаумы! Ни эшләп килдең?” – ти.
– Йә, етәр! Һин быны миңә йөҙ тапҡыр һөйләнең инде!
– Үҙең һораның, мин – һөйләнем, – тине ҡатыны.
– Һиңә ышанһаң, һөйләгән һайын, бер төрлө һөйләйһең. Теге ваҡыт танкистарҙы, баһадир кәүҙәле, тигәйнең, әле – ваҡ ҡына малай-шалай, тиһең.
– Эйе, Райман, унда малай-шалай ине. Хәҙер улар үҫте бит, ныҡ үҫтеләр, баһадирға әйләнделәр.
– Йә, ярай, етәр! Венераны, ипләп кенә һораш та, ҡайтарып ебәр. Эш ваҡыты, бында ятмаһын. Ире нисек ебәргәндер бында?..
Ире хаҡында һүҙ сыҡҡас, Рәмзиә, әйтмәй, булдыра алманы:
– Әллә һин уның ире бар, тип уйлайһыңмы? Йүнләп, донъя көтә торған ҡатынға оҡшамаған ул. Булмаған ауылы, йөрөмәгән районы ҡалмаған. “Һине эҙләп, 12 Юлдаш аулылында булдым”, – ти. Шулай ти.
– Һуң, шул Юлдаш ауылдарын военкомат аша ғына белеп булмай инеме ни? Унда бит һинең фамилияң яҙып ҡуйылған. Арыҫланды ла белмәгән кеше юҡ. Ниндәйҙер мутлыҡ эҙләп йөрөй был ҡатын! Әгәр иртәгә тағы бер нәмә сығарһа, ғәжәпләнмәйәсәкмен. Үҙенең ниңә килгәнен әйттеме?
– Юҡ, өндәшмәй. Һораштырғайным, бер һүҙ әйтмәне, – тине, аҡланғандай, ҡатыны.
Иртәнге аштан һуң Райман эшкә китте. Оҙаҡламай, Венера ҡайтып керҙе.
– Ҡайҙарға барҙың? Ниҙәр күрҙең? – тине Рәмзиә.
– Зыяратығыҙҙа Сәхиев Арыҫлан Райман улының ҡәберен барып ҡараным. Гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Хәҙер сәскә үҫтереүҙән ни файҙа инде? – тине Венера.
– Үҫтергәнем юҡ, – тине Рәмзиә, – өй эшенән бушап булмай, мәктәп уҡыусылары тырыштыра, шикелле.
– Һеҙҙең ауылдыҡылар йомарт икән, тәңкәләр һалып киткәндәр, – тине Венера.
– Беҙгә килеүеңдең маҡсаты шул зыяратты ғына күреү инеме? – тине Рәмзиә. – Бәлки тағы ла нимәлер күрергә теләгең барҙыр?
– Юҡ, бер теләгем дә юҡ, – тине Венера. – Теге ваҡыт, Моздокты әйтәм, һеҙ бик тиҙ юғалдығыҙ бит.
Моздок тураһында һүҙ сыҡҡас, Рәмзиә тағы ла һиҫкәнде, хатта урынынан тороп уҡ китте, тәҙрәнән ҡарап алды. Йәнәһе, ире күренмәйме.
– Юғалмай, эргәлә генә һуғыш бара, төркөм-төркөм булып, улдарын алып ҡайтырға килгән әсәйҙәр йөрөй. Етмәһә, тегеләр баҫып килә. Береһен дә аямай, ҡыралар, тигән хәбәр сыҡты.
– Ә һин, шул мөмкинлектән файҙаланып, улыңды эләктерҙең дә, тиҙерәк ҡастың инде?
– Юҡ, ҡасманым! – тине Рәмзиә ҡаты итеп. – Мин, улымды тапҡас, уны күргәс, тәртипкә килтереүҙәрен һәм ҡайтарып ебәреүҙәрен һораным.
Венера уның эргәһенә баҫты:
– Ә теге иҫерек прапорщик менән килештегеҙме? Рефрижераторҙарҙың асҡысы уның ҡулында ине бит?
– Һин бөтәһен дә беләһең икән. Әллә минең артымдан эйәреп йөрөнөңмө? – тип аптыранды Рәмзиә. – Нимә, әллә прапорщикка һин дә эсерҙеңме?
– Ни эшләп мин уға, һәләк булған улымды күрер өсөн, араҡы эсереп йөрөргә тейеш? Үҙең күрҙең, унда айныҡтар бик һирәк ине.
– Венера, һин иҫке яраларҙы яңыртып йөрөмә, – тине Рәмзиә, – мин инде нисә йыл оноторға тырышам. Һис онотоп булмай. Ә һин, иҫке яраларҙы яңыртып, килеп индең. Хәҙер ирем аптырай. Әйҙә, тыныс ҡына хушлашайыҡ, Венера. Беләм, һиңә лә еңел түгел. Һинең улың – Руслан, минең улым – Арыҫлан, беҙҙең бүлешер нәмәбеҙ юҡ. Улдарыбыҙ, Ватан мәнфәғәттәрен яҡлап, һәләк булды. Улар тураһында күңелдәребеҙҙә йылы хәтирәләр ҡалһын.
– Һин ниндәй Ватан мәнфәғәттәре һөйләйһең? Ул малайҙар бит, ҡыҙҙар ҡосағы ла күрмәйенсә, утҡа барып инде. Ут эсенә шул малайҙарҙы тығырға ярай инеме ни? Юҡ, мин тынысланмаясаҡмын! Ғүмеремдең аҙағына тиклем, улым өсөн көрәшәсәкмен. Мин ышанмайым! Нисек итеп?.. Кемдең минең берҙән-бер улымды һәләк итергә хоҡуғы бар!?
– Беҙҙең генә улдарыбыҙ ҡалманы бит, Венера. Үҙең беләһең, ул осор илдә нимә генә булманы: мал бүлештеләр, власть бүлештеләр, шуның осҡондары беҙгә лә килеп етте. Бүлешеү еңел генә булмай. Ана, ғүмер буйы йәшәп, ир менән ҡатын айырылышһа ла, күпме шау-шыу сыға, – тине Рәмзиә.
– Һин мине сәйәсәткә бутама! Әгәр улар власть өсөн көрәшә икән, ниңә беҙҙең улдарыбыҙ һәләк булырға тейеш!?
– Ә быныһы мине ҡыҙыҡһындырмай, – тине Рәмзиә, – үтенеп һорайым, тағы бер тапҡыр әйтәм. Мәңге уңалмай торған яралар, мәңге бөтмәй торған ҡайғылар була, ләкин мин күндем. Хәҙер улымды ҡайтарып булмай. Былай ҙа, көн һайын төшөмә инә. Кешеләр күптән онотоп бөттө, ә мин һаман ҡайғырам. Етмәһә, һин килеп сыҡтың.
– Ә мин һине егерме йылдан артыҡ эҙләп йөрөйөм, Рәмзиә. Һин шуны беләһеңме? Теге ваҡыт һин мине алдап киткәнһең!
– Нисек алдағанмын?
– Үҙең күрҙең, мин, онотмаҫ өсөн, һәр осрашҡан-һөйләшкән кешенең исемен-фамилияһын яҙып барамын. Һине лә “Рәмзиә Сәхиева. Юлдаш ауылы”, тип яҙғанмын. Ә Юлдаш ауылдары беҙҙә берәү генә түгел икән. Барыһын да, тип әйтерлек, йөрөп сыҡтым. Шулар араһында иң матуры – һеҙҙеке. Тау-урмандар араһында икән ауылығыҙ. Ауылыңа килеп етерлек, үҙеңде табырлыҡ түгел.
– Ә нимә эҙләп килдең һуң беҙгә?
– Улымды эҙләп килдем. Мин улымды табырға теләйем.
– Нисә йыл йөрөйһөң, таптыңмы һуң?
– Таптым. Күңелем һиҙә, ниһайәт, таптым.
Рәмзиә һағайҙы. Венераның йөҙөнә ҡарап:
– Ә ҡайҙа һуң улың? – тине.
– Минең улым бында.
– Аңлатып әйтһәңсе, ҡайҙа тинең?
– Зыяратта...
– Зыяратта? Беҙҙең зыяраттамы?
– Эйе, һеҙҙең зыяратта минең улым ята.
– Һин нимә һөйләйһең? Бында һинең улың юҡ!
– Бар шул. Һин бөгөн теге прапорҙы иҫкә төшөргәнсе, шикләнә инем. Һинең ни өсөн прапорҙы хәтергә төшөрөргә теләмәүеңде мин аңланым.
– Һөйләмә шул прапорҙы, һөйләмә!..
– Ҡурҡаһыңмы?
– Ҡурҡмайым. Иҫкә төшөргөм килмәй.
– Аңлашылды, – тине Венера, – шик-шөбһәләрем бар ине, тамам таралды.
– Уф, Хоҙайым!.. Яфалама мине! Нимә әйтергә теләйһең?
– Һин, Рәмзиә, Моздок эргәһендә, теге ваҡыт, мәхшәрҙән файҙаланып, минең улымды урлап алып киткәнһең!
– Минме? Мин урлағанмынмы?
– Эйе, һин урлағанһың!
Р. Мәүлитҡолов.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: